-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Оҫтахана
12 Март , 11:31

Балалар һөнәрҙәргә өйрәнә

Нефтекама ҡалаһында эшҡыуар Денис Латипов балалар өсөн “Столяркино” тигән оҫтахана асҡан. Бында 4 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ өлкәндәр ҙә ағас менән эш итергә өйрәнә. Берәүҙәр кәштә, ултрырғыс яһай, икенселәр арбалет, уҡ-һаҙаҡ юна, компьютер уйындарынан үҙҙәренең яратҡан персонаждарын оҫталап алыусылар ҙа бар.

Оҫтахана өсөн станоктар мәсьәләһен Денис Латипов бәләкәй бизнес өсөн бирелә торған субсидия иҫәбенә хәл иткән. Йәнә ул йәш энергетиктар курсы ла асҡан. Денис  үҙе – нергетика йүнәлешендә юғары белемле кеше. Балалар электр схемалары йыя, яҡтыртҡыстар эшләй.  Эшҡыуар “Йәш сантехник” курсы ла асырға ниәт итә. Бына шулай Нефтекамала балалар донъя көткәндә кәрәк булырҙай шөғөлдәргә өйрәнеп үҫә. Ҡайһы берҙәре оҫтаханала алған белемдәрен  киләсәктә, бәлки,  профессияһына ла әйләндерер.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: