

Илем халҡы Ватан өсөн,
Оло яуға күтәрелгән.
Һәр береһе ҡанын түккән,
Кемдәрелер ғүмерен биргән.
Кемдер ситтә ятып ҡалған,
Кемдер тере өйгә ҡайтҡан.
Халыҡ дошман планын боҙҙо,
Тарихтың ағышын борҙо.
Һәр береһе ҡылды батырлыҡ,
Һәр береһе – һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Еңеүселәрҙе данлайыҡ,
Еңеү хаҡын онотмайыҡ.
Иршат МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
Баймаҡ районы Темәс мәктәбе уҡыусыһы.
*
Һүрәт: Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Тәминдәров Илмирҙың эше.