+15 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
11 Июнь , 13:44

Һарына

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. 1418 көнгә һәм төнгә һуҙылған, тамаҡ ялғарлыҡ та тәғәм ризыҡ булмаған аслы-туҡлы һуғыш осоронда халыҡҡа тәбиғәт ярҙам итә.

Һарына
Һарына

Яҙ етеү менән халыҡ ҡырҙа үҫкән үҫемлектәр йыйырға сыҡҡан. Төрлө үләндәрҙең йәш һабаҡтарын йыйып ашағандар, киптерелгән һәм онталған тамыр-орлоҡтарҙан он яһап, икмәк бешергәндәр.
Ата-олатайҙарыбыҙҙы аслыҡтан ҡотҡарып, күп кешегә Бөйөк Еңеү яҙын иҫән ҡаршыларға ярҙам иткән үҫемлектәрҙең береһе — һарына менән танышабыҙ был һанда.
Һарына (латинса — lilium martagon, урыҫса — лилия кудреватая (лесная), саранка) — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек.
Күп йыллыҡ, Һуғанбашлы был үлән Евразияла урын-­урыны менән осрай. Ҙур ареалы Урал тауҙарынан башҡа Карпат һәм Көньяҡ Себер тауҙарында ята. Яҡтылыҡ яратҡан үҫемлек, дымлы тупраҡты үҙ итә. Киң япраҡлы, ҡатнаш, бик һирәк ҡарағай, ҡайын урмандарында, урман аҡландарында үҫә.
Һарынаның һабағы төҙ, бейеклеге — 30-130 см, бик ҡайһылары хатта 2 м-ға етә. Япраҡтары эллипс формаһында, суҡлы, һабаҡтың өҫкө өлөшөндә сиратлы. Сәскәһе эре, ҡара таплы ҡуйы ҡыҙыл йә ҡара-алһыу төҫтә. Ғәҙәттә, һөтайҙа сәскә ата. Асыҡ урында үҫкән һарынала 20-ләп сәскә була.
Баллы үҫемлек. Емеше алты ҡырлы эре ҡумтала, урағай-һарысайҙа өлгөрә.
Һарынаның һуғанбашы эре, алтынһыу һары төҫтә. Ҙурлығы 8 см тирәһе, йомортҡа формаһында, итләс. Ашарға яраҡлы, тәме һарымһаҡҡа оҡшаш. Уны сей килеш тә, һыуҙа бешереп тә, майҙа ҡурып та ашайҙар. Киптерелгән һәм онталған һуғанбаштан он яһала һәм төрлө ризыҡтарҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡырғыҙ кухняһында кәзә һөтөнән эшләнелгән сырға ҡушалар.
Һарынаның составында алколоид, флавоноид кеүек файҙалы матдәләр бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Һуғанбаштан эшләнгән төнәтмә күңел төшөнкөлөгөн, ауыртыуҙы баҫыуҙа ярҙам итә. Сәскәләренән төнәтмә үт ҡыуығы ауырыуҙарын дауалай. Япраҡтарынан эшләнелгән сылатҡыс ябыу тиренең шешеү-бешеүен дауалай.
Һарына Рәсәйҙә һәм уның 23 төбәгендә Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға биргән гүзәл тәбиғәтебеҙгә рәхмәтле булып, уның ҡәҙерен белеп йәшәйек!

Азамат Байрамғәлин.

Автор:
Читайте нас: