+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Еңеүгә - 80 йыл
27 Март , 09:53

Ветеранда ҡунаҡта

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылайбыҙ. Уға ярашлы районда төрлө саралар уҙа. Ошо көндәрҙә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Николаевна Атмасова һәм тәрбиәсеһе Розалия Рафаэль ҡыҙы Заһитова 4-се синыф уҡыусылары менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәғитов Шәриф Һаҙый улында ҡунаҡта булды.

Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта

Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылайбыҙ. Уға ярашлы районда төрлө саралар уҙа. Ошо көндәрҙә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана  Атмасова һәм тәрбиәсеһе Розалия Заһитова 4-се синыф уҡыусылары менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәғитов Шәриф Һаҙый улында ҡунаҡта булды.


Ветеран менән осрашыу онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Шәриф Һаҙый улы һуғыш йылдарында күргән ауырлыҡтар, үҫмер сағы, Енеү көнө тураһында һөйләне. Балаларға изге теләктәрен еткерҙе. Балалар сал сәсле ветеранға һорауҙар бирҙе, уның тормошондағы армияға, һуғышҡа бәйле ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынды. Йөҙ йәшендә булһа ла, хәтере лә, зиһене лә бик һәйбәт уның. Ветерандың күкрәк тулы миҙалдары уҡыусыларҙа ғорурлыҡ хисен уятты. Күңелдәрен ветеранға тәрән хөрмәт, йылы тойғолар биләне.


Уҡыусылар менән Шәриф ағайҙы 100 йәшлек юбилейы һәм тыуасаҡ Еңеү байрамы менән ҡотланыҡ:
“Хөрмәтле Мөсәғитов Шәриф Һаҙый улы! Һеҙҙе ихлас күңелдән 100 йәшлек юбилейығыҙ һәм яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең тормош юлы – киләсәк быуын өсөн яҡты үрнәк! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, муллыҡ, бәрәкәт, тыныс тормош теләйбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, көндәребеҙ имен, тыныс булһын!”


Уҡыусылар ветеранға шиғыр, йыр бүләк итте. Үҙ ҡулдары менән эшләгән асылма менән күстәнәс тапшырҙылар. Иҫтәлеккә бергәләп фотоға төштөләр.


Розалия ЗАҺИТОВА.

Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: