-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Оҫтахана
12 Июнь , 21:40

Асия туҡмас киҫә

Ялығыҙ нисек үтә, каникулдағылар?! Хәбәрҙәрегеҙҙе, фотоларығыҙҙы һалып тороғоҙ, беҙ ҙә беләйек. Бына Сәлих ауылынан Асия фотолар ҙа, видеолар ҙа ебәргән. Ул мөкиббән китеп туҡмас ҡырҡа. Афарин, Асия! 3-сө синыфты тамамлаған ҡыҙҙар шулай эшкә өйрәнә.

Асия туҡмас киҫә
Асия туҡмас киҫә

Башҡорт аш-һыу әҙерләү йолаһында туҡмаслы, һурпалы аш мәғәнәһе бар. Туҡмас – оҙонсалап ҡырҡылған ҡамыр ризығы. Ҡамырын он менән йомортҡанан баҫаһың.
Үҙем ҡул туҡмаслы аш яратҡас, туҡмас ҡырҡыу серҙәренә төшөнгөм килде. Әсәйем, минең теләгемде белгәс, ихласлап туҡмас ҡырҡырға өйрәтте. Туҡмас ҡырҡырға еңел өйрәндем, быға әсәйем дә ҡыуанды. Минең йәйге ялым ошолай файҙалы һәм фәһемле үтә!” – тип яҙа Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, әле тыуған ауылы Сәлихтә каникулда ятҡан Асия Әсфәндиәрова.

Асия туҡмас киҫә
Асия туҡмас киҫә
Асия туҡмас киҫә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: