Ун ете йәшендә ул Уральск ҡалаһының хәрби-пехота училищеһына уҡырға инә. 1943 йылда бер туған ағаһы Хаммат менән бергә һуғышҡа алына.
Нисәмә тапҡыр олатайыбыҙға үлем ҡурҡынысы янаған, күп тапҡырҙар бомба һәм ут аҫтында тороп ҡалған. Ни тиклем ауыр булһа ла, совет һалдаттары, фашистарҙы ҡыуып, халыҡты оккупациянан ҡотҡарған.
Яу яландарында йөрөгәндә ҡарт олатайым тыныс тормош, туғандары янына тиҙерәк ҡайтыу тураһында хыялланған, әлбиттә. Шулай ҙа сабыр булған, түҙгән, һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын күтәргән.
Ҡарт олатайым «Батырлыҡ өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
1945 йылдың апрель айында ул Вена ҡалаһын азат иткәндә ҡаты яралана. Госпиталдә алты ай дауалана, әммә снаряд ярсығы ҡарт олатайымдың йөрәк аҫтында тороп ҡала һәм ул уны 52 йыл буйы тәнендә йөрөтә, ғүмер буйы һыҙлана.
Яуҙа яраланғас, уға беренсе медицина ярҙамын рус ҡыҙы Галя күрһәтә. Шуға ла ҡарт олатайым эстән генә: “Иҫән-һау ҡайтып, өйләнһәм, ҡыҙым тыуһа, шәфҡәт туташы исемен ҡушам”, – тип уйлай.
Һалдаттың хыялдары тормошҡа аша. Өләсәйем тыуа. Баланың атаһы шунда уҡ: «Минең ҡыҙымдың исеме Ғәлиә була», – тип әйтә. Үҙен ҡотҡарған медсестраға ярҙамы өсөн ғүмер буйы рәхмәттәр уҡый.
Ҡарт олатайым колхозда механизатор, умартасы булып эшләй. 1997 йылдың 21 апрелендә вафат була. Ҡарт өләсәйем менән 46 йыл бергә йәшәп, биш бала үҫтерәләр.
Мин ауыр һуғыш юлын үткән ҡыйыу ҡарт олатайым менән ғорурланам. Ҡаһармандарҙың батырлыҡтары беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәр!
Эльза ФӘЙЗРАХМАНОВА.