Беҙҙең ғаиләбеҙгә лә һуғыш еле ҡағылмай ҡалмай. Бөгөн мин үҙемдең оло олатайым Хисмәтуллин Харрас Мифтахетдин улы тураһында һөйләргә теләйем.Олатайым 1905 йылда тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда балта оҫтаһы булып эшләгән.
1942 йылда 112-се Башҡорт атлы дивизияһына хеҙмәткә алына. Уға 37 йәш була. Тәү башлап Курск өлкәһенең Олым йылғаһы буйында һуғышҡа инәләр.
1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы Луганск, Ворошиловград йүнәлешендә дошман тылына тәрән рейд яһай. Ошо тиңдәшһеҙ алышта, фронт һыҙығы аша сыҡҡанда, дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк була. Олатайым, дуҫы Нурулла менән ошо алышта ҡаты яраланып, дошман ҡулына эләгәләр. Артабан концлагерь...
«Ҡырағай» дивизия һалдаттары, тип уларҙы соҡорға ташлайҙар. Шунда яралы һалдаттар бер-береһен йылытып, дауалап, бер ай тирәһе ята. Хатта икешәр ҡат булып ятып йоҡларға тура килә. Язалау, туҡмауҙар тураһында һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел...
1943 йылда Хисмәтуллин Харрас Мифтахетдин улы һәләк була. Ә өйҙә бит уны ҡатыны менән ике балаһы көтә ине...
Ватаныбыҙҙың азатлығын, яҡты киләсәген һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙға мәңгелек дан!
Беҙ, киләсәк быуын, баһадир яугирҙарҙы, уларҙың тиңдәшһеҙ батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ.
Ошо фотоһүрәтен ҙурайтып эшләткәс,мин уға ныҡ оҡшағанымды белдем. Класс етәксем Рәүфә Фәрит ҡыҙы, һин олатайыңа ике тамсы һыу кеүек оҡшағанһың, тине. Мин бик тә ғорурланам.
ҒӘЛЛӘМОВА Асия,
Белорет районы Ғәбдөк ауылы мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы.