Хәмзә олатайым 1918 йылда Байназар ауылында донъяға килә. Ауылда башланғыс белем алғас, колхозда тырышып эшләй башлай. 1938 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1940 йылда армиянан ҡайтып, "Партизан"колхозында эшен дауам итә. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Олатайымдың ҡулына ла повестка тотторалар.
Олатайым һуғышта бик күп батырлыҡтар күрһәтә. Партизандарҙың 1-се уҡсы дивизияһында отделение командиры булып хеҙмәт итергә лә тура килә. Авиация һөжүме ваҡытында яурынына бомба ярсыҡтары тейеп, ҡаты яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайым бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан ҡайтҡас, тыуған колхозында эшләүен дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫлы һәм тырыш була.
Өләсәйем менән донъя ҡороп, ете балаға ғүмер бүләк итәләр.
Мин олатайым менән бик ғорурланам. Тыныс тормош өсөн йәндәрен аямаған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!
ТЕЛӘҮСИНА Диана,
Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 5-се “А" синыфы уҡыусыһы.