-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
14 Февраль , 13:30

Үҙ ҡулым менән яу ҡоралдары эшләйем!

Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙҙең үтенестәрҙе иҫәпкә алып, "Оҫтахана" конкурсын башлайбыҙ. Унда ҡатнашыу өсөн үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән ҡул эшен эшләү процессын (унда бысҡы, сүкеш менән эшләнгән әйбер генә түгел, ә сигеү, бәйләү, аш-һыу өлгөһө лә булыуы мөмкин), фото-видеоға төшөрөп, эшегеҙ һәм үҙегеҙ тураһында тулы мәғлүмәт менән беҙҙең электрон почтаға йәки "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөбөҙгә ебәрегеҙ.Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Иң ҡыҙыҡлы, оригиналь йөкмәткеле эштәр журналда һәм төркөмөбөҙҙә донъя күрәсәк. Ә еңеүселәрҙе "Аманат"тың Маҡтау билдәһе һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Үҙ ҡулым менән яу ҡоралдары эшләйем!
Үҙ ҡулым менән яу ҡоралдары эшләйем!

Һаумыһығыҙ! Мин Илмир Айытбаев булам. Бөрйән районы Байназар мәктәбенең Шайморатов синыфында уҡыйым.
Яратҡан шөғөлдәрем бик күп, шуларҙың берәүһе — ағас таҡталарҙан төрлө ҡоралдар эшләү.
"Оҫтахана" конкурсына үҙ ҡулым менән яу ҡоралы — автомат эшләүемде тураһында яҙып ебәрергә булдым. (Шулай уҡ пистолет та эшләйем.)
Уны эшләр өсөн иң беренсе, әлбиттә, лобзик кәрәк. 4-селә уҡығанда Ҡыш бабайға хат яҙған инем, шул алып килде миңә лобзикты бүләккә. Шунан алып яратҡан шөғөлөм менән ихлас булышам.
1. Атайҙан таҡта һорап алырға, мотлак һорап алырға кәрәк, һуңынан уның үҙенә кәрәкле таҡтаны бысҡан өсөн шелтә алмаҫҡа.
2. Таҡтала автоматтың схемаһын һыҙып алырға.
3. Яйлап ҡына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, лобзик менән һыҙыҡ буйлап бысырға. (Әсәйҙән, балам, ипләп-ипләп, тигән һүҙҙәрҙе ишетә ишетә, сөнки мин — һулаҡай, ә ул ҡурҡа, уңайһыҙ эшләйһең, ти)
4. Ҡытыршы (наждак) ҡағыҙ менән ышҡып, шымартырға.
5. Үҙеңә оҡшағанса буярға һәм өҫтәлмә приборҙарын ҡуйырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: