-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
11 Май , 06:50

Беҙҙең ғаилә ветерандары

1941 йылдың 22 июнендә фашистик Германия советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлай. Бөтә Совет халҡы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуға күтәрелә. Шуға күрә ул Бөйөк Ватан һуғышы тип атала! Дүрт йыл, йәғни 1418 көн һәм төн дауам итә ул һуғыш.

Беҙҙең ғаилә ветерандары
Беҙҙең ғаилә ветерандары

Ватанды яҡлау өсөн Юлмө­хәмәтовтар ғаилә­һенән дүрт ағай-эне фронтҡа китә: минең олатайымдың олатаһы Хәкимйән (1-се һүрәттә) һәм уның ҡус­тылары Ырыҫйән, Сабирйән (2-се һүрәттә) һәм Хәйбулла (3-сө һүрәттә).
Хәким­йән олатайыбыҙ 1942 йылдың мартында фронтҡа китә. Шул уҡ йылдың көҙөндә уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Был хатты туғандар ҡатыны Сәрбиямал өләсәйҙән йәшереп ҡалдыра һәм ауылдаштарының береһе лә уға әйтергә баҙнат итмәй. Шулай итеп, ул 8 балаһын яң­ғыҙ үҫтерә. 1987 йылда Амангилде мәктәбе Новгород өлкәһе пионер-эҙләүселәренән хат ала, унда Амангилде ауылынан Хәким­йән Юлмөхәмәтовтың медальоны буйынса танылыуы һәм Захарьино ауылындағы туғандар ҡәберлеген­дә ерләнеүе хаҡында хәбәр ителә.
Шунда ғына өләсәйебеҙ иренең батырҙарса һәләк булыуын ишетә. Ә 1943 йылда уның өлкән улы Әхмийән дә (минең оло олатайым) шулай уҡ фронтҡа саҡырыла, ул осоу мәктәбе курсанты була.
Хәйбулла — ғаиләлә кинйә малай, үпкәһе ҡаты яраланып ҡайта, һуғыштан һуң уҡытыусы булып эшләй. 1946 йылда яраларының ауыр эҙемтәләренән вафат була.
Әсәйем яғынан оло олатайым Ғәбит Рәхмәтуллин (4-се һүрәттә) Сталинград алышында ҡатнаша. Ҡулына снаряд ярсығы тейеп, ҡаты яралана. Һөйәктәре селпәрәмә килеп, ҡулы һеңерҙә генә эленеп тора. Хәрби хирургтар уның ҡулын киҫергә тигән ҡарар сығара, ләкин Галина исемле хәрби врач коллегаларына ҡаршы сыға һәм, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, олатайҙың ҡулын киҫәктәрҙән йыйып, һаҡлап алып ҡала. Ярты йыл госпиталдә дауаланғандан һуң, ул тыуған ауылына ҡайтарыла. Уның оло улы Хатип Ғәбитов та (5-се һүрәттә) Япония менән һуғышта ҡатнаша.
Беҙ шулай уҡ һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа бөтә туғандарына ярҙам иткән ике туған Мөхәмәтғәли Хажин олатайыбыҙ тураһында ла яҡты хәтер һаҡлайбыҙ. Атайымдың ҡартатаһы Абдулхаҡ Сәйфетдинов та (6-сы һүрәттә) 1940 йылдан 1946 йылға тикле — Алыҫ Көнсығышта, сик буйы ғәскәрендә, ә уның ҡустыһы Ғариф 1956 йылға тиклем Венгрияла һәм Германияла хеҙмәт итә.
Һуғыштың ысын шаһиттарының күбеһе беҙҙең арала юҡ инде. Әммә һәр ғаиләлә документтар, шул йылдарҙағы фотолар һаҡлана. Беҙ был документтар һәм ғаиләнең оло быуын вәкилдәренең хәтирәләре аша ул утлы йылдар ваҡиғалары тураһында фекер йөрөтә алабыҙ.
Һәр һуғыш ветеранын хәтерләүсе, уларҙың, орден-миҙалдарын, хәрби билеттарын һаҡлап ҡалған кешеләр иҫән саҡта беҙ уларҙан яҡындарыбыҙҙың яҙмышы һәм тормош юлы тураһында белергә тейешбеҙ. Был беҙгә, тереләргә, кәрәк, сөнки улар арҡаһында беҙ ирекле илдә йәшәйбеҙ һәм бәхетле бала саҡ кисерәбеҙ. Беҙ немец фашистары менән ҡаты алыштарҙа азатлыҡты яҡлаған ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡларға бурыслыбыҙ.

Әлсинә КАМАЛОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: