-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Октябрь 2018, 17:14

Ысын дуҫ (хикәйә)

Дәрестәр тамамланғас, үҙҙәрен өс таған тип һанаған Илшат, Дамир һәм Азамат, өйҙәренә ҡайтырға ашыҡҡан иптәштәренә иғтибар ҙа итмәй, мәктәп ҡапҡаһы тышында кәңәш ҡорорға тотондо.

Иртәгә – ял, көндәр матур тора, шунан файҙаланып, өсәүләп Асылыкүлгә балыҡҡа юлланмаҡсы улар.
– Малайҙар, барһаҡ, иртәгә барабыҙ! Киләһе шәмбе өйҙә картуф ҡаҙабыҙ бит, бушай алмаҫмын, – тип үҙ һүҙен әйтте Азамат.
– Беҙҙең былай иртәгәгә бер ниндәй ҙә ҙур эш юҡ шикелле, әсәйем мине ебәрер ул, – тип ризалығын бирҙе Дамир.
Илшат ҡына икеләнә:
– Минекеләр ебәрерме икән? Һораманым бит әле...
– Иртәгә үк барайыҡ, ана, беҙҙең күрше Мансур ағай кисә күп итеп тотҡан, киптерергә лә элгән, бешереп тә ашағандар. Бөгөн мин ҡайтҡас та ҡармаҡтарҙы ҡарармын, селәүсен ҡаҙыр-мын. Иртәнге етелә ауыл осонда осрашайыҡ, велосипедтарҙы әҙерләп ҡуяйыҡ кистән…
Егеттәр һүҙ беркеткәс, һәр береһе эшлекле йөҙ менән өйөнә ашыҡты.
Иртәгеһенә, осрашаһы ваҡытта, Азамат менән Дамир ауыл осонда тора ине инде. Илшат ҡына юҡ та юҡ. Иптәштәре берсә уларҙың өйө яғына ҡарай, берсә дилбегә буйы ҡалҡҡан ҡояшҡа күҙ һала.
Ана, Илшат күренде. Яйлап ҡына быларҙың эргәһенә килеп туҡтаны.
– Нимә йоҡлап ятаһың? Һине көтә-көтә арыныҡ бит, – тип шелтәләп алды Азамат.
– Гел һуңлайһың да йөрөйһөң, һине һөйләшелгән ваҡытта көтөүҙең файҙаһы юҡ, – тип, Дамир ҙа ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
– Әсәйем ҡалаға киткәйне, атайым уятмаған, – тип аҡланырға тырышты Илшат. – Ашарға ла әҙерләп алырға ваҡыт булманы...
– Йә, ярай, ас булмаҫһың, минең дә биштәр тулы аҙыҡ, Азаматтыҡы ла. Әйҙә ҡуҙғала һалайыҡ, барып еткәнсе төш етә хәҙер.
Малайҙар, велосипедтарына атланып, бер-бер артлы ҡуҙғалып китте.
Сентябрь айының иртәһе һалҡын ғына кеүек ине, бара торғас, шыбыр тиргә батты малайҙар. Соҡор-саҡырлы юлда велосипед педален ишеүе ауыр, арҡалағы рюкзак та арыу ғына икән. Ара яҡын кеүек күренһә лә, Асылыкүл, ауылдан биш-алты саҡырым самаһы барҙыр.
Тәғәйен урынға килеп еткәс, кешеләр аҙыраҡ булған яр башын һайланы малайҙар. Кеше йыйылған ерҙә тауыш күп бит, ул ҡысҡырышыуҙарҙан балығың ҡурҡышынан әллә ниндәй төпкә төшөп ятыр!
Азаматтың ҡармағын кисә атаһы ҡарап биргәйне: ҡалҡыуысын алмаштырҙы, батырғысын рәтләне. Вәкил ағай бик оҫта балыҡсы булған йәш сағында, хәҙер генә ул был шөғөлдө бәләкәй малайҙар өсөн тип һанай. Азамат бәләкәй сағында атаһының ҙур суртан тотоп алып ҡайтҡанын әле лә хәтерләй, ул балыҡты малайҙары йоҡонан тороп сығыуға, тупһа эргәһендәге ҡоймаға айғолағынан элеп ҡуйғайны. Суртан янына алты йәшлек Азатты баҫтырғайнылар, икеһе лә бер оҙонлоҡта булып сыҡты. Ул балыҡты күрергә күрше-күлән килгеләне хатта. Йәл, фотоаппарат булмағас, фотоға төшөрә алманылар тарихи табышты.
Дамирҙың атаһы юҡ – бынан бер нисә йыл элек йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуйҙы. Ул әсәһе, ҡустыһы, өләсәһе менән йәшәй. Ҡармағын атаһының бер туған ҡустыһы Самат ағай йүнәтеп биргән.
Илшаттағы ҡорал – атаһыныҡы. Уға был ҡиммәтле бүләкте бер дуҫы яһаған, ти. Шундай матур, ҙур ҡармаҡлы, оҙон епле, күл эсенә тиҫтә метрға тиклем ташлап була. Иптәштәре, бик ҡыҙығып, затлы әйберҙе тотоп-тотоп ҡараны, үҙ баһаларын ҡуйҙы.
– Бик шәп бит был! Беҙгә лә биреп торорһоң әле, Дамир менән алмашлап тотоп ҡарарбыҙ, – тине Азамат.
– Юҡ, малайҙар, атайым, кешегә бирмә, үҙең генә ҡуллан, тине. Ватып ҡуйһағыҙ әле, миңә бит әрләнергә, – тип киреләнде Илшат, ҡыуалын үҙенә тартыбыраҡ.
– Йә, ярар, әйҙә, эш менән булайыҡ, буш хәбәргә ваҡыт әрәм итмәйек, – тип саҡырҙы иптәштәрен Дамир.
Малайҙар әйберҙәрен, велосипедтарын бер тирәгә ҡуйҙы ла, яр буйына, һәр береһе үҙенә оҡшаған урынды һайлап, ергә ултырҙы.
Иң беренсе сабаҡ Азаматтың ҡармағына эләгеп, ярға ялтырап сығып ятты ла һикергеләргә кереште.
Уны ысҡындырғас, ауыҙы ҡолағына еткән аусы:
– Балыҡ, ҡап, ҡап, яр башында ялтырап ят! Бар, атайыңды саҡыр, әсәйеңде саҡыр, туғандарыңды саҡыр! Тфү-тфү! – тип “өшкөрөп”, һыуға кире ырғытты. Унан:
– Ҡапты, ҡапты! – тип Дамир ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡармағына бармаҡ буйы ғына алабуға эләккән икән.



– Ҡап, ҡап ҡармағым,

Ҡапсыҡ төбөн ҡарманым.

Ҡапсыҡ төбөн ҡармағанда

Бысраны бармағым.

Тфү! Тфү! Тфү!

Төкөрөп һалдым, һикер, ҡап,

Яр башында ялтырап ят!

Ялтырамаһаң, ялтырама,

Яр башында ҡалтырап ят!


Теләктәрен һамаҡлай-һамаҡлай ул да беренсе балығын Асылыкүлгә кире ырғытты.
Шунан китте балыҡ эләгеп! Малайҙар хатта кис етеп килеүен дә шәйләмәне. Ашарға туҡтағас та, шәп-шәп кенә тамаҡ ялғап алдылар ҙа кире ҡыуалдары эргәһенә ашыҡтылар.
– Малайҙар! Әйҙә, ҡайтайыҡ, арытты бит инде, – тигән тауыш ҡына үҫмерҙәрҙе ысынбар-лыҡҡа кире ҡайтарҙы. Илшат ялбара икән. Уның магазин ҡармағы, матур булһа ла, балыҡ тотоуға бигүк эшкинмәне. Азамат менән Дамирҙың табышы күнәк тулып, шап-шоп килеп ятһа, Илшаттыҡы бармаҡ буйы бер-ике сабаҡ та, ике-өс алабуға ғына ине.
– Мине башҡа күлгә ебәрмәҫ инде атайым менән әсәйем, өс бөртөк балыҡ алып ҡайтҡас, – тип ҡайғырҙы малай.
– Кит әле, шуның өсөн ҡайғырып торма, хәҙер бөтә балыҡты бергә өйәбеҙ ҙә өсөбөҙгә тигеҙ итеп бүләбеҙ. Шулай бит, Дамир! – тип дуҫына боролдо Азамат.
– Эйе инде, бөтәбеҙҙең дә өйгә бер тигеҙ балыҡ ҡайта. Мин риза, – тип ниәтте хупланы Дамир.
Малайҙар, биҙрәләрен ярға ауҙарып, балыҡтарҙы, ҙурлығына, төрөнә ҡарап, тигеҙ өс өлөшкә бүлде. Унан, тағы бер тапҡыр ултырып, ҡалған ризыҡтар менән тамаҡ туйҙырып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде.
Тиҙ генә ҡараңғы төшөүгә яҡынланы. Малайҙар, ашығып-ашығып, ауыл яғына елдереүен белде. Шул саҡ ҡапыл уртала барған Азамат, туҡтап, велосипедынан төштө лә тәгәрмәсен ҡарарға кереште. Иптәштәре лә эргәһенә килеп баҫты.
– Нимә булды, Азамат, тәгәрмәсең тишелдеме әллә? – тип һораны Дамир.
– Эйе, бушаған шул... Хәҙер нисек ҡайтырға инде?
– Яйлап ҡайтабыҙ.
– Егеттәр, мин яйлай алмайым, әсәйем инде ҡаланан ҡайтҡандыр, мине көтәләрҙер, йәһәтләргә кәрәк, – тигән тауышҡа дүрт күҙ бер юлы Илшатҡа төбәлде.
Ҡабаланыусы, башын эйеп, велосипедына ултырҙы ла асфальт юлдан ауыл яғына яңғыҙ елдерҙе.
Ҡалған икәү, ватылған велосипедты алмашлап этеп, ярты юлға еткәндә тамам ҡараңғы төштө.
– Бар, көтмә, мин үҙем яйлап ҡайтып етермен. Йә әсәйең һуҡраныр оҙаҡ йөрөгән өсөн, өлә-сәйең дә борсолалыр, – тип иптәшен өгөтләне Азамат.
– Юҡ! Бергә килдек – бергә ҡайтабыҙ, – тип ҡаты торҙо Дамир.
Шул саҡ арттан машина тауышы ишетелде. Ул малайҙарҙы бер аҙ уҙып китеп туҡтаны ла, артҡа сигенеп килде.
– Нимә эшләп йөрөйһөгөҙ былай ҡараңғыла, Азамат, Дамир?
Руль артында Илшаттың атаһы булып сыҡты. Малайҙар уға хәлде аңлатып бирҙе.
– Илшат та һеҙҙең менән түгел инеме ни? – тип һораны Ғайса ағай малайҙарҙың “тимер ат”тарын машина арбаһына һалғанда. “Ул ҡабалана ине, шуға алдан китте”, – тигән яуапты ишеткәс, ҡашы төйөрөлдө, ләкин бер ни ҙә өндәшмәне, тамаҡ ҡына ҡырҙы ла, Дамир менән Азаматтың икеһен дә кабинаға ултыртып, ауыл яғына елдерҙе.
Ауылға бергәләп машина менән ҡайтып инделәр. Ауыл осонда уҡ, һуңға ҡалған егеттәрҙең әсәләре, фонарь тотоп, эҙләргә сыҡҡан ине. Икеһе лә иҫән-һау икәнлегенә ҡыуанып, балаларын ҡосаҡлап һөйөп алдылар. Ғайса ағай һәр ҡайһыһын өйҙәренә үк илтеп ҡуйҙы. Тәүҙә Дамирҙың өйө тапҡырында туҡтанылар.
– Рәхмәт инде, Әсмә, ысын егет тәрбиәләгәнһең. Дамирың улымдың бер үҙен юлда ҡалды-рып китмәгән. Гел шулай ышаныслы дуҫ бул, Дамир! – тип, алҡынып-талпынып, рәхмәттәрен уҡыны Азаматтың әсәһе Гөлниса апай.
– Ысын дуҫты һайлай белергә, Дамир кеүектәрҙе ҡәҙерләргә кәрәк, – тип өндәште аҙаҡ улына.
Азамат кемгә таянырға мөмкин икәнен, ысын дуҫтың ниндәй булырға тейешлеген һүҙһеҙ ҙә бик яҡшы аңлағайны инде.
Быларҙы күргән Илшаттың атаһының ғына кәйефе юҡ ине…

Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.