+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май , 11:01

ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған саралар бөгөн иртүк башланды.

ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ
ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, легендар комдив Минлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Тантанала РФ Дәүләт Думаһы, БР дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ветерандар ойошмалары һәм хәрби туғанлыҡтар вәкилдәре, МХО яугирҙары ҡатнашты.

***

Башҡортостан Башлығы артабан Еңеү паркында Еңеүҙең данлы датаһына арналған тантанала ҡатнашты, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Минлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле алдындағы Мәңгелек ут янына Дан веногын һалды.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырай. Бер минутлыҡ тынлыҡ.

Артабан Өфө фән һәм технологиялар университетының, Рәсәй МВД-һы Өфө Юридик  институтының курсанттары, Муса Гәрәев исемендәге Өфө мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре тантаналы маршта үтә.

Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, Дан Аллеяһында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Күсимовтың бюстарына, “Десантсылар быуындары берләшмәһе” һәйкәленә гөлләмәләр һалды.   

Республика етәксеһе ветерандар менән аралашты, байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

Артабан Радий Хәбиров Ғәзи Заһитовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Мишкә районында тыуып үҫкән Ғәзи Ҡазыхан  улы рейхстаг башына ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған еңеүселәрҙең береһе булып тарихҡа ингән. Штурмда күкрәгенә яра алһа ла, сержант үҙенә бирелгән бурысты намыҫлы башҡарып сыға. Был батырлығы өсөн ҡаһарман яугир Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Сығанаҡ: Башинформ.

#Аманат_Еңеү80 #Победа80

ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ
ҺӘЙКӘЛДӘРГӘ СӘСКӘЛӘР ҺАЛЫНДЫ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: