+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май , 17:28

Хәтерҙә йәшәйәсәк!

Мусин Ғәбдрәхим Ғәйзулла улы Ишембай районының Уртаайыры ауылында 1916 йылдың  13 июлендә тыуа. Һуғышҡа тиклем "Большевик" промартелендә хисапсы, бригадир булып эшләй. 1941 йылдың июль айында һуғышҡа алына. Декабрь аҙағына тиклем Алкинда атлы ғәскәргә әҙерлек үтә. Декабрь айында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡа керә.

Хәтерҙә йәшәйәсәк!
Хәтерҙә йәшәйәсәк!

Мусин бер нисә тапҡыр яра ала. 1943 йылдың көҙөндә ҡаты яралана. Алты ай госпиталдә ятҡандан һуң 1944 йылдың яҙында ауылға ҡайтарыла.
Ҡарт олатайға ике тапҡыр "Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшыралар.

Әлеге ваҡытта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар Ҡыҙыл байрағы реставрациянан һуң Өфөгә ҡайтты. 9 майҙан был байраҡ Миңлеғәле Шайморатов исемендәге музей залына даими экспозияға ҡуйыла, һәм уны теләгән һәр кем барып ҡарай аласаҡ.
Ҡарт олатайҙың улы – минең олатайым – Мусин Хәсән Ғәбдрәхим улы ғаиләлә иң олоһо ине. Ул мине бәләкәй ваҡыттан көслө, ҡыйыу булырға өйрәтте. Улар ғаиләлә бик татыу, ярҙамсыл һәм тырыш була, беҙҙе лә  шуға өйрәттеләр. Мин ҡарт олатайым һәм олатайым менән ғорурланам.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы – 1941 йылдың декабрендә И.В.Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә.
1942 йылда 2 июленән дивизия Брянск фронтында 3-сө армия составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямаған кешеләр алдында баш эйәбеҙ, улар тураһында йылы иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк!

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Илнур,

Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 9-сы "В" синыфы уҡыусыһы.

Фотоларҙа: Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы МУСИН Ғәбдрәхим Ғәйзулла улы; уның бүләһе ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Илнур (авторҙың шәхси архивынан).

#Аманат_конкурстар #Аманат_Еңеү80 #Победа80

Хәтерҙә йәшәйәсәк!
Хәтерҙә йәшәйәсәк!
Хәтерҙә йәшәйәсәк!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: