Шуныһы аяныслы: ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайымдың ғаиләләрен һөргөнгә ебәрәләр. Али олатайым әсәһенең аяғынан итеген һалдырып алғанды гел илай-илай һөйләгән. Уларҙы бөтә балалары менән бергә поезға ултыртып, Урал аръяғына ебәргәндәр. Туғандарымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда казармала йәшәгәндәр һәм торфяниктарҙа эшләгәндәр. Ныҡ ауыр ваҡыттар булған – аслыҡ, яланғаслыҡ, түбәнселекле тормош шарттары. Күп йылдар үткәс, Али олатайым тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҙғанысға ҡаршы, тыуған йортон таба алмай. Ул ауылды урап сыға һәм бер ярлы ғына кейенгән, салбарҙары йыртылып бөткән бабайҙы осрата. Теге әҙәм уны таныу менән илай һәм теҙләнеп ғәфү үтенә. Олатайым кибеткә инеп, уға салбар һатып ала.
"Был кем?" – тип һорағандарға: "Минең палач", – тип яуап бирә. Был әсәһенең итеген һалдырып алып ҡалған кеше була.
Утыҙынсы йылдарҙың башында Дебердеевтарҙың һәм Бичуриндарҙың ғаиләләре Туймазы районына күсенеп ҡайта. Ә 1939 йылда Мәрйәм менән Али өйләнешә. Олатайымды 1940 йылдың 10 мартында армияға алалар. Ул 332-се артиллерия полкында тәьминәт буйынса рота старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғыш ҡырында күпте күрә олатайым. Тик йәш егеттең йәшәргә теләге бик көслө була. Яралана. Аяғына мәңге хәтирә булып, снаряд ярсығы кереп урынлаша. Шул тимер киҫәге менән ғүмер буйы йәшәй. Ул күп миҙалдар менән бүләкләнә. Фронтовик Али Бичурин өйөнә 1947 йылда ғына ҡайта. Ул Берлинғаса барып етә, Польшаны, Белоруссияны, Румынияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Али ҡарт олатайым һуғышҡа киткәс, Мәрйәм өләсәй өйҙә ҡала. Ә 1942 йылда уны ла фронтҡа алалар. Өләсәйем менән Туймазы районынан һуғышҡа егерме һигеҙ ҡыҙ китә. Уларҙы Чкалов ҡалаһындағы хәрби училищеға ебәрәләр. Ҡыҙҙар тиҙләтелгән зенитсы-пулеметсы курстарын үтә.
Шулай итеп, 1942 йылдың 12 майынан башлап Мәрйәм Дебердеева 76-сы инженер аэродром батальонында рядовой булып хеҙмәт итә. Унда гел ҡыҙҙар ғына була. Улар аэродромдарҙы һаҡлай. Мәрйәм Мөсим ҡыҙы зенитсы итеп тәғәйенләнә. Әллә нисәшәр көн ашамай-эсмәй, йоҡламай һуғышырға тура килә. Шинель кейеп, һалҡын землянкала серем итеп алыу ҙур шатлыҡ була. Нисек кенә ауыр булһа ла, һынатмайҙар. Улар бик күп дошман самолеттарын бәреп төшөрә. Мәскәүҙе ҡыйыу һаҡлайҙар.
Ҡарт өләсәйем үҙенең яуҙа булған саҡтары тураһында һөйләргә яратмай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын батырлыҡ тип һанамай. Һуғыш ваҡытында Мәрйәм Дебердеева бер мәртәбә лә йәрәхәтләнмәй. Яуҙағы батырлығы өсөн күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Мин ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйемдең батырлыҡтарын бер ҡасан да онотмайым. Мин уларға бәхетле бала сағым өсөн бик рәхмәтлемен.
БАЧУРИН Никита,
Туймазы районы Серафим мәктәбе уҡыусыһы.
Фотоларҙа:
Мәрйәм Мөсин ҡыҙы Дебердеева;
Али Ибраһим улы Бичурин;
Бичурин Али Ибрагим улы 332 се артиллерия полкының 178-се уҡсы дивизияһында;
Мәрйәм Мөсин ҡыҙы Дебердеева һуғышта;
Мәрйәм Мөсин ҡыҙы Дебердееваның наградалары.