+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
5 Июль , 15:05

“Япон кондиционеры” тип тә атайҙар уны

Һауа температураһының юғары булыуын күп кешенең организмы күтәрә алмай. Эҫене нисек еңел генә үткәреп ебәрергә? Һеҙгә бер нисә кәңәш!

“Япон кондиционеры” тип тә атайҙар уны
“Япон кондиционеры” тип тә атайҙар уны

“Япон кондиционеры” тип тә атайҙар уны!

Һауа температураһының юғары булыуын күп кешенең организмы күтәрә алмай. Эҫене нисек еңел генә үткәреп ебәрергә? Бер нисә кәңәш!

Муйынға бәйләнгән һыулы яулыҡ, уңайлы сепрәк эҫелектән һаҡлар, тип кәңәш итә япондар.

Япон киноларында муйындарына аҡ яулыҡ һалған ир-егеттәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йыш күрергә мөмкин.

Нәҡ елкә яҡлап, йоҡо артерияһы тәңгәлендәге биологик зоналарҙы һыулы сепрәк менән һыуытып, организмда эҫелекте кәметергә мөмкин.

Гениаль кондиционерҙы үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ әле: таҙа сепрәкте (төҫлө булһа ла ярай), саф, һалҡынса һыуҙа сылатып, муйынығыҙға һалығыҙ!

Сепрәк ҡара төҫтә булһа, ҡояш нурҙарын үҙенә тарта. Һөҙөмтәлә ул тиҙерәк кибә.

Кипкән сепрәкте тағы ла сылатығыҙ.

Был ысулды эшләп ҡарағыҙ, шунда уҡ еңеллек тойорһоғоҙ.

Эҫелә ҡайҙалыр барып килдегеҙ икән, аяғығыҙҙы, шайтан ашығына тиклем әкренләп, һалҡын һыуҙа йыуып алығыҙ. Был тәңгәлдә лә эҫене әҙерәк тойорға ярҙам итеүсе биологик әүҙем нөктәләр бар.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Көндөҙ, Ҡояш әүҙемләшкән мәлдә, һалҡынса урында булырға тырышығыҙ!

Ҡояшлы йәй теләп, “Аманат”тар.

 

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: