+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2018, 17:37

Карманнай (хикәйә)

Юлайға “Карманнай” ҡушаматы балалар баҡсаһында уҡ тағылды. Сытырман йәбеште. Дегәнәк кеүек. Бөргәктәй һырыны. Салбарыңа, итәгеңә йәбешкән дегәнәкте, бөргәкте таҙартып була, тик бер йәбешкән ҡушаматтан ғына ҡотолормон тимә. Ҡушамат – ғүмерлек. Мәңгелек. Шуға күрә уға күнергә генә ҡала. Йә булмаһа, холҡоңдо үҙгәртеп, кешеләрҙең хәтеренән, теленән ҡушаматыңды алып ташлатаһың.

Малайҙар үҙен “Карманнай” тип эләкләп, ныҡ ыҙалатҡас, бер көн урамдан, кәйефе төшөп, илар сиккә етеп ҡайтҡан Юлай өләсәһенән:
– Өләсәй, ниңә улар миңә “Карманнай” тип әйтә ул? Мин бит хәҙер ул һүҙ-ҙе әйтмәйем, ҡулъяулыҡ тип һөйләшәм... – тип һораны.
– Әйтһендәр, әйткәндән ни булған, балам. Тел һөйәкһеҙ, – өләсәһе уны яурынынан ҡағып алды. – Әйтерҙәр ҙә, телдәре талғас, туҡтарҙар...
– Туҡтамайҙар бит, өләсәй, хәҙер мәктәптә исемем менән уҡытыусылар ғына өндәшә. Ҡалғандары барыһы ла – “Карманнай ҙа карманнай”. Шунан башҡа һүҙ белмәйҙәрме икән?
– Белмәһендәр, ә һин уларҙы ишетмә лә, күрмә лә, балам…
– Ә ҡулъяулыҡты ниңә карманнай тип әйтәләр һуң, өләсәй? Һин бит һаман да шулай тип һөйләшәһең. Атайым менән әсәйем ҡулъяулыҡ, ти...
– Карманнай карманнай инде. Беҙ шулай әйтеп өйрәндек инде бала саҡтан. Ҡулъяулыҡ тигәнен белмәнек. Ниңә улай килеп сыҡҡанын ғына әйтә ал-майым. Һин бер нәмә лә өндәшмә, балам, улай тип әйтһәләр, үсекмә лә, туҙынып та китмә...
– Бер туҡтауһыҙ үсекләһендәр ҙә, нисек инде үсекмәҫкә инде, өләсәй?
– Карманнай тип әйтә торғас, күрерһең, ҡушаматы шулай тип әйткән кешеләрҙең үҙҙәренә йәбешәсәк. Һине онотасаҡтар...
– Нисек йәбешәсәк, өләсәй? – Юлайҙың күҙҙәре янып китте.
– Нисек, тип ни, беҙ ни өсөн кәкүкте – кәкүк, ҡарғаны – ҡарға, айыуҙы айыу тип атайбыҙ һуң?
– Әллә? Белмәйем, ни өсөн һуң?
– “Кә-күк” тип саҡырғаны “ҡар-ҡар” тип ҡарҡылдағаны “ау-ау” тип үкергәне өсөн...
– Бына ҡыҙыҡ буласаҡ, өләсәй. Атыу миңә бынан һуң ишетмәмешкә һалышырға кәрәк инде. Бына ҡыҙыҡ буласаҡ. Беҙҙең мәктәптә кү-ү-ү-п “карманннай”ҙар синыфы барлыҡҡа киләсәк...
Ейәнен тынысландыра алғаны өсөн уғата ҡыуанды өләсәһе. Ни тиһәң дә Юлайға ошондай ҡушамат тағылыуына ул сәбәпсе. Тап шул арҡала мәктәптә һәм урамда тиҫтерҙәренең саҡма теленә ҡалып ныҡ ыҙалағанын күрә-һиҙә ине. Әле яйын тапты өләсәһе. Юлай, бер ни булмағандай, елдереп, кире урамға уйнарға сығып китте.
Сәбәпсе тигәндән, ейәне тәүҙә ясли төркөмөнә йөрөнө. Әсәһе алып барҙы. Унан айырылырға теләмәне улы. Тәрбиәсе апаһы малайҙы ҡабул итеп алды. Юлай, әсәһенә ҡулын һуҙып, иларға тотондо:
– Әсәй, әсәй, мине бында ҡалдырма... – Юлай әсәһенә йәбеште.
– Юҡ, ҡалдырмайым, улым, мин хәҙер эшемә генә барып киләм. Һин бында, ана, малайҙар һәм ҡыҙҙар менән уйнап тор, йәме. Әгәр оҙаҡлаһам, атайың йә өләсәйең килеп алыр…
– Ҡасан килеп алаһың, әсәй?
– Хәҙер тием бит...
– Әсәй, өләсәйемә әйт, мине хәҙер ул килеп алһын...
– Әйтермен, балам…
– Атайыма ла әйт…
– Атайыңа ла әйтермен…
Әсәһе Юлайҙан көскә айырылып инде төркөмдән сыҡтым тигәндә улы итәгенә йәбешә.
– Әсәй, әсәй, минең карманнайым ҡайҙа?
Әсәһе кеҫәһенән уға ҡулъяулыҡ алып бирә:
– Бына, балам, карманнайың. Юғалтма, йәме. Ҡулыңда ғына тотоп йөрө…
– Әсәй, атайым менән өләсәйемә хәҙер үк телефондан әйт. Мине килеп ал-һындар…
– Әйтермен, балам…
Карманнай һүҙе – өләсәһенеке. Яҡты донъяға тыуғанынан алып үҙенән бер минутҡа ла айырылмаған өләсәһе ҡулъяулыҡты шулай атай. Ауылса. Мәҙәк итеп. Карманнайына әүрәне Юлай. Шул арала әсәһе сығып та йүгерҙе. Эшенә ҡабаланды.
Әсәһенең янында юҡлығын һиҙеп ҡалған малай түгелеп иланы. Тыбызыҡ-ланы. Бейеп-бейеп алды. Яҡын кешеһенән тәүге тапҡыр айырыла ине ул. Тәрбиәсе апайҙары нисек тымыҙырға белмәне. Башҡа бер нәмәгә лә әүрәмәне ул. Айыуҙар ҙа ҡыҙыҡ түгел. Ҡуяндар ҙа. Машиналар ҙа. Уйынсыҡ компьютеры ла кәрәкмәй.
Ярай әле ҡулында карманнайы бар. Шуға һыйынды. Оҙаҡ итеп ҡарап тор-ҙо. Еҫкәне. Өләсәһе, әсәһе, атаһы менән бәйләүсе карманнайы. Илап арығас, күҙ йәштәрен дә шуға һөрттө. Ашағанда ла ҡулынан төшөрмәне. Йоҡлағанда янына һалды. Тертләп уянып китһә, ҡапыл тороп:
– Ҡайҙа минең карманнайым, карманнайым, – тип, илай-илай, эҙләргә тотондо.
Төркөмөндә шуҡ малайҙар бар. Шулар ыҙалатты. Ҡарап ҡына торҙолар. Йоҡлап ятҡанында, йәки ҡулъяулығын ҡайҙалыр һалып торған арала, алып ҡасып, йәшерер булды шулар. Эҙләп зыҡ ҡупты. Табалмаһа, иланы. Апайҙары алмашҡа икенсе ҡулъяулыҡ бирһә, алманы. Үҙенекен таптырҙы. Хатта талап итте. “Карманнайым, карманнайым”, тип күҙ йәше түгеүсе Юлай күптәргә көлкө ине. Йәл һымаҡ та тойолдо.
– Һиңә карманнай түгел, бына ҡулъяулыҡ бирәбеҙ, – тип өндәшеп ҡараны Әлфиә исемле тәрбиәсе, көлөмһөрәп.
– Юҡ, миңә ҡулъяулыҡ түгел, үҙемдең карманнайым кәрәк, – булды апаһына уның яуабы.
– Барыбер түгелме ни?
– Юҡ, түгел, һинеке – ҡулъяулыҡ, ә минеке – карманнай…
Ете йәше лә тулды Юлайҙың. Мәктәпкә барҙы. Ҡушаматы ла эйәреп килде. Балалар баҡсаһына бергә йөрөгән малайҙар һәм ҡыҙҙар менән “карманнай”ы ла мәктәп буҫағаһын аша атлап үтте. Балалар баҡсаһында Юлай тигән исеме булһа, бында тора-бара тик “Карманнай”ы ғына тороп ҡалды.
Бигерәк тә малайҙар оторо шашты. Улар ҡағыҙ киҫәктәренә “карманнай” тигән һүҙ яҙып, тәнәфестә Юлайҙың китап, дәфтәрҙәре араһына, сумкаһына, күрмәгәндә генә кеҫәләренә тултырҙы. Был эш менән булышҡандарын күреп ҡалған малай шундуҡ улар менән һуғышырға тотондо. “Карманнай” өсөн бик күптәрҙең танауын ҡанатты Юлай. Ҡушаматы үҙенә лә мул ғына туҡмаҡ эләгеүгә сәбәпсе булды.
Алтынсы синыфта уҡығанда ҡушаматы Юлайҙы артабан түҙеп тора ал-маҫлыҡ хәлгә еткерҙе. Араларында шиғыр яҙыусылар ҙа бар ине. Улар Юлай хаҡында төртмә шиғыр ижад итеп, мәктәпкә таратты. Тиҙ арала барлыҡ уҡыусылар шиғырҙы ятлап алды. Һәр береһе Юлайҙы күреп ҡалыу менән шиғырҙы һөйләй башланы:
Беҙҙең синыфта уҡый
Илаҡ ҡына бер малай.
Исеме уның Юлай,
Ҡушаматы – “Карманнай”.
Дуҫтары ла юҡ уның,
Ҡыҙҙар уға ҡарамай.
Ҡыҙҙар уға ҡарар ине,
Бар белгәне – карманнай…
Был шиғырҙы яҙыусы малайҙың Әхмәт икәнлеген белә ине Юлай. Тешен ҡыҫып, ике көн түҙеп йөрөнө. Өләсәһенең “күрмәмешкә һалыш” тигән кәңәшен дә онотманы. Әммә ғәрләнеүе еңде. Спорт залында яйы сыҡты. Физкультура дәресендә. Әхмәттең әпәй шүрлегенә менеп төштө. Танауы ҡанаған “шағир”, илай-илай, туп-тура директор бүлмәһенә йүгерҙе. Әҡсән Сәғит улы малайҙар менән бик ҡаты итеп һөйләште:
– Юлай, һин ни өсөн синыфташың Әхмәттең танауын ҡанаттың? Аңлат, барыһын да һөйләп бир?
– Ул мине “карманнай” тип үсекләй. Мына, шиғыр ҙа яҙған. Мәктәпкә таратты…
Юлай усындағы бөгәрләнеп бөткән ҡағыҙ киҫәген директорға һуҙҙы. Мәктәп хужаһы, күҙлеген кейеп, ҡағыҙҙы йәйеп, уҡырға кереште. Унда яҙылғандар ҡапыл ғына аңына барып етмәне, булһа кәрәк. Ҡабат-ҡабат уҡып сыҡты. Ни асыуланырға, ни көлөргә белмәгән ҡиәфәттә бер аҙ тор-ғас:
– Карманнай… һе… Беҙ ҙә бәләкәй саҡта ҡулъяулыҡты карманнай тип әйтә торғайныҡ. Ниңә, улай ғына мәрәкәләүҙәр була инде, Юлай, һин юморҙы аңлап етмәгәнһең бит… – тине, малайға боролоп.
Директорҙың был һүҙҙәренән һуң Юлайға бөтә мәктәп, директор, уҡытыусылар – барыһы ла уға ҡаршы берләшкән һымаҡ тойолдо. Ул хәтһеҙ ваҡытҡа өнһөҙ ҡалды. Шулай ҙа үҙендә директорға ҡаршы әйтерлек көс тапты.
– Әҡсән Сәғит улы, һеҙ ҙә минән көләһегеҙ. Бөтә мәктәп көлә. Етмәһә, мине мыҫҡыл иткән Әхмәтте яҡлайһығыҙ…
Мәсьәләнең етди төҫ ала барғанын тойоп өлгөргән директор ҡапыл тактикаһын үҙгәртте. Хәҙер инде Әхмәткә һөҙөп ҡараны:
– Әхмәт, һин ни өсөн синыфташыңды мыҫҡыллап был шиғырҙы яҙып тараттың?
– Мине ней, мин... – Әхмәттең теле тотлоҡто, шулай ҙа башлағанын әйтеп бөтөрҙө, – мин генә түгел бит, бөтә мәктәп уны “Карманнай” тип үсекләй бит...
– Үсекләһә һуң, бына һинең үҙеңдең ҡушаматың нисек?
– Кәтүк...
– Шунан, һине бер тапҡыр булһа ла Юлайҙың “Кәтүк” тип үсекләгәне, көлөп шиғыр яҙғаны булдымы?
– Юҡ...
– Шулай булғас һуң. Бынан был яғына һабаҡташыңдан көлөп шиғыр яҙыр булһаң, атай-әсәйеңде мәктәпкә саҡырып, тәртибеңде тикшерәбеҙ. Бүтән шиғыр яҙаһыңмы?
– Яҙмайым...
– Яҙмайһың, хәҙер Юлай алдында ғәфү үтен һәм ҡулыңды бир...
– Ғәфү ит, Юлай...
– Ҡысҡырып әйт!
– Ғәфү ит мине, Юлай, бүтән ундай шиғыр яҙмайым...
Малайҙар бер-береһенең ҡулын ҡыҫышты.
– Ишетһен ҡолағығыҙ, һеҙ хәҙер донъялағы иң яҡын дуҫтар…


* * *

Мәктәп директоры Юлай менән Әхмәт араһындағы был низағы шулай икеһенең араһында ғына хәл итергә, ғәм алдына сығармаҫҡа бар көсөн һалһа ла, ваҡиға башҡа юҫыҡ алды. Илдең ауыҙын ябып булмай. Кемдер Әхмәттең Юлайға төрттөрөп яҙған был шиғырын Интернеттағы социаль селтәргә ҡуйған. Өҫтәүенә малайҙар уҡыған синыфтың махсус төркөмө – “Карманнайҙар синыфы” – барлыҡҡа килгән. Бер төн эсендә байтаҡ ҡына репостар яһалып, 10 меңдән ашыу лайк ҡуйылған.
Шулай итеп, малайҙар уҡыған синыф, мәктәптәре бер төн эсендә райондағы, республикалағы, илдәге, донъялағы “иң данлыҡлы” мәктәпкә әүерелгән. Бер-бер артлы район мәғариф бүлегенән, республика Мәғариф министрлығынан, гәзит-журналдар, радио һәм телевидение редакцияла-рынан шылтыратыуҙар китте.
Юлайҙың ахмалға төшкән ата-әсәһе иртәгеһенә үк мәктәп директорына үҙ талабын ҡуйҙы:
– Улыбыҙҙы ниңә улай мыҫҡылларға юл ҡуяһығыҙ, Әҡсән Сәғит улы? – булды Салауат ағайҙың дәғүәһе.
– Әгәр ҙә был мәсьәләне юлға һалмаһағыҙ, Әҡсән Сәғит улы, беҙ юғарыға ялыу менән барасаҡбыҙ. Улыбыҙ һеҙҙең мәктәптә башҡа бер көн дә уҡымаясаҡ, – булды Гөлсирә апайҙың дәғүәһе.
Ата-әсәләр, уҡытыусылар, район мәғариф бүлеге инспекторҙары ҡатнашлығында киңәйтелгән мәктәп йыйылышы үтте.



(Хикәйәнең тулы вариантын журналдың июль һанында уҡырһығыҙ).

Читайте нас: