Конференцияны асып, колледж директоры Ришат Хажғәле улы Сабитов ни өсөн нәҡ Григорий Ветошниковҡа бағышланыуын аңлатты. Биш йыл элек Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы студенттарға ниндәй тема тәҡдим итеү тураһында һөйләшкәндә Советтар Союзы Геройы, гвардия кесе лейтенанты Георгий Ветошниковҡа туҡталалар. Берҙән, колледждың ятағы Ветошников урамында урынлашҡан. Икенсенән, Ветошников тыуып үҫкән йорт элек колледждың ятағы урынында торған булған.
Студенттар ҙур күләмле тикшеренеү эше башҡарған. Ветошниковтың Омск, Өфө ҡалаларында йәшәгән туғандарын тапҡандар. Геройҙың ҡәберен табыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалғандар. Георгий Александрович Баку ҡалаһында Ясамаль зыяратында ерләнгән икән. Ул унда хәрби госпиталдә дауаланған, тик мандый алмайынса 1946 йылдың 9 мартында 27 йәшендә шунда вафат булған. Яҡташ Геройҙың иҫтәлеген тергеҙеү барышында уның ҡәберендәге обелискты яңыртыу хәстәрлеге күрелгән.
Өсөнсөнән, Георгий Ветошников Бөйөк Ватан һуғышында Украинаның Запорожье өлкәһендә Днепрҙы кисеүҙә ҡатнашҡан. Бөгөн шунда уҡ махсус хәрби операцияла “Башҡортостан” полкы составындағы Ветошников исемендәге инженер-сапер ротаһы яугирҙәре неонацистарға ҡаршы һуғыша. Колледж студенттары улар менән дә бәйләнештә тора.
Конференцияның пленар өлөшөндә Рәсәй хәрби тарих йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов, Башҡортостан милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, Өфө ҡала советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мельников, Өфөләге 112-се Башкавдивизия музейының директоры Фәриҙә Юнысова ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Тарихи хәтерҙе өйрәнеү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелгән сарала 150-ләп кеше ҡатнашты. Республиканың 20-ләгән колледжы студенттары дивизияның 79 Советтар Союзы Геройы тураһында 79 доклад әҙерләгән.
Конференцияла легендар Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлына, ҡаһарман батырҙарына арналған бер нисә сығыш тыңланды.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы студенттары араһынан:
Евгений Кулак – “М.М. Шайморатовтың данлы юлы”,
Рината Ғәйнетдинова – “И.Д. Николаенконың данлы юлы”,
колледждың Баймаҡ филиалы студенты Рәдиф Әлибаев – “Яҡташым, Советтар Союзы Геройы Т.Т. Миңлеғолов”,
Эльвина Сәйфетдинова – “Х.С. Булатовтың яуҙағы ҡаһарманлығы”,
Валерия Шалыгина – “Х.Ә. Әминевтең Днепрҙы кискәндәге ҡаһарманлығы”,
Камила Фәйезова – “Советтар Союзы Геройы Х.Ч. Дачиев”,
Хадижа Хажибаева – “Йәш яугир Г.Ф. Платоновтың тарихы”,
Регина Юлбирҙина – “М.И. Новосельцевтың данлы юлы”,
Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжынан Арина Митченкова – “Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов”,
Өфө художество-сәнәғәт колледжынан Анастасия Авдеева – “Советтар Союзы Геройы “Иван Фомич Чернухин”,
шул уҡ колледждан Илья Кожевников – “Абдулла Ғиззәтуллиндың данлы батырлығы”,
Туймазы агросәнәғәт колледжынан Сафина Баратова – “Сержант Ш.Й. Ғәтиәтуллиндың ҡаһарманлығы”,
Стәрлетамаҡ политехник колледжынан Элина Ишҡыуатова – “Яҡташым Советтар Союзы Геройы С.Х. Хәсәнов”,
Башҡортостан кооператив техникумынан Руслан Вәкилев – “Ул күкрәге менән амбразураны ҡапланы (Т.Т. Миңлеғолов)”
тигән темаларға доклад һөйләне.
Сығыштар тамамланғас, конференцияның резолюцияһы ҡабул ителде. Сығыш яһаусыларға һәм уларҙың етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.