Шишмә ярында үҫкән ялбыр ҡайын уйға сумған. Мүк баҫҡан арҡыс-торҡос тамырҙары төбөндә ус аяһылай ғына инеше бар. Ошо бәләкәй генә “утрау”ҙан гөл яратҡан көләс Гөлзәйнәп шишмәһе урғылып сыға ла түбәнгә саба. Хәлимә, сылтыр шишмәнең мәңге тынмаҫ моңона сорналып, йомро айҙай йөҙөн, ауыҙ-моронон сайҙы. Ҡояш апай уға, күҙен ҡыҫып, дәү ағастар аша үтә ҡарай.
Атаһы ағас мискәгә һыу тултырғансы, ҡыҙы төҫлө шыма таштарҙы сүпләй. Ҡыҙҙар менән “Батша ташы” уйыны уйнарҙар. Атаһы, ниңәлер, сылтырҙы Урал тауының күҙ йәшенә оҡшаған, тисе... Урал тауы, ысынлап та, илаҡмы?! Һы... күҙ йәше ниндәй төҫтә икән? Ямғыр тамсыһы, ирегән ҡар бөртөгө кеүек түгел тип аптыраттысы...
Ҡыҙыҡ, йәнәшәлә уға иптәш Гөлбикә шишмәһе лә аға, әммә уның һыуы үтә ныҡ һалҡын, теште ҡамаштыра, тип, Гөлзәйнәп шишмәһенең һыуын яратып эсәләр. Ярында, ваҡ сәскәләре уҡмашып, ҡыҙыл “һабын” сәскәләре күренә.
Әсәһе самауырына шишмә һыуын ҡойоп, торбаһына ҡуҙ төшөргәйне, уныһы, оҙон тәбәрәккә төшөп, һыжлай, үҙ көйөн көйләй ҙә башланы.
Туғандары, ауыҙҙарына һыу уртлағанмы ни, береһе бер нәмә өндәшмәй, шым ғына һәр кем үҙ эше менән була. Өлтөк башлы тауыҡ ҡына, йомортҡа һалғанын белдереп, бар донъяға яр һала. Уның ыңғайына ҡуҡрыҡ әтәс туҡтауһыҙ ҡысҡыра. Самауыр боҫо борҡолдап ҡайнай, тик сәй эскәндә генә була торған йәнлелек һиҙелмәй. Ата-әсәһенә ни булған? Күҙҙәрен аҫҡа төшөрөп, Хәлимәне күҙгә лә элмәйҙәр... Былай ваҡытта бер урындыҡ булып, ҡырын ятып, сәй шөрпөлдәткән шаян атаҡайына ни булған? Себендәр генә, ялтыр ҡанаттарын йәйеп, безелдәшеп, тынлыҡты боҙа. Ҡап-ҡара ҡанатлы бөртөк күгәүен кемде тешләргә белмәй, уныһы-быныһы янына осоп килеп, ыҙалатып ҡаңғырта.
— Әремле булһа ла, биш тоҡ он әҙерләнем. Байтаҡҡа етәр.
— Ур-ра! Биш тоҡ! Ҡайһылай күп! — Хәлимә, бармаҡтарын бөгөп һанап, йыбырлап, урындыҡтан ер иҙәнгә төштө. Тамағы туҡ булһа, уға шул еткән. Әсәһе, был хәбәрҙе ишеттеме-юҡмы, яҙып ябынған яулығы осо менән күҙҙәрен һөрткөләне.
Хәлимә, ғәҙәттәгесә, урамға сапты. Ҡыҙҙар ҡайҙа? Яңыраҡ ҡына, геү килеп, Ҡарағайморон түбәһенән Тимәшәү битләүенә тиклем сабауылланылар. Әһә, Ғәйзә менән Миңһылыу йылға ярында сәп-сәп килә түгелме?
Ҡаран һыуының эсе тулы баҡа ла көшөл. Эңерҙә баҡалары — баҡ-баҡ, көшөлдәре, көш-көш тип, үҙ телендә аралаша. Ситендә батҡаҡ булһа ла, һыуы йылымыс, рәхәт! Балалар бер-береһенә һыу сәсрәтеп сабыша. Яры буйындағы балсыҡты иҙеп, ҡалыпҡа һалып, мейес сығарыр өсөн, кирбес киптерәләр.
— Хәлимә, әсәйҙәр ҡайҙа китте ул?
Арба артынан бала-саға, ағайҙар, хатта һаҡалы түшенә тиклем һалынып төшкән Шәйхи олатай, Ислам ағаһы ла эйәргән.
— Әйҙә, арттарынан киттек.
Ҡашҡа, һәлмәк атлап, Таҙғаҡ юлына төштө. Әсәһенә ни булған, яулығының осо менән күҙҙәрен һөртә лә: “Алты баламды ҡайһылайтырмын, алты баламды...” – ти ҙә һулҡылдай.
— Һы, әсәйҙәр ҙә илай икән...
Динислам ағай, тауышынан сырамытып, ҡыҙын алдына алды. Үҙе кеүек зәңгәр күҙле матурының сәстәренән һыйпап, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Ҡуһаил тауының түбәһенә менделәр. Динислам ағай ҡыҙын ергә баҫтырҙы ла һәр кем менән ҡосаҡлашасы... Хәлимәне лә, бейеккә күтәреп, күккә сөйҙө.
— Хуш, ҡыҙым! Әсәйеңде тыңла. Ағайҙарыңды ла, — тине лә, Ислам ағаһын күкрәгенә ҡыҫып:
— Хуш, улым! Минең урынға һин ҡалдың, бирешмә. Туғандарыңды ҡара, — тиеүенә, әсәһе атаһына сат йәбеште. Әсәләренә ҡуша балалары ла, һөрән һалып, урман яңғыратып, илаулап, зыҡ ҡупты. Хәлимәнең атаһы еңе менән күҙҙәрен һөрттө лә, аңғармаҫтан туғандарын ситкә этәреп, арбаға ултырып, дилбегәне тартты. Текә үргә һәлпәнләп менгән Ҡашҡа, саң борҡотоп, ен баҫтырғандай, түбәнгә осто.
Ҡәһәрле һуғыш яланына ҡәҙерлеләрен оҙатып, аталарын мәңгелеккә юғалтыу шулай башланды.
Тимәшәү, Ҡанифа юлы, Низам ҡаяһы, Суҡтал яланы, Ҡарағай күле... Хәлимәне бар иткән дә, юҡ иткән дә ошо ер аймағы. Атаһының арбаһына тейәлеп, бәхетле алты бала, ошо аймаҡтың бесәнен бөртөк һәүкәш Аҡанайға, өс ҡара һарыҡҡа сабып өйҙө, ҡышҡылыҡҡа утынын хәстәрләне, һутлы емеш-еләген тирҙе. Урман-тау, йылға буйҙарынан күңелле тауыштар тынмаҫ ине.
Бөгөн... Һаҡмар буйында сөм ҡара күҙле муйыл бешкән. Берәү ҙә емешен тирмәй. Әсәһе Ҡашҡаны егә лә, туғандарын тейәп, әллә ҡайҙа китә. Улар ҡалдырған бер телем арыш икмәге Хәлимәгә көн оҙонона етергә тейеш. Ул аслыҡты тиңдәштәре менән уйнап еңергә өйрәнде. Ҡыҙҙар көн дә “Батша ташы” уйнай. Ялҡһалар, ауылдың бер осонан икенсе яғына сабауыллайҙар. Кәртә буйында “бесәй икмәге” эҙләйҙәр? Әһә, бына. Өйҙә үҫкән яран гөлөнә оҡшаған ошо үҫемлек “икмәк” бешергән. Түңәрәк “табикмәк”. Хәлимә бер нисә бөртөгөн ауыҙына ҡаба ла тағы уйынға әүрәй.
Малайҙар, һаҙға төшөп, ҡош йомортҡаларын сүпләй. Ҡайһы берҙә Хәлимәгә лә өлөш сығаралар. Йә һайыҫҡан, йә ҡарғаның сыбар йомортҡалары... Осон тишәләр ҙә эсендәге шыйыҡсаһын һуралар.
“Күгәрсендекенә теймәгеҙ, гонаһ”, — тип, ололар, ураған һайын туҡылдап, иҫкәртеп кенә тора. Йәнәһе, ул – изге ҡош. Уны рәнйетһәң, һуғыш туҡтамаҫ. Әле Хәлимә күгәрсендәрҙән күҙен алмай. Ҡарҡылдамайҙар, шыҡырламайҙар, һаҙ-урманда асырғанып ҡысҡырмайҙар. Бейектә, бер урында, оҙаҡ ваҡыт матур күкһел ҡанаттарын елпелдәтеп, өҫкә-аҫҡа төшәләр, бейейҙәрме, үҙҙәренә генә хас һөнәрҙәрен күрһәтәләрме?
Ел ҡапҡа асылды. Ислам ағаһы менән әсәһе тупһаға сүгәләне. Әсәһе кеҫәһенән бер ҡағыҙ киҫәге сығарҙы ла:
— Атайың юҡ! Үлгән! Алты баламды ҡайһылайтып аҫырайым! — тип илап ебәрҙе.
— Атай! Атай! Ҡайҙа атайым! Нишләп һаман килмәй?! — Хәлимә әсәһенең итәген тартҡысланы.
— Атайҙан похоронка килгән. Атай ҡайтмай. Ростов ҡалаһында... — тине Ислам ағаһы.
— Ниңә ул һаман да ҡайтмай?
Әсәһе, башын ҡалҡытып, ҡыҙына берҙе ҡараны ла лап итеп аяҡ аҫтына ҡоланы. Хәлимәгә яуап биреүсе булманы.
— Нишләп беҙгә атай он апҡайтмай? — Өндәшмәгәстәр, урамға сапты. Һаҡалы түшенә төшкән Шәйхи бабай ҡулын болғай түгелме?
— Иртәгә таң менән әсәйең миңә килеп сыҡһын әле, йәме.
— Һарыҡ һуяһыңмы? – тип төбәште Хәлимә.
— Ҡайҙан беләһең, ә?
— Фазулла олатай һарыҡтың ҡанын беҙгә бирә. Үлмәҫлек, ярар инде, ти, әсәйем.
— Эй, балаҡай, күрһәтте һеҙгә Ярман күрмәгәнде...
Хәлимә, йоҡоһонан уянып, тышҡа сыҡҡанда, әсәһе ойошҡан ҡанды сөгөндә болғай-болғай бешерә ине. Ас эсәгенән дә өлөш сығарғандар. Рәхмәт олатайға.
Шәйхи бабай Хәлимәнең тиңдәше Сараның олатаһы була. Уны, ҡара үгеҙенә ултыртып, баҙарға йөрөтә. Бөгөн уларҙы күрмәне. Моғайын, салырын этмәле арбаһына һалып, олатаһы менән һарынаға киткәндер. Бәлки, йығылған ҡайын итен һыҙыраларҙыр... Эх, шәрбәтле була ҡайын ите... Хәҙер улар сөгөндәге боламыҡты бүлешеп ашар. Ә иртәгәлеккә...
Атаһы ишеккә һарыҡ тиреһен ҡаҡҡайны. Ел-һыуыҡ инмәҫ тип. Ағаһы шуны ҡуптарып алды. Балта менән тирене таҫмалап ҡырҡты. Әсәһе сөгөндә бер таҫманан һурпа ҡайната. Их, ҡасан ғына Сара ҡулын болғар икән? Олатаһы һандығынан бөртөк шаҡмаҡ шәкәрен арттырыр, сәй эсерер ине.
1943 йыл. Йәй. Шыптыр-шыптыр... Хәлимә башын ҡалҡытты. Әсәһе икән.
— Балалар йорто асылды тип ишеттем. Һине шунда алып барам. Йәһәт кенә Зәкиә менән Ғәйзәгә йүгер! Алып бармаһам, астан үлеп бөтәһегеҙ!
Әсәһе арыҡ ҡына ҡулдары менән ҡыҙҙарҙы берәм-һәрәм арбаға тейәне лә “дитдом” тигән ергә алып китте. Арба өҫтөнә ҡуйылған күреп эсендә сайҡалып бара торғас, шарлап аҡҡан киң йылғаның еүеш һауаһы танауға бәрелде. Әсәһе ҡыҙҙарҙы күтәреп ергә төшөрҙө. Үҙе, итеген сисеп, аяҡтарын сайҙы, сәстәрен һыу менән һыпырҙы. “Бит-ҡулы йыумайынса йылға аша сығырға ярамай, — тип иҫкәртте. — Дитдомға етергә күп ҡалманы. Унда ҡола етемдәрҙе генә алалар. Ишетһен ҡолағығыҙ! Һеҙ — ҡола етем! Атайығыҙ ҙа, әсәйегеҙ ҙә юҡ! “Әсәй!” тип әйтеп кенә ҡара!” – тип, Хәлимәгә тексәйҙе. “Ярар” тигәнде белдереп, ҡыҙҙар башын ҡаҡты.
Ала ҡайын араһында өйҙәрҙең транса баштары төҫмөрләнде. Оҙон булып теҙелгән тәпәш йорттар. Ҡусҡарҙағы детдом тигәндәре шулдыр. Атын шул яҡҡа борҙолар. Ят апай күҙгә салынды. Әсәләре ҡыҙҙарҙы күтәреп ергә төшөрҙө лә, дилбегәһен ысҡындырып алып, атын баҡса текмәһенә бәйләне.
Ғәйзә менән Зәкиә теге апайға эйәреп китте. “Әсәй, ә мин...” – тип шыбырлағас, Ғәйниямал апай уны тиҙ генә семтей һалды. “Мин һиңә ниндәй әсәй булайым! Балалар йортонда йәшәй тороғоҙ, аҙаҡ килеп алырмын”, — тип, еңелсә арҡаһынан һыйпаны. Хәлимә ҡыҙҙар артынан сапты.
Ооо... Бында балалар ҡайһылай күп! Туҡтауһыҙ йүгерәләр. Өлкәндәре, бәләкәстәре... Ул, баҫҡан урынында ағастай ҡатып, яттарҙы күҙәтте. Һары етен сәсле, зәңгәр күҙле апай бүлмәләргә инеп сыға, ниҙер әйтә. “Әһә, беҙгә яңы ҡыҙыҡай килгән. Әйҙә!” – тип, баштан аяҡ күҙ йөрөткәс, бер бүлмәгә әйҙәне. Янына ауылдаш ҡыҙҙар сабып килде.
Тимергә һуҡҡан тауыш яңғыраны. Әле генә эркелеп торған бала-саға күҙ алдында юҡҡа сыҡты. Хәлимә улар артынан атланы. Уларҙы алып килгән Ҡашҡа ла әллә ҡайҙа? Бер аҙ шыңшып тора бирҙе лә балалар артынан сапты. Һап-һары ғына ризыҡты һай тимер тәрилкәгә һалғандар. Тары бутҡаһы тинеләр. Ҡыҙ беренсе тапҡыр туя ашаны. Уны ауыр йоҡо баҫты.
...Тәбиғәттең үҙ ҡануны. Һары көҙөнән һуң ҡаты һыуығы ла тыуырға ғына тора. Ауылдаш Фәхриғәлләм ағайҙың ҡулынан балта-бысҡы төшмәй. Балалар уның ярғанын шаҡмаҡлап өйә. Мәрғиә апай, тирләп-бешеп, кер йыуыуҙан бушамай.
— Аааа!!!
— Ни булды?
Баҡһаң, дөрләп янған мейескә һыйынған Шәүрәнең итәгенә ут тоҡанған... Ул урамға сығып йүгерҙе. Ә уты, елгә дөрләп, тағы көсәйеп янып, күлдәге юҡҡа сыҡты. Ҡыҙ хәле бөтөп, ҡарға тәгәрәне. Алып ҡайтып, күрше бүлмәгә һалдылар. Табип та юҡ. Хәлимә уны башҡаса күрмәне.
Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйы һәр төрлө емешкә бай. Баланды тәлгәшләп йорт ҡыйығына элгәндәр. Әсе булһа ла, сөгөндә быҡтырһалар, ана тора, тәмлелеге... Картуф – өҫтәл батшаһы. Боҫрап бешкән бер күнәк ҡабығы әрселмәгән картуфтан бөртөгө лә ҡалмай.
1944 йылдың яҙы. Көлтә нурҙарын мул һирпеп, Ҡояш апай бала-сағаны урамға саҡыра.
— Хәлимә!
— Ур-ра, Ислам ағайым! — Ҡыҙ ағаһы ҡосағына атылды. Тәмле еҫ борҡой! М-м-м... Ағаһы ҡарындашын етәкләп ситкә алып китте. Кеҫәһенән төйөнсөк сығарып тотторҙо. Унда... Йомроҡас ҡарағас һағыҙы! Ииии... Хәлимә бөртөгөн ауыҙына ҡапты. Ҡарағайморон ҡарағасыныҡылыр.
Ҡыҙҙар, һағыҙға ымһынып, уларға яҡыныраҡ килде. Ағаһы үҙенән күҙен алмаған Әснә апайға ла өлөш сығарҙы. “Беҙгә юҡмы ни?” — тип сәрелдәште башҡалар. Күстәнәсте “серек йомортҡа” ғына тәмләһенме?! Танау тирәләрен ваҡ һипкел баҫҡан Әснә апайға ошондай ҡушамат йәбешкән. “Апатаңды Ҡояш апай үпәс иткәс...” – тине лә, башын өҫкә күтәреп, ул ары китте. Етмәһә, Хәлимәнең ағаһына күҙ ҡыҫты.
“Үәт, хәҙер ағайың “Серек йомортҡа”ны ярата инде”, — тип пырхылданы берәүһе. “Оялмайһығыҙмы!? Ағайым “Серек йомортҡа”ны яратмай”, — тигәйне, уға ҡушылып, бүтәндәре лә ҡытҡылдашты. Ахырҙа, Хәлимә ағаһының артынан сапты.
Иртәгәһенә тағы бер ҡыуаныс кисерҙе Хәлимә. Ауылдаш Фәхриғәлләм ағай, уҡытыусы Борисова апай менән кәңәшләшеп, Ислам ағайҙы үҙенә ярҙамсы итеп алып ҡалды. Улар ярған утынды балалар шаҡмаҡлап өйөп киптерә.
Бер көндө Әснә апай Хәлимәне аулаҡҡа саҡырҙы. Нимәнелер усына йомдорҙо. Усын яҙып ҡараһа... Ҡулъяулыҡ. Ҡыҙыл еп менән сейә тәлгәше сигелгән, сите ҡайылған. “Ур-ра, Әснә апай миңә еңгәйем була!” – тип, барыһына ла ишеттергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
1945 йыл. Яҙ иртә килде. Йылдағыса Ҡусҡар балалар йорто Беренсе май байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Тәүҙә көйгә генә баҫырға, тыпырлатырға, ҡулдарҙы күбәләк ҡанатылай елпелдәтергә, бармаҡтарҙы сиртергә өйрәттеләр. Тигеҙ буйлы биш ҡыҙҙы һайлап алдылар. Ислам ағаһы “Әпипә”не гармунда һыҙҙыра.
Иртә лә кил, кис тә кил,
Тәҙрәмде сиртә кил.
Сиртеүеңдән танырмын да
Ҡаршы сығып алырмын...
Көткән байрам таңы атты. Сәхнәнең ҡорғанын тартып ҡараһа... буш урын юҡ! Йәшел күлдәктәрен кейеп, инә ҡаҙҙың бәпкәләреме ни, тигеҙ баҫып, Хәлимә төркөмө бейергә сыҡты. Залдағылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Унан көрән, зәңгәр күлдәклеләр...
Өлкәндәр “Ахмаҡ Гитлер!” тигән сценарий өйрәнгән. Ууууй! Өҫтәл артында сәсен кирегә тараған дошман залдағыларға һөҙөп ҡарай. Хәлимә ҡурҡынысынан эскәмйә аҫтына боҫто.
Гөлләмә тотҡан егет килеп инде лә уның ҡаршыһына баҫты. “Хайл Гитлер!” — тип, ҡулын алға һондо. “Ислам — һатлыҡ йән!” — тип, ҡурҡыныс тауыш менән кемдер ҡысҡырҙы. Залдағылар аяғүрә баҫты. Хәлимәнең йөрәге туланы. Ағаһы гөлләмәһен яуызға һондо. Ҡот осҡос ғифрит иҙәнгә ауҙы. Ислам ағаһы, залға ҡарап, ҡулын сикәһенә терәп: “ Гитлер капут!” – тип, бер аяғын икенсеһенә һуҡты. Ур-ра! Ағаһы сәскәләр араһына гранатаны йәшергән булған! Шул кәрәк яуызға!
Бәләкәс малай, йоҙроҡтарын йомарлап:
— Сыҡҡас, яуызды дөмбәҫләйем! — тине, Хәлимәгә ҡарап.
— Һитлер юҡ, ағайым шартлатты! — тине Хәлимә.
Оҙаҡламай, ысынлап та, ҡанэскес яуыз дөмөктө. Балалар йортондағы етмешләгән баланың яҙмышында уйылып ҡалған тарихи көн – ата-олаталары, ағайҙарының ҡаны менән яҙылған Еңеү көнө тыуҙы! Еңеү көнө! Әснә апай биргән ҡыҙыл әләмгә Ислам ағай тотҡаһын ҡуя һалды ла балалар йортоноң иң башына ҡаҙап төштө. Әйҙә, елберлә, Еңеү әләме!
Бер нисә көндән текмә буйында Ҡашҡа күренде. Әсәһе! Ғәйниямал апай, ҡыҙы ҡосағына ташланыр тип уйлап, ҡулдарын һоноп, ҡаршыһына атланы.
— Һин минең әсәйем түгел! – тип, барыһын да аптыратып, Хәлимә Ғәлимә апайға сат йәбеште.
— Улай ярамай, һуғыш бөттө, — тинеләр Нәғимә, Һөйәрбикә, Сәкинә, Мәрғиә апайҙар, арҡаһынан тупылдатып һөйөп. Балалар йорто Хәлимәне Ярлығап ауылына тиклем оҙатып ҡалды.
...Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда 97 балалар йортонда 24 000 етем бала тәрбиәләнә.
Ҡусҡар балалар йорто ғына етмеш баланы һыйындырған. Янында мунсаһы, кер йыуа торған айырым тупаҡ өйө, йәшелсә һаҡлағыс – ҡар баҙы ла була. Ошо йорт, етемдәрҙе һуғыш афәте бөткәнсе үҙ ҡосағына алып, етемдәрҙе үлемдән йолоп алып ҡалған.
Зөһрә Бәшәрова.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.