-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель , 10:43

Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә

Бөрйән районының Байназар ауылы моделле китапханаһында  Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған "Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә" тигән сара булды.  Уны 25 апрель көнө Байназар ауыл биләмәһе ауылдарында йәшәүселәр ҡатнашлығында  Байназар ауылы мәҙәниәт йорто директоры яугир интернационалист Сәғит Алтынбаев, моделле китапхана хеҙмәткәре Сәлиә Ишбулатова, шәп проекттың етәксеһе Гөлсиә Буранбаева ойоштороп үткәрҙе.  

Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә

"Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!" тигән сара  шиғыр һөйләүселәр, һүрәт һәм "Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ!" ижади эҙләнеү эштәре этаптарын үҙ эсенә алғайны. Сарала Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдарынан килгән утыҙҙан ашыу конкурсант ҡатнашты.
Йәш төркөмдәре буйынса конкурсанттарҙың сығышына Байназар һәм Яуымбай мәктәптәренең  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Нурзилә Исмәғилева, Сәйҙә Сәйәхова һәм Байназар ауыл мәҙәниәт йорто белгесе Нажия Ишҡыуатовалар ғәҙел баһа бирҙе. Утыҙлап кеше һынау тотто. Сараны тәрбиәселәр Рәмзиә Үтәбаева һәм Зүлиә Маликова етәкселегендә Байназар ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сағыу концерт номерҙары менән биҙәне.


Эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен Байназар мәктәбе уҡытыусылары Нәсимә Салауатова һәм Әсмә Шәриповалар баһаланы. Иҙел Ҡарағолов "Йәш эҙләнеүсе" номицияһы  еңеүсеһе булды, Әмир Мөхәмәтйәнов,  Динир Иманғолов  – 2-се урынды, Камила Исламғолова 3-сө урынды алды. Әлимә Мостафина абсолют еңеүсе булды.
Еңеү көнөнә арналған һүрәттәргә  рәссам, ветеран уҡытыусы Ильяс Муллағолов баһа ҡуйҙы:

1-се урында – Байназар мәктәбенән Исламғолова Фирүзә,
2-е урында –  Тләүсин Илгиз һәм  Хөбөтдинова Нәргизә,
3-сө урында –  Мөхәмәтйәнова Амалия, Ҡарағолова Эльвина  һәм Мораҙым ауылынан Мөхәмәтйәнова Диана.


3–7 йәшлектәр араһында: 

Байназар ауылынан Ралина Һатыбалова, Илсур Рәхимов, Яуымбайҙан Асия Шәрипова юғары баһалар алды.

7-9 йәшлектәр араһында:

Яуымбай ауылынан  5-се синыф уҡыусыһы Шәрипов Ислам 1-се урынға,
Байназарҙан Юлиә Шакирова 2- се урынға, Ислам Әхмәтов, Рамаҙан Мөхәмәтйәнов, Аделина Хәйбуллиналар 3- сө урынға сыҡты.

8-12 йәшлектәр араһында

1-се урында – Байназарҙан Диана Тләүсина,
2-се урында –  Мәһәҙей мәктәбенән Ынйы Шаһимәрҙәнова, Гүзәлиә Ишемова, Мораҙымдан Арина Моратшина.
3-сө урында – Мәһәҙейҙән  3 -сө синыф уҡыусыһы Аяз Шаһимәрҙәнов,  Яуымбайҙан Ильяс Шәрипов, Ҡурғашлынан Рәиф Сирбаев.

13- 16 йәшлектәр араһында:

Ҡурғашлынан Байназар мәктәбе уҡыусыһы   Прокопчик Анастасия "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһе булды.

17- 35 йәшлектәр араһынан Яуымбай мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Лилиә Шәрипова Гран-приға лайыҡ булды.

Ә инде шиғыр һөйләүселәрҙән 35 йәштән өлкәндәр араһынан Гран-при  Байназар ауылынан мәғариф ветераны Фәнүзә Ишбаеваға,
2-се урын – Мораҙымдан хеҙмәт ветераны Рәйлә Тимерғәлинаға,  Яуымбай мәҙәниәт йортоноң клуб белгесе Илүзә Маликоваға,  3-сө урын Байназарҙан сәхнә ветераны Әлфирә Муллағоловаға, Ҡурғашлы ауылынан Байназар мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе  Альбина Уразаеваға, Яуымбайҙан шиғыр яратыусы әсә Гәүһәр Ишбаеваға насип булды. Мәһәҙейҙән хаҡлы ялдағылар  Сәмиға Ирбулатова "Шиғри күңел", Гәүһәр Ҡужиәхмәтова "Илһөйәрлек" номинацияһы еңеүселәре булды.

Сығыш яһаусыларҙың был конкурста әүҙем ҡатнашыуы, тырышлыҡтары, ижадҡа ҙур ынтылыштары булыуы маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Барлыҡ ҡатнашыусылар Байназар  моделле китапханаһының Маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарына, ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булды.
Яуымбайҙан Лилиә һәм Ирғәле Шәриповтар ғаиләһенең районда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем булыуы был конкурста ла асыҡ күренде: әсәләре Лилиә Шәрипова ҡыҙҙары Асия, улдары Ислам, Ильяс менән ҙур сәхнәгә сығып, конкурстың уртаһында ҡайнауҙары үҙе ҙур өлгө! Был шәп Шәриповтар ғаиләһенең әүҙем тормош позицияһын билдәләп, баһалама ағзаһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы исеменән аҡсалата бүләк тапшырҙы. Ҡотлау шиғыры  менән сығыш яһаған район, республика  шиғриәт һөйөүселәр конкурстары лауреаты Нажия Ишҡыуатованың Бөйөк Еңеү көнөн данлаған  шиғыры көслө алҡыштарға күмелде. Ул үҙенең шәхсән бүләк тортын конкурсты матур сығыштары менән йәмләгән  Байназар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тапшырҙы.
Сараны алып барыусы Гөлсиә Фаил ҡыҙы конкурсанттарҙы әҙерләп алып килгән  етәкселәргә – Мәһәҙейҙән Зинира  Хәсәноваға, Зәлиә Ғарифуллинаға, Әлфиә Ишемоваға, Фәйләрә Ғайсинаға, Мораҙымдан Гөлмира Ғәлинаға, Фәриә Малаҡаеваға, Яуымбайҙан Разия Кинйәкәеваға, Хәлиҙә Назароваға, Лилиә Шәриповаға, Байназарҙан Рәмзиә Үтәбаеваға, Нурзилә Исмәғиловаға, Лилиә Науразбаеваға, Эльза Ҡарағоловаға, Айһылыу Мөхәмәтйәноваға, Азамат Баязитовҡа,  Ҡурғашлынан Альбина Уразаеваға, шулай уҡ баһалама ағзаларына, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Бөрйән район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Илфат Барый улы Исламовҡа һәм "Шүлгәнташ" музей комплексы етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм был сарала ҙур теләк менән  ҡатнашыусыларҙың күплегенә ҡыуаныуын белдерҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә сарала ҡатнашҡан олоһо-кесеһе, дәһшәтле һуғыш осорон иҫкә алып, Рәйлә Шәрәфетдин ҡыҙы Маликова бешергән телде йоторлоҡ   "Һалдат бутҡаһы"нан ауыҙ итте.
Зауыҡлы итеп эшләнгән, Бөйөк Еңеү көнөнә, махсус хәрби операцияға  арналған фотозоналар, стендтар янында һәр кем иҫтәлеккә фотоға төштө.
Илһөйәрлек сараһын ойоштороуға күп көс һалған ялҡынлы китапханасы, проекттың авторы Гөлсиә Буранбаеваға, Байназар ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе, яугир - интернационалист  Сәғит Алтынбаевҡа һәм моделле китапхана хеҙмәткәре Сәлиә Ишбулатоваға сараны юғары кимәлдә  ойошторғандары өсөн ҡыуанып,  барыһы ла рәхмәттәр әйтеп, бай тәьҫораттар менән,  ойоштороусыларҙың  артабанғы  эштәрендә уңыштар теләп таралышты.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.

Бөрйән районы.

#Аманат_Еңеү80  #Победа80

Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө  йәшәй йөрәктәрҙә
Еңеү көнө йәшәй йөрәктәрҙә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас