Бесәй тураһында "Hello Kitty" тип аталған йәнһүрәт барлыҡҡа килгәндән һуң Японияла ғына түгел, АҠШ-та, Европала һәм башҡа илдәрҙә лә һәр бала шундай һөйкөмлө уйынсыҡ бесәй балаһын алырға теләй. Һәм ҡул эштәре оҫталары уларға йәнһүрәт персонажының амигуруми вариантын тәҡдим итә лә инде.
Шул уҡ ваҡытта амигуруми кеше һәм хайуандың йөҙҙәре мотлаҡ һөйкөмлө булырға тейеш.
Хайуандарҙы һәм әйберҙәрҙе кешегә оҡшатыу — япон мәҙәниәте традицияларының береһе. Шуға күрә амигурумиҙарға исем биреү ҙә ғәжәп түгел.
Амигуруми бәйләү өсөн иң ҡулайлыһы – «Ирис» ептәре. Әгәр һеҙ уртаса ҙурлыҡтағы уйынсыҡты бәйләргә ниәтләһәгеҙ, арзан акрил епкә туҡтағыҙ.
Күпселек оҫталар амигуруми бәйләү өсөн ырғаҡ ҡуллана, сөнки уйынсыҡты спираль буйынса бәйләргә кәрәк. Ырғаҡтың номерын ептең ҡалынлығына ҡарап һайларға кәрәк. Иң нәҙек еп өсөн 1,5-се һәм 2-се инструменттар яраҡлы.
Әгәр кейем һәм уйынсыҡтар өсөн декор бәйләргә ниәтләһәгеҙ, һеҙгә энәләр кәрәк булыуы ихтимал. Бынан тыш, мотлаҡ ҡалын еп ҡырҡырлыҡ ҡайсы һәм ҡолаҡлы энәгеҙ булһын.
Дөйөм алғанда, амигуруми бәйләүҙе ҡатмарлы тип атап булмай. Әммә барыһы ла һайланған уйынсыҡтың дизайнына һәм айырым бәйләргә тура килгән деталдәрҙең һанына бәйле.
Эш өсөн схемаһын ҡулланырға кәңәш ителә. Күпселек осраҡта улар ярайһы уҡ ябай һәм уңайлы, тимәк, уларҙы хатта яңы бәйләргә ултырған кеше лә уҡый ала!
Эсенә тултырыу өсөн синтепон, синтейөн йәки холлофайбер ҡулланыу яҡшыраҡ. Бындай тултырғыс һығылмалы еңел һәм гипоаллерген була. Ҙур деталдәрҙе ваҡ пластик шарҙар менән дә тултырырға мөмкин.
Күҙҙәрен ҡара төҫтәге мунсаҡтарҙан йәки төймәләрҙән эшләргә була. Ә мыйыҡ өсөн ҡаты ҡармаҡ ебе йәки төҫлө сым бик яҡшы була. Сәстәрен иһә ептән яһағыҙ. Ғөмүмән, амигуруми биҙәүҙең варианттары күп.
Декорҙы йәбештереүсе пистолет ярҙамында нығытырға кәңәш ителә.
Ҡатмарлы уйынсыҡтар бәйләү өсөн тәжрибә кәрәк, шуға күрә башта иң ябай амигурумиҙарҙан башлау яҡшыраҡ.
Мөмкин тиклем тығыҙ бәйләргә тырышығыҙ, сөнки бушаҡ бәйләһәгеҙ, артыҡ ҙур тишектәр амигурумиҙың тышҡы ҡиәфәтен боҙа.
Бәйләү схемаһын теүәл үтәгеҙ, сөнки бер генә хата эшләнгән хәлдә лә уйынсыҡты киренән һүтеп башларға тура киләсәк!
Сәлимә Ҡаранаева.