Артабан духовка ҡалайына йәйеп һалып, һүрән генә ут ҡабыҙып, киптерергә ултырта. Япраҡты йыш ҡына болғатып торорға кәрәк, ти Вәсилә өләсәй. Арыу уҡ кипкәс, ҡоро ғына урынға урынлаштырырға кәрәк. Тамам кибеп бөткәс кенә сәй ҡаптарына йә пластик банкаларға тултырып алып ҡуйырға була, ти. Фотоларҙан да аңлашылып тора. 4-се һүрәттә былтыр әҙерләгән сәйенең ҡалдығы. Бына шундай сәй килеп сыға. Ҡара сәй бешергәндә бер семтем һалып ебәрһәң дә тәме икенселәнә, ти ул.
Вәсилә өләсәйгә сәй эшләү сере менән бүлешкәне өсөн ҙур рәхмәт.