+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
16 Август 2023, 10:29

Ҡурай еләгенең ҡөҙрәте

әсәйҙә бөгөн ҡурай еләге ҡайнатмаһы көнө. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡурай еләген нисек атайҙар? Ҡайнатманы нисегерәк эшләйһегеҙ? (Беҙҙең рецепт – сайтта)  

Ҡурай еләгенең ҡөҙрәте
Ҡурай еләгенең ҡөҙрәте

Ҡурай еләгенең ҡөҙрәте

Был үҫемлектең дауалау ҡөҙрәте халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған. Элек, дарыуҙар бик аҙ замандарҙа, һәр хужалыҡта ҡурай еләген япрағы менән йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуйғандар. Боронғо Грецияла уны косметикала ла киң файҙаланғандар.
Һутлы, яңы өҙөлгән ҡурай еләгендә файҙалы матдәләр кипкәнендәгенә ҡарағанда күберәк. Уның сос­тавында органик кислоталар, шул иҫәптән салицил кислотаһы бар. Шуға ла был еләк һалҡын тейеүгә ҡаршы ҡулланыла, тирҙе ҡыуа, тән температураһын төшөрә.
Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай.
Был еләктәге А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, ундағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар булыу хәүефен түбәнәйтә.
Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан — веналар киңәйеүҙән – яфаланғандарға бигерәк тә шифалы.
Эшкәрткәндә лә был еләктәге файҙалы сифаттар юғалмай.
Табиптар бөйөрө һәм үт ҡыуығы ауыртҡан кешегә ҡурай еләген ҡулланыу килешмәй тип киҫәтә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштыра, ул ауырыуҙы “таш ултырыу” тиҙәр.

Ҡурай еләгенән ҡайнатманы әҙерләгәндә еләктәр ҙә бөтөн көйө ҡала, шәкәр ҙә күп талап ителмәй. Еләктәр тәме лә һаҡлана. Ҡайнатыу өсөн 1 килограмм еләккә, 0,5 килограмм шәкәр ҡомо алына.

Нисек ҡайнатырға:

  1. Ҡурай еләген таҙартабыҙ, йыумайбыҙ.
  2. Эмаль кастрүлгә бер ус ҡурай еләген беренсе ҡат итеп һалабыҙ.
  3. Өстөнә шәкәр ҡомо, тағын бер ҡат ҡурай еләген һалабыҙ.
  4. Шулай бөткәнсе һала барабыҙ.
  5. Ҡурай еләге ситкә һыу сығарғансы шәкәр ҡомо менән ҡушылғанды көтөп торабыҙ.
  6. Унан һуң кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ.
  7. Ҡайнатып сығарабыҙ, әкрен генә болғатып ебәрәбеҙ.
  8. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, 5 минут тотабыҙ ҙа, уттан алабыҙ. Күбеген алырға ла онотмайбыҙ. Ҡайнатманы банкаларға тултырабыҙ ҙа, одеал менән ҡаплап, һыуытабыҙ.

Ҡышҡыһын тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән һыйланырға ғына ҡала.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: