+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2018, 17:31

Күпкә өмөт итһәң… (уймаҡ хикәйә)

Нурсиләнең телефоны ябай ғына. Синыфташтары, башҡа балаларҙың матур-матур телефондарын күреп, уның эсе боша, йәне көйә.

Шундай затлы телефон тотоп йөрөгөһө килә…

Көн һайын ҡайта ла, ата-әсәһенә ошо хаҡта мыжый:
– Мин генә шундай эшкинмәгән телефон тотоп йөрөйөм…
Ҡыҙ үҙе бик әүҙем: яҡшы уҡый, спортта ла һынатмай, волейбол, саңғы ярыштарында ҡатнаша, йыр, бейеү буйынса үткәрелгән бәйгеләргә лә ҡатнаша. Тик шуныһы бар: йөрөгән ерендә нимәһен булһа ла онотоп ҡалдыра. Үҙе йыйнаҡ булмағас. Эрерәк әйберҙәре – кроссовки, свитер – кешеләр аша “хужаһын эҙләп таба”, килеп етә.

Тик был юлы волейбол ярышына барған саҡта Нурсилә телефонын онотоп ҡалдырҙы. Уныһы, ябай ғына булһа ла, “хужаһын эҙләп”, кире ҡайтманы.
Затлы аппарат таптырып, көн дә әсәләренең башын ҡатырған Нурсилә ярты йыл буйы шым ғына телефонһыҙ йөрөнө.
Читайте нас: