+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Декабрь 2019, 21:45

Йәшәйеш темалары (уймаҡ хикәйәләр)

Оҙаҡ йылдар ауыр һәм яуаплы эштә - Башҡортостан Юғары Судында судья булып эшләгән, хәҙер отставкалағы судья Урал Абдулла улы Мөлөков хикәйәләр яҙыу менән мауыға. Башҡор­тостан һәм Рәсәй матбуғатының әүҙем авторы ла. Уның бик күп хикәйәләре “Юлбарыҫ исемле ат” китабында донъя күргән. Был һанда уның мажаралы хикәйәләрен “Аманат” уҡыусыларына ла тәҡдим итәбеҙ.

Испанса ит
Кәримә, ата-әсәһе менән диңгеҙ буйлап сә­йәхәттә. Һыуҙа йөҙөү майлы бутҡа ашау түгел шул, асыҡтыра. Төш мәле, тамаҡ ялғар ваҡыт еткән. Эстә ас бүреләр олой. Диңгеҙ ярында ҡупшы ғына ашхана. Бындағы аш-һыуҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Шул тиклем дә мул ашамлыҡ араһынан йәнең теләгән ризыҡты һайлап алыуы анһат ҡына эш түгел икән. Лев Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” китабынан да ҡалын меню китабындағы аҙыҡ исемлегенең осо-ҡырыйы юҡ. Уны уҡый торғас, күҙҙәр тала.
Официанттары ла, әйтерһең, тореадорҙар (үгеҙҙәр менән алышыусы), тик улары үтә лә наҙлы күренә, үҙҙәренең кейемдәре бигерәк рәсми.
Ҡайнар ашты һайлауы ҡатмарлы эш кеүек бул­ды. Ниһайәт, үҙебеҙгә оҡшаған ашамлыҡ табыл­ды, шикелле. Ә уға нимәләр ҡушып бешергәндәр - аҙағына тиклем төшөнөп етмәнек. Итле аҙыҡ булыуын ғына аңланыҡ. Официанттан ниндәй ит икәнен һорайбыҙ: һыйыр, һарыҡ, сусҡа? Ә тегеһе, муйынына күбәләк-галстук тағып алһа ла, бындай сит һүҙҙәрҙе бөтөнләй аңламай.
Астың асыуы яман, тигәндәй, һүҙ запасыбыҙ бөтөп, ахырҙа, официантыбыҙ өсөнсөгә тирләп- бешеп сығыуға, бәләкәй Кәримәбеҙ “тореодорға”:
— Бэ-э-э? - тип ҡысҡырып, һорау ҡуйҙы.
Ялтыр туфли кейгән “күбәләк”ле, тертләп, бер аҙым артҡа янтайҙы ла, иҫенә килгәндәй булып, “юҡ” тигәнде аңлатып, башын сайҡаны һәм:
— Ме-е-е!!! - тип ҡәтғи генә әйтеп ҡуйҙы.
Таныш булмаған емеш
Алыҫ Төркиәгә юл төштө бер заман. Юлға әҙерләнгәндә, урыҫ-төрөк һүҙлеген ҡараштырып алырға кәрәк булыр тип уйланым. Исмаһам, ябай ғына һүҙҙәрҙе: нисек һаулашырға, рәхмәт әйтергә һәм башҡаларҙы белергә тейешмен бит. Шулай ҙа тел өйрәнергә ваҡыт етмәй, өлгөрмәй ҡалдым. Уның ҡарауы, аэропортта һүҙлек һатып алдым. Уны ла тейешенсә уҡып сыға алманым. Хәйер, артыҡ бошонорға түгел. Кемдәр башҡорт, татар телдәрен белә, төрөктәр менән аралашҡанда ҡыйынлыҡтар тыумай, сөнки бик күп һүҙҙәрҙең әйтелеше лә, мәғәнәһе лә бер үк яңғырай.
Бай ҡунаҡхананың аҙыҡтарҙан һығылып торған швед өҫтәле. Рәхәтләнеп, йәнең теләгән ризыҡты һайлап алып аша. Оҡшап ҡалһа, рәхим итеп, тағы ла өҫтәп, һалып ал.
Төшкө аш мәле. Йәйғор төҫөндәге салаттар төрөнән күҙҙәр ҡамаша. Ашау йәһәтенән һайлан­сыҡ булмаһам да, аҙыҡтың күплеге шатландырып, “эсте ҡытыҡлай”. Ҡыҙғаныс, өйҙәгесә өйрәнелгән ябай аш-һыу бында юҡ. Әһә! Муллыҡ араһын­да уртаға ҡырҡылған һуғанға оҡшаш аҡ төҫтәге ниндәйҙер бер нәмә иғтибарымды йәлеп итте. Аптырау ҡатыш ҡыуанып киттем. Көн дә яртышар баш һуғандың башына етеүҙе ғәҙәткә индереп алған кешегә, был нәмә ярап ҡалыр әле. Шик тә тыуҙы: нисек инде шундай зиннәтле ҡунаҡха­на, ябай ғына һуғанды ла аҙыҡҡа һанап, үҙенең ҡунаҡтарына тәҡдим итә? Үҙемдең шөбһәмде таратыр өсөн аш-һыу янында торған ашнаҡсынан һорамаҡсы булдым. Бер юлы, йәнәһе, төрөк те­лен яҡшы белеүем менән маҡтанып алайым әле. Нәзәкәтлерәк ҡыланыштар менән ҡырҡылған һуғанға төртөп күрһәтеп, ашнаҡсыға ҡыйыу ғына мөрәжәғәт итәм: “Һуған?” - тим.
— Эвэт! - Ҡояштай балҡып китеп, киң йылмая миңә ашнаҡсы.
Мин уйға ҡалдым. Бындай емеш тураһында ғүмерҙә лә ишеткәнем юҡ та баһа?!.
— “Һуған?” - тип төпсөнәм тағы ла.
Һөйкөмлөлөгөн урғылтып, ашнаҡсы шәберәк тауыш менән ҡысҡырып яуап бирә:
— Эвет!
Ярай, эвет булғас, эвет булһын. Шулай ҙа, һуған ашағы килгәйне лә. Эхх, кәрәкмәй миңә һеҙҙең эветығыҙ. Хатта ки: “Төрөк яры беҙгә кәрәк түгел” - тип, йырлап ебәрге килеп тә китте: — Ә мин һуған тип уйлағайным. Шул тиклем беҙҙең һуғанға оҡшаған, — тип кенә әйтә алдым.
— Эвет, эвет! — Көйәләнеп, ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп ебәреп, балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәсенең күҙҙәре менән миңә ҡарап, яуап бирҙе ашнаҡсы.
Тәрилкәмә төрлө-төрлө тәмле аҙыҡтар тул­тырҙым, теге “эвет”те лә һалып алдым. “Эвет” тигәндәре беҙҙеке кеүек үк һуған булып сыҡты. Шулай, өйҙәгесә һуған ҡушып тороп, хатта бик һәйбәт итеп ашап алдым.
Бүлмәмә ҡайтҡас та һүҙлеккә йәбештем. Әһә!.. Бына бит “эвэт”! Ә уның мәғәнәһе ябай ғына — “Эйе” тигәнде аңлата, икән дәбаһа, үәт, әй!
Читайте нас: