Илдар Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың “Рәсәй йәштәре. Гранттар” проекты сиктәрендә “Тарих тауышы: Бөйөк Ватан һуғышы тураһында уҡыусы проекты” темаһын яҡтыртыуға грант алған. Команда роликтар төшөрөү буйынса эште быйыл ғинуарҙа башлаған, май айында тамамланырға тейеш.
Беренсе 5 минутлыҡ фильм Бөйөк Ватан һуғышы башланыу ваҡиғаһына арналған. Ҡыҫҡа ғына роликта күп кенә мәғлүмәт бирелә. Дикторҙың тауышы ла килешле.
Беҙҙең поста – 8-се фильм, ул Курск алышын яҡтырта. Фильм Өфө мәғариф идаралығының телеграм-каналына ҡуйылған.