Миңә уның эҫе ҡосағында оҙаҡ йәшәргә тура килмәне. Үкенескә ҡаршы, миңә ун бер йәш тулғанда гүр эйәһе булды. Ләкин мин уны һаман онота алмайым, уның ирҙәргә хас булған батырлығына һоҡланам, сөнки өләсәйем һуғыш ветераны ине.
Ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар араһынан һуғышта ҡатнашҡандарҙың береһе ине ул. ШӘРӘФЕТДИНОВА Фәрхиямал Шәрәфетдин ҡыҙы 1918 йылдың 15 мартында Салауат районы Илтәй ауылында тыуған. Атаһы Саҙрыев Шәрәфетдин Саҙрый улы граждандар һуғышында һәләк булғас, улар әсәһе Бибиямал, ағаһы Бәҙретдин менән Әлкәгә күсеп килә. Әлкәлә дүрт синыфты уҡығас, 1934-1935 йылдарҙа Яхъя мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Зирәк ҡыҙға уҡыу еңел бирелһә лә, артабан уҡырға мөмкинлеге булмай. Барыһына ла шул
етемлек сәбәпсе була. Ун бер йәштән өләсәйем әсәһе менән ураҡҡа йөрөй, бесән саба, көлтә бәйләй, утауға йөрөй.
Өләсәйемә Йонос ауылынан Сиражев Сәйетғәли исемле егет бер күреүҙән ғашиҡ була. Эшкә уңған, һылыу ҡыҙға ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел шул. Ҡыҙҙың ризалығын ала алмағас, сая егет уны урлап алып китә. Ләкин һөйөклө ҡатын булып, рәхәтләнеп йәшәргә яҙмай өләсәйемә. Ун ай ғына бәхетле йәшәп ҡала улар олатайым менән. Олатайымды 1938 йылда Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә алалар. Ҡарынындағы бына-бына яҡты донъяға тыуасаҡ сабыйы менән оҙатып ҡала ҡатын Сәйетғәлеһен.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Өләсәйемә ул ҡәһәрле йылда бер-бер артлы ҡайғылар кисерергә тура килә. Улы Радмил ҡаты сирләп үлеп китә. Иренән: “Һуғыш башланғас, ҡасан ҡайтырым билдәһеҙ”, – тигән хәбәр ала. Колхоздағы бөтә ирҙәр эше ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. “Ә шулай ҙа бер кем уфтанманы, зарланманы. Серек бәрәңге ашап, көс хәл менән ҡыш сыҡтыҡ. Яҙ көнө яланда бер үлән ҡалманы: кесерткән, балтырған, алабута ашаныҡ”, – тип һөйләй өләсәйем.
Өләсәйемде 1942 йылда хәрби комитетҡа саҡырталар. “Ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Сиражева Мәрғүбә менән икебеҙҙе, повестка көтөгөҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. 7 майҙың таңында Малаяҙға барып отправка алдыҡ. Ә инде 8 майҙа Мәрғүбә менән икебеҙҙе бөтә ауыл илап, тау башына ҡәҙәр оҙатып барҙы. Пар аттар егеп, флагтар тағып, изге теләктәр теләп хушлаштылар. Салауат районынан егерме биш комсомолка тауар поезының берҙән-бер йәшел вагонына тейәлешеп киттек.
Өфөнән дүрт меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ алтмыш ике вагонға тейәлеп ун дүрт тәүлек тигәндә Сталинград ҡалаһына барып еттек. Ҡалаға килеп ингәс, уның күркәмлегенә таң ҡалып торҙоҡ. Бөтә өйҙәр ҙә тип-тигеҙ булып теҙелеп киткән, ап- аҡ итеп буялған. Матур ҡойма менән уратып алынған йорт алдарында емеш ағастары үҫә. Юлдар – ялтырап ятҡан асфальт. Әммә ара-тирә емерелгән йорттар, туп шартлауынан убылған ерҙәр был урындан һуғыш үткәнлеге тураһында һөйләй. Артабан беҙҙе пулемет, ракета частарына таратып сыҡтылар. Беҙ Мәрғүбә менән 748-се артиллерия полкының 4-се дивизионы 11-се батареяһына эләктек. Хәрби кейем таратып бирҙеләр, һәм беҙ присяга ҡабул иттек. Төрлө приборҙар ярҙамында фашист самолеттарының алыҫлығын, тиҙлеген, ниндәй бейеклектә, ҡайһы йүнәлештә осоуын асыҡларға хәбәр итеү булды эшебеҙ. Ниндәй бойороҡ булһа, шуны үтәйбеҙ. Тревогалар, бомбаға тотоуҙар башланды…”.
19 ноябрҙә Волга аръяғына сигенергә тигән бойороҡ килә. Алғы һыҙыҡта разведчик, телефонист ҡыҙ һәм ашнаҡсы ғына ҡала. Уларҙы шул көндө өләсәйем һуңғы тапҡыр күрә, башҡаса осрашырға яҙмай. Волганы аша сыҡҡанына үҙе лә ышанмай өләсәйем. “Ҡулда, исмаһам, ҡорал да юҡ, ялан аша оҙаҡ барырға тура килде. Бомба шартлап, минаға баҫып, бик күп иптәштәр һәләк булды. Төн етһә, шинелгә
уранып, ҡырау төшкән ергә ятып йоҡлайбыҙ. Урманға килеп еткәс, землянкалар ҡаҙыныҡ”.
1943 йылға тиклем өләсәйемдәр урман эсендә урынлашҡан заводта снаряд яһай. Йыл ярым бында эшләгәндән һуң, 2-се айырым зенит девизионына тоҫҡаусы итеп тәғәйенләйҙәр. Тәгәрмәсле орудиены үҙҙәре һөйрәп йөрөтәләр.
Өләсәйем Сталинградтан башлап, Белоруссия, Польша, Германия буйлап, оҙон хәрби юл үтә. Туғыҙ тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнә. “Полкта иҫ китмәле тәртип булды, – тип хәтерләй ул, – арабыҙҙа йәштәр ҙә, өлкәнерәктәр ҙә бар. Берәү ҙә бәйһеҙләнеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Һалдаттарыбыҙҙың батырлығынан тыш, армиялағы ҡаты тәртип, юғары рух илебеҙгә яуыз дошманды еңергә ярҙам иткәндер ҙә инде. Өҫкә тупраҡ сәселгән минуттарҙа үҙеңде ер менән бер бөтөн итеп тояһың, уға тағы ла нығыраҡ һыйынаһың. Минут һайын донъя менән бәхилләшәһең. Бомба шартлауҙарынан ҡолаҡтар тона. Шартлауҙар тынһа, баш бар, аяҡтар бар микән, тигән уй мейене ярып үтә, аяҡ-ҡулдар имен икәнен аңлағас, ҡыуанышып, бер-беребеҙ менән ҡосаҡлашабыҙ.”
Германияла Еңеү көнөн ҡаршылағандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә ҡайтарырға, тигән бойороҡ алына. “1945 йылдың 16 июнендә гимн уйнап, хөрмәтләп, бүләктәр биреп оҙаттылар беҙҙе”.
Утлы яу юлдарын үтеп ҡайтҡан батыр йөрәкле өләсәйем тыныс тормошта ла үҙен һынатмай. Колхозда һыйыр һауа, быҙау ҡарай, мәктәптә иҙән
йыуа, төнгө тәрбиәсе булып оҙаҡ йылдар интернатта эшләй.
1945 йылдың декабрендә олатайым ҡайта. Ул, милитаристик Японияға ҡаршы алыштарҙа ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәтә. Өләсәйем бар ғүмерен ҡыҙын һәм улын үҫтереүгә, ейәнсәрҙәрен , бүләсәләрен ҡарашыуға, уларҙы уҡытып, кеше итеүгә арнай. Ул ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе, ауылыбыҙҙың аҡ инәйе булды, дин тотто.
Бабайыбыҙ, олатайымдың бер туғаны, разведчик, СИРАЖЕВ Мөхәмәтхан Арыҫлан улын да ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Ул ерҙә тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк өсөн яу ҡырында ғәзиз башын һалған.
Өләсәйемдең бер туған ағаһы ШӘРӘФЕТДИНОВ Бәҙретдин 1915 йылда
Илтәй ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Салауат исемендәге колхозда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәтә. 1942 йылда ҡаты яраланып, ауылға ҡайта һәм колхозда тимерсе булып эшләй. “Германияны еңгән өсөн” тигән миҙал менән бүләкләнә.
Аяуһыҙ һынауҙарҙа ла һынмаған яугир өләсәйемә, тыныс тормош өсөн һуғышҡан олатайҙарыма мәңгелек дан һәм хөрмәт!
ҒАЙНАНОВА Айлина,
Салауат районы Әлкә ауылының Ф.Х. Мөжәүиров исемендәге мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы.
Һүрәттәрҙә: ШӘРӘФЕТДИНОВА Фәрхиямал Шәрәфетдин ҡыҙы.