Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле мәктәбендә зефир әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Балалар, массаның сәскәләргә әйләнеүенә ҡарап, уларҙың йөҙҙәрендә йөҙ төрлө һорауҙар тыуҙы.
Ошондай мәлдәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә кәрәк. Һәр уҡыусы, үҙенең зефирын формалар аша сығарып, төрлө һындар булдырҙы. Был көн аш-һыу дәресе генә түгел, ә онотолмаҫлыҡ тәжрибә лә булып тора, ул бөтәһенең дә хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Оҫталыҡ дәресенең аҙағында уҡыусылар үҙҙәренең ижадын тәмләп ҡараны. Был оҫталыҡ дәресе өсөн балалар Минзилә Сабирйән ҡыҙына, Вәсилә Ғабделхаҡ ҡыҙына бик ҙур рәхмәт белдерә.
Автор: 7-се синыф уҡыусыһы Исмәғилова Айгүзәл.