+24 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
30 Апрель 2025, 09:28

Районымдың данлы улы (инша)

Һəр яҙ беҙгə Еңеү байрамын алып килə. Беҙ Еңеүҙең ниндəй ауырлыҡтар менəн яуланғанын белəбеҙ. Һəр ғаилəнең үҙ ҡаһарманы, үҙ ветераны бар. Беҙҙең дə шундай ҡаһарманыбыҙ бар. Ул – минең əсəйемдең олатаһы (минең  ҡарт олатайым)  Ғибəҙуллин Абзалулла Ғәлиулла улы.

Районымдың данлы улы (инша)Районымдың данлы улы (инша)
Районымдың данлы улы (инша)

Ғибəҙуллин Абзалулла Ғәлиулла улы (1919–1994) Туймазы районы

Төмəнəк ауылында бик тырыш крəҫтиəн ғаилəһендə тыуа. Əсəһе,

Миңнейыһан Абдулла ҡыҙы, бик изгелекле, кешелекле була. Атаһы бик ҡəтғи, əммə ғəҙел кеше була. Олатайым мəктəптə яҡшы уҡый, латин алфавитын белə. Мəктəптə ете йыл уҡып, 1935 йылда колхозда эшлəй башлай һəм быраулаусылар курсына уҡырға инə.

1940 йылдың ноябрь айында Ғибəҙуллин Абзалулла Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хеҙмəтен Ростов өлкəһенең Морозовка станцияһында башлай. Полк мəктəбен тамамлап, Кавказ аръяғы хəрби округы составындағы 438-се полкта хеҙмəт итə. 1941 йылдың 7 майында олатайымды һәм башҡа һалдаттарҙы Украиналағы хəрби часҡа, ә унан, эшелондарға тейəп, көнбайышҡа ебəрəлəр. Юл буйында эшелон бомбежкаға элəгə. Олатайым һəм уның хеҙмəттəштəре шунда ғына һуғыш башлағанын белəлəр. Яугирҙар командирҙары менəн ҡамауҙа ҡала. Нисек тә ҡамауҙы өҙәләр һәм Кардымова ауылына барып инəлəр. Уларға үҙебеҙҙең частарҙы эҙлəп табырға кəрəк була. Көндөҙ йөрөп булмай, сөнки фашистарҙың самолеттары бомбаға тота.

Төндəрен бара торғас, һалдаттар Издешково ауылы  тирәһендәге сиркəүҙə урынлашҡан вонкоматҡа барып етəлəр. Унан уларҙы Көнбайыш фронттың 18-се дивизияһы 24-се гвардия саперҙар батальонына ебəрəлəр.

1941 йылдың июль айында олатайымдың һəм уның хəрби

иптəштəренең ауыр хəрби тормошо башлана. Иң ауыры тәүге  айҙарҙа булла – дошман етеҙ һөжүм итə, ə беҙҙең ғəскəрҙəргə сигенергə тура килə.

Саперҙар күперҙəрҙе шартлата, юлдарға миналар ҡуя, дошман

техникаһын юҡ итə. Ҙур юғалтыуҙар кисерһəлəр ҙə, фашистар Мəскəүгә атлыға. Беҙҙ ғәскәрҙәр, бөтə көсөн һалып, дошманды Мəскəүгə индермҫкə тырыша, контрһөжүмгə бара.

Шулай итеп, дошман Мəскəү ҡалаһы янынан алып ырғытыла. Совет ғəскəрҙəре ун бер мең тораҡ пунктты азат итə. Бында минең олатайымдың да өлөшө бар.

1942  йылдың йəйге бер иртəһендə  дүрт яугирға, утыҙ биш километр йыраҡлыҡтағы дошман тылына инеп, уның штабын шартлатырға ҡушалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙар был приказды үтəй алмай, сөнки дүртеһе лə яралана.

1943 йылдың 21 июлендə олатайымды Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менəн бүлəклəйҙəр. Гвардия ефрейторы Ғибəҙуллин Абзалулла, танкылар кисеүен барлап, туҡһан танк минаһын зарарһыҙландыра. Немецтарға ҡаршы һуғышта  күрһəткəн батырлыҡтары өсөн олатайым хөкүмəт наградаһына лайыҡ була.

Олатайым, Березина йылғаһын кисеүҙә ҡатнашып, Белоруссияға

барып етə. Литваға етеп, Неман йылғаһы аша сыҡҡас, олатайымды һəм тағы ос саперҙы ҡаршы ярҙы разведкаларға ебəрəлəр. Улар унда бик кəрəкле мəғлүмəт алып ҡайта.

1944 йылда Ғибəҙуллин Абзалулла Кенигсберг ҡалаһын алыуҙа

ҡатнаша. Саперҙар танкыларға юлдарҙы таҙарта. Олатайыма махсус задание бирелə: Кенигсберг ҡалаһынан йыраҡ булмаған бер күперҙе табып, миналарҙан таҙартырға ҡушалар. Ул, зыярат, артабан һаҙлыҡ аша сығып, күперҙе таҙарта. Зыярат ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, ə янындағы урман тимер сетка менəн уратылған булған. Ҡайтырға сыҡҡас, сетка аша һикереп төшөп өлгөрмәй. Дошман уны күреп ут аса. Ул зыяраттағы таш өйҙə ҡасып ҡала. Был өйҙə немецтар үҙҙəренең үлгəн һалдат мəйеттəрен йыйған булған. Олатайым дошман мəйеттəре араһында оҙаҡ ҡына ултыра һəм, төн еткəс, иплəп кенə сығып ҡайтып китə.

Кенигсберг ҡалаһының урамдарында ҡаты һуғыштар бара. Ə Мəскəүҙə Левитан, Кенигбергты беҙҙекелəр алды, тип һөйлəй. Иртəн дошман ғəскəрҙəре, аҡ байраҡтарын алып, ҡаланы ҡалдырып китəлəр.

Ғибəҙуллин Абзалулла Шнайдемюле (хəҙер Пила ҡалаһы) һуғышында ҡатнаша. Был ҡаланы алыу менəн саперҙар ҡаланың урамдарын миналарҙан таҙарта башлай. Бына ошонда олатайымдың хəрби юлы тамамлана, сөнки  9  май көндө улар һуғыш бөткәнен ишетə.

Һалдаттар Еңеүгə бик ныҡ шатлана. Һуғышта иҫəн ҡалғандары өсөн

яҙмыштарына рəхмəт əйтəлəр. Олатайым əсəһенең һүҙҙəрен иҫенə төшөрə: "Улым, һин бик бəхетле булырға тейеш, сөнки һин күлмəкле булып тыуҙың (родился в рубашке)".

Ғибəҙуллин Абзалулланы штабҡа саҡыралар ҙа: "Əҙерлəн, һин Мəскəүгə Еңеү парадына бараһың", – тип əйтəлəр.

1945 йылдың 4 июнендə Еңеү парадында ҡатнашҡан яугирҙар поезд менəн Германиянан Мəскəүгə юллана. Мəскəүҙə яугирҙарҙы оркестр һəм сəскəлəр менəн ҡаршы алалар. Бөтəһенə лə парадный форма бирəлəр һəм төндəрен Мəскəү урамдарында күнекмəлəр үткəрəлəр. Яугирҙар, ныҡ арыһалар ҙа, бирешмəйҙəр, сөнки Еңеү шатлығы бөтəһенə лə ҙур көс бирə.

1945 йылдың 24 июнендə Белоруссия фронты составында олатайым Еңеү парадында ҡатнаша. Был турала ул гел ғорурланып һөйлəй. Айырыуса  көслө  ғорурлыҡ хисен ул еңелгəн немец армияһының байраҡтарын мавзолей итəгенə ташлағанда кисерə.

Олатайым илебеҙҙең Юғары Башкомандующийы И.В. Сталинды,

Советтар Союзы Маршалы Г.К. Жуковты һəм Советтар Союзы Маршалы К.К.Рокоссовскийҙы күргəн.

Ғибəҙуллин Абзалулла өйгə герой булып ҡайта. Уның

гимнастеркаһында дəүлəт наградалары балҡый.

Олатайым үҙенең ғүмерен тыуған ауылына бағышлай. Пенсияға сыҡҡансы "Беренсе Май" колхозында етəксе вазифаларҙа була. Эшен бик тырышып, намыҫ менəн башҡара. Шуға

күрə уны Почет грамоталары һәм Рəхмəт хаттары менəн йыш бүлəклəйҙəр. Хаҡлы ялға сыҡҡанда "Хеҙмəт ветераны" миҙалы ала.

Өлəсəйем менəн бик матур йəшəп, ике ҡыҙ үҫтерəлəр.

Минең ҡəҙерле олатайым 1994 йылдың 19  ғинуарында вафат була.

Беҙ, уның балалары, ейәндәре, бүлəлəре, ветераныбыҙ менəн

ғорурланабыҙ.

Ғибəҙуллин Абзалулла Гəлиулла улы – Еңеү парадында ҡатнашҡан

ветеран. Ул беҙҙең үлемһеҙ полктың беренсе рəтендə һəм беҙҙең йөрəктəрҙə мəңге йəшəр.

Рəхмəт, һиңə, олатайым, Еңеү өсөн! Беҙ һинең хəрби батырлыҡтарыңа лайыҡлы булып үҫербеҙ!

 

САБИРЙӘНОВ Әмир, 9 йәш.

Туймазы ҡалаһы Алексей Лысенков исемендәге 3-сө урта мәктәп.

(Уҡытыусыһы Рәзифә Зәбир ҡыҙы Юлдашева).

#Аманат_конкурстар  #Аманат_Еңеү80  #Победа80

Районымдың данлы улы (инша)
Районымдың данлы улы (инша)
Районымдың данлы улы (инша)
Районымдың данлы улы (инша)
Районымдың данлы улы (инша)
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас