Юнир Салауатовтың был әҫәре "Аманат" журналында 2017 йылдың аҙағында һәм 2018 йылдың башында баҫылғайны. Һеҙҙең хөкөмгә уның тулы вариантын тәҡдим итәбеҙ.
1960 йылда ауыл хужалығында эшләүсе барлыҡ ҡарттар пенсия ала башлағас, ауылыбыҙ осона, палаткалар ҡороп, сиғандар килеп урынлаш-ты. Улар кешеләрҙе сихырҙан “дауалау” өсөн өйҙән-өйгә йөрөй. Һыуға уксус ҡоялар ҙа әбей-бабайҙарға тотторалар. Шунан стаканға сода һалалар. Һыу шажлап күперә, ҡайнаған кеүек була. Газлы һыуҙы эсергәс, бер аҙҙан “ауырыу” кеше кикереп ебәрә.
– Сирегеҙ эсегеҙҙән сығып осто, – ти сиғандар. Ҡарттар, ауырыуҙан ҡотолдоҡ, тип шатланып, “табиптар”ға айлыҡ пенсияларын тоттора. Улар “дауаланған” арала сиғандарҙың икенсе бер төркөмө өйҙәргә инеп, әбейҙәрҙең дебет шәлдәрен, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән түшел-деректәрен сәлдерә. Алданыуҙан өләсәйем дә ситтә ҡалманы.
Милиционер Барый ағай зыян күргәндәрҙең барыһын бергә йыйып, сиғандар урынлашҡан ергә алып барҙы ла, ҡатындарының кеҫәләренән аҡсаларын, ҡиммәтле әйберҙәрҙе сығарттырып, ергә теҙеп һалдырҙы. Әйберҙәр ҡаршыһына ауыл әбейҙәрен баҫтырҙы.
Вулкандан өләсәйемдең ҡулын еҫкәттем дә, аҡсалар янына килгәс, “Эҙләргә!” тип фарман бирҙем. Ул һәр аҡсаны еҫкәп сыҡты ла, берәүһен тешләп алып, өләсәйемә килтереп бирҙе. Берәм-берәм ҡалған аҡсаларҙы, шәлдәрҙе, түшелдеректәрҙе лә шулай хужаларына тотторҙо.
Әйберҙәр табылып бөткәс, Барый ағай:
– Китегеҙ, бүтәнсә беҙҙең ауылға киләһе булмағыҙ, – тине сиған-дарға. Улар тиҙ генә йыйынды ла ҡайҙалыр юл тотто.
Шул көндө кис Вулкандың хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтергә бер нисә әбей килде беҙгә. Мин уларға сиғандар тәҡдим иткән “шифалы” һыуҙы эш-ләп күрһәттем. Уксус менән соданы ҡушыуҙан химик реакция башланыуы хаҡында һөйләп аңлаттым.
Гитлер диверсанттары Уралға ла килгән...
Мостафа ағай – бик оҫта егерь. Урмандағы һәр тауыштың, эҙҙең нин-дәй йән эйәһенеке икәнен белә. Бер саҡ урманда оҙаҡ ҡына йөрөп, асыҡҡас, ултырып ашап алырға булдыҡ. Иң тәүҙә Вулканды һыйланыҡ. Ул оҙон теле менән ҡаймаҡлы икмәкте эләктерҙе лә бер ҡабыуҙа йотто ла ҡуйҙы.
– Ныҡ асыҡҡан. Минең һый-хөрмәткә лайыҡ ул, – тип, Мостафа ағай эткә ярты банка ҡаймағын, бер түтәрәм икмәген һәм ҙур ғына ит киҫәген бирҙе артабан. Аҙыҡ еҫен тойоп, тирә-яҡта ҡарғалар ҡарҡылдаша баш-ланы.
– Бик оҙаҡ ултырмайыҡ, тиҙ генә ашайыҡ та, һыпыртайыҡ был урындан. Айыу ит еҫен алтмыш километрҙан тоя. Уның менән осрашыуҙан Хоҙай һаҡлаһын, – тине өлкән юлдашым. Шулай иттек тә. Ләкин, бер аҙ барғас, Мостафа ағай үлән араһындағы йомшаҡ ерҙә аяҡ кейеме эҙен күреп ҡалды ла, шунда уҡ һығымта яһаны:
– Тә-ә-әк, ҡырҡ икенсе размер. Табаны, биҙәгенә ҡарағанда, өр-яңы кирза итегенеке. Кешенең ауырлығы етмеш кило булыр. Ҡарт кеше. Бына, аҙымы ҡырҡ сантиметр тирәһе генә. Бик арып атлаған. Был тирәлә болан-дарҙың төйәге юҡ, тимәк, был бәндә броконьер ҙа түгел. Һуңғы ун көндә ямғыр яуманы, шулай булғас, яңыраҡ ҡына уҙған. Төнъяҡа табан юл тотҡан. Әйҙәгеҙ, ошо эҙҙән барайыҡ. Кем икән, ни эшләп йөрөй ул бын-да?..
– Вулкан, еҫкә, эҙлә, – тинем.
Эт артынан оҙаҡ ҡына йүгерҙек һәм ҡараңғы таш ҡыуыштары араһына килеп сыҡтыҡ.
– Әһә, аңланым: бында, ер аҫтында, броконьерҙарҙың йәшерен төйәге бар. Әйҙәгеҙ, эсенә инәйек, – тине егерь.
Бик тар ҡыуыш буйлап шыуып, ун метр тирәһе уҙғас, тиҫтәләгән кеше һөлдәһенә һәм автомат, пулемет, граната, динамиттарға тап булдыҡ. Төпкөл урмандар, тауҙар араһында һуғыш ҡоралдарының табылыуы – бик ғәжәп хәл.
Һуңынан милиционерҙар ошо урында боҫҡон ҡороп, таш ҡыуы-шына килгән бер кешене тотто. Баҡһаң, 1943 йылда Гитлер, Свердловск, Силәбе, Магнитогорск, Омск, Түбәнге Тагил, Злотоуст ҡалаларындағы оборона сәнәғәте заводтарын шартлатыу өсөн 50 кешенән торған дивирсия төркөмөн Уралға ебәргән. Уларҙың күптәрен тотҡандар. Ә бына ун биш диверсант беҙҙең яҡтың урмандарында йәшеренеп, ҡотолоп ҡалған. Тәфтиш органдары асыҡлауынса, иҫән ҡалып, милицияға эләккән ир Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән һәм, яуҙа әсирлеккә төшөп, фашистарға ҡушылған диверсанттарҙың береһе икән. Һуғыш бөткәнгә егерме бер йыл үткәйне бит инде...
Серле гербарий
Барый ағай йыш ҡына, ауыл осондағы оло юлға сығып, еңел машиналарҙы туҡтата ла, шоферҙарҙың документтарын, кабина эсен тикшерә торғайны. Был эшкә ҡайһы саҡта мине лә алды. Ә мин Вулканһыҙ бер ҡайҙа ла бармайым. Юлда туҡтатылған машиналарҙың хужалары этемә һәр саҡ һоҡланып ҡарай.
Барый ағай – бик оҫта милиционер. Кешенең йөҙөнә, сырайына ҡарап ҡына ла башында тыуған уйҙарын самалай.
– Ғәйебе булмаған кеше генә эткә яратып баға, ә ғәйеплеләр шик-шөбһәгә бирелә, йөҙҙәре боҙола, – тине ул.
Бер саҡ Өфө яғына китеп барған еңел машинаны туҡтаттыҡ. Кабинанан ир менән ҡатын сыҡты. Уларҙың йөҙөнә ҡарағайным, йөҙҙәрен-дә нур һүнгәнен абайланым. Вулканға ҡурҡып ҡарайҙар. Милиционер ағай юлаусыларҙың документтарын тикшерҙе, машинаның багаж бүлеген асығыҙ, тип һораны. Вулкан менән мин яҡыныраҡ килгәс, шофер ир:
– Беҙҙең бер ҡоралыбыҙ ҙа юҡ, – тип алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы.
– Булмауы бик яҡшы, шулай ҙа беҙҙең эш – тикшереү. Багажнигығыҙҙы асығыҙ, – тине Барый ағай.
Водитель теләр-теләмәҫ кенә талапты үтәне. Барый ағайҙы багаж бүлегендәге әйберҙәр араһынан бер ни ҙә ҡыҙыҡһындырманы тиерлек. Матур китап рәүешендәге альбомды ғына алып, асып ҡараны. Үләндәрҙән, ағас япраҡтарынан йыйылған гербарий икән.
Юлаусыларҙан машина асҡысын тартып алды ла, Барый ағай мине ауыл советы йортонан район үҙәгендәге милиция бүлексәһенә шыл-тыратырға ебәрҙе. Йомошто үтәп, килһәм, тәртип һаҡсыһы ерҙә ята. Башы ҡанға батҡан. Саҡ-саҡ тын ала. Ә теге машина юҡ.
Бар тауышым менән ярҙам һорап ҡысҡырҙым. Мине ишетеп, юлға яҡын йәшәгән Кәрим ағай йүгереп килеп етте. Икәүләп тиҙ генә Барый ағайҙың башын уратып аҡ сепрәк бәйләнек.
– Бындай хәл беренсе тапҡыр... Кемдәр һөжүм итте икән һуң? – тип Кәрим ағай ҡат-ҡат һораны минән. Барый ағайҙы ул тиҙ генә мотоциклы менән дауаханаға илтеп ҡуйҙы.
Ул арала район үҙәгенән милиционерҙар килеп етте. Хәлде һөйләп аңлаттым. Мине, Вулканды машинаға ултырттылар ҙа енәйәтселәрҙе ҡыуып киттек.
– Милиционерға һөжүм иткәндәр икән, тимәк, бик хәүефле кешеләр, – тине мыйыҡлы ағай.
– Уларҙы ҡыуып етә алмаҫбыҙ ул, машина йүнләп тартмай, – тип борсолдо водитель.
– Белорет районының милиция бүлегенә хәбәр итәргә кәрәк. Эх, ар-миялағы кеүек рация булһа ине лә бит, юҡ шул, – тип үкенде өр-яңы фуражкалы ағай.
Мәһәҙей ауылына килеп, телефон элемтәһе үткәрелгән һөтсөлөк фер-маһына туҡтаныҡ. Милиционерҙар үҙебеҙҙең район үҙәгенә бар мәғлүмәт-те энәһенән-ебенәсә еткерҙе. Бер аҙҙан Белорет районына илтеүсе оло юл буйына милиционерҙар ҡуйылыуы хаҡында билдәле булды.
Беҙ күрше райондың Ҡағы ауылына килеп еткәндә өс юл сатында милиция машинаһы ҡаршы алды. Кабинаға башын тығып:
– Енәйәтселәрҙең машинаһын кем таный, кем күрҙе? – тип һораны бер лейтенант.
– Мин, – тинем.
– Яр аҫтында тәгәрәп ятҡан шул түгелме?
Сығып ҡараным да, танып:
– Эйе, уларҙыҡы, – тинем.
Лейтенант шул саҡ миңә, Вулканға иғтибар менән ҡараны ла:
– Һин кем? Бала-сағаны ошондай оператив эштә кем буталдырып йөрөй? – тип ҡәтғи һораны.
– Беҙҙең Байназар ауылы егете. Эте өйрәтелгән. Беҙ уның менән бик күп енәйәтселәрҙе тоттоҡ, – тине беҙҙең райондың милиция сержанты.
– Милицияла өйрәтелгән эт юҡ, ә был малайҙа бар, – тип, лейтенант ағай ғәжәпләнде. Унан һүҙен дауам итте: – Енәйәтселәрҙең машинаһы бар, үҙҙәре күренмәй. Нимә эшләйбеҙ, эт менән эҙләйбеҙме?
– Шулай итергә ҡала ла инде, – тине сержант.
– Әйҙә, ҡустым, этеңде эшкә ҡуш, – тинеләр шунан миңә.
– Вулкан, еҫкә! Эҙлә! Алға! – тип бик ышаныслы, көслө тауыш менән бойора башланым. Белорет милиционерҙары, мине белмәгәс:
– Ҡара әле, малай ғына булһа ла, офицерҙар кеүек фарман бирә, – тип, бер-береһенә ҡарашып алды.
Вулкан иң тәүҙә машина янына барып, асыҡ багажникты еҫкәне лә өрөп ебәрҙе. Мин, уның эсендә нимәләр бар икәнен бер тапҡыр күргәс, теге альбомдың юҡлығын әйттем.
– Альбом енәйәт ҡоралы түгел, уға иғтибар итмә, ҡустым. Этең менән беҙҙе енәйәтселәр эҙенән алып барһаң, булды, – тине милиционерҙар.
Вулкан эҙ буйлап Әбйәлил районының Хәмит ауылы яғына юл тотто. Иң алдан беҙ барһаҡ, милиционерҙар арттан йүгерә. Биш километр тирәһе юл үткәс, енәйәтселәрҙе шәйләнек.
Тәртип һаҡсылары ҡыуып етеп, ҡулдарын ҡайырып бәйләгәндә енәйәтселәрҙең икеһе лә ир кеше булыуы асыҡланды. Береһе ҡатындарса кейенгән икән. Биштәрҙәре эсендә теге альбом да бар ине.
Был операциянан ҡайтҡас, аңларға тырышып:
– Барый ағай, ә гербарий нимәгә кәрәк булған уларға? – тип һораным.
– Тәү ҡарашҡа бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмаған был альбом беҙҙең оборона сәнәғәте хаҡында дошмандарға күп нәмә һөйләй. Иң көслө ҡорал – атом бомбаһы. Ул беҙҙә бар. Тик ҡайҙа эшләнеүе, уран рудаһының ниндәй урындан алыныуы – дәүләт сере. Американың махсус лабораторияларын-да ошо гербарийҙарҙан анализ алалар. Атом сәнәғәте булған, уран сыҡҡан биләмәләрҙәге үҫемлектәрҙә радиация кимәле юғарыраҡ, шуға нигеҙләнеп, бомбаларҙың ҡайҙа эшләнеүен билдәләйҙәр. Һәм артабан шул тарафҡа ракеталарын төбәп ҡуялар йә шартлатырға диверсанттарын ебәрәләр, – тип аңлатып бирҙе милиционер.
Һаҙлыҡтан сыҡҡан алтын
Бер кистә Барый ағай кабинетына килеүемде һораны. Барҙым. Эстә унан башҡа таныш булмаған милиционер ағай ҙа ултыра. Мине генерал-дай күреп, аяғөҫтө баҫып, ҡул биреп күрешеп ҡаршыланылар.
– Ҡустым, һинең кем булыуың хаҡында белмәгән милиционер юҡтыр был тирәлә хәҙер. Ә бына был лейтенант ағайың – Ишембай районы эҙәрмәне, – тине лә Барый ағай ят офицерға һүҙ бирҙе: – Ар-табанғы оператив хәлде ҡустыға үҙегеҙ аңлатығыҙ.
– Октябрь революцияһынан һуң беҙҙең башҡорт ерендә лә граждан-дар һуғышы башлана. 1918 йылда Стәрлетамаҡта урынлашҡан Совет власын ҡыуып, ҡалаға Аҡ чехтар килеп инә. Ҡыҙыл армияның Стәр-летамаҡтағы ғәскәренә ул саҡта йәш офицер Блюхер етәкселек иткән була. Аҡ чехтарға, казактарға ҡаршы торорлоҡ көсө самалыраҡ икәнен белеп, ул отряды менән Маҡар, Петровский, Ҡолғана, Брәтәк ауылдарына ҡарай сигенә. Әммә ҡасып китер алдынан Стәрлетамаҡтағы, Ишембайҙағы, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районындағы байҙарҙың алтын-көмөштәрен, ҡиммәтле таштарын, бик күп аҙыҡ-түлеген, аттарын тартып ала. Маҡар тирәһенә барып еткәс, уның разведкаһы Әүжән, Ҡағы ауылдарында казактарҙың боҫҡон ҡороуы хаҡында мәғлүмәт килтерә. Блюхер ҡамауҙа ҡалыуҙан ҡурҡа ла, өс һалдат менән үҙенә тоғро булған коман-дирға алтын-көмөштө урманға индереп йәшерергә ҡуша. Өс көндән һуң тегеләр Брәтәк ауылында отрядты ҡыуып етеп, байлыҡ йәшерелгән урын-ды картала табып күрһәтә. Блюхер 1938 йылда репрессияға эләгә, шул сәбәпле алтын-көмөштөң ҡайҙа ятыуы сер булып ҡала. Оло юл буйындағы Ҡоҙаш ауылынан Ҡолғанаға йөрөп уҡыған бер ҡыҙҙа бик ҡиммәтле йөҙөк ҡашы күргәйнем. Уны ҡайҙан алыуын һорағас, олатайым бүләк итте, тине. Ә ҡарт йыл әйләнәһенә урманда йәшәй. Әлеге ҡиммәтле әйбер Блюхер ал-тындары менән бәйле түгелме икән, тигән шигем бар, – тип, лейтенант бик мауыҡтырғыс тарих һөйләне.
Шунда уҡ “УАЗ” машинаһына ултырып, Ишембай районындағы Ҡоҙаш утарына юл тоттоҡ. Тәғәйен урынға килеп еткәс, теге ҡыҙҙың олатаһы кейгән итектәрҙе Вулканға еҫкәттем. Эҙәрләү операцияһының уңышлы булырында тамсы ла шигем юҡ ине.
Урман ныҡ ҡуйы, ере батҡыл, үләндәр ҙә бейек үҫкән. Аттар тиҙ арыны, шунлыҡтан уларҙы яй ғына атлатып барырға булдыҡ. Дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт үтте, иллә мәгәр урман-тауҙарҙың сиге күренмәй.
– Был ерҙә тәүтормош кешеләре лә йәшәмәгәндер... – тип һөйләнеп алды ағайҙар.
Бик арығас, палатҡа ҡороп йоҡлап алырға ҡарар иттек. Таң атҡанын һиҙмәнем дә. Тороп, ашап алғас, Вулкан эҙ буйлап артабан алып китте. Бер аҙҙан ҡуйы урман эсендә шымарып бөткән һуҡмаҡҡа килеп сыҡтыҡ. Вулкан һағайҙы. Ағайҙар кобураһынан пистолеттарын сығарып, әҙерләп ҡуйҙы.
Ике йөҙ метр самаһы атлағас, бәләкәй генә аҡланда мунса ҙурлыҡ өй күренде. Барыбыҙ ҙа ергә яттыҡ, Барый ағай иһә бинокль аша күҙәтә башланы. Бер заман өй эсенән бабай килеп сыҡты. Кейемдәре иҫке, ауылса. Ҡарт булһа ла, шыма итеп ҡырылған йөҙө асыҡ ҡына күренә.
Милиционерҙар, өй эсендә тағы берәйһе булыуы мөмкин, тип, оҙаҡ ҡына күҙәтте. Ахырҙа йортҡа яҡын үк килеп, бабайға: “Ҡулыңды күтәр!” – тип бойорҙолар.
– Ҡурҡмағыҙ, балалар, мин ҡораллы кеше түгелмен. Ҡоҙаш утарынан Хызырйән булам, – тине ул. Беҙ яҡын уҡ килдек.
Бабай ошо тирәлә бесән әҙерләй икән. Умарталары бар. Зыянһыҙ кеше булғас, уның менән ныҡлап танышып алып, төрлө һорау бирә баш-ланы милиционерҙар.
– Ейәнсәреңә ҡиммәтле аҫылташ бүләк иткәнһең, уны ҡайҙан алдың?
– Ана, һаҙлыҡ эсендә алтын-көмөш ифрат күп... Граждандар һуғышы ваҡытында башҡалар ҡулына эләкмәһен өсөн Блюхер отряд байлығын миңә, Ғәйзуллаға һәм Имәнғолға йәшерергә ҡушты. “Донъялар тынысланғас, килеп алырбыҙ”, – тигәйне. Тик килеүсе, һораусы булманы. Аманатты ҡырҡ биш йыл буйы һаҡланым...
– Нисек түҙҙегеҙ?!
– Фарманды үтәмәй булмай инде. Бар мөлкәткә документтар төҙөлгән. Ҡағыҙҙарҙы таш ҡыуышындағы тимер һандыҡта һыу тейҙермәй һаҡланым. Оло ейәнсәремә барыһын да һөйләп аңлатҡанмын, мин үлеп китһәм, милицияға хәбәр итеп, байлыҡтарҙы дәүләткә бирерһегеҙ, тип әйткәнмен.
Тантаналы бүләкләү
Яңы уҡыу йылы башланған көн айырыуса шатлыҡлы булды. Барлыҡ уҡыусылар, өлкәндәр минең менән Вулкан тураһында район гәзитен-дә сыҡҡан мәҡәләне уҡыған икән. Беренсе дәрестәр уҙғас, ата-әсәләр, уҡытыусылар, бишенсенән юғарыраҡ синыфтарҙа уҡыусылар клубҡа йыйылды. Мәктәп директоры дөйөм уңыштар хаҡында телмәр тотто. Йәйге каникул осоронда ауыл хужалығында эшләүселәрҙе бүләкләнеләр.
Мине ҡотлау өсөн сәхнәгә милиционер Барый ағай күтәрелде.
– Енәйәтселәрҙе, бандиттарҙы тотоуҙа, бурҙарҙы фашлауҙа уяулыҡ, әүҙемлек күрһәткәнең өсөн беҙҙең район бүлексәһе һине Почет грамотаһы һәм милиция формаһы менән бүләкләй, – тине ул.
Уғаса миңә милиция формаһын, фуражкаһын кейҙереп, сәхнәгә сығырға әҙерләп ҡуйғандар ине. Вулканды етәкләп сыҡтым сәхнәгә. Бар зал туҡтамай ҡул саба бит! Кешеләргә тура ҡарарға оялам. Ә барыһы ла: “Афарин!” – тип ҡысҡыра. Район гәзите хәбәрсеһе Сәлих ағай иһә фотоға төшөрә лә төшөрә.
Тантана бөткәс, клуб алдына сығыуым булды, бик күп балалар, тиңдәштәр, ауылдаштар мине үҙ араһына ҡуйып фотоға төшөргә ашыҡты.
Бер аҙна үткәс, Сәлих ағай бик матур, асыҡ сыҡҡан фотолар кил-тереп бирҙе мәктәпкә. Иң алда Вулкан менән мин торам. Уң яғымда – Зөбөржәт... Ҡара, байрамса кейем уны шул тиклем ныҡ үҙгәрткән, танырлыҡ та түгел! Фотоларҙы олатайым менән өләсәйем дә иҫтәре китеп ҡараны.
Хеҙмәткә әҙербеҙ!
Күпмелер ваҡыт уҙып, ауыл советы йорто янында осрашҡанда Барый ағай:
– Ҡустым, һиңә повестка бар. Военкоматка медосмотрға саҡыралар, – тип, ҡулыма бәләкәй генә ҡағыҙ тотторҙо. Ундай ҡағыҙ миңә генә түгел, бар тиңдәштәремә лә тапшырылған икән.
Әлбиттә, юлға сығырымды һиҙеп, Вулкан ныҡ тынысһыҙланды. Үҙем менән бергә алырға булғас, шатлыҡтан ҡойороғон болғай-болғай иркәләнде.
Барабыҙ, барабыҙ, һис кенә лә арымайбыҙ. Инде үҙебеҙҙе ысын һалдаттар тип хис итәбеҙ. Оло тормош юлына аяҡ баҫыуыбыҙ шатлығы беҙҙе шулай арытмайынса Белорет ҡалаһына тиклемге 120 километрҙы атлатты ла атлатты. Төн төшкәс, колхоз баҫыуҙарындағы һалам, бесән эҫкерттәре төбөндә ятып йоҡланыҡ. Ағиҙелдең юлға яҡын ярҙарында туҡтап, өс көндә лә һыу индек. Белоретҡа килеп еткәндә тәндәребеҙҙә бер ниндәй ҙә туҙан-фәлән юҡ ине шуға. Врачтар алдында ғорур баҫып торҙоҡ.
Әйткәндәй, военкомат бинаһына килеп ингәс тә ҡаршы алған майор миңә, Вулканға иғтибар менән ҡараны ла:
– Шпион тотҡан егет һин булаһыңмы, этең дә шулмы? – тип һораны.
– Эйе.
– Улай булғас, һине сик буйы ғәскәрҙәренә тәғәйенләйем. Армияға этең менән бергә бара алаһың. Хеҙмәттән ҡайтҡас, район етәкселеге милиция мәктәбендә уҡырға йүнәлтмә бирер.
– Рәхмәт, ағай.
Медицина тикшереүе үтеп, ауылға ҡайтҡанда бәләкәй малайҙар, олатайҙар ҡаршы алып, һәр береһе:
– Врачтар нимә тине? Армияға алалармы? – тип һорауҙар яуҙырҙы.
Егеттәрсә танау күтәрә биреп, “допризывник” тигән танытмаларҙы күрһәттек.
Нәҡ миңә оҡшатып эт эйәрткән бәләкәй малайҙар:
– Армияла кем булаһығыҙ: танкисмы, летчикмы, пограничникмы? – тип һаман төпсөнә бирҙе. Ә беҙ уның һайын ҡанатланабыҙ.
Был беҙҙең бала саҡ менән хушлаша башлауыбыҙҙың икенсеме, өсөнсөмө баҫҡысы ине…