+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
10 Май , 10:45

Олатайыбыҙ мәңге хәтерҙә!

Минең олатайым Әбсәләмов Мәһәҙей Бикбай улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине.

Олатайыбыҙ мәңге хәтерҙә!
Олатайыбыҙ мәңге хәтерҙә!

 Ул 1944 йылда хеҙмәткә алынған. Олатайым Украина фронты составында Польшаның Краков, Катовице ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Еңеү көнөн Варшавала ҡаршы алған.
Тыуған ауылы Шығайға олатайым 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Бер йылдан кәләш ала. Ете балаға ғүмер бирәләр. Фатима өләсәй менән бәхетле оҙон ғүмер кисерәләр. Бөгөнгө көндә һуғыш ветеранының 20 ейән-ейәнсәре, 16 бүләсә һәм 20 бүләһе бар.
Быйыл олатайыма 100 йәш тулыр ине. Мин уны һаман да иҫләйем. 9 Май байрамы көнө миҙалдарын тағып, беҙҙең менән аралашып ултырыуы һаман да хәтерҙә. Ҙур байрамға әйләнә торғайны ул көн! Бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыйыла инек.
Мин олатайым менән ғорурланам, уға ҙур рәхмәтлемен! Ул һәр саҡ беҙҙең йөрәк түрендә, мәңге хәтерҙә!

Элина ӘБСӘЛӘМОВА,
Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: