+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ноябрь 2018, 17:13

Любизар һүҙе нимә аңлата? (повестан өҙөк)

Шишәмбе иртәһе унынсыларҙа ғәҙәти башланып китте. Егеттәрҙән дәрескә алдараҡ килгәндәр Вилдандың яңы айфонын өйрәнеүҙе дауам итте...

– Липофрения…

Дүшәмбе көн Биктимер мәктәптән һөмһөрө ҡойолоп ҡайтып инде. Туп-һаны аша атлағас та ҡаштарын төйөп, иренен ҡымтып, сумкаһын йән асыуына ишек төбөнә атты. Үҙе лә әле генә ҡара көҙҙөң ҡар күҙе төшөп торған һалҡын көнөндә өшөй-өшөй ҡаланың ҡаршы яҡ осонда урын-лашҡан дауаханаға барып, табипҡа күренеп ҡайтҡан әсәһенең йәһәтләп ҡул йыуып, өҫтәлгә ултырырға үтенеүен дә ишетмәмешкә һалышты. “Ашың һыуына бит” тигәнгә лә иҫе китмәй, ауыҙ эсенән генә ниҙер мыңғырланы ла бүлмәһенә инеп бикләнде.

– Биктимер, тием! Улым, ас, улым!..

Бикле ишеккә туҡылдатып, уны астыра алмайынса бер аҙ ғәжәпләнеп тексәйеп ҡарап торғас, улының сумкаһынан көндәлеген алып ҡарарға баҙнат итте. Шикләнерлек бер нәмә лә күренмәй. Бына математиканан “бишле”… Урыҫ теленән “өслө”. Ошо фән ауыр бирелә үҙенә, шуға күрә бындай билдә өсөн бик кәйефе ҡырылмай уның. Быны аңлап, үтә шел-тәләмәй ҙә улын. Улайһа, нимә булған был балаға? Туҡта, синыф етәксеһенә шылтыратып алырға кәрәк.

– Ләлә Моталлаповна, һаумыһығыҙ! Биктимерҙең бер ҙә кәйефе юҡ. Мәк-тәптә бер-бер күңелһеҙ хәл булдымы әллә? Уҡытыусынан шелтә алдымы? Әллә берәйһе менән низағлашып киттеләрме? – тулҡынланыуынан әсә хәбәрен пулеметтан атҡандай бер тынала теҙҙе.

– Һаумыһығыҙ. Юҡсы, кәйефте ҡырырлыҡ ундай-бындай насар нәмә булманы шикелле. Киреһенсә, балалар Вилдандың бөгөн мәктәпкә алып килгән 6-сы модель айфонына иҫ-аҡылдары китеп, көнө буйы уның тирәһендә генә өйрөлдө, сыр-сыу килеп, ярыша-ярыша, яңы телефонды өйрәнде.

Уҡытыусының яуабынан һуң бер аҙ тыныслана төшкән Земфира апай ул-тырғысҡа йәтешләп урынлашты ла хәтерендә соҡсоноуын дауам итте. Нимә тине әле улы? “Липо… Липо… Липофрения…” Уныһы нимә аңлата тағы? Ишеткән һүҙе түгел. Эй ошо замана балаларының теле! Ҡайҙа, интернетта эҙләп ҡарар кәрәк. Улының уйында нимә икәнен кем белә?! Әллә ниндәй хәүефле төркөмдә ултыралыр, бәлки. Аллам һаҡлаһын, ниндәй генә ҡотортҡос, аҙҙырғыс күренештәр юҡ хәҙер…

Әсә кеше ҡабаланып барып компьютерҙы ҡабыҙҙы. Уның оҙаҡ ҡына геүләп тоҡанғанын үрһәләнеп күҙәтеп торҙо. Һин ҡабаланғанда ваҡыт та үс иткәндәй һәләк оҙаҡ үтә бит әле. Шөкөр, булды! “Яндекс” браузеры тиҙ асылды. Ул эҙләү юлына “липофрения” тип йыйып, “Энтер” төймәһенә төрттө. Артабанғы биттә әллә күпме һылтанма барлыҡҡа килде. Тәүге юл-да уҡ “Липофрения – бер ниндәй һиҙелерлек сәбәпһеҙ хәсрәт, һағыш тойғоһо” тип яҙылғайны. Замана зәхмәте, уйлап табалар бит һүҙен дә.

Һы… Ул ниткән аңлатма был? Сәбәпһеҙ кеше күңелһеҙләнәме? Барыбер берәй әтнәкәһе була бит инде. Туҡта, Вилдан мәктәпкә айфон алып бар-ған… Улы ла йәй буйы “айфон” да “айфон” тип ауыҙ һыуын ҡоротоп сыҡты ла баһа! Имеш, вәт шәп гаджет, хәтере шунса гигабайт, фото-камераһы шундай мөмкинлектәргә эйә, экранын ҡырынайтып ҡараһаң да уҡыла, йөҙөңә яҡын килтереүгә үк үҙенән-үҙе блогы алына… Әсәһенең “һуң улар барыһы ла бер ишерәк тә инде, шылтыратаһың да смс-хәбәр ебәрәһең” тигәненә туҡтай алмай көлгәйне. Шунан уның төймәле телефоны менән үҙенең смартфонын сағыштырып күрһәтте, ә айфондың өҫтөнлөк-тәре йәнә лә күберәк икәнен һөйләне. Йүнләп бер нимә лә аңламаһа ла, Земфира апай иғтибарлап тыңлап ултырған булды ла “замана уйынсығы”ның хаҡын белгәс, ҡото осоп: “Улым, беләһең дә инде, беҙ әлегә бындай ҡиммәтле әйберҙе ала алмайбыҙ”, – тине.

Биктимерҙең күңелен төшөрмәҫ өсөн генә “әлегә” тиеүен улы ла яҡшы аңланы, буғай. Илле мең һум торған айфонға уның бер нисек тә аҡса арт-тыра алмаҫы икеһенә лә көн кеүек асыҡ ине. Бына бит, бер яҡтан – шул тиклем хыялланған, алырға теләгән әйбер, икенсе яҡтан – был уйҙы бер нисек тә тормошҡа ашырыу мөмкинлегенең юҡлығы. Шунан ошо липофрения булмай ни булһын. Аңлашылды…

Әсә, ауыр уфтанып, комод тартмаһынан ҡаты тышлы дәфтәр алды. Тәҙрә эргәһендәге өҫтәлгә уны асып һалды ла йәтешләп ултырып, ручка менән ниҙер сыймаҡларға тотондо. Үҙе, урлап тотолоуҙан ҡурҡҡан бурҙай, йыш-йыш ҡына улының бүлмә ишегенә күҙ һалып алды. Бына-бына ҡапыл килеп сығыр тиеп ҡурҡҡанға оҡшағайны ул. Әммә иркенләп китеп яҙышырға форсат булманы – ишектә ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Әй әт-тәгенәһе, ҡолонсағы Зифаһы ҡайтҡандыр. Ҡатын дәфтәрен япты ла ҡаба-ланып урынынан ҡуҙғалды.

* * *

Игеҙәк булһалар ҙа, ике балаһының холҡо ике төрлө шул. Күпселек кеше, сабыйҙы нисек тәрбиәләйһең, шулай булып үҫә, тиеүсән. Их, шулай ғына булһасы… Унынсы синыфта уҡыған ғәзиздәре икеһе бер мөхиттә буй еткерһә лә, Зифа бер төрлө, Биктимер – тап киреһе. Береһе күңелсәк, яр-ҙамсыл, ҡайтымһаҡ, икенсеһе тәкәббер, ҡарышҡыр, тиҙ ҡыҙып барыусан. Береһе әсәһе тапҡан-таянғанға шөкөр итеп, алып биргәненә риза булып, бәлә һалмай ғына йәшәһә, икенсеһе мыжый, таптыра, үсегә. Әрләгәнгә лә, һалпы яғына һалам ҡыҫтырыуға ла ипкә килмәй ҡаршылаша. Төрлө ваҡ-төйәккә үпкәләп, әсәһен ҡыҙҙыра, асыуландыра.

Ҡасан, нимәнән башланғайны һуң әле уның был холоҡһоҙланыуы? Эйе, аталары менән айырылышҡандан һуң. Ни хәл итәһең, шулай килеп сыҡты инде. Тәүҙә ҡырталашып, киреләнеп бер булды. Шунан үҙ-үҙенә йомолдо ла ҡуйҙы. Алсаҡ малайҙы алмаштырып ҡуйҙылармы ни?! Етмәһә, тупаҫ яуап биреп, телләшергә лә күп һораманы.

Земфира апай улы менән әллә нисә тапҡыр уртаҡ тел табырға тырышып, ҡаршыһына ултыртып һөйләшеп тә ҡараны – фәтүә булманы. Ни улар йәшәгән ҡалала бер ир туғаны юҡ. Ауылға ҡайтҡанда олатаһы, ике туған ағайҙары тәрбиә бирер ине лә, үҫә төшкәс, унда нимә эшләйем, күңелһеҙ тип, ул яҡҡа ла юлды һыуытты улы. Аптырап, үҫмерлек осоро шулай ауыр биреләлер тип, әҙерәк иркәләтергә була ҡыҙына тәтемәгән әйберҙәрҙе лә Биктимеренә алып бирҙе. Яңынан-яңы кейем, смартфон, ҡеүәтле ноутбук, уйын приставкаһы…

Улының һәр әйбергә сикһеҙ ҡыуанғанын күреп, мәктәпкә йылмайып сығып киткәнен күҙәтеп күңеле тынысланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың ихтыяждары үҫә генә барҙы. Баҡһаң, был гаджет тигән нәмәләрҙең ураған һайын заманса яңы модификациялары сығып ҡына тора икән дәбаһа. Тимәк, ярты йыл һайын тиерлек уларҙы алмаштырыу зарур.

Бының өсөн әсә тағы бер урынға эшкә урынлашты. Иртән иртүк китеп, төн уртаһында ғына ҡайта башланы. Ял, йоҡо теймәне тиерлек. Шул арҡала һуңғы арала йөҙө һурылып, кәүҙәһе ябығып китһә лә, табипҡа барырға ваҡыт тапманы. Бөтөнләй хәле бөтөп, тыны ҡыҫылып йонсотҡас ҡына, ниһайәт, ошо көҙ башында поликлиникаға юлланды. Бына шунан бирле дауахана юлын тапай. Ә бөгөн…


* * *

Шишәмбе иртәһе унынсыларҙа ғәҙәти башланып китте. Егеттәрҙән дәрескә алдараҡ килгәндәр Вилдандың яңы айфонын өйрәнеүҙе дауам итте, ҡыҙҙар беленер-беленмәҫлек кенә итеп биҙәнеп, сәсен рәтләгән арала шыш-быш килеп серләшергә өлгөрҙө. Биктимер синыфҡа дәрескә ҡыңғырау шылтырау менән бергә килеп инде.

Үҫмергә дәрестәр томан эсендә уҙғандай тойолдо. Уҡытыусылар һораһа, автоматик рәүештә яуап бирҙе, уға иғтибар итмәһәләр, алдына төбәлеп, уйына батып ултырҙы. Ара-тирә, нимәнелер күҙ алдына килтереп булһа кәрәк, йылмайып та ҡуйғыланы.

Ниһайәт, йәнә бер уҡыу көнө тамамланды. Иркен тын алып, гөр килешеп барлыҡ уҡыусылар ҡайтырға йыйынды. Был мәл мәктәп ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә: биш йөҙ ҡыҙ һәм малай сумкаһына уҡыу кәрәк-ярағын йыя, ҡысҡырып һөйләшә-һөйләшә баҫҡыстар буйлап беренсе ҡатҡа табан хәрәкәт итә, кейенеү бүлмәһендә аяҡ кейемен алмаштыра, өҫ кейемен кейә. Фойела бәләкәй синыф уҡыусыларын ата-әсәһе йә туғаны көтөп торған-лыҡтан, бина эсе тағы ла тығыҙыраҡ булып китә. Хатта йыш ҡына этеш-төртөш тә килеп тыуғылай.

Унынсылар ҙа иртәнгәсә хушлашып, күбеһе таралышҡайны инде. Ике дуҫы менән иң артта ҡалып ишектән сығып килгән Вилдан ҡапыл шып туҡтаны. Һүҙһеҙ генә кеҫәләрен ҡапшаны, унан иңбашынан биштәрен төшөрөп, эсен асып соҡсондо. Аптырап, эргәһендәге иптәштәренә ҡарап:

– Ә ҡайҙа минең айфон? – тине.

Тегеләре унан да нығыраҡ ғәжәпләнеп яурындарын һикертте:

– Ҡулыңдан төшөрмәгәйнең бит.

– Бер ерҙә лә юҡсы. Кеҫәлә лә, сумкала ла… Әллә кейенеү бүлмәһендә ҡал-дымы икән? Бая эйелеп ботинка бауын бәйләгәнсе шундағы тәҙрә төбөнә һалып торғайным.

Өсәүләп кирегә йүгерҙеләр. Кейенеү бүлмәһендә берәү ҙә ҡалмағайны. Куртка-пальтолар алынып бөткән, мөйөштә генә иҙәндә бер нисә пар аяҡ кейеме ултыра. Тәҙрә төбөн тикшереп, бөтә мөйөштәрҙе байҡап, хатта кроссовка-туфлиҙар эсен һәрмәп ҡарағас, айфондың зым-зыя юҡҡа сыҡ-ҡанлығы билдәле булды. Бына һиңә мә! Күҙ асып йомғансы илле мең һумлыҡ әйберҙән ҡолаҡ ҡаҡ әле!

Кейенеү бүлмәһенән сыҡҡан урынды ла ҡарап бөттөләр, вахтала ултырған ҡарауылсынан да һораштылар, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, һуңғы дәрес үткән бүлмәгә лә барып килделәр – юҡ шул, юҡ! Вилдандың йөҙө ҡара янды:

– Урлағандар!


* * *

Земфира апай кисен өйгә арып-талып ҡайтты. Мөһим сәбәп менән ваҡытлыса эшен ҡалдырып торорға кәрәк булғас, кисектергеһеҙ тип һаналғандарын башҡарырға тырышып оҙаҡлап китте. Кискелекке эшен үҙенең бер танышына тапшырҙы, уныһы ҡушҡуллап риза булды – өҫтәмә аҡса кемгә кәрәкмәһен.

Фатир эсе дөм ҡараңғы, бер ерҙә лә ут янмай. Тимәк, Зифа күнекмәлә әле. Һуңғы арала үтә ныҡышмалы шөғөлләнә шул, мөһим ярышҡа әҙерләнә. Быйыл унынсы синыфта, сығарылыш имтихандары юҡ, ярай яратҡан эше менән булһын тип уйлай әсә. Ә бына Биктимер бер ни менән дә ҡыҙыҡ-һынмай, мәктәпкә барып килә лә көндәр буйы ноутбукта уйын уйнай. Ҡыуып та төшөрә алмай уны. “Хәҙер” ҙә “хәҙер” тип төнгәсә ултыра. Ныҡышһаң – ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен ҙур асып, күкле-йәшелле тауыштар сығарып асыулана.

Бына әле лә уйнай, ахыры. Бүлмәһенең ҡыҫыҡ ҡалған ишегенән һүрән генә зәңгәр яҡтылыҡ төшә. Әсә кеше итеген систе лә ипләп кенә йоҡо бүлмәһенә яҡынлашты, һаҡ ҡына эске яҡҡа күҙ һалды. Дөрөҫ, улы тегендә экранға текәлеп онлайн атыш уйыны уйнай ине. Ҡулында компьютер “сысҡаны” тегеләй ҙә, былай ҙа йүгергеләй генә. Ҡолағында наушник булғанғамы, уның ҡайтҡанын ишетмәне лә. Етмәһә, иптәштәре менән ҡысҡырып-ҡысҡырып һөйләшә. Һөйләшә тип ни, төрлө телдәрҙән бутҡа яһап, ҡабаланып туҡтауһыҙ һүҙҙәр теҙмәһен теҙә:

– Дроп бир! Дроп бир тием!

– АВП ал! АВП алығыҙ!

– Йәшник артында… Ат уны!

– Тейк он виндоу! Виндоу! Виндоооу!!!

– Мидлға бар! Мидлға бар, тием…

– О, май гад… Лол…

– Чекни… Чекни!

– Раш би!

Земфира апай улының монологынан мәктәптә өйрәнгән инглиз телен хәтеренә төшөрөп, “ҡорал бир”, “тәҙрәгә ҡара”, “алғы һыҙыҡҡа бар”, “йә, Хоҙай”, “тикшер”, “ташланырға” тигәндәрен аңланы. Ауыр көрһөнөп, кире ишек төбөнә килде, сисенеп, кейемен урынына элде. Бөгөн ул балаларына мөһим хәбәр әйтергә тейеш ине. Әйтмәҫ, ахыры. Дәфтәренә генә теркәп ҡуйыр. Ярһыу сәбәплеме, аҡ ҡағыҙ битен сыбарлап, хәрефтәр сатай-ботай теҙелде. Яҙыуы тараҡан бото кеүек, тиер ине быны уҡырға маташҡан кешеләр…


* * *

Иртәгәһенә балаларына иртәнге сәй эсергәндә Земфира апай уларҙы ғәжәпләндергән яңылыҡ еткерҙе. Әсәләре бөгөндән, хәҙер үк Өфөгә оҙайлы командировкаға китә икән. Бер айға тиерлек. Ә уларҙы студент ике туған Нурзилә апайҙары ҡарап торасаҡ, имеш. Әлбиттә, ике-өс көн бер үҙҙәре лә йәшәп торор ул, ә бына бер ай буйы… Бер ай ҙа йәшәрҙәр ине, тик әсәй инде үҙенсә хәл иткән.

Биктимер теләр-теләмәҫ кенә уҡырға сығып китте. Янында, ғәҙәттәгесә, тәтелдеге килгән игеҙәген дә ишетмәне. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып тибә, башы шаулай. Мәктәптә, атап әйткәндә, уларҙың синыфында ҡубасаҡ шау-шыу тураһында уйланы ул. Вилдандың айфоны юғалғаны уға бил-дәле ине, сөнки әйберҙе ул урланы. Ныҡ ҡыҙыҡты шул. Бушҡамы ни йәйҙән бирле шул хаҡта хыялланды. Әсәһе ҡырҡа ғына итеп ул теләктән төңөлдөргәнсе.

Барып ингәнендә синыф бүлмәһе, ысынлап та, ҡорт күселәй геүләй ине. Бөгөн дә барыһының да телендә Вилдандың айфоны. Дөрөҫөрәге, уның серле юғалыуы. Көндөң төп яңылығы беренсе дәрес башланғас та дауам итер ине, көтөлмәгән хәл булмаһа. Синыф етәксеһе Ләлә Моталлап ҡыҙы тәүге дәресте үткәрәсәк география уҡытыусыһын һәм ниндәйҙер бер ят үҫмерҙе эйәртеп бүлмәгә килеп инде. Бөтәһе лә гөж килеп шаулаған ерҙән шымып ҡалды. Күҙҙәр сит бауырға төбәлде. Оҙон буйлы, ҡарағусҡыл йөҙлө был егет кем булыр? Ҡайҙан килгән уларға? Оҙаҡ баш ватырға тура килмәне, Ләлә Моталлап ҡыҙы бейек прическаһын ҡулы менән төҙәткеләп, тамағын ҡырып алғас, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:

– Балалар, һеҙҙең синыфҡа яңы егет уҡырға килде. Ғаиләләре менән сит ерҙән бында йәшәргә күсеп ҡайтҡандар. Исеме Кәрим, фамилияһы Иҫәнаманов. Башҡаһын яҡынданыраҡ танышҡас, үҙе һөйләр. Рәхим итеп ҡаршы алығыҙ!

География дәресе башланды. Уның темаһы яңғыраны. Ләкин уҡыусыларҙа дәрес ҡайғыһы юҡ ине. Уҡытыусы шыбыр-шыбыр гәпләшкән балаларҙың бөгөн бар иғтибары яңы килгән үҫмерҙә булыуын иҫәпкә алып, яңы алым ҡулланмаҡсы булды, ахыры. Үҙенең башына килгән уйҙан күңеле бул-ғандай йылмайып ебәрҙе лә:

– Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ Кәримдән бығаса ҡайҙа йәшәгәнен белешәйек, – тине.

Кәрим, оялып, инәлтеп торманы. Тороп баҫты ла:

– Мин көньяҡта Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәнем, – тине…

Яңы егеттән әллә нимәләрҙе белешергә уҡталып-уҡталып ҡуйған уҡыусылар ризаһыҙ ғына геүләшһә лә, уҡытыусы артабан бөгөнгө теманы дауам итте. Унынсылар иғтибарын теләр-теләмәҫ кенә кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә мәжбүр булды.

Тәнәфестәр ваҡытында Биктимер тик Кәрим менән мәж килде. Уға ашхананың, бәҙрәфтең, китапхананың ҡайҙалығын күрһәтте, төрлө фән кабинеттарына артынан эйәртеп йөрөттө. Синыфташ егеттәр араһында ниндәйҙер тынысһыҙлыҡ һиҙелһә лә, уларға бәйләнмәнеләр. Шулай ҙа Биктимер хафалы йөҙлө Вилдандың бер нисә иптәше менән шыбыр-шыбыр һөйләшеүҙәрен, туҡтауһыҙ бүлмәнән-бүлмәгә йөрөүҙәрен, тегеләй-былай үткеләгәндәрен һиҙеп-тойоп торҙо. Бөтә был ығы-зығының уға ҡа-ғылмағанына ысын күңелдән һөйөнөп, Кәрим менән үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытты.

Дәрестәр бөткәс, синыф сәғәте була тип иғлан иттеләр. Ләлә Моталлап ҡыҙы менән Вилдандың әсәһе икәүләп килеп инделәр. Биктимер мәсьәләнең айышына бик тиҙ төшөнгәйне инде. Тик, тотолмаған бур түгел тип, үҙен тынысландырырға тырышты.

– Балалар! Бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙҙер, кисә дәрестәрҙән һуң Вилдан сисенеү бүлмәһендә айфонын юғалтҡан…

Ошо урында Ләлә Моталлап ҡыҙын сәрелдәк ҡатын-ҡыҙ тауышы бүлдер-ҙе:

– Урлатҡан! Юғалтмаған, ә урлатҡан!

Синыф етәксеһе уны тынысландырырға тырышып ҡулынан тотто:

– Тороп тороғоҙ, зинһар. Беҙ тәүҙә юғалғанмы, урлағандармы икәнен асыҡлайыҡ. Вилдан кейенгәнсе һалған урынынан алып киткәндәрме, әллә быға тиклем берәй ерҙә онотоп ҡалдырғанмы? Бәлки, кемдер табып, кил-тереп тә бирер. Шулаймы, балалар?

– Ундай ҡиммәтле әйбер мәктәптә бөтәһендә лә юҡтыр. Тапһалар, һорашып, хужаһын билдәләүе ҡыйын булмаҫ ине. Иртәнән бирле өндәш-кән кеше табылманы ла һуң! – тип ҡысҡырҙы Вилдандың әсәһе. – Кисә полицияға барып ғариза яҙҙыҡ. Бөгөн үк булмаһа ла, иртәгә мәктәпкә килеп, барыһынан да һорау аласаҡтар. Табырҙар бурҙы!

– Ярай, һөйләштек. Балалар, тағы берҙе һорайым, күрмәнегеҙме Вил-дандың айфонын? – Ләлә Моталлап ҡыҙы берҙәм генә баш сайҡаған унынсыларға диҡҡәт менән ҡарап алды. – Улайһа, иртәгә полиция хеҙмәткәрҙәрен көтөп ҡалабыҙ. Ә хәҙер ҡайтырға рөхсәт.

Ҡайтырға Биктимер Кәрим менән бергә сыҡты. Етмәһә, улар бер ихатала йәшәй ҙә булып сыҡты. Тик йорттары ғына күрше икән. Юл буйына яй ғына гәпләшеп атлап килгәндә Биктимер алыҫ ил тураһында күберәк белгеһе килеп, уныһын-быныһын һорашты. Ишеткәненә ғәжәпләнеп, тел шартлатты: “Вәт әй, малай! Иҫ китерлек күренештәр күп икән дәбаһа донъяла!” Синыфташы, үҙенең һөйләгәненән иҫен йыя алмаған Биктимергә ҡарап, былай тип өҫтәне:

– Һине аптыратаһы күренештәр күп әле был илдә. Берәй иркенләп һөйләр-мен. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙың урамда яңғыҙ йөрөмәүе, ошоғаса машина йөрөтөргә хоҡуғы булмауы, урлашҡан өсөн бурҙың ҡулын сабып өҙөү тураһында…

– Ҡ-ҡулын с-сабып өҙ-ҙөү??? – Биктимер аңын юғалтыр хәлгә еткәйне шикелле.

– Эйе. Хәҙер бындай яза алымы һирәк ҡулланыла, шулай ҙа сулаҡ кешеләр осрай. Уларҙы эшкә лә алып бармайҙар. Шуға ла унда урлашыу күренеше бөтөнләй юҡ тиерлек. Халыҡ урамда машиналарын асыҡ ҡал-дырып китә, магазиндарын бикләмәй, әйберҙәрен ҡарауыллап йөрөмәй.

Бурҙарҙы язалау хаҡындағы хәбәр Биктимергә эсәр һыуға ҡытлыҡ тураһындағына ҡарағанда ла нығыраҡ тәьҫир итте, буғай. Ул эскәмйәлә оҙаҡ ҡына шаңҡып ултырҙы. Шунан яй ғына торҙо ла Кәримдең күҙенә тура ҡарамай ғына:

– Ярай, пока. Мин ҡайтайым әле, – тине.


* * *

Биктимер йәшәгән ҡатына лифтта күтәрелһә лә, баҫҡыстан йәйәү атлағандай аһылдап менеп етте. Үс иткәндәй, ишек йоҙағына асҡысын ярата алмай торҙо. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Зифа ҡайтмаған әле. Мәктәптә инглиз теле курсындамы, әллә күнекмәһенә киткәнме – кем белһен ул өтөк-тө. Нурзилә апайы ла университетында, ахыры.

Үҫмер ҡабаланып йоҡо бүлмәһенә инде, ятҡан диванының аҫҡы йәшниген тартып сығарып, ундағы түшәк-юрған аҫтында соҡона торғас, айфонды табып алды. Уны ҡулында тегеләй өйрөлттө, былай өйрөлттө, әммә ҡабыҙырға йөрьәт итмәне. Мөмкинлектәре менән иҫ-аҡылыңды кил-терерлек гаджет һүнгән көйө бер нимәгә лә ярамай, күңелде иркәләмәй ине.

Ишек йоҙағында асҡыс ҡыштырлаған тауыш ишетелде. Егет урынынан һикереп торҙо ла ал яҡҡа йүнәлде. Ҡулына аҙыҡ-түлек тултырылған пакеттар тотҡан Нурзилә апаһы икән шул. Ҡаршы алыусыһын күреү менән:

– Һаумы, ҡустым. Күптән ҡайттыңмы? Асыҡтыңмы? Хәҙер тамағыңды туйҙырам да арлы-бирле өйгә эшемде ҡарап алғас, эшкә йүгерәм. Мин ҡайтҡансы үҙ йүнегеҙҙе үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине ул.

Үҫмер уның артынан ишекте бикләп алғас, бүлмәһенә йүнәлде. Ниңәлер компьютер уйынына тотонғоһо килмәне. Диванына ятты ла Нурзиләнең әйткән һуңғы һүҙҙәрен күңеленән генә ҡабат-ҡабат үткәрҙе. Әсәһен хәтеренә төшөрҙө. Ошо мәлдә нимә эшләй икән? Уларҙы уйлап йөрәге өҙөләме: имен-һау ҡайтып инделәрме… өшөмәнеләрме… ашанылармы… Туҡта, ә ни өсөн шылтыратмай әле һуң ул? Башҡа саҡта сәғәт һайын тиерлек борсоғанына асыуы килеп, ҡайһы берҙә трубканы ла алмай телефон тауышын баҫып ҡуя торғайны. Бөгөн, ғәжәп, тынлыҡ.

Биктимер әсәһенә бүтән ваҡытта берәй йомошо төшһә генә шылтырата ине. Йә мәктәп ашханаһында туҡланыу өсөн шәхси иҫәпкә аҡса күсер, йә теге-был турала ғариза талап итәләр, дәфтәрем бөткән, ручкам яҙмай… Эшләп йөрөгән әсәһе, ни аралалыр буш ваҡыт табып, сираттағы тәнәфестә үк бөтөн һорағанын килтереп еткерә. Шул арала ас йөрөмәйһеңме, телефоныңда аҡсаң бармы, башҡа бер нимә лә кәрәкмәйме, тип һорашып ала ла ҡабаланып кире эшенә йүгерә. Нисек барыһына өлгөргәндер? Бығаса был турала бер ҡасан да уйланғаны юҡ уның.

Егет телефонын ҡулына алды:

– Әсәй, сәләм!

(Дауамы киләһе һанда).
Читайте нас: