+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Февраль 2018, 16:15

Урам балалары (повестан өҙөк)

Подъездан сыҡҡас, Данил йүгерә-атлай Илдарҙың йортона ыңғайланы. Ул шул тиклем шат ине ошо минутта. Күңелдә – тантана! Бар тирә-яҡ тағы ла сағыу, матур! “Мин – бәхетле!” тип урам тултырып ҡысҡырғыһы килде. Юлдағы осраған һәр кеше лә уның кеүек бәхетле кеүек тойолдо. Эйе, был донъяла йәшәү оло шатлыҡ икән! Ниңә элек шуны һиҙмәне һуң! Бөтә ғиллә Ләйсәндә...

Тамаҡ туҡ булһын өсөн уларға көн дә нимәлер эшләргә кәрәк. Көн дә! Гелән баҙарға ла йөрөп булмай. Башҡа төрлө юлдар ҙа уйлап табырға кәрәк. Бына шуға Илдарҙың йәне көйә. Әгәр ул үҙе нимәлер тәҡдим итмәһә, бүтәндәр ләм-мим. Баҙарҙа, автовокзалда йөрөүҙән башҡаны белмәйҙәр. Ә бит башты эшләтергә кәрәк. Бөтә аҡыл-зиһенеңде егергә!
– Алма беш, ауыҙыма төш, тип ятһаҡ, аяҡты ла һуҙырға була... – Косой ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Ә нимә эшләйек һуң? – Цыган күҙҙәрен упайтып хужаға текәлде.
– Һеҙ йәш кешеләр бит. Уйлағыҙ! Башығыҙҙы эшләтегеҙ. Мин һеҙҙең йәштәме-е-е...
– Бүтән магазиндар буйлап йөрөйөк. Ҡайҙа ла бер ризыҡ инде, – тине Данил.
– Юҡ. Һеҙ мине аңламайһығыҙ. – Илдар асыулана төштө. – Урлаша белеү – бер. Тик ул эштән дә ял итеп торорға кәрәк. Бүтәнсәрәк юлды табайыҡ. Добыча үҙенән-үҙе ауыҙыңа инеп китергә тейеш. Ә бының өсөн баш кәрәк.
– Илдар ағай, беҙҙең хәлдән килмәҫ.
– Эйе, һинең башың Дом Советов бит инде. Үҙең генә кәңәш бирмәһәң...
Илдар йылмая биреп ҡуйҙы. Барыбер ул башлы шул. Бына ошо малайҙар йәшендә ул кемдәндер кәңәш һорап тормай ине. Идеялар үҙенән-үҙе килә торғайны! Талант инде, талант!
Журналист! Эйе, журналист булып та алды Илдар. Һигеҙ синыф ҡына белеме булыуына ҡарамаҫтан. Ә эш былай ине.
...Ҡала эргәһендә ял йорттары күп. Йәй көндәрендә улар гөрләп тора. Был яҡтан ғына түгел, ә күрше төбәктәрҙән дә килеп, шунда балалар ял итә. Бер көн Илдар телевизорҙан шул пионер лагерындағы тормош хаҡында яңылыҡтарҙан күреп ҡалды. Хәтәр йәшәйҙәр икән! Көнөнә әллә нисәмә тапҡыр ашаталар, имеш. Ул алмаһы, ул кәнфит-печеньеһы... Ә кәтлитте күреп ҡалғас, бөтөнләй иҫе китте. Илдарҙың тәүге урлашыуынан һуң яңы төрмәнән сыҡҡан сағы. Башына шәп фекер шунда уҡ келт итеп ҡалды. Шул ял үҙәгенә барырға! Өйөндә күптән саңланып ятҡан ҡара портфелде сығарҙы, башланған дәфтәр һалып алды, салбар, күлдәк кейҙе, атаһының ҡара плащын эләктерҙе. Ҙур күҙлеге генә ни тора! Уға ҡарап, ҡаршыңда ниндәйҙер ҙур етәксе йә ғалим тип уйларға була. Шыма һөйләшергә төрмәлә оҫтарып алғай-ны ул. Уныһына бәйләнерлек түгел. Ана шулай ҙур ҡыйыулыҡ менән лагерға барып төштө Илдар-журналист. Ҡаланан хәбәрсе килгән, тигәс, бөтәһе лә йүгерешә башланы. Лагерҙың директоры ла шундуҡ килеп етте.
– Өлкә гәзитенең махсус хәбәрсеһе булам, – тине Илдар иҫе китмәй генә. – Һеҙҙең лагерығыҙ беҙҙең төбәктә күптәргә өлгө. Яңылыҡтарҙан да күреп ҡыуандыҡ. Етәкселек миңә мөһим задание бирҙе. Балаларҙың ялы һеҙҙә нисек ойошторолоуы тураһында яҙырға кәрәк. Бүтәндәргә миҫал итеп...
Директорҙың ауыҙы йырылды. Тимәк, уның да эше алға бара. Бер дан китһә, китә бит ул, тип уйланы ахыры үҙенсә.
– Юлдан арығанһығыҙҙыр. Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ, – тип әйҙүкләне хужа.
– Зарар итмәҫ ине. – Шуны ғына көткән Илдарға ни, етә ҡалды. Журналистарҙы ҡалай яраталар икән! Айырым бер бүлмәгә ни арала өҫтәл йәйеп өлгөргәндәрҙер? Табында нимә генә юҡ! Шулай ҙа Илдар итлерәк әйбергә ынтылырға тырышты. Директор араҡы ла тәҡдим ит-кәйне, “журналист” үҙен ваҡытында тыйып ҡалды:
– Юҡ. Эш ваҡытында шаярырға ярамай. Әле балалар менән аралашаһы бар.
– Онотоп торам. Ғәфү итегеҙ, – тип уңайһыҙланды директор.
Тамаҡ туйҙырып алғас, лагерь буйлап сәфәр башланды. Директор күптән ятлап бөткән һандарҙы ҡабатланы: күпме бала ял иткән, нисә тәрбиәсе эшләй, ремонт яһау өсөн ҡаҙнанан ни саҡлы аҡса бүленгән... Илдар етди ҡиәфәт менән тыңлап барҙы. Үҙе лә шымып торманы:
– Әйҙәгеҙ, берәй алдынғы тәрбиәсе менән таныштырығыҙ әле. Ул да гәзитебеҙгә үҙ фекерен белдерһен...
Ял йорто менән танышып сыҡҡас, йәнә ашханаға юлландылар. Эх, ярата Илдар ошо еҫте. Танауҙы тәмле аш еҫе ҡытыҡлап ала. Шат-лығынан үлә инде... Бына был кеше, исмаһам, директор. Ҡунаҡтың күңелен күрә белә. Оҫтарып алған. Ашнаҡсылар уның алдында өл-төрәп кенә тора. Әле ашын ашап өлгөрмәйһең, тағы өҫтәйек тип килеп етәләр. Директор йылтырбашты асып, рюмкаларҙы тултыра һалды.
– Һеҙҙең кеүек ял йорттары өлкәбеҙҙә генә түгел, илебеҙҙә алдынғы тиер инем. – Ҡунаҡтың ауыҙынан йылы һүҙҙәрҙе ишеткәс, директор ебеп төштө. – Һеҙҙең кеүек етәксенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланырға тейеш. Ҡалаға ҡайтҡас, һеҙгә дәүләт наградаһы бирһендәр, тип, тейеш-ле кешеләргә әйтермен...
Директор тамам телһеҙ ҡалды. Рәхмәте сикһеҙ ине Илдарға. Шат-лығынан саҡ урынында ултырып түҙҙе. Әлбиттә, ҡунаҡты шартына килтереп оҙатты. Ике сумка тулы тәм-том, колбаса, емеш-еләк биреп ҡайтарҙы. Улар ҡосаҡлашып, яҡын дуҫтар кеүек хушлашты.
“Әгәр мәктәп йылдарым яңынан әйләнеп ҡайтһа, мотлаҡ журналист булыр инем”, – тип шул мәл эстән генә уйланы Илдар...
– Ха-ха-ха, – Цыган өйҙө яңғыратып көлөп ебәрҙе. – Бына, ис-маһам, баш! Төпһөҙ кәмәгә ултыртҡанһың бит иҫәрҙе.
– Эйе. Минең башҡа ундай уй килмәҫ ине...
– Бына шул була инде оҫталыҡ, – тине Илдар. – Урламаным. Таламаным. Бөтә нәмә үҙенән-үҙе килеп инде. Баш бит кешегә шуның өсөн бирелгән.
“Уҡытыусы”ның һөйләгәне быларҙы нисектер сәмләндереп ебәрҙе. Бигерәк тә Цыганды. Уның башына бер уй килгәйне бөгөн. Шуны тор-мошҡа ашырһа... Данилдың уйҙары бөтөнләй башҡа нәмәлә. Инде нисәмә көн бер үк төш күрә. Ләйсәнде... Эйе, теге һылыуҙы! Инде йоҡлап китһә, шул ҡыҙ алдында пәйҙә була. Йә ҡала буйлап бергә йөрөйҙәр, йә урманда еләк йыялар, имеш... Был нимәгә икән? Эйе, ул һылыуҙы күптән күргәне юҡ. Тормош мәшәҡәттәренә бирелеп, уны барып күрергә лә көн тапмай. Ә инде ҡыҙҙы төшөндә күрһә, Данил бөтөнләй үҙгәрә. Көнө буйына шуны уйлап тик йөрөй. Косой менән Цыган да уның был тиклем уйсанлығына иғтибар итә.
Ниңә шул Ләйсән төшкә инә икән? Юҡ, былай булдыра алмай Данил. Бөгөн үк уны барып күрергә кәрәк. Шунһыҙ тынысланмаҫ.
Данил менән Цыган урамға сыҡты. Йондоҙ ҙа уларҙың артынан эйәрҙе. Ә Илдар өйҙә ҡалды. “Ас тороп булмай. Ҡалған нәмәләрҙән борсаҡ ашы булһа ла бешерәйем”, – тип һуҡрана ине.
Автовокзалға еткәс, егеттәрҙең юлы айырылды.
– Хәҙер кешеләр автобустарға тула. Мин шунда эшләп алам, – тине Цыган. – Берәй маршруткаға ултырам да кеҫәләр һәрмәйем...
– Ә мин ҡала буйлап йөрөп киләм. Бәлки, берәй нәмә килеп сығыр...
Цыганға дөрөҫөн ул әйтеп торманы. Белмәһен дә! Исмаһам, тынысыраҡ йоҡлар. Ҡайҙа талпынғанын, нимә тураһында уйлағанын Данил үҙе генә белергә тейеш.
Эх, шул Ләйсән... Ҡояштай йылмайған ҡыҙҙы тәүге тапҡыр күргәненә күпме ваҡыт үтте. Гел осрашып та торманылар. Данил өсөн ул мөмкин дә түгел. Ә шулай ҙа ул ҡыҙҙы бер көнгә лә онотҡаны бул-маны. Нисектер эстә, төптә йөрөткән һымаҡ уны. Бөгөн күрешһәләр, нимә тип әйтер икән? Шуныһы ҡыҙыҡ: көндән-көн шул ҡыҙ йышыраҡ иҫенә төшә. Бына әле лә аяҡтар теге йорттар яғына үҙенән-үҙе алып китте. Тик буш ҡул менән барыуы уңайһыҙ. Ләйсәнде нимә менәндер ҡыуандырғыһы килде. Шул уй менән ҙур магазинға инде.
Аҡсаһы булған кешеләй кәштәләр янынан тегеләй-былай үтте. Шул саҡ күҙе йоморо көҙгөгә төштө. Ҡайһылай матур әйбер! Кеҫәлә йөрөтөр өсөн бигерәк уңайлы. Үәт, исмаһам, Ләйсән ҡыуанасаҡ. Күп уйлап тормай, Данил уны эске кеҫәһенә тыҡты ла сығыу яғына ҡараны. Был урлашыуын берәү ҙә һиҙмәне.
Бейек йорттар араһына инеп, эҙен яҙҙырғас, Данил эскәмйәгә ул-тырҙы. Оло кинәнес менән теге көҙгөнө кеҫәһенән сығарҙы.
– Мату-у-ур! – тип ҡуйҙы ҡәнәғәтлек менән. Етмәһә, япмалы бит әле. Ләйсән ҡыуаныр инде...
Көҙгөлә үҙен күргәс, бер аҙ кәйефе ҡырылды. Күптән йыуынмағас, муйынына кер йыйылған. Уныһы, асыуҙы килтереп, ҡара еп һымаҡ күренеп тора бит әле. Ҡолаҡ эсен дә таҙартыр кәрәк. Былай шайтан һымаҡ ҡиәфәттә һылыу янына нисек ғәрләнмәй барһын инде? Оятҡа ҡалдырһа? Бүтән күрешмәҫтәй булһа?
Үҙенән-үҙе оялып, йылға яғына табан атланы Данил. Был ҙур бул-маған ҡаланың уртаһынан йылға аға. Уға барып етеүе әллә ни алыҫ түгел. Исмаһам, муйынын, битен, ҡолағын йыуып алыр. Кеше алдына сыҡһаң һәр кем матурыраҡ күренергә тырыша, ә ҡыҙ янына барғанда был теләк икеләтә арта. Рәхәтләнеп, һыуҙы сәсрәтеп йыуынды ул. Бынан һуң шундай рәхәт булып ҡалды. Кәйефе лә күтәрелде. Бер ыңғайы кейеменең бысранған урындарын һыулап, һөртөп алды. Бына хәҙер осрашыуға барырға мөмкин.
Көҙгөнө йәнә ҡулына алды ла уйға ҡалды егет. Кем һуң Данил теге ҡыҙ алдында? Ләйсән уны аҡыллы, тәртипле малай тип белә. Ә Данил?! Бар белгәне урлашыу... Әле лә ҡыҙға бүләк тип көҙгө алды. Эйе, бын-дай бүләккә һылыу ҡыуаныр. Тик ниндәй юл менән табылған һуң ул бүләк? Ошо ҡылығы күңеленә һис тынғылыҡ бирмәне. Ләйсәнде ул күптәргә өлгө тип күҙ алдына килтерә. Уның менән аралашҡан кеше алдашмаҫҡа, урлашмаҫҡа тейеш. Ләйсән – сафлыҡ. Ә ошо сафлыҡты бысратып, нисек урлаған әйберҙе бирмәк кәрәк! Ғәрлек эстән ялмап ал-ды Данилды. “Оят! Оят! Оят” – тип үҙ алдына ҡабатланы. Әгәр ҡыҙ уның бур икәнлеге, нисек йәшәүе хаҡында белеп ҡалһа? Ниңә ошо турала алдан уйламаны икән Данил? Атаһының да төшөнә инеүе юҡтан түгел бит. Әллә урлашып йөрөүенә шулай әрнеүен белдерҙеме? Башында мең төрлө уйҙар сырмалып, томаланы.
– Суҡынып китһен был көҙгөһө! – Малай бар көсөнә йылтыр бүләкте һыуға бәрҙе. Көҙгө йылғаның иң тәрән ерендә суп итеп батты. Инде ни эшләргә? Йылға ярындағы туғайҙа үҫкән төрлө-төрлө сәскәләргә күҙе төштө уның. Тапты! Күп тә үтмәй, сәскә гөлләмәһе егет-тең ҡулында ине. Кешегә шатлыҡ бүләк итер өсөн мотлаҡ урлашырға тимәгән. Ошо уйынан Данилдың кәйефе күтәрелде. Ул ышаныслы аҙымдар менән күптән таныш йорт яғына атланы.
***
Подъезд алдында ярты сәғәт самаһы ултырҙы Данил. Ҡыҙҙың фатиры ҡайҙа икәнен дә белә. Тик уңайһыҙ. Әгәр ул ишектәге ҡыңғырауға баҫһа, Ләйсән урынына әсәһе килеп сыҡһа? Ул саҡта нимә тиер? Оялдыра. Шуға тәүҙә подъезд алдындағы эскәмйәлә көтөп ул-тырырға булды. “Бына тағын биш минут ҡына көтәм дә... Әгәр сыҡмаһа, үҙем күтәреләм”, – тип үҙен тынысландырҙы.
– Һаумы, Данил, – таныш тауышҡа малай башын күтәрҙе лә өнһөҙ ҡалды. Уның янында Ләйсән баҫып тора ине. Ике ҡулына сумка тотҡан. Сәскәле күлдәк кейгән. Оҙон, ҡуйы сәстәре биленә тиклем төшөп тора. Ә йылмайыуы...
– Сәл-ә-әм! – Күптән көткән кешеһе менән күрешеүҙән Данил юғалып ҡалды. Тотлоға-тотлоға иҫәнләште. – Ә һин ҡайҙан киләһең?
– Бына магазинға барғайным. Әсәйем эштә. Ул килеүгә берәй нәмә бешереп ҡуйырға кәрәк, – тине Ләйсән, йылмайып. Әйберҙәрен ергә ҡуйҙы. Данил шатлығынан сәскәһе тураһында ла онотоп киткән. Уныһын эскәмйәгә һалып торғайны. Артабан һүҙҙе нимә тураһында дауам итергә белмәй торғанда, күҙе теге гөлләмәгә төштө.
– Ә-ә-ә, оноттом. Ләйсән, был һиңә! – Егеттең бүләгенән былай ҙа яҡты йөҙлө ҡыҙ тағы балҡып китте. Уның күҙҙәре үк шатлығын күрһәтеп тора. Бындай ҙа ҡыйыулыҡты көтмәгәндер Данилдан. Дөрөҫөн әйткәндә, тәү күреүҙән үк оҡшатты был егетте Ләйсән. Ябай-лығы, ихласлығы менән үҙенә арбаны. Уның класында ла малайҙар етерлек. Тик Данил уларҙан күпкә матурыраҡ. Тештәрен күрһәтеп, бер йылмайыуы ни тора! Ә үҙен нисек ирҙәрсә тота бит әле. Ҡыуанысы эсенә һыйманы ҡыҙҙың, үҙе лә аңламаҫтан егетте ҡосаҡлап алды.
– Рәхмә-әт! – тине ул, гөлләмәне еҫкәп. – Миңә бер ҡасан да сәскә бүләк иткәндәре юҡ ине.
Шатлығынан ҡыҙ бына-бына осоп китерҙәй тойолдо. Ошо мәлдә егетте аңлата алмаҫлыҡ хистәр солғап алды. Бигерәк тә Ләйсәндең ҡосаҡлауы ныҡ тәьҫир итте. Хатта башына эҫе йүгерҙе, үҙе оялып, ҡыҙарып китте. Бындай мәлде уның бер ҡасан да кисергәне юҡ ине.
Йондоҙ ҙа, ҡайҙалыр китеп юғалып торған еренән, шунда уҡ килеп сыҡты. Күптән күрешмәгәс, ул да Ләйсәнде һағынған, күрәһең. Ҡойроғон болғап, үрле-ҡырлы һикереп, ҡыҙға һырылды. Ләйсән дә уны иркәләтеп алды.
– Ҡалай ҙурайып киткән. Үҫкән бит әле... – Эт йомшаҡ ҡулдарҙы тойоп иркәләнә бирҙе.
“Әйҙә, тышта тормағыҙ. Инәйек”, – тип әйҙүкләне Ләйсән. Егет был тәҡдимдән баҙап ҡалды. Тышта оҙаҡ тороп булмай бит инде. Етмәһә, Ләйсәнгә аш бешерергә кәрәк. Данилдың уның янында оҙағыраҡ булғыһы килә лә бит. Һөйләшмәһәләр ҙә, күҙҙәренә генә ҡарап торорға риза. Нисектер рәхәт уның янында, бөтөн мәшәҡәттәреңде онотаһың. Икенсе яҡтан, Данил фатирға инергә тартына, сөнки нәскиҙәре тишек. Шуны ҡыҙ күреп ҡалһа, бөттө баш!
Ахырҙа:
– Юҡ, рәхмәт. Инеп тормаҫмындыр, уңайһыҙ, – тип баш тартты. Ләкин Ләйсән үҙе генә өйөнә инергә ашыҡманы:
– Әйҙә, әйҙә. Бер үҙемә барыбер күңелһеҙ. Сәй эсеп алырбыҙ.
Фатирға инергә Данил ризалашмаҫ та ине. Теге ике ауыр сумканы күреп, егетлеге алға сыҡты.
– Үҙем күтәрәм, – тип йөктө ҡулына алды.
Йондоҙ ҙа ҡалышманы. Ул белә: ошо ҡыҙ менән күрешһәләр, уға һәр саҡ нимәлер эләгә. Анау тапҡыр ҙур һөйәк бирҙеләр, колбаса менән дә һыйларға яраталар уны. Әле лә күпкә өмөт итә эт. Шул ниәте уға егет менән ҡыҙҙан бер аҙымға ла артта ҡалырға ирек бирмәй.
Фатирға ингәс тә, Йондоҙ әрһеҙләшеп төпкә үтмәне. Ишек төбөнә ятып, ризыҡ килтереүҙәрен көттө.
Данил рөхсәт һорап, йәһәт кенә йыуыныу бүлмәһенә инеп бикләнде. Оятҡа ҡалмайым тип теге тишек нәскиҙәрен сисеп, аяҡтарын ныҡлап кер һабыны менән йыуып алды. Инде кеше күҙенә күренергә лә була.
Ләйсән аш бүлмәһендә мәж килде. Кәстүлгә ит һалды ла картуф, кишер таҙартырға кереште. Күңелһеҙләнеп тик ултырмаһын тип, Данилға фотоальбомын тотторҙо.
– Мин кеше фотоларын ҡарарға яратам, – тигән булды Данил. – Бигерәк тә бала саҡтағын. Ул ваҡытта кешеләр ҡыҙыҡ була.
– Ярай. Тик көлмә минекеләрҙән... – тигән булды ҡыҙ.
Фотоальбомды ғына ҡарап ултырманы Данил, Ләйсән эш менән булған арала, һиҙҙермәй уны күҙәтте. Бына шулай була икән. Күҙҙе лә алырлыҡ түгел. Нимәһе менәндер арбап тик тора. “Егәрле ҡыҙ. Ҡулына күҙ эйәрмәй”, – тип үҙенсә һығымта яһап ҡуйҙы.
– Ләйсән, ә һин нисә төрлө аш бешерә беләһең?
– О-о-о, күп инде улар! Әсәйем бәләкәйҙән өйрәтте.
– Ә нимәне йышыраҡ әҙерләйһең?
– Ваҡытҡа ҡарап инде. Әгәр ҡабаланһам, табала йомортҡа ҡыҙҙырам. Өс минутта әҙер була. Ә инде ваҡытым күберәк булһа, итле ризыҡ әҙерләйем. Ә һин нимә яратаһың? – был һорауҙан Данил өнһөҙ ҡалды. Һуңғы мәртәбә нимә ашаны һуң? Картуф йә борсаҡ бутҡаһы, йә һыуҙа ҡайнатылған макарон тип әйтһә, уңайһыҙ. Был бигерәк фәҡир икән, тип уйлар Ләйсән. Ҡурҡты. Ахырҙа, бик күптән ашаған затлы ризыҡты иҫенә төшөрҙө.
– Бишбармаҡ йә ҡаҙ ите менән һалма. – Әйтеп бөткәс, иңенән оло йөк төшкәндәй тойолдо.
– Тәмлетамаҡ икәнһең. Ярай, уныһын да берәй мәл бешерербеҙ...
Икәүләшеп, ҡапма-ҡаршы ултырып аш ашанылар. Бында бөтә нәмә лә бөхтә. Өй таҙа. Һауыт-һаба ялтырап тора. Ҡайҙа ҡарама – тәртип. Ә аштың тәмлелеге... Ҡасан бындай һыйҙы күрҙе һуң Данил? Нисек кенә тырышмаһын, барыбер иҫенә төшөрә алманы. Йондоҙ ҙа өлөшһөҙ ҡалманы. Итте турағас та, эре-эре һөйәктәр уға бирелде. Бына бөгөн эткә лә, Данилға ла байрам.
Ашағанда Данил үҙен иплерәк тоторға тырышты. Нисек кенә йәһәт ашап бөтөргә теләһә лә, үҙен тыйҙы: ҡалаҡтары менән яйыраҡ эшләне. Ҡомһоҙланып, шәп-шәп йоторға ашыҡманы. Ана, Ләйсән, нисек оялсан ултыра. Үҙен Данил алдында тағы ла тәртиплерәк, тағы ла итәғәтлерәк тотҡоһо килә. Егет тә ошо ниәттән азат түгел.
Ләйсәндә нисек кенә яҡшы булмаһын, ҡайтырға кәрәк. Данил ҡат-ҡат сәғәткә ҡарап алды. Әсәһе эштән ҡайтып инһә... Алтынан да һуңға ҡалырға ярамай. Әгәр ул бер үҙе генә йәшәһә, бәлки, сыҡмаҫ та ине. Икәүһенә шундай күңелле бит. Ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй. Эх, гел шулай бергә булһалар ине...
Данил ҡайтырға йыйынғас, Ләйсәндең йөҙө үҙгәрҙе. Күренеп тора, уның да хушлашҡыһы килмәй. Тик бүтән сара юҡ.
– Ә һин тағы ҡасан беҙҙең яҡҡа киләһең? – тине Ләйсән.
– Борсолма, – Данил ҡыҙҙы тынысландырырға тырышты. – Инде оҙаҡҡа юғалмам. Килермен ошо ялдарҙа. Бергә ҡала буйлап йөрөрбөҙ.
– Алдашмайһыңмы? Килерһеңме? – тип ҡабатлап һораны ҡыҙ.
– Килермен.
– Ярай. – Ләйсән тағы йылмайып ебәрҙе. – Дөрөҫөн әйткәндә, һин оҙаҡ юғалып йөрөгәс, мин борсола башланым. Бүтән килмәҫһең, тип уйлағайным. Әллә үпкәләттемме, тип тә борсолдом.
– Һүҙ бирәм. Башҡа юғалмам! – Егет сығып китәйем генә тигәйне, ҡапыл кире боролоп ҡараны. Күҙҙәр осрашты ла, бер һүҙһеҙ генә торҙолар. Данил был мәлдә шул тиклем бәхетле итеп тойҙо үҙен. Былай ғына, исмаһам, ҡыҙҙың ҡулына ҡағылмайынса сыға алманы.
– Ләйсән, ҡолағыңа бер нәмә әйтәйемме? – тигән булды. Ҡыҙ, нин-дәйҙер мөһим хәбәр ишетәм тип, уға үрелде. Шул саҡ Данил уның битенән үбеп алды. Был тиклем ҡыйыулығына үҙе лә аптыраны. Был уй ҡайһы арала башына килгәндер. Шундай көтөлмәгәнсә килеп сыҡты! Ләйсән, оялып ситкә боролдо...
Подъездан сыҡҡас, Данил йүгерә-атлай Илдарҙың йортона ыңғайланы. Ул шул тиклем шат ине ошо минутта. Күңелдә – тантана! Бар тирә-яҡ тағы ла сағыу, матур! “Мин – бәхетле!” тип урам тултырып ҡысҡырғыһы килде. Юлдағы осраған һәр кеше лә уның кеүек бәхетле кеүек тойолдо. Эйе, был донъяла йәшәү оло шатлыҡ икән! Ниңә элек шуны һиҙмәне һуң! Бөтә ғиллә Ләйсәндә. Эх, шуның уйнап торған күҙҙәре! Оялсан ҡарашы... Ташты иретерлек итеп йылмайыуы... Ә инде ҡолаҡты иркәләр тауышы.
Юҡ, атлап түгел, осоп барғандай булды Данил. Әйтерһең, ҡанат-тары үҫеп сыҡты. Элек мәктәптә уҡығанда шиғыр ятларға ярата ине. Ә хәҙер үҙе шиғыр яҙғыһы килеп китте. Эйе, шиғыр! Ләйсәнгә арнап...

Читайте нас: