+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2018, 17:22

Бер алдаһаң... (уймаҡ хикәйә)

Фәғилә 9-сы синыфта, күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Көн һайын өс саҡрым юл тәпәйләргә тура килә.

Күмәкләшеп, һабаҡташтар менән шаяра-көлә атлағас ни, саҡырымдар һиҙелмәй ҙә ҡала.
Бөгөн Фәғиләнең йәйәү йөрөгөһө килмәне. Ул, хәйләләшергә уйлап, бер саҡырымдай юл үткәс, ҡапыл юлға ултырҙы ла, илап ебәрҙе:
– Аяғым сыҡты!
– Ысынмы? – тип иптәштәре уны уратып алды.
– Ысын, – тип яуапланы Фәғилә.
Ике синыфташ егет, ҡулдарын тоташтырып, Фәғиләне ултыртып алды.
Мәктәпкә еткәс, ул һикереп төштө лә:
– Минең аяғым сыҡманы! – тип йүгереп мәктәп эсенә инеп китте. Ике саҡырымдай уны алмашлап күтәреп килгән һабаҡташтары бер талай һүҙһеҙ торҙо.
Был ваҡиға онотолоп та бара ине. Бер ваҡыт әлегә лә баяғы таныш урынға еткәс, Фәғилә йәнә ултыра төштө.
– Нимә булды? – тип һоранылар.
– Аяғым һынды, – тине Фәғилә, иламһырап.
– Алдашма! – тине һабаҡташтары, һәм ары китте.
Фәғилә ултырып ҡалды.
Бер нисә дәрес үтеүгә, тәнәфескә сыҡҡас, уҡыусылар ни күрә: Фәғиләнең атаһы ҡыҙын атҡа ултыртып алған. Был юлы уның аяғы ысынлап һынған икән. Атаһы уны дауаханаға гипс һалдырырға алып китеп барған булған.
Читайте нас: