+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
28 Август 2023, 11:03

“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!

Алтынсы йыл рәттән Йылайыр районы "Дуҫлыҡ" пионер лагерында иң эшһөйәр, талантлы һәм әүҙем студенттарарҙы йыйҙы. 

“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!
“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!

“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!

Аҫылташ - үҫеп килеүсе йәштәр форумы. Алтынсы йыл рәттән Йылайыр районы "Дуҫлыҡ" пионер лагерында иң эшһөйәр, талантлы һәм әүҙем студенттарарҙы йыйҙы. Форум төрлө өлкәләрҙә 4 көн үтте. Өсөнсө көнөнә йәштәргә "этно" көн булды. Беҙ ул көндө Йылайыр районы ағинәйҙәре менән ҙур башҡорт тирмәһендә һәр төрлө ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙоҡ һәм оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек. Станокта балаҫ һуғып өйрәнделәр, буялған һарыҡ йөнөнән берет баҫтылар һәм төрлө сәйләндән биҙәүестәр эшләнеләр. Ә мин икенсе йыл рәттән шифалы сәскә үләндәренән панно эшләү буйынса дәрес күрһәттем. Шулай уҡ башҡорт милли ҡамыр ризыҡтары сәк-сәк, урама бешереп өйрәнделәр .
Ул көндө йәштәр милли түңгәүер кейеме, ер-һыу атамалары һәм боронғо башҡорт йыр-моңдары менән дә танышты. Был оҫталыҡ дәрестәрен ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә ҡыҙыҡһынып өйрәнделәр. Ә Юлдыбай ауылының оҫта балыҡсыһы Гөлнур инәй егеттәргә балыҡ ҡармаҡлауҙың яңы алымдарын күрһәтте.
Ошонда күреп өйрәнгән белемдәр, беҙгә,йәш быуынға, киләсәктә бик кәрәкле булыр тип ышанам.

Зарема Таһирова, Йылайыр районының Йылайыр Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе.

“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!
“Аҫылташ”та милли ынйыларыбыҙҙы йыйҙыҡ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: