+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Декабрь 2019, 11:09

Йәшәйеш темалары (дауамы)

Урал Мөлөковтың уймаҡ хикәйәләренең тәүге өлөшө һеҙгә оҡшағандыр, тигән өмөттәбеҙ. Был юлы һеҙгә уның "Серек күнәктең файҙаһы" һәм "Тауыҡ та, мин дә ҡотолдоҡ" тигән әҫәрҙәре менән таныштырабыҙ.

Серек күнәктең файҙаһы
Беҙгә - Өфөнән Белоретҡа - Зәкиә өләсәй менән дүрт йәшлек ейәне Рөстәм ҡунаҡҡа килде. Малай тәүҙәрәк туғандары менән аралашыуға бик тә шат ине. Һуңғараҡ бойоғоп китте, аҙаҡ бөтөнләй илай башланы. Әсәһен һағынғандыр, күрәһең. Тынысландырыу мөмкин дә түгел ине. Баланы әүрәтеүҙе әсәйем, миңә - ун дүрт йәшлек балаға - ҡушып ҡуйҙы. Нишләйһең инде, әсәйҙең әйткәнен тыңларға кәрәк. Кемдер файҙалы эште күңеллеһе менән берләштереп эшләй, ә мин арыраҡ киттем - файҙалыһы менән файҙалыһын ҡушып башҡарырға булдым. Бала әүрәтеүҙән алдараҡ миңә түтәлдәге кишерҙәрҙе йыйырға ҡушылғайны. Сабыйҙы, һөйләндереп, баҡсаға алып киттем. Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, тегеһе артымдан һөйрәлде. Юл ыңғайы шунда ятҡан ниндәйҙер күнәкте ҡулыма эләктерҙем дә: “Фокус күрһәтәм, бына, ҡара, күнәктәр буш ине, хәҙер туп-тулы буласаҡ!” - тинем.
Сабый, аптырағандай итеп, бер аҙға шы­мып ҡалды. Төбө туҙыуҙан селтәрләнеп бөткән күнәкте күреп ҡалды ла, көйһөҙләнеп, баяғынан да яманыраҡ ҡысҡырып, илай башланы. Бар­лыҡ булған фантазиямды эшкә егеп, күнәктең ябай ғына түгеллеген, ә тылсымлы икәнлеген әйтеп һалдым бит! Йәнәһе, тутыҡ селтәрҙәр аша ҡояш матурыраҡ күренә. Мөғжизә көтөп, ҡунаҡ малай, бөтөн иғтибарын миңә йүнәлтте. Әйткән һүҙемде иҫбатлауҙан башҡа сара ҡалманы миңә. Серек күнәкте малайҙың битенә яҡынайтып, уның “биҙәктәре” аша ҡояшты күрһәттем. “Селтәрле” ҡояшты күреүҙән, малайҙың ауыҙы асылын китте!
Күңелле генә эште башланыҡ. Ер мамыҡтай йомшаҡ булғанлыҡтан, көрәк-фәләндең кәрәге теймәне. Кишерҙәрҙе серек күнәккә йыйыуымдан сикһеҙ ҡәнәғәтлек кисерҙе малай. Шулай итеп, өс файҙалы эште бер юлы эшләнем: фокусым да килеп сыҡты, әсәйҙең йомошо ла үтәлде, иң мөһиме, илаҡ ҡунаҡтың хәҙер ауыҙ йырыҡ.
Мостай Кәрим әйтмешләй, донъяның ҡояшлы яғында йәшәргә кәрәк.
Тауыҡ та, мин дә ҡотолдоҡ
Күршенең тауыҡтары беҙҙең баҡсаға инеүҙе ғәҙәт итеп алды. Бар белгәндәре - кәртә аҫтын соҡоп, көн дә беҙҙең яҡҡа сығыу. Етмәһә, кәкре аяҡтары менән түтәлдәребеҙҙе тырнап бөтәләр. Нимә эҙләп, нимә табаларҙыр? Белмәҫһең! Әммә түтәлде боҙалар!
Бер көндө “сик боҙоусы”лар беҙҙең яҡҡа тағы ла килеп сыҡты. Төрлөсә ҡыуылһалар ҙа, баҡсаны ҡалдырып китергә теләмәйҙәр. Ерҙән ваҡ таштар йыйып алдым да үҙемдең мәргәнлегемде һынап ҡарарға булдым. Ә таштар, тауыҡтарҙың тығыҙ ҡанаттарына ҡаҡлығып, ары оса. Миңә ҡарап, асыулы ҡытҡылдашһалар ҙа үҙ яғына сығырға ашыҡмай тауыҡтар. Тик, тырыша торғас, артығын ҡыланып ташланым, шикелле. Таш менән бер тауыҡтың башына тейҙерҙем. Хәҙер уның “тауыҡ мейе”һе сит биләмәлә йөрөргә ярамағанлығын аңлап алыр, ул ысынлап ҡурҡыр ҙа бынан тайыу яғын ҡарар.
Әллә инде таш ҙур булып сыҡты, әллә тауыҡ сибек ине - башына тейеүҙән ҡош йораты тә­гәрәп китте. Үлде инде, тип уйланым. Ҡот алынды. Тауыҡ янына йүгереп килеп еттем. Башымда уй яралды: нисек итеп был хәстрүшкә яһалма тын алдырып, терелтеп ебәрергә инде? Ҡабаланған­да йәһәт кенә баш эшләп, бер ҡарарға килеп тә булмай, исмаһам. Күршеләр менән талаш сығыр­мы икән? Атай-әсәйем минең был ҡылығымды өнәп етмәйәсәк! Шулай уйлап, тауыҡтың ботонан эләктереп алдым да, кәртә аша күршеләрҙең баҡсаһына ырғытайым тип, баш осонда уны зыр өйрөлтә башланым. Бер заман, теге тауыҡҡа йән керҙе, ахыры, дерелдәп ҡуйҙы ла фырылдап, осоп китте. Бер юлы килеп тыуған ҡыуаныстан һәм көтөлмәгән хәлдән үҙем торған еремдә саҡ йығылып китмәнем. Тауыҡтарҙың шул тиклем бейек осҡанын ғүмерҙә лә күргәнем юҡ ине. Ергә килеп төшкәс, ул үҙенсә асыулы ғына итеп тамаҡ төбөнән нимәлер ҡытҡылданы ла беҙҙең яҡтан тиҙерәк тауыҡ аяҡтарын алып ҡасыу яғын ҡараны. Миңә ҡалһа, тауыҡ, “алйот!” тип ҡысҡырғандай тойолдо. Шулай ҙа уға үпкәләмәнем. Йүләр та­уыҡтың үлемдән, үҙемдең бәләнән ҡотолоуыбыҙға Хоҙай Тәғәләгә шөкөр генә иттем.
Урал Мөлөков.
Рәсем авторы - Ләйлә Ғаянова
Читайте нас: