Латипов Фидан ағай менән осрашыу ҙа эҙһеҙ үтмәне. Ул инде өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ине. Ул беҙгә һалдаттарҙың дуҫлығы тураһында, бер ғаилә кеүек йәшәүҙәре, бер-береһе өсөн тауҙай ныҡ тороуҙары хаҡында ғорурланып һөйләне. Ә уйлаһаң, иҫ киткес матур тойғо, изге сифат бит ул – туғанлыҡ хисе. Бөгөн алмаңды, һыныҡ икмәгеңде бүлешәһең, иртәгә – йөрәгеңде. Ысын дуҫтар һуңынан туғанға әйләнә.
Һәр һалдаттың хыял-маҡсаттарының яҡты, матур булыуы һөйөндөрҙө. Һәр беребеҙ ихлас күңелдән ошо матур ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләнек.
Фидан ағай әсәһе биргән доғаларҙы һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтөүе тураһында әйткәндә уның күҙҙәре йәшләнде, тауышы ҡалтыранып китте... Был тылсымлы көс һәр кемде фәрештәләй һаҡлап йөрөтә. Ирекһеҙҙән, беҙҙең дә күңелдәребеҙ тулды, күҙҙәребеҙгә йәш эркелде.
Әсәй! Улдарын махсус хәрби операциянан көткән әсәйҙәр түҙемлек, сабырлыҡ өлгөһө шул. Кис ятһа ла, иртән торһа ла уларҙа бары бер теләк йәшәй — балалары иҫән-һау йөрөһөн, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын.
Яу ҡырында көтөлмәгән осрашыуҙар, шатлыҡлы миҙгелдәр ҙә булып ҡуя икән. Бер урамда уйнап үҫкән малайҙар — Динар менән Венер ағай уйламаған ерҙә, алғы һыҙыҡҡа инергә йыйынғанда осраша. Тиҙ генә фотоға төшөп, әсәйҙәренә ебәрәләр. Әсәйҙәре генә түгел, бөтә ауыл шатланды был хәлгә.
Махсус хәрби операция барған мәлдә ил халҡы бер йоҙроҡ булып төйнәлде. Һәр кеше ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Өлкәндәр һалдаттарҙың һорауы буйынса кәрәк-яраҡ әҙерләһә, беҙ, мәктәп уҡыусылары, төрлө акцияларҙа ҡатнашып, окоп шәмдәре эшләп, һалдаттарға хаттар яҙабыҙ. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ.
Луганск Халыҡ Республикаһы менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек башланғас, төҙөүселәребеҙ, юлсыларыбыҙ, мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре ҙур теләк менән уларға ярҙам ҡулы һуҙа. Улар араһында беҙҙең ауылдаштарыбыҙ “ПСК” йәмғиәтенең башҡарма директоры Георгий Нечаев менән комплектация бүлеге етәксеһе Ильяс Гәрәевтың булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Улар иң беренселәрҙән булып Красный Луч ҡалаһындағы 22-се мәктәпте реконструкциялау эшен башҡарып, 1 сентябргә ҡулланыуға тапшырҙы. Бөгөн дә улар ошо эштәрен дауам итә.
Тыуған ерҙәренә ҡайтҡан ваҡытта ауыл халҡы улар артынан гуманитар ярҙам ебәрә, ә ағайҙар иһә ҡурҡыныс юлдарҙан ауылдаштар хеҙмәт иткән ерҙәргә барып, тыуған яҡ сәләмдәрен, яҡындарының өй йылыһын һаҡлаған күстәнәстәрҙе һалдаттарға тапшырып, һөйөндөрөп ҡайта.
Яҙмамды һалдатҡа яҙған хатымдың өҙөгө менән тамамлайым:
"Хәйерле көн, хөрмәтле һалдаттар!
Минең Һеҙгә ҙур рәхмәт белдергем килә. Беҙ беләбеҙ, һеҙгә хәҙер бик ауыр, әммә, иң мөһиме – ҡулдарығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Һеҙҙе ғаиләгеҙ генә түгел, бөтөн Рәсәй көтә.
Тыуған илдең тыныслығын һаҡлағыҙ һәм өйҙәрегеҙгә иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ!"
Әлиә Раянова,
Илеш районы Бишҡурай мәктәбе уҡыусыһы.