-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Апрель , 13:52

"Тамсылар" һәләттәрҙе аса

Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында   башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Тамсылар» VIII ҡала фестивале булды. Ул Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү йылына арналды.

"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса

Ярышта Өфөнөң төрлө мәктәптәренән килгән һәләтле уҡыусылар ҡатнашты. Уларҙың сығыштарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйет Билалов етәкселегендәге жюри баһаланы.

Беренсе тур видеояҙмаларҙы ҡарауҙан тора. Иллеләгән дәғүәсе араһынан 33 номер һайлап алына.

17 апрелдә үткән икенсе турҙа ҡатнашыусылар үҙ һайлауы буйынса “Бер кем дә онотолмай, бер нәмә лә онотолмай” һәм “Башҡорт халыҡ йыры” номинацияларында сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар шулай уҡ  йәш буйынса төркөмдәргә бүлеп тә баһаланды:  7–11, 12–14, 15–18 йәшлектәр. Триолар – айырым, педагогтар айырым төркөмдө тәшкил итте.

Фестиваль талантлы балаларҙың күп булыуын раҫланы.

Гран-приҙы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының 5-се синыф уҡыусыһы ЛАТИПОВ Самир (етәксеһе С.Р.Хисаметдинова) яуланы.   Ул “Ҡурай бәйете”н оҫта башҡарҙы.

101-се мәктәптән 7-се синыф уҡыусыһы Илмурзина Релина (“Шәл бәйләнем”), 10-сы белем биреү үҙәгенән 6-сы синыф уҡыусыһы Тттян Екатерина (“Торналар”), 102-се башҡорт гимназияһының 11-се синыф уҡыусыһы Шәмсетдинова Ынйы  (“Һыу буйлап”),123-сө лицейҙың 2-се синыф уҡыусыһы Исмәғилева Амелия (“Мәңгелеккә”), 136-сы башҡорт лицейының 4-се синыф уҡыусыһы Аллабирҙина Әминә (“Оҙатып вокзалдар ҡаршында”), шул уҡ лицейҙың 4-се синыф уҡыусыһы Кейекҡужин Ильяс (“Соҡан батыр”), 102-се башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусыһы Мәзитова Сара (“Айҙарғынайым”) жюриҙың бик юғары баһаһына лайыҡ булды.

Шулай уҡ 102-се башҡорт гимназияһының 6-сы синыф уҡыусыһы Ибәтуллина Аиша , 20-се башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы Ҡолтаев Арслан, ошо уҡ лицейҙың 2-се синыф уҡыусыһы Ишбирҙина Сафия, 94-се лицейҙың 1-се синыф уҡыусыһы Юлдашева Камила, 113-сө мәктәптең 4-се синыф уҡыусыһы Әхмәҙиева Диана һәм башҡалар һәммәһе лайыҡлы сығыш яһаны.

Триолар араһында 158-се башҡорт гимназияһының 1–2-се синыф уҡыусылары  Мортаев Шамил, Килмөхәмәтов Арслан, Муллағәлиев Искәндәрҙән торған төркөм беренселекте яуланы.

"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
"Тамсылар" һәләттәрҙе аса
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас