Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы 1923 йылдың ғинуар айында Йәрмәкәй районының Иҫке Шах ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә мал-тыуар тотоп, балыҡҡа йөрөп көн күргәндәр. Ә балалары ололарға ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫкән. Мансур мәктәптә уҡығанда уҡ колхозға эшкә йөрөгән. Мәктәптә ете синыфты тамамлау менән колхозда эшләй башлаған, сөнки ғаиләлә күп бала тәрбиәләнгән, йәшәргә аҡса етмәгән. Ҡарт олатайым бәләкәй сағынан ауға йөрөгән, уның бөтә серҙәрен белгән.
Һуғыш башланған. Ул ваҡытта Мансур Ғабдулғәни улына ун һигеҙ йәш булған. Ул, үҙе теләп, һуғышҡа киткән. Ғәниев Мансур авиацияла хеҙмәтләндереүсе персонал булып хеҙмәт иткән. Һул аяғы яраланған. Ауыр яраланғандан һуң, госпиталдә ике ай дауаланған һәм фронтта хеҙмәтен дауам иткән.
Ул һуғыштың аҙағына хәтлем снайпер булған. Снайпер бер атыуҙа маҡсатына өлгәшергә тейеш булған. Снайперҙың маҡсаты – дошманды юҡ итеү. Совет снайперҙары бөтә фронттарҙа ла әүҙем эшләгән.
Һунарсылыҡ кәсебе ҡарт олатайыма һуғыш ваҡытында ла файҙа килтергән. Һалдаттар һәм офицерҙар ас була. Мансурға һунарға йөрөргә рөхсәт иткәндәр. Ул мышыға һунар иткән. Шулай итеп, снайперҙарҙы аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарған. Кенигсбергты алыу һуғыш барышында хәл иткес этап булған.
Һуғышта үлем ғәҙәти нәмәгә әйләнгән. Күптәр һәләк булған, күптәр имгәнгән, зәғифләнгән. Минең ҡарт олатайыма бәхет йылмайған: ул тере ҡалған.
Ҡарт олатайым, Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы, "Кенигсбергты алған өсөн" миҙалы һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Һуғыштың аҙағын Кенигсбергта, хәҙергә Калининград ҡалаһында ҡаршылаған. Һуғыштан һуң колхозда эшләгән. Ҡарт өләсәйем Хөсәйенова Әминә менән дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтергәндәр.
Һуғыштан һуң ҡарт олатайымдың яраланған һул аяғы ныҡ һыҙлаған. Өфө ҡалаһында операция яһағандар, әммә ярсыҡтарын тулыһынса алып бөтә алмағандар.
Тимер ярсыҡ – яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә.
Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе
Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.
Шуға күрә әрней ул яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа...
(Мостай Кәрим).
Ғәниев Мансурҙың һөнәрҙәре күп булған: фермала төрлө эш башҡарыусы, балта оҫтаһы, төҙөүсе, һунарсы, балыҡсы. Мансур урманға-яландарға эттәр эйәртеп сығыр булған, шуға өс-дүрт эт тотҡан.
Туғандарының хәтирәләре буйынса, ул һәр ваҡыт изге күңелле, тыйнаҡ, яҡшы кеше булған.
Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы – тыуған иленең патриоты. Ул әкрен генә йәшәп, ерҙә үҙенең эҙен ҡалдырған. Ғәниев Мансур Ғабдулғәни улы 1993 йылда вафат булған.
Мин ҡарт олатайымдың беҙҙе фашист илбаҫарҙарынан яҡлап ҡалыуын онотмайым. Беҙ тыныс һәм бәхетле йәшәһен өсөн, ул үҙенең ғүмерен йәлләмәгән. Шуның өсөн беҙ лайыҡлы йәшәргә тейеш. Һуғышта ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға мең-мең РӘХМӘТ!
ВӘЛИЕВА Динә,
Туймазы районы Серафим мәктәбе уҡыусыһы.
Фотоларҙа: ҡарт олатайым Ғәниев М.Ғ.; ҡарт олатайымдың наградалары.