"Баҡсама төшөп кенә ҡарағыҙ. Һиңә, һиңә һәм һиңә "икмәк шүрлеген" күрһәтермен!" Вәт!
Ике йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ ошо шәп егетте ҡаршыларға тип, "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре бәпәй табыу йортона коллегабыҙ Миләүшә һәм Рөстәм Баййегетовтарҙың шатлығын уртаҡлашырға барған инек. СөбхәнАллаһ! "Бәпәй" тигәнебеҙ хәҙер йүгереп йөрөй. Күҙ теймәһен!
"Икмәк шүрлеге"н дә шаяртып ҡына яҙҙыҡ.
Айбулат әлеге мәлдә шаян, шул уҡ ваҡытта бик етди егет. Киләсәктә атай-әсәһенә, ҡусты-һеңлеләренә ныҡлы терәк, таяныс, бик аҡыллы, яҡшы кеше булып үҫер, тигән изге теләктәрҙә ҡалабыҙ!
СөбхәнАллаһ! МашаАллаһ! тип ҡарағыҙ, күҙегеҙ тейеп ҡуймаһын бәпәйебеҙгә!