+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
17 Август 2023, 11:30

Үләндәрҙә дауа бар

Үлән йыйыу үҙе бер ижади эш. Август айы – дарыу үләндәре бешкән ваҡыт

Үләндәрҙә дауа бар
Үләндәрҙә дауа бар

Августа йыйыла торған үҫемлектәргә эт дегәнәге керә. Уны сәскә атҡас та йыйырға кәрәк. Ул ҡан тамырҙарын таҙарта, астма, аллергия, ревматизм һәм башҡа күп кенә ауырыуҙар ваҡытында ҡулланыла.

Ҡандала үләне лә сәскә атҡанда йыйылырға тейеш. Әлеге үҫемлектең сәскәләре һары һәм аҡ, дарыу өсөн һарыларын йыйырға кәрәк. Ҡандала үләне тромбоз, стенокардия менән көрәшергә ярҙам итә.

Мәтрүшкәне йәй буйы йыйырға мөмкин. Уның менән һалҡын тейеүҙе, ҡатын-ҡыҙҙар  системаһы ауырыуҙарын, ревматизм, эпилепсияны дауалайҙар. Мәтрүшкәне тәм өсөн сәйгә лә һалырға мөмкин.

Тырнаҡ гөлдөң (календула) сәскәләрен йыйырға кәрәк. Улар эпидермис, ашҡаҙан системаһы, бауыр, һулыш системаһы ауырыуҙарынан дауалай.

Аҡ сәскәне (аптека ромашкасын) лә йыйып киптереү яҡшы. Уның сәскәләре ашҡаҙан һәм һулыш системаһындағы ауырыуҙарҙан, һалҡын тейеүҙән дауа булараҡ ҡулланыла.

Августа шулай уҡ кесерткән, бәсәй үләне тамыры, үлмәҫ гөл (бессмертник песчаный) сәскәһен, шыма көпшә (дягиль лекарственный) тамыры, балан ҡайыры, әрекмән тамыры, гөлбадран, баҡа япрағы, әрем, меңъяпраҡты йыйып ҡалырға кәрәк.

Көнгәк

https://vk.com/id36410952 фотолар сәхифәһенән алынды

 

 

Үләндәрҙә дауа бар
Үләндәрҙә дауа бар
Үләндәрҙә дауа бар
Үләндәрҙә дауа бар
Үләндәрҙә дауа бар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: