+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Май , 23:29

Ҡаһарман олатайыбыҙ

Олатайыбыҙ Иҙрисов Фәйзулла Уйылдан улы 1898 йылда  Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. 1942 йылда, башҡалар кеүек үк, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ленинград фронтында 45-се гвардия уҡсы дивизияһы 131-се гвардия уҡсы полкында хеҙмәт итә, яугирҙарға боеприпастар ташый һәм яралыларҙы тылға сығара. Олатайыбыҙ 1943 йылда Ленинград блокадаһын өҙгән “Искра” операцияһында,  Красный Бор операцияһында, Мгаға һөжүмдә ҡатнаша.

Ҡаһарман олатайыбыҙ
Ҡаһарман олатайыбыҙ

Дивизия 1944 йылдың көҙөнән 1945 йылдың майына тиклем дошман ғәскәрҙәренең Курляндия төркөмөн ҡамауға алыуҙа һәм  юҡ итеүҙә һуғыша.
1944 йылда «Ғинуар күкрәүе», Выборг, Таллин операцияларында
ҡатнаша.
Һуғышта Фәйзулла олатайыбыҙ өс тапҡыр яралана: 1942 йылдың июнендә, 1943 йылдың апрелендә, 1944 йылдың авгусында.
«Батырлыҡ өсөн», ике «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары менән наградлана.
Олатайыбыҙҙың хәрби юлы Курляндияла тамамлана.

Һуғыш бөткәс, тыуған ауылына ҡайта, колхозда бригадир булып эшләй. 1958 йылда вафат була, сөнки күкрәгендәге ярсыҡ оҙаҡ йәшәргә мөмкинлек бирмәй.

Беҙ батыр олатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

НУРҒӘЛИН Иҙел, 5 йәш,

Баймаҡ районы Темәс ауылы мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө.

Фото: Иҙел олатаһының порреты менән.

#Аманат_конкурстар #Аманат_Еңеү80 #Победа80

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: