-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Июль , 10:30

Ветеранда ҡунаҡта

Бөйөк Еңеүҙең 80-се яҙын ҡаршылағанда Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Атмасова һәм тәрбиәсеһе Розалия Заһитова 4-се синыф уҡыусылары менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Мөсәғитовта ҡунаҡта булды. 

Ветеранда ҡунаҡта
Ветеранда ҡунаҡта

Ветеран менән осрашыу онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. Шәриф Һаҙый улы һуғыш йылдарында күргән ауырлыҡтар, үҫмер сағы, Енеү көнө тураһында һөйләне. Балаларға изге теләктәрен еткерҙе. Балалар сал сәсле ветеранға һорауҙар бирҙе, уның тормошондағы армияға, һуғышҡа бәйле ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынды. Йөҙ йәшендә булһа ла, хәтере лә, зиһене лә бик һәйбәт уның.
Ветерандың күкрәге тулы миҙалдары уҡыусыларҙа ғорурлыҡ хисен уятты, күңелдәрен ветеранға тәрән хөрмәт, йылы тойғолар биләне.
Уҡыусылар менән бергәләп ветеранды 100 йәшлек юбилейы Еңеү байрамы айҡанлы ҡотланыҡ. Уҡыусылар ветеранға шиғыр, йыр бүләк итте. Үҙ ҡулдары менән эшләгән асылма менән күстәнәс тапшырҙылар.

Розалия ЗАҺИТОВА.
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: