+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Март 2020, 20:05

Рәшиҙә менән Рәсимә (повесть)

Һеҙҙең ҡарамаҡҡа яҙыусы Юнир Салауатовтың "Рәшиҙә менән Рәсимә" повестын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡуян күстәнәсе
Йәйге ҡояш байырға арҡан оҙонлоғо ҡалһа ла, Мансур ағай урман эшенән ниңәлер ҡайтмай ҙа, ҡайтмай ине.
– Балалар, беләм атайығыҙҙың ҡуян күстәнәсе алып ҡайтыуын көтәһегеҙ, ләкин урман эше бик ауыр, нормаларын үтәп бөтмәгәндәрҙер, төндә генә ҡайтыр, әйҙә, ятығыҙ, йоҡлағыҙ. Иртәгә таң менән турғай еләге йыйарға барырбыҙ, – тине әсәй.
Ләкин ҡыҙҙарға әсәһенең һүҙҙәре тәъҫир итмәне, улар ғәҙәтәгесә икеһенең уртаһына бесәйен алдылар ҙа, юрған аҫтына сумып йоҡлағандай булдылар ҙа, түҙемһеҙлек менән атайҙарын көттөләр.
Ҡыҙҙар көткән ниһәйәт минуттар килеп етте. Мансур ағайҙың индек һайғауын шығырҙатыуы булды, ҡыҙҙар урындарынынан баштарын сығарҙылар ҙа
– Әсәй, атайыбыҙ ҡайтты, – тип юрған аҫтынан килеп тә сыҡтылар
– Ах, һеҙ хәйләкәрҙәр, йоҡламанығыҙмы ни әле, – тип әсәй, ҡыҙҙарҙы шелтәләп алырға ла өлгөрмәне, сыйылдап Аҡтырнаҡтың хужаны ҡаршы алыуы, ҙур кирза итектең солан иҙәненә ауыр итеп баҫыуы, атаһының хатта һулышы ишетелеп, ҡыҙҙарҙы бөтөнләйе менән шатландырып ебәрҙе.
Ғәҙәттәгесә Мансур ағай өйгә килеп инеүе булды, ҡыҙҙар атаһының тоғонан аҡ сеперәкә төрөлгән ҡуян күстәнәсен килтереп тә сығарҙы.
Әсәй өйрәткәнсә, ҡыҙҙар ҡулдарын йыуҙылар ҙа, ҡуян күстәнәсен ашарға урындыҡа ултырҙы. Ә Шәрифә апай, тиҙ генә улар алдына ашъяулыҡ йәйеп, ит һурпаһында бешкән аш, сәй, икмәк ҡуйҙы. Аш еҫе барыһының да танауын ҡытыҡлап, тамаҡ туйҙырыу теләген көслө итеп уятты.
Ваҡыт үтә–үтә, ҡояшҡа тау башындағы урман артына инеп юғалырға бары тик тышау оҙонлоғо ғына ара ҡалды. Бәләкәй генә өй тәҙерәһенән төшкән яҡтылыҡ, еҙ самауырҙан сағылып, аш–һыу түренең матурлығына тағын матурлыҡ, йәнлелек өҫтәне.
Мансур менән Шәрифә ғаилә ҡороп шундай матур ҡыҙҙар тыуыуына һәр саҡ шатланып, балаларын һөйөп, яратып, иркәләп кенә торҙо.
Социаль етешһеҙлектең иң һуңғы сиге – ярлылыҡа ҡалып астан үлеү булһа, етешлектең, байлыҡтың сиге юҡ. Шулай ҙа уның кимәле бар.
Көндәлек тормошҡа кәрәк яраҡтарҙың етер-етмәҫе, техник яҡтан үҫешмәгәнлек, тишекле-­тошоҡло кейем-­һалымлы, мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ булған өйө, бик сама менән генә булған икмәк, картуф запасы, бер һыйырҙан һауылған һөтө, ике-өс кәзәһе, 4–5 тауығы булыуы был замандың ауыл халҡы өсөн ҙур байлыҡ, етешле тормош итеп ҡабул иттеләр. Дингә ышанғандар: “Алла биргәнгә ҡәнәғәт булып йәшәргә кәрәк, – тип тынысланды. Сөнки унан да етешле тормоштоң ҡайҙалыр, кемдәлер булыуы хаҡында сағыштырып ҡарар өсөн, бер мәғлүмәтте лә ишетмәнер ҙә, күрмәнеләр ҙә. Батша заманында ябай халыҡты эксплуатциялаған буржуйҙарҙың, байҙарҙың хәҙер инде булмауы-улар өсөн шатлыҡ та ине. Кешелек бәхетенең иң кәрәкле нөктәһе, тип аңланылар. Ил, дәүләт биргән кимәл менән оло ҡәнәғәтлек, ризалыҡ менән йәшәнеләр.
Улар донъя, тормош хәлдәре тураһында һөйләшһә:
– Донъябыҙ етешле. Ҡыҙҙарыбыҙҙы уҡытып белемле итәрбеҙ, кейәүгә сығарҙар, ейән, ейәнсәребеҙ булар, – тип йыш ҡына киләсәктәрен юғары өмөт менән тамамлайҙар ине.
Ҡыҙҙар бик тәмләп “ҡуян күстәнесен” ашағанда, әле күптән түгел генә ете йәшкә киткән Рәсимә:
– Әсәй, ҡуян да икмәкте һинең кеуек тәмле итеп бешерә икән, – тине.
– Шулай, ҡуяндарҙың урманда утына ла күп, мейестәре лә һарай ҙурлыҡ илле–алтмыш ҡуян ҡамыр баҫып икмәкте бик тырышып бешерәләр.
Мансур ағайҙың был һүҙҙәре ҡыҙҙарҙың урман йәнлектәрен күҙ алдына килтереп, уларҙың тормоштары хаҡында тағын–тағын беләһеләре килеүенә ҙур сәбәпсе булды ла ҡуйҙы.
– Ә айыуҙар икмәк бешерәме, уларҙың мейесе тау хәтлеме, – тип Рәсимә тағын һорау бирҙе.
– Әлбиттә, тау ҙурлыҡ.
– Ә унда күпме икмәк һыйа?
– Теп–теүәл мең.
– Айыуҙар бер ултырғанда күпме икмәк ашай?
– Иллене.
Рәшиҙәгә хәҙер инде ун ике йәш булғас ул “ҡуян күстәнәсенең” ниндәй икмәк телеме икәнен белһә лә атаһының бик килештереп әкиәт һөйләүе уға ла бик оҡшай ине.
Ҡыҙҙарҙың мауығып атаһы һөйләгәндәрен тыңлай–тыңлай бәләкәй генә икмәк киҫәге булған “ҡуян күстәнәсе” бөттө лә ҡуйҙы.
– Атай, ә ниңә ҡуяндар, һиңә “күстәнәсте” күп итеп бирмәйҙәр, – тип Рәсимә тағын төпсөндө.
Мансур ағай, кесе ҡыҙының көтөлмәгән был һорауынан ҡапыл юғалып ҡалһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышып, ауыҙындағы бутҡаны, икмәкте оҙағыраҡа һуҙып сәйнәне. Бер башланған әкиәтте нисек итеп дауам итергә, нисегерәк фәһемле, әһәмиәтле, хәтерҙәрендә ҡалырлыҡ сюжет менән тамамларға, тигән уйҙар башында бер–береһе менән уҙышып–уҙышып йүгерҙе.
Бирелгән һорауға яуаптың оҙонға һуҙыуылыуына Рәсимә бик үк риза булмай:
– Ҡуяндар бик һаран икән, тоташ бер икмәк биреп ҡайтарырға була инде, – тине түҙемһеҙлек менән.
Был арала Мансур ағайҙың яуабы әҙер булып өлгөргәйне инде.
– Урманда йәнлектәр бик күп. Болан, төлкө, ҡыр кәзәләре, терпе, ҡоштар…Айыу бик ғәҙел хайуан, икмәктәрҙе уларға бүлеп бирә лә, беҙгә ҡалмай ҙа ҡуя.
Әкиәте бик мәғәнәле булып тамамланды, ҡыҙҙарҙы йоҡлатырға ваҡыт, тип уйланы Шәрифә апай. Уйлаған уйын әйтергә генә ауыҙ асҡанда Рәсимә:
– Атай, ә ниңә беҙҙең кәзәбеҙ, һыйырыбыҙ икмәк бешерә белмәй, – тип һораны.
Ҡыҙҙарҙың һөйләшеүҙәрҙе яратып, мауығып һәр саҡ оҙонға һуҙырға теләүҙәрен ололар яҡшы аңлай ине. Шуға ла балаларының һәр һорауына арлы–бирле генә түгел, ә үҙҙәре аңлағанса тормошсан, яҡшылыҡ, кешелеклелек, тормош һабағы булырҙай һығымта менән яуап бирҙеләр
Бөтә балалар ҙа белмәгәндәрен беләргә тырыша тормош, донъяны өйрәнә, тигән ҡараш менән Мансур ағай ҡатынына йылмайып ҡына боролдо ла, әкиәтен дауам итте.
– Тормошҡа кәрәк –яраҡты, аҙыҡ–түлекте бар кешеләр ҙә үҙе эшләргә өйрәнә. Бер кем дә бер кемгә эшләп бирмәй. Ә балаларға ата–әсәһе өйрәтә, мәктәптә уҡытып белем бирәләр. Беҙҙең йорт хайуандарын ҡасандыр ата–әсәләре икмәк бешерергә өйрәтмәгән. Мәктәптә уҡытмағандар.Ә һөт бирәргә, йомортҡа һалырға өйрәткәндәр, – тип, Мансур ағай һүҙен тамамланы.
– Малдарҙы мәктәптә нисек уҡыталар? Улар партаға һыймаҙар ҙа инде, – тип Рәсимә һорау биреп атаһынан тағында ҡыҙығыраҡ әкиәт тыңларға теләгәндә, Рәшиҙә йоҡоһон еңә алмай әсәһенең ҡулбашына ауышып, танауын терәһә лә, атаһының әкиәте йоҡонан көслөрәк булып сыҡты. Ысынбарлыҡ менән әкиәттең ни икәнен аңлаһа ла, атай һөйләгендәргә ихтибар итмәй ҡалманы.
– Әлбиттә, ҡыҙым, хайуандарҙы кеше кеуек мәктәптә уҡытмайҙар, уларҙың уҡыу мәктәбе –дрессировка, тип атала. Дрессировчиктәр артист итеп циркта, филдәрҙе, дөйәләрҙе, кәзәләрҙе, ҡоштарҙы, эттәрҙе, айыуҙарҙы сығыш яһарға өйрәтә.
Рәшиҙә бер ваҡытта ла күрмәгән, белмәгән циркты күҙ алдына килтерергә тырышты. Һәм уға хайуандар тураһында мауыҡтырғыс ваҡиғалар тыңлауы тағында ҡыҙыҡлы булды.
– Атай, беҙҙең һыйырҙы цирк артисе итеп өйрәтеп буламы?
– Ҡыҙым, беҙҙең бөтә малдарыбыҙ күптәнән өйрәтелгәдәр.Улар үҙҙәре көтөүгә бара, ҡайта, йортобоҙҙо таныйҙар. Беҙгә иркәләнәләр. Бына бесәйебеҙ йә, юрған аҫтына, йә мейес башына менеп ята. Мыйаулап артыбыҙҙан эйәреп йөрөй. Ана, аттар тырышып-­тырышып арба, сана тарта. Ә цирктағы артист- малдар ҡала ерендә генә була.
– Атай, берәй ваҡыт ҡала еренә цирка барырбыҙмы, – тип һораны Рәшиҙә йоҡоһон еңеп.
– Һис һүҙһеҙ барасаҡбыҙ, ҡыҙым.
– Барырбыҙ ҡыҙым, барырбыҙ, әлегә йоҡлайыҡ, атайыңа бит иртә таң менән эшкә барырға кәрәк. Тамағың да туйҙы, әйҙә, йоҡла, ҡыҙым, – тине әсәй.
Атаһының һөйләүҙәре ни тиклем ҡыҙыҡлы булһа ла, ваҡытында йоҡлау бик кәрәклеген улар бик яҡшы аңлай. Шуға ла ҡыҙҙар башын бәләкәй генә мендәргә терәп, тәрән дә, тәмле лә йоҡоға китәргә тырышты. Әммә цирк, өйрәтелгән малдар күҙ алдынан оҙаҡ ҡына китмәй төрлө хыялдарға сумдырҙы.
Атайығыҙ урманға китте
Аш-һыу посудалырын йыуғас, ата–әсә лә, ҡаҡ таҡтаға йәйелгән түшәктә, йоҡа ғына юрған ябынып балаларын ҡосаҡлап күҙҙәрен йомдолар.
Йәйге иртәлә таң атыуға сигнал биреп беренсе әтәс ҡысҡырҙы. Мансур уянып ике ҡыҙында ҡосағына алып тағын йоҡоһон дауам итәргә тырышты. Бер саҡ бик һаҡ ҡына итеп Аҡтырнаҡ өрҙө. Индек һайғауы шығырҙаны. Был тауыштар Мансурҙы урындыҡтан саҡ ҡына бейегерәк булған тәҙерәһенән тышҡа ҡарарға мәжбүа итте. Йорт алдында ауыл советы председателе, бригадир, парторг, участок милиционеры Тәлғәт баҫып тора. Власть кешеләре ниндәйҙер ғәйеп табып, мине ҡулға алырға килделәрме икән тигән уйҙарҙан Мансурҙың тәндәренән һалҡын тир бәреп сыҡты. Ағай, һаҡлыҡ менән генә ҡосағында ятҡан балаларын ситкәрәк һалып тышҡа сыҡты. Барыһы ла ҡул биреп һаулашты. Килгән кешеләрҙең йөҙҙәрендә, үҙенә ҡарата насар мөнәсәббәттә булмауын күреп Мансурға йән инде, йөрәге тынысланды.
– Мансур ағай, мин ауыл советы бинаһында дежурҙа ултыра инем. Район үҙәгенән насар хәбәр килде. Германдар беҙгә һуғыш башлаған. Милиция бүлеге, хәрби комиссариат бына беҙҙе бик тиҙ район үҙәгенә килеп етәргә приказ бирҙе, – тине участок милиционеры.
– Илебеҙ көслө, барып та өлгөрмәҫбеҙ һуғыш тиҙ бөтәр, әлегә ҡатындарыбыҙға әйтмәйенсә районға барып ҡайтайыҡ, – тине парторг.
Уның был һүҙен барһы ла хуплап китәргә йыйынғанда Шәрифә уянып улар янына килде.
– Нәмә булды, ниңә шым ғына һөйләшәгеҙ.
– Нәмә булһын? Законһыҙ ағас киҫкәндәр. Бурҙарҙың эҙҙәренә төштөм, хәҙер уларҙы ҡулға алырға ир–егеттәр кәрәк. Шуға бына Мансур ағайҙы ла алырға килдек, – тине Тәлғәт.
– Кемдәр, үҙебеҙҙең яҡ, әллә сит райондыҡылармы, – тип һораны Шәрифә.
– Ситтәгеләр, – тине лә бригадир, барыһында полуторкаға ултырырға саҡырҙы.
Шофер машинаһын тоҡандыра алмай ыҙаланған арала Шәрифә:
– Мансур, мә, юлға сыҡҡанда өс көнлөк ашарға ал, ти халыҡ мәҡәле, –тип бәләкәй моҡсаға һалынған бер икмәк, бер шешә һөт сығарып тотторҙо.
Иртәнге сәғәт унберҙәр булғас ҡына ҡыҙҙар йоҡоһонан уянды. Һәр көн иртән уянғанда атайҙарының эшкә китеүенә ҡыҙҙар өйрәнеп бөткәндәр ине. Шуға ла улар атайҙарын юҡһынманылар, борсолманылар. Ә бына кис етеп, төн була башлағас ҡыҙҙар:
– Атайыбыҙ, тағын ниңә оҙаҡлай, – тип һораны Рәшиҙә.
– Үҙегеҙ беләһегеҙ, атайығыҙ таң менән урманға китте, тиҙҙән ҡайтасаҡ-, – тине әсәй.
Ләкин ҡыҙҙар немец фашистәренең беҙгә һуғыш башлауын һәм атайҙарының мәңгелекә өйгә ҡайтмауын белмәйҙәр ине шул.
Хат
Һуғыш башланыуға бер көн үткәс, был ҡара хәбәр бар ауылға таралды.
Шәрифәгә. парторг, бригадир, участок милиционерының ҡатындарына ирҙәренең хәлдәрен полуторка шоферы Баязит һөйләп бирҙе.
– Ирҙәрегеҙ шунда уҡ кукуруҙник менән Өфөгә осто.
– Ниңә шулай бик тиҙ, хатта хушлашып та булманы бит, – тине парторг ҡатыны күҙ йәшен һөртөп.
– Еңгәйҙәр, һуғыш шудай нәмә: хушлашып, илашып ваҡыт уҙғарғанды көтмәй. Ирҙәрегеҙ армияла кесе командирҙәр булған. Шуға ла уларҙы беренсе итеп оҙаттылар. Һуғышта иң беренсе шоферҙар ҙа кәрәк. Мин бына шофер, миңә лә бер аҙнанан һуғышҡа барырға повестка бирҙеләр. Ирҙәрегеҙ хат биреп ҡалдырҙы, – тип һәр береһенә ҡағыҙ киҫәктәре өләшеп бирҙе.
Шәрифә бәләкәй генә ҡағыҙҙы түҙемһеҙлек менән уҡыны. Унда:
“Шәрифә, хуш булып тор. Һуғыш башланғанын хәҙер инде беләһең. Балаларға һуғыш тураһында һөйләмә. Бар донъя, тормош, ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмышы һинең ҡулда. Ауыр булһа ла бирешмә, һынма. Беҙ дошмандарҙы һис шикһеҙ еңеп ҡайтасаҡбыҙ”, – тип яҙылған ине.
Өйөнә ҡайтҡас Шәрифә хатты бик ҡәҙерләп, документтар һаҡланған ата–әсәһенең бүләкә биргән һандығы төбөнә йәшереп ҡуйҙы.
Буш скамейкалар
Ун көн эсендә тағын алты ир заты һуғышҡа киткәс, ауыл советы йортонда йыйыштырыусы булып эшләгән һәм йомош–юлға йөрөүсе Ғәйшә әбей бар халыҡты клубҡа саҡырҙы. Элек йыйылышҡа ғына түгел, хатта ҡунаҡа саҡырлағанда ла бик һуңлап килгәндәр, был юлы көтмәгәндә тау артынан сыҡҡан ҡышҡы буран тиҙлегендә клубҡа килеп тә етте.
Клуб эсендә бары тик ҡатын-­ҡыҙҙар һәм әлегә һуғышҡа алынмаған бер нисә ир заты, үҫмер егеттәр һәм ҡарт–ҡоралар ғына. Иң тәүҙә ололар урын алһа, балалар баҫып торҙо. Элек атайҙары ултырған скамейкалар буш. Сәхнәгә район үҙәгенән килгән ағай һәм ауылдың аҡһаҡалы граждандар һуғышында аяғын юғалтҡан Мөхәррәм бабай сәхнәгә күтәрелеп өҫтәл артына ултырҙы.
Район үҙәгенән килгән ағай, үҫмерҙәргә, ҡурсаҡтарын тотоп килгән ҡыҙҙарға ҡараны, түҙмәне һәм артҡа боролдо, йөҙөн йәшереп күҙ йәштәрен ҙур ҡулъяулығы менән һөртө лә,
– Иптәштәр, фронттан килгән хәбәрҙәр әлегә беҙҙе шатландырырлыҡ түгел, әммә беҙ еңәсәкбеҙ, төшөнкөлөкә бирелмәйбеҙ. Еңеү еңел бирелмәҫ, беҙ хәҙер фронт өсөн бар көсөбөҙҙө йәлләмәйенсә, арымайынса эшләргә тейешбеҙ.
– Дөрөҫ, – тине залдағылар. Артабан һүҙҙе Мөхәррәм бабайға бирҙеләр.
– Һуғыш, дошман күрмәгән халыҡ түгелбеҙ. Әлбиттә еңәсәкбеҙ. Балаҡайҙар, бына буш ҡалған атайҙарығыҙҙың скамейкаһына ултырҙығыҙ, – тине лә туҡтап ҡалды.
Балалар буш скамейкаларға ултырҙы. Мөхәррәм бабай балаларға мөрәжәғәтен дауам итеп:–Һуғыш бер кемде лә йәлләмәй хужалыҡта ла атайҙарығыҙ урынында эшләргә тура киләр һеҙгә. Эш ауырлығынан ҡурҡмағыҙ, тырышып та уҡығыҙ, белемле булығыҙ. Ауылыбыҙҙың киләсәге– һеҙ, – тип һүҙен тамамланы аҡһаҡал.
– Ауыл советы председателе итеп Фазлыйыва Мәрғиә, коллектив хужалыҡ председателе итеп Хәсәнова Мәрхәбә тәғәйенләнә, тип –район үҙәге кешеһе йыйылышты япты.
Йәйге көн
– Балаҡайҙарым, йәйҙең бер көнө– ҡыштың тамағын туйҙыра, тигән халыҡ. Өсәүләшеп баҡса ерендәге сүптәрҙе йолҡоп ташларбыҙ ҙа, ҡартуф төптәрен өйәрбеҙ, – тине Шәрифә ҡыҙҙарына.
Балалар, әсәйҙәренең тәҡдимен бик шатланып ҡабул итте. Галоштарын сисеп йәшел үлән өҫтөнә ҡуйҙылар ҙа, яланаяҡ йылы, йомшаҡ тупраҡа баҫып эшкә лә тотондолар. Рәсимә бәләкәй генә бармаҡтары менән әле генә морон төртөп сыҡҡандарын, ә апайы Рәшиҙә, тәрәнерәк тамыр ебәргән сүптәрҙе йолҡто. Хужалыҡта бик мөһим булған был эш аҙна эсендә тамаланып, картуфтар сүп үләндәренән ҡотолоп, күкрәк киреп тағын да бейегерәк булып үҫтеләр, сәскә аттылар.
– Балаларың бик уңғандар, – тип урамдан уҙғандар ҡыҙҙарҙға һоҡландылар. Оло инәйҙәр баҡсаға уҡ инеп ҡыҙҙарҙың арҡаларынан һөйөп яратты.
– Бына, балаҡайҙарым, ямғырҙар яуып ебәрһә, беҙ бик күп картуф уңышы аласаҡбыҙ. – тине Шәрифә ҡыҙҙарына.
Балалар башҡарған эштәренең ниндәй файҙалы булыуын үҙ йөрәктәре менән татыны. Бик ҡәнәғәт булды. Үҙҙәрен ҙур үҫкән ҡыҙҙар итеп тойҙолар.
Кис етеп ашарға ултырғас Рәсимә тағын:
– Атайыбыҙ ниңә ҡайтмай, ул беҙҙе онотомы икән–тип күҙенә йәш килде
– Атайығыҙ һал ағыҙырға китте, унда бик оҙаҡ эшләйҙәр, – тине әсәй Рәсимәне ҡосағына алып.
Ә Рәшиҙә илдә, ауылда ниндәй хәл килеп тыуғанын ап–асыҡ белә. Хәҙер инде унан килеп тыуған хәлде йәшереп булмай. Шуға ла ул атайының ҡайһы ваҡыт та ҡайтырын, йә ҡайтмауын аңлай башлаған ине. Сөнки оло инәйҙәрҙең дошмандарҙы ҡарғап сеңләп–сеңләп илауын бер нисә тапҡыр күрҙе. Шуға ла Рәсимә биргән һорауға әсәһенең, бәләкәй бала йөрәгенә яра һалмай, алдап яуап биреүенә Рәшиҙә эстән генә риза булды. Ул да һеңлеһенең һуғыш тураһында, атаһының ҡайҙа китеүен белмәй тороуы хәйерле, тип уйланы.
Атайҙарса
Көндәрҙең ямғырлы ла, аяҙ ҙа тороуына яландарҙа үләндәр бейек, ҡуйы булып үҫте. Бал ҡорттары рәхәтләнеп бал йыйҙы. Мал–тыуарҙар һаны артты. Ләкин тәбиғәт биргән байлыҡты йыйып алыр өсөн ҡул көстәре, ир–егеттәр бик кәрәк. Ләкин улар хәҙер юҡ.
Киске сәйгә ултырғас Кәримә әбей:
– Ғүмер уҙа ла, уҙа, Ике улыбыҙ һәләк булып ҡалды. Мансурыбыҙ ҙа һуғышта, беҙ ҙә мәңгелекә донъяға тыумағанбыҙ, ейәнсәрҙәребеҙ атайһыҙ нисек йәшәрҙәр инде. Әлбиттә беҙ барҙа етем булмаҫтар, – тип ауыр һулап һүҙ башланы.
– Кәримә, әлбиттә ил, хат та ауыл хәле лә яҡшынан түгел. Бәлә алдында баш эйһәң, ул һине тағын эйҙерә лә, елкәңә менеп тә ултыра. Ауырлыҡа ҡаршы көрәштең иң көслө ҡоралы -төшөнкөлөкә бирелмәү, өмөт, дәрт менән йәшәү. Беҙҙең бөгөнгө бурысыбыҙ: ейәнсәрҙәребеҙҙе эшкә тәрбиәләргә, эш менән сыныҡтырырға, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтергә тейешбеҙ. Үҙең беләһең эшкә өйрәнгән кеше бер ваҡыта ла юғалмай. Шулай ҙа төрлө уйҙар килә башҡа, Кәримә. Үҙебеҙ тыуҙырған балалар имен-һау үҫтеләр, әммә белемдәре ауыл кимәленән уҙманы. Тәүге улыбыҙ юғары урында уҡып, ғалим булып, бар илебеҙҙе алға ебәрерлек берәй асыш яһаһа ине, икенсе улыбыҙ яҙыусы булһа ине, ҡыҙыбыҙ -врач тип хыяллана торғайным. Уҙған йылдарҙа ауырлыҡтар ҡамсауланы, хыялдарым тормошҡа ашманы. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе институттарҙа уҡытырға ярҙам итәрмен, тип тә хыяллана инем. Хыялым тағын барып сыҡмаҫ инде, һуғышы килеп сыҡты бит. –тине Сәләхитдин олатай.
– Ниңә элек ул хыялдарыңды бер ҙә әйтмәнең?
– Телем менән әйтмәнем, ә ҡулым менән тормошҡа ашырырға тырыштым. Бер генә минут та туҡтамай эшләнем, барыһына ла йорт һалышып бирҙем. Өҫтәлдә ит, икмәк тулып ултырһын, тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн булһын өсөн мал-тыуарҙы күпләп тоттом. Был тырышлығымдың тағын бер сәбәбе бар: Балаларҙы ышандырып донъяға тыуҙарған икәнһең уларҙы үҫтереү, юғары кимәлдә тәрбиәләү-атай кешенең изге бурысы. Ошо бурысты уңышлы башҡарыу-ҙур ирлек ул. Башҡара алмаһаң -ир булыуҙың ни кәрәге бар?!
– Ҡара әле, Сәләхитдин, һин ғалимдәр кеуек һүҙҙәр һөйләйһең бит.
– Бер синыфлыҡта белемем булмаһа ла, тормош үҙе уҡытты.
– Һинең был һүҙҙәреңде ишеткәс, егерме йәшкә йәшәрҙем бит, Сәләхитдинем.
– Юҡ, ҡартаймайбыҙ. Беҙҙең нәҫелебеҙ-­Рәшиҙә менән Рәсимәне ныҡлы сәләмәтлек менән уҡытып тәрбиә бирәсәкбеҙ. Балалар менән йәшәү-үҙе йәшәрткес көс бит ул.
– Һинең ир ҡулдарың менән тәрбиәләргә улар ҡыҙ бала, икенсенән; бәләкәйерәктәр бит әле тип, –әбейе икеләнде.
– Урыҫ халҡы әйткәнсә: “Быка за рога”, – тип фекер алышыуға бабай ҡаты итеп нөктә ҡуйҙы. Әбейе лә икеле- микеле фекерен артабан иҫбат итеп маташманы. Сөнки бала сағында үҙе лә ошондай ауыр ҙа, ҡатмарлы ла шарттарҙа тәрбиәләнде бит.
Иртән һыйыр һауылып, мал-тыуарҙарҙы көтөүгә ҡыуғас, улар арбаһына ала бейәһен екте лә, артабан хужалыҡ эштәрен алып барыу тураһында кәңәшләшергә Рәшиҙәләргә килде. Индек аша йорт алдына уҙғас, уңлы-һуңлы ҡойорҡтарын болғап Аҡтырнаҡ күстәнәскә һөйәк һорап сыйылданы. Ә ҡыҙҙар олатайҙың, оләсәйҙең ҡосағына ташланды. Уларҙың күстәнәскә алып килгән майға бешкән таба икмәгенең тәмле еҫе бар өйгә таралды. Хат та, ул еҫкә бесәй ҙә, асыҡ ишектән йүгереп килеп инде лә, иң яратҡан хужабикәһе Рәсимәгә ҡарап мыяуланы. Иртәнге жажлап ҡайнаған самауыр урындыҡа менеп ултырҙы. Тәмләп ашау менән бер юлы һөйләшеүҙәр ҙә дауам итте
– Килен, кәңәшебеҙ шул: солоҡтағы ҡорттар балды йыйғандарҙыр инде тине, – оләсәй
– Ауыл ерендә йәшәү сығанағы булған, хат та бәләкәй генә хужалыҡ эштәрен бер генә минут та һуңлатмай ваҡытында эшләнеүе -бик мөһим сара, – тине ҡайныһы. Шәрифә ҡайныһын шунда уҡ аңлап:
– Хәҙер үк йыйналышып урманға барырбыҙ, – тине.
– Килен, ҡыҙҙарға ат егәргә өйрәттеңме, – тип һораны оләсәй.
– Әлегә юҡ. Ул тура ла һис кенә лә уйлағаным да булманы. Бына һеҙ әйткәс кенә хәтеремә төштө. Малайҙар эшендә өйрәнеп үҫһәләр һис кенә лә зыянға булмаҫ.”Алма, беш, ауыҙға төш” тип йәшәп булмай, – тип ҡәйнәһен хупланы.
– Ярай, улай булғас, мин атты туғарам да, балаларҙы ат егәргә өйрәтә торам, ә һеҙ юлға әҙерләнегеҙ–тине лә оләсәй, ҡыҙҙарҙы урамға алып сыҡты. Ала бейә арбаға егелгән, ә ҡолоно уның тирәһендә уралана. Имәргә теләй, ләкин тәртә ҡамасаулай уға.
– Мине атайым ете йәшем дә үк ат егәргә өйрәтте тип, – оләсәй ат егеү дәресен башлап та ебәрҙе.
Ул барыһын да һөйләп, аңлатып үҙе ат дуғарҙы, тағын һөйләп, тағын аңлатып шунан екте. Ҡыҙҙар уны ихтибар менән тыңланы, күҙҙәтте сбруйҙың нисек эҙмә–эҙ егелеүен хәтерҙәрендә ҡалдырҙы. Хәҙер инде оләсәй, ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә ат егәргә ҡушты. Малҡай, балаларға бик ыңғай бойһондо. Рәшиҙә хамутты өҫкә күтәреп уның муйынына кейҙерәйем тигәндә генә, ул башын ергә табан эйҙе һәм хамут уның муйынына бик еңел генә инеп үҙ урынын алды. Ышлияны ла бик еңел ғына бейә арҡаһына ҡапланы. Ыңғырсаҡ һалып бейәнең ҡорһағынан уратып ҡайыш менән тарттырып элгесен ҡаптырҙы. Йүгән теҙгененән тотоп, арбаға ыңғайлатҡанда, бейә үҙе кәртә араһына инеп баҫты. Шул саҡ Рәшиҙә, атаһының ауыл малдары ла цирк хайуандары кеуек өйрәтелгән, тип әйтеүе хәтеренә төштө лә, үҙе лә, һиҙмәҫтән бейәне арҡаһынан һөйөп яратты. Ситтән генә күҙәткән оләсәйе шунда уҡ:
– Дөрөҫ, балам, хайуандарҙы яратып, иркәләп кенә торор кәрәк. Һин уларҙы яратһаң, улар ҙа һине ярата. Малдарҙы һис кенә лә аҡылһыҙ, тип ҡарарға ярамай. Аҡылдары бар уларҙың, бар. Шул хайуандарға арҡа терәп, көн күреп тормош алып барабыҙ бит, – тине оләсәй.
Оләсәйҙең был һүҙҙәре хатта бәләкәй Рәсимәгә лә аңлашылмай ҡалманы.Ул ҡолон янына барҙы ла, ҡулындағы икмәк киҫәген уға һондо. Ҡолон һис тә ҡурҡмайынса икмәкте ҡапты ла, Рәсимәнең артынан эйәреп тағын һораны.
– Оләсәй, оләсәй, мин ҡолондо яраттым, ул да мине яратты, – тине ҡыҙыҡай шатлығы эсенә һыймай.
Хамут “ҡолағына” дуғаны кейҙереп тәртәне нығытыу көс талап итә. Рәшиҙә был эште башҡара алманы.Өйҙән сығып олатаһы башҡарҙы. Хамут бауын тартырып бәйләп, дилбәгә тағылғас, Рәшиҙә тағын бер эшкә өйрәнеүенә ҡәнәғәт булды.
– Балаҡайҙарым, бына тәүге эшегеҙ нәҡ атайҙарса теүәл килеп сыҡты, – тине оләсәй Рәшиҙәне хуплап.
Тоҡҡа аҙыҡ–түлек тултырып, кортосолоҡ кәрәк–яраҡтарын арбаға тейәп, улар солоҡ урманына юл тотто. Тәғәйенле урынға килеп етәкәс, Рәшиҙә үҙаллы бейәне дуғарҙы, тышаны. Бейә, бер ике тапҡыр пышҡырҙы ла, колонон имеҙҙе, тәмле, яңы үҫкән үләндәр менән тамаҡ туйҙырырға тотондо.
Беренсе бейеклек
Олатай, йыуан, бейек солоҡ тирәләп йөрөнө лә, уға бәйләнгән юғарылағы умартаны бик ихтибар менән ҡарап сыҡты. Умартаға еткәнсе ағас олонон итек башы ғына һыйарлыҡ тишектәр уйып махсус баҫҡыс- һикәлтә эшләнгән. Олатай ерҙә баҫып торғанда уҡ ике ҡулдары менән бәләкәй арҡандың ике осон тотоп ағасты ҡосаҡланы, аяҡтар һикәлтәгә алмашлап баҫҡан һайын олондо ҡосаҡлаған ҡулдар ҙа өҫкә үк күтәрелеп хужаның кәүҙә тигеҙлеген һаҡлап, умартаға уҡ менеп етте. Оҙон, ныҡ арҡандың бер осон ағас ботағына бәйләп, икенсе осон ергә төшөрҙө. Унан һуң үҙе ергә төшөп, Рәшиҙәгә салбар, сеткалы эшләпә, аҡ бейәләй кейҙерҙе һәм уның биленән уратып арҡанды бәйләне.
– Әйҙә, ҡыҙым, баҫҡыстан юғарыға күтәрел. Йығылыуҙан ҡурҡма, мин һине арҡанға бәйләнем бит, – тине.
Рәшиҙә ҙур теләк менән солоҡтағы умарта янына менеп тә китте. Олатайы иң тәүҙә умартаның ҡапҡасын асырға өйртте, ә үҙҙе махсус өрҙөргөстән серек ағасы төтөнө менән ҡорттарҙы ҡыуалаһа, Рәшиҙә, бал менән тулған баҙауылдарҙы киҫеп алып батманға тултырҙы. Ә ерҙә ҡалғандар Рәшиҙәне күҙәтте. Ҡыҙыҡай, иң тәүҙә беренсе эштән ҡулдарынының бик уңайһыҙ йөрөүенән ыҙаланды. Олатаһының өйрәтеп, уны контрольдә тотоуы уға ышаныс артынан ышаныс тыуҙырып, ике батман бал алып төштөләр.
Башҡарылған эштән бик ҡәнәғәт булып яңы бал менән сәй эсәргә ултырҙылар.
– Ағас башына менгәндә ҡурҡтыңмы, ҡыҙым, – тип һораны оләсәһе.
– Олатайым булғас, ҡурҡманым.
– Икенсе юлы үҙең генә солоҡ башына менә алаһыңмы, – тип һораны олатайы.
–Тағын бер нисә тапҡыр тренировкалар уҙғарһаҡ, арҡандар нәҙегерәк, еңелерәк булһа күтәрелә алам, – тине Рәшиҙә.
Тамаҡ туйҙырып, бер аҙ ҡорттар тынысланғас, олатай Рәшиҙә теләгәнсә ҡат-ҡат тренировкалар уҙғарҙы. Бер ниндәй хәүефһеҙлек менән солоҡ башына күтәрелергә өйрәнгәс кенә, ҡайтыу юлына сыҡтылар.
–Мине лә атайым ҡыҙ бала булыуыма ҡарамаҫтан, ун йәшемдә солоҡ башына менәргә өйрәтте. Ғаиләлә ир балалар булмаһа, бына шулай күп эштәр ҡыҙҙар елкәһенә төшә. Бер аҙыраҡ ҡына үҫкәйнем балта тотторҙо ла, ағас ҡабығын әрсергә ҡушты. Ҡулдар талды, арыны, барыбер эшләнем, – тип оләсәһе бала сағын хәтерләп алды.
–Был ҡыҙым, һинең беренсе бейеклекте яулауың булды, – тине Шәрифә апай.
–Эйе, кеше тормошо бары тик үрҙәрҙе, бейеклктәрҙе яулауҙан тора. Һәр бейеклекте ҡулыңа төшөрә бараһаң, тормош еңел бирелә, – тине оләсәй.
Көтөү ҡаршылағанда
Ҡояш кискә табан ауышҡанда, ауыл ерендә малдарҙың көтөүҙән ҡайтыуын ҡаршылау ябай ғына булһа ла, әммә бик мөһим эштәрҙең береһе. Сөнки йәш малдар үҙ йортон танымайынса, ситкә китеп аҙашыуҙары бар. Был эшкә бар халыҡ иртәрәк сығып, өйҙөң урам яғындағы скамейкаға теҙелешеп ултыра. Ул арала әсәйҙәр, оләсәйҙәр ойоҡбаш бәйләй, балалар улар алдында уйнай, олатайҙар тормош, хатта политика кеуек ҡатмарлы темаларға инеп фекер алыша, бәхәсләшә.
Һуғыш башланғанға тиклем уларҙың телендә һәр саҡ тормошто, хужалыҡты тағында матурыраҡ, байыраҡ үҫтереп ебәреү хаҡында булһа, хәҙер телдәрендә -һуғыш темаһы. Әбейҙәргә, балаларға был тема ҡатмарлы булһа ла, ғәрәсәттең тиҙерәк бөтөүе хаҡында ғүмер, тормош терәге булған бабайҙары, ниндәй күңел тынысландырылыҡ яңылыҡ һөйләрҙәренә өмөтләнеп, ҡолаҡтарын улар ауыҙына табан бороп ҡуйҙы.
–Һуғыш оҙаҡа бармаҫ, дошмандарҙы еңәрбеҙ, – тине оҙон мыйыҡлы Ғәйзулла бабай.
– Ауылдан ятып ҡына дошмандың көсөн билдәләй алмайбыҙ. Беҙ бит барлығы рядовой халыҡ-ауыл бабайҙары ғына. Әммә теге һуғышта ла германдар көслө ине, был һуғышта ла гел беҙҙе еңеп килә. Ай–һай, уны еңеүе бик ауыр буласаҡ, – тине Ишмырҙа бабай.
– Ауыл бабайҙары булһаҡ та, заманында өйләнеп бишәр-­алтышар, хатта унар бала үҫтерҙек бит әле. Шул балаларыбыҙ илде һаҡларға һуғышҡа китте. Шулай булғас, “ауыл бабайҙары ғына беҙ”, тип үҙебеҙҙең дәрәжәбеҙҙе төшөрмәйек әле. Юғары власть, һуғыш, донъя политикаһы өлкәһендә белемебеҙ юҡ. Түрәләр ни ҡуша, шуға бойһоноп йәшәүселәр беҙ. Әммә беҙҙең дә көс бар. Батшаны еңеп эшсе-крәҫтиәндәр власы урынлаштырҙыҡ бит, – тине Мөхәррәм бабай.
– Эх, егеттәр, беҙ ябай халыҡ эшсе крәҫтиәндәр власын күпме йылдар үҙ ҡулыбыҙҙа тотоп тора алырбыҙ икән? Ниндәй генә закондар, конституциялар ҡабул итһәк тә, властың көсө -аҡсала. Ә аҡсалар түрәләр ҡулында. Донъя тарихында Алтын урҙа, Македонскийҙәр күпме көслө булһалар ҙа, уларҙы ла тар-мар итеүсе көстәр табылған. Ғалимдәрҙең иҫәпләүенсә, Ер шарындағы дәүләттәр барлығы уртаса 104 йыл тирәһе генә йәшәй икән. Үтәр ҙә китәр ғүмер, ул саҡта беҙ булмаҫбыҙ инде, беҙҙең власте байҙар яңынан тартып аласаҡ. – тине Зөфәр бабай.
– Хужалығыбыҙҙа барлығы утыҙлап ат, йөҙҙән артыҡ һыйыр малы, ике тракторы, ике молотилкаһы, ике ат косилкаһы ғына бар. Ҡалған ҡоралдарыбыҙ-­һәнәк тә, көрәк. Ошо мөлкәтебеҙ менән миллионлаған һалдаттары булған Гитлерҙе еңеүе ауыр булыр тигән уйҙан сығып ҡына әйттем, – тип Ишмырҙа бабай дошман армияһы менән ауыл хужалығы мөлкәтен сағыштырып үҙ позицияһын нығытып ҡуйҙы.
Сәләхитдин ҡарт:
– Армияның, ҡалаларҙағы эшселәрҙең тамағын туйҙырырлыҡ көслө ауыл хужалығының булыуы мөһим. Ә ауыл хужалығына яңы техникалар, йәш белгестәр, киләсәк быуынды белемле итеп тәрбиәләргә кәрәк, – тип һүҙен тамалауға ауыл осонда көтөү күренде.
Үҙ уйындары менән мәшғүл булған балалар, ололар һүҙен ишетмәмеш булһа лар ҙа, бер һүҙҙе лә ҡалдырмай ҡолаҡтарына элде. Бигерәк тә олатайҙарының һүҙҙәре ҡыҙҙарға бик оҡшап, яҡшы тойғо уятты.
– Әйт, улай булғас дошманды ҡасан еңәбеҙ, – тине ҡыҙҙар.
Был һорауҙан бер олатай ғына түгел барыһы ла бер аҙ юғалып ҡалды. Ләкин һиҙҙермәнеләр. Сөнки һуғыштың ҡасан бөтөүен белеү мөмкин түгел. Ә балалар һорауына яуап бирәр кәрәк. Йәш сағында өс һуғышта ҡатнашып, әҙ-мәҙ тарихи мәғлүмәтле булғанға олатай, бик ышаныслы итеп:
– Беҙ теге заманда төрөктәрҙе еңдек, унан алда поляктарҙы еңдек, француздарҙы еңдек. Революцияла аҡтарҙы еңдек, Беҙҙең рух көсөбөҙ бар, шулай булғас, был һуғышта ла еңәсәкбеҙ, – тине.
– Уррра, беҙ еңәсәкбеҙ, – тип Рәшиҙә менән Рәсимә олатарын шунда уҡ ҡосаҡлап алды
Аҡыллы ла, көслө лә әйтеленгән һүҙҙәренең, үҙҙәре биргән тәрбиәнең бик һөҙөмтәле булыуын ейән-ейәнсәрҙәренең дә йөрәктәрендә киләсәкә өмөт, еңеү тойғолары уятҡанын күреп, ололарҙың шатлыҡтарынан ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткәнсе йылмайҙы.
– Беҙ барбыҙ, беҙ теребеҙ, көсөбөҙ бар. Дошманды еңеп, Берлинен дә аласаҡбыҙ, – тине ҡарттар бер ауыҙҙан.
Беренсе ярҙам
Һуғыш башланғандан алып ауылда атайҙар, ағайҙар кәмегәндән кәмене. Улар башҡарған эштәр әсәйҙәргә, ә еңелерәктәрен балаларға тапшырҙылар.
– Рәшиҙә, Рәсимә әйҙәгеҙ мин һеҙҙе ойоҡбаш, шарф, бейәләй бәйләргә өйрәтәм, – тине әсәһе.
– Беҙ уларҙы баҙарға алып барып һатабыҙмы, – тип ҡыҙыҡыһынды Рәсимә.
– Юҡ. Һуғышта ҡатнашҡан атайығыҙға, барлыҡ һалдаттарға бәйләйбеҙ ҙә посылка менән ебәрәбеҙ.
– Өйрәнәбеҙ, әсәй, күп итеп бәйләрбеҙ, – тине ҡыҙҙар шатлыҡлы теләктәрен белдереп.
Әсәй, ҡәйнәһе әҙерләп биргән йомғаҡланған һарыҡ йөнө ептәрен һәм олатайҙары эшләп биргән бәйләү энәләрен ҡыҙҙарға тотторҙо. Ойоҡбаштың беренсе “күҙҙәрен” башлап ебәреүе бик ябай ғына булһа ла, ҡыҙҙарҙың бармаҡтары талып арыһа ла, эште теләп башҡарыу яңынан яңы көс бирә барҙы. Бер аҙна эсенедә ҡыҙҙар епте энә менән күҙәнәктәр бәйләүҙе бик етеҙ үҙләштереп бер пар ойоҡбашты бәйләне. Улар ғына түгел ауылдағы бар ҡыҙҙар бик күп ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп посылка менән фронтҡа ебәрҙе.
Изгелекә изгелек менән
Июль айы еткәс, малдарға бесән әҙерләү ваҡыты үксәгә килеп баҫты. Ләкин салғыларҙы үткерләргә әсәйҙең дә, ә инде ҡыҙҙарҙың бөтөнләй оҫталығы юҡ. Ә олатайҙың күҙ еткереп күрмәй. Ләкин Рәшиҙәнән ике йәшкә генә олораҡ булған Ғәлимйәнде атайы күптәнән инде салғы сүкергә өйрәткән булған. Тик ҡатын–ҡыҙҙарҙан торған ғаиләнең ҡайһы саҡта ауыр хәлгә ҡалыуын белгән күрше Ғәйзулла бабай ейәне Ғәлимйәнгә:
– Бар, улым, Рәшиҙәләргә салғыларын сүкеп бир, – тине.
Олатаһының бойороғо әйтелеп бөтөр- бөтмәҫтән Ғәлимйән ҡыҙҙарға ҡош кеуек осоп килеп тә етте.
Егет, нәҡ оҫталарса салғы сүкене, ә ҡыҙҙар уға һоҡланып ҡарап торҙо. Ҡыҙҙарҙың уға үтә лә ихтибар менән ҡарауы Ғәлимйәнгә күңелле лә, ҡыҙыҡ та ине. Был күңелле хәлдең оҙағыраҡ булыуын теләп, ул эште яйлап ҡына эшләне. Тик ярты сәғәт эсендә салғылар сүкелеп бөттө лә ҡуйҙы. Артабан бесән эше бөткәнсе, Ғәлимйән был эште үҙ өҫтөнә алды. Уның ярҙамы ғаиләнең бесән әҙерләү эшендә бик ҙур уңайлыҡ тыуҙырҙы.
Ваҡыт үтеү менән Рәшиҙә бәләкәйерәк бейәләй бәйләне. Әсәһе уны күреп:
– Ҡыҙым, бейәләйең бәләкәйерәк килеп сыҡҡан бит. Армияла ундай бәләкәй ҡуллы атайҙар булмай –тине бер аҙ ризаһыҙлыҡ менән.
– Был бейәләйҙе Ғәлимйәнгә бәйләнем. Әсәй, ярҙамға ярҙам, изгелекә изгелек менән яуап бирәләр, – тине Рәшиҙә.
Ҡыҙының шундай оло мәғәнәле яуабынан әсәнең шатлығы эсенә һыйманы. Ҡыҙын ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты.
Ниңә атайҙан хат юҡ
Фронтҡа киткәндәрҙең күптәренән хат килһә лә, Шәрифә, иренән бер ниндәй ҙә хәбәр алманы. Ҡыҙҙары ла, был хаҡта йыш һорау бирҙе. Ахыр сиктә ул вонкоматҡа барырға мәжбүр булды.
– Апай, һуғышта уйламаған, көтөлмәгән хәлдәр килә лә тыуа. Кешеләр генә түгел тоташ хәрби частәр… армия, ҡалалар һәләк булды бит. Әгәр ҙә һуғышта хәрби частең штабы, командование һәләк була икән, һалдаттарҙың, офицерҙәрҙең юҡ булыуын кем хәбәр итһен инде. Һуғыш бөтәр, алдан әйтеп, юрап булмай, ирегеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтыр, – тип тынысландырҙылар.
Фронтта
Гитлер тарафынан беҙҙең илде баҫып алыу һуғышы башланғандан алып ул 1941-се йылдың декабрь баштарына хәтле Мәскәү ҡалаһына яҡынлашып бына-бына уны алырға йыйынды. Хат та уның самолеттары башҡалаға бомбалар ташлай башланы. Беҙҙең Армия бик ҙур ойошҡанлыҡ менән хәрби көс туплап 1941-се йылдың 5-се декабренән алып 1942-се йылдың 7-се ғинуарына тиклем Гитлерҙең Мәскәү янындағы барлыҡ көсөн тар-мар итеп ҙур еңеүгә иреште. Был еңеү халыҡтың дәртен күтәрҙе, еңеүгә ҙур өмөт уятты.
Ауылда
Ғәйшә әбей СССР‑ҙың ҡыҙыл флагын тотоп урам буйлап:
– Иптәштәр, барығыҙҙа клубҡа, – тип иғлан итеп сыҡты.
Бары тик балаларҙан, үҫмерҙәрҙән, әбей-бабайҙарҙан торған ауыл халҡы клубҡа бик тиҙ йыйылды.
Сәхнәгә ауыл советы председателе Фазлыева Мәрхәбә апай күтәрелде.
– Иптәштәр, туғандар, беҙ Мәскәү ҡалаһы аҫтында Гитлерҙең умрау һөйәген һындырҙыҡ. Артабан аяҡ-ҡулын, башын өҙәһе ҡалды…
Ул һүҙен әйтеп бөтөрә алманы, бар халыҡ:
– Урррраааа, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Малайҙар бүректәрен сөйҙө. Әкрәм бабай сәхнәгә сыҡты ла, 1812-се Бөйөк ватан һуғышында башҡорт һалдаттапры ижад иткән“Любизники любизар” көйөн ҡурайҙа уйнап ебәрҙе. Марш көйөнә ҡул саптылар. Йырланылар. Был тантана тамаланғас, бар халыҡ урамға сыҡты.
– Иптәштәр, һалдаттар кеуек теҙелешеп өс рәткә, строиться, – тип Сәләхитдин олатай команда бирҙе.
Һалдатта булған бабайҙар, физкультура дәресе уҙған балалар теҙелешеп баҫыуҙың рәтен белеп, уның командаһын шунда уҡ дөрөҫ үтәне. Ә әбейҙәр аҙашҡан себеш кеуек тегендә, бында төртөлдө. Ләкин балалар уларға ярҙам итеп үҙ урындарына баҫтырҙылар. Сәләхитдин олатай армиялағы кеуек командаһын бирҙе.
– Слушай мою команду. Равнясь… смерно. Әкрәм играть “Перовский” ҙе. Ғәйшә, флагты юғары тотайть. Пионерҙар, галстукты вперед тотать. С песней шагом марш.
Халыҡтың аяғында иҫке быйма, сабата булғас, марш көйөнә аяҡ тауыштары бары тик шыпылдап ҡына ишетелде. Был беренсе еңеүҙе билдәләү, ябай ауыл халҡының политик тормошон, патриотик тойғоларын үҙҙәре белгәнсә сағылдырыуҙың оло ваҡиғаһы ине.
Артабан марш менән ҡыҫҡа ғына урам буйлап уҙғас, яңынан клуб янына килделәр. Унда утын яғып, ҡаҙанда тәмле бутҡа бешергән өләсәйҙәр көтөп тора ине. Ләкин бутҡа бешеп еткәнсе, яңынан клубҡа инеп, концерт башлап ебәрҙеләр. Ире фронтта үлеп ҡалған Бәҙернисә апай “Байыҡ” көйөнә үҙе импровизациялап “Тол ҡатын”, ә инде барлығы ун йәш тулған Факил “Урал батыр” бейеүен шундай үҙенсәлекле башҡарҙылар.Уларҙы тамашасы ҡат-ҡат бейетте.Сәхнәгә Рәшиҙә менән Рәсимә сыҡты. Улар куплеттарын алмашлап Р. Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты” тигән шиғырҙы яттан һөйләп ишеттерҙе. Тамашасы уларҙы тында алмай тыңланы. Оләсәйҙәрҙең күҙҙәренән йәштәр тамды.
Концерт ҡуйылып тәмле бутҡа ашағас, Мәрхәбә апай:
– Артабан да беҙҙең еңеүҙәребеҙ артынан еңеүҙәр булып торасаҡ, әммә беҙҙе тағын ауырыраҡ хәлдәр көтә. Илебеҙҙең Мәскәүгә тиклем терреторияһы фашистәр аяғы аҫтында ҡаллды, хужалыҡтар емерелде. Армиябыҙҙы, ҡала халҡын аҙыҡ-түлек менән беҙ тьәмин итәсәкбеҙ. Беҙ ҙә кәмейбеҙ, ләкин тырышлыҡты, көсөбөҙҙө, икеләтә өсләтә арттырыға тейешбеҙ, мөмкин тиклем малдарҙың һанын кәметмәү иң беренсе бурысыбыҙ, – тине.
Һуғыштың икенсе йылы
Һуғыштың икенсе йылы халыҡтың йәшәйешен матди яғын тағында түбәнгә төшөрҙө. Балаларға яҙырға дәфтәрҙәр, ҡаралар бөттө. Улар бик иҫкергән китап битендәге юл араларына, газеталарҙың ситендәге тар ғына буш урындарына яҙырға мәжбүр булды. Имән сәтләүеге һыуҙа сереһә, ҡап-ҡара төҫтәге шыйыҡлыҡ барлыҡа килә. Уҡыусылар сәтләүек ҡараһы менән яҙҙы. Ләкин ул бик оҙаҡ ҡара төҫөн һаҡлай алмай, шыйыҡса кипкәс тә, бер нисә көндән төҫөн юғалта. Көндән көн уҡыу балаларға икенсе планға ҡала барҙы. Атайҙарын юғалтҡан күп балалы ғаиләләге иң өлкәндәре бәләкәйҙәренең тамағын туйҙырырлыҡ булһа ла коллектив хужалығында эшләр өсөн дүртенсе синыфтан уҡыуҙарын ташланы.
Рәшиҙәләр ауылында беренсе тапҡыр 1924-се йылда СССР дәүләте мәктәп асып, наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса балаларҙан алып ололарға тиклем латин хәрефтәре менән яҙырға, уҡырға өйрәтеү башланды. Ләкин матди фәҡирлектең, аңһыҙлыҡтың быуаттар буйы үтә лә тәрән тамыр йәйеү һөҙөмтәһендә бик күптәр мәктәпкә йөрөй алманы, икенселәре: сит хәрефтәр менән уҡыуҙы Ҡөръән ҡушмай тип баш тартты. Шуға ла беренсенән алып дүртенсе синыфҡа тиклем регуляр уҡығандар ауылда иң юғары белемле кешеләр булды. Уларҙы коллектив хужалыҡтың бухгальтерияһында, фермала, бригада ла иҫәп-хисап эштәрен алып барыусылар итеп эшкә ҡуштылар.
Уҡыу менән бер рәттән Рәшиҙә менән Рәсимә көн аралаш алмашлап, дәрес ҡалдырып ете һыйыр һауыусының һөттәрен, иретелгән май, ҡороттарҙы ла үлсәп документ төҙөй барҙылар, хатта район үҙәгенән килгән ревизор, налог инспекцияһы алдында ла бер ниндәй ҙә хатаһыҙ етештерелгән продукцияның бер граммында юғалтмай, хаталанмай отчет бирҙе.
Не поникуй
Ҡасандыр 1750-се йылдар тирәһендә урыҫ оҫтаһы Осипов төҙөгән һыу тирмәне ваҡытында ремонтланып халыҡа бик тоғро хеҙмәт итте. Ләкин ул да туҡтаны.Тирмән ҡуласаһына һыу ағып килгән таҡта улаҡтар серене.
Быуаттар буйы һаҡланып килгән, бойҙай, тары төйәр өсөн килеләрен, ҡул тирмәнен ғаиләләр яңынан рәткә килтерҙе. Әлбиттә ҡул тирмәне менән бер ултырғанда бер мейеслек он тартыу күп көс талап итә. Шулай ҙа туҡмаслыҡ он тартырға мөмкин. Был эштең барыһында һәр ғаиләлә балалар башҡарҙы.
Коллектив хужалыҡ, налог түләүҙән ҡалған бойҙайын иң тәүҙә семенаға әҙерләһәләр, ҡалған бик әҙен халыҡа эш хаҡы итеп бүлеп бирҙе. Был бойҙай әҙ генә булһа ла балаларҙы саманан тыш аслыҡа ҡалыуҙан ҡотҡара барҙы. Бойҙайҙы көршәктә быҡтырҙылар. Уға балалар өсөн әҙ генә булһа ла һыйыр майы, йәки һөт ҡуштылар. Балаларҙың теше булғас, бойҙайҙы рәхәтләнеп сәйнәне. Ә тештәре төшөп бөтә барған ҡарттарҙың ауыҙында бойҙай бары тик ирендәр араһында сәйнәлмәй йүгереп кенә йөрөнө.
Ауыл баҡсаларының бағаналары сереп, иң тәүҙә ҡыйшайҙылар, күптә үтмәй берәм-­берәм йығыла башланы. Ғаиләләрҙә балалар тыуыуҙан туҡтаны. Ҡоштарға ашатырлыҡ ем булмағас, әтәс ҡысҡырған, тауыҡтар ҡытҡылдаған тауыштар бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ҡасандыр һыу буйҙарында ҡаңҡылдап йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙар, халыҡтың бер төшө генә булып ҡалды.
Юғалтыуҙар ҡайғы-­хәсрәт ғаиләләргә етемлек, яңғыҙлыҡ тыуҙырҙы. Атайҙары әҙерләп киткән утындар ҙа бөттө. Эш ҡоралдары ла кибеп, һынып яраҡлыҡтан сыға башланы. Юкә ҡабығы йәки, һалам менән генә ябылған өй түбәләрен ҡаты бурандар ҙа осороп ырғытты. Һунарсылар булмағас, урманда айыу, бүреләр үрсене. Улар күп кенә малдарҙы ҡырҙы. Хатта кешеләргә урманға барырға ла ҡурҡыныс тыуҙырҙы.
Ләкин һәр кем киләсәкә өмөт менән теше-тырнағы менән йәбешеп, тотоноп тормошто, йәшәүҙе дауам итәргә тырышты. Кемдәрҙер зарланып ауыҙынан һүҙ ысҡындырһа үҙ ғүмерҙәрендә сит ил дошмандары менән күҙмә-күҙ терәп, штыка-штык менән һуғышҡан ауыл ҡарттары хәрби тел менән руссалап: “Не поникуй”, – тип тыйҙылар.
Хәйләкәрлек
Июнь аҙағы етә башлағас, солоҡтарҙағы умарталарҙан бал алыу ваҡыты килеп етте.Сәләхитдин олатай былтыр бик ҡыҙыуланып Рәшиҙәне солоҡҡа менәргә өйрәтһә лә, ҡыҙ баланың ундай эште башҡара алмауын яҡшы белә. Шулай ҙа уны үҙаллылыҡа өйрәтеүен туҡтатманы һәм Ғәйзулла ҡартҡа:
– Ейәнең Ғәлимйән үҫкән, егет булған, солоҡ башына менәргә Рәшиҙә ҡыҙым өйрәтер, әллә минең ейәнсәрҙәр, килен менән умарта ҡарап килһендәрме. Үҙем барыр инем, ҡартылыҡ үтә лә яҡын килде бит. Ҡул баштары ауырта, солоҡ башына менә алмам, – тип мөрәжәғәт итте.
– Бик яҡшы уй башыңа килгән. Барһын, ярҙам итһен, ейәнем дә ҡорт ҡарарға өйрәнһен, – тип шунда уҡ риза булды Ғәйзулла ҡарт.
Умарта, солоҡ өсөн кәрәк яраҡтарҙы, аҙыҡ-түлек алып, улар юлға сыҡты.
Солоҡа килеп еткәс, Ғәлимйән бейәне дуғарып тышаны. Ваҡытты оҙаҡ һуҙмай егет солоҡ башына менеп тә китте. Рәшиҙә төтөнлөк менән ҡорттар ҡыуҙы, Ғәлимйән ике батман итеп бал тултырҙы. Бал алып төшкәс Рәшиҙә:
– Һин бик оҫта солоҡ башына мендең, Ғәлимйән, – тип ғәжәпләнде.
– Ярай, мин малай кеше, ә һин ҡыҙ кеше булып нисек солоҡа менәргә өйрәндең, – тип һораны Ғәлимйән
– Былтыр олатайым өйрәтте. Минән башҡа һиңә был эште өйрәтеүсе булмаҫ, тип солоҡа ҡат-ҡат мендерҙе ул мине.
– Олатайҙар шулай инде, минеке лә: “Мин үлмәҫ элек өйрәнеп ҡал”, – тип күп эштәргә өйрәтте ул мине.
Ҡайтышлай Шәрифә, Рәсимә менән арбаға ултырмай, ярайһы ғына аралыҡ менән арттан йәйәү ҡайтты. Әйҙә, йәштәр һөйләшһендәр, ҡамасауламайыҡ әле, тип уйланы ул.
Өйгә ҡайтып еткәс, уларҙы олотай ҡаршы алды һәм бик уңышлы итеп бал алып ҡайтыуҙарын хупланы. Олатай, Ғәлимйәнгә бүләк итеп ярты батман бал бирҙе. Ә Шәрифә, Рәшиҙә менән Ғәлимйән үҙҙәре генә арбала ҡайтҡанда телдәре туҡтамай нәмәлер һөйләшеп, көлөшөп ҡайтыуҙарына бик һөйөндө. Эйе, уларҙы бер береһенә булған мөхәббәт тойғоларының уяна башлауы ине. Ә тормошто күп күргән, тәжрибә туплаған ҡарттар ҙа хәйләкәр бит ул. Сәләхитидин олатай: ауыртыныуға һылтанып йәштәрҙең тик үҙҙәре генә умартаға барыуына шарт тыуҙырҙы.
Бесән
Бар халыҡты звеноларға бүлделәр. Хужалыҡ малдары өсөн бесән сабырға яландарға, йылға буйындағы туғайлыҡтарға сыҡты. Шәрифә апай ғаиләһе һәм күршеһе Ғәйзуллар бер звено итеп тәғәйенләнде.
Ғәлимйән көслө малай, ҡулында һигеҙенсе салғы бит. Рәшиҙәнең –етенсе. Рәшиҙә алдан, Ғәлимйән уның артынан саба барҙы. Һәр саҡ икеһенең бер-береһе артынан барыуҙары уларға күңеллелек һәм физик көс талап иткән эштең ауырлығын тойҙорманы. Өҫтәүенә Рәсимә бар бесәнселәргә сәйнүк менән айран килтерҙе. Йәйге эҫелә айран тәнгә сихәт, рәхәтлек килтерә барҙы Тик һыуһын тамамланып асыға башлағас ҡына, ҡулдарҙың хәле бөттө, ашҡаҙанда “бүреләр олой”
– Сәй әҙер, әйҙәгеҙ, – тип команда бирҙе Рәсимә.
Барыһы ла ашарға ултырҙы.Тик ашъяулыҡта шыйыҡ сәй, арыш икмәге һәм былтырғы йылдан ҡалған картуф. Ул да норма буйынса һәр кешегә икешәр бөртөк кенә. Ә яңы картуфҡа әле ярайһы ваҡыт бар. Һуғышҡа тиклем ашъулыҡты биҙәп ултырған ҡаймаҡ та, бал да, май ҙа, тултырма ла булмауы. тылда йәшәгән халыҡа ла килгән аслыҡтың ишек шаҡыуы ине.
Кискә табан бригадир хеҙмәт хаҡы итеп һәр кешегә берәр ҡалаҡ һоло оно таратып сыҡты. Көтөү ҡаршылағас, Шәрифә апай уны һыуға һалып ҡайнаты ла, ҡыҙҙарға ашарға бирҙе. Тамаҡ ас булғас, арыш икмәге менән шыйыҡ ҡына быламыҡ йәшен тиҙлегендә ашалып та бөттө.Тик тамаҡ нәмәлер һорай. Ләкин уның һорағанын оҙаҡ йылдарға барыуын балалар күҙ алдына килтермәйҙәр ине әле.
Иген
Бик ауырлыҡ менән малдарға бесән әҙерләнгәс, халыҡ бер аҙ иркен тын алғандай булды. Ләкин ул оҙаҡа барманы. Игенде урып алырға кәрәк. Хужалыҡтың иң яҡшы, йәш аттарын һуғышҡа алып киттеләр. Арбаға егәргә, ҡарт аттар һәм ике үгеҙ генә тороп ҡалды. Бар халыҡ иген яланына көлтә бәйләргә сыҡты. Һәр ғәиләгә көнөнә иллешәр көлтә бәйләү нормаға ҡуйылды. Шәрифә апай ураҡ менән игендә киҫеп алды, Рәшиҙә уларҙы көлтәгә бәйләй барҙы. Ә Рәсимәгә, урман ситенән ҡоро ботаҡтар килтереп, сәй ҡайнатыу бурысы йөкмәтелде. Халыҡ бик асыҡһа ла, төшкө аш ваҡыты етмәйенсә эште һис кенә лә туҡтатырға ярамай. Асығыуҙың тамам сигенә килеп еткәс, Рәсимәнең күңеле болғанды, уҡшыны Ул башаҡты устарында ышҡып, тыны менән өрөп таҙартты ла, башҡа кешеләр күрмәгәндә генә ауыҙына ҡапты. Сөнки һуғыш законы буйынса бер бөртөк ашлыҡты ла юғалтмайынса урып алыу һәм бер башаҡ иген рөхсәтһеҙ алынһа ла, ҡаты язаға тартырыу законы һәр кемгә билгеле ине.
Ырҙын табағында
Көлтәләр, пар менән эшләүсе трактор двигетеле көсө менән молотикаланан уҙғарылып, бөртөклө иген итеп алынғас, уны сүп үләндәре орлоғонан таҙартып алыу талабы бар. Был эште механика ярҙамында эшләп була ла бит, тик тағын трактор булмау сәбәпле виелканы кул көсө менән әйләндереп, игенде иләктән уҙғарырға кәрәк. Ғәлимйән һәм тағын дүрт малай алмашлап виелканы әйләндерҙе. Рәшиҙә, шулай уҡ башҡа ҡыҙҙар биҙерә менән виелка “ауыҙына” иген һалды. Еңел сүптәрҙе виелка еле бер метр тирәһенә осора, ә таҙа иген виелка аҫтына өйөлдө. Көслөрәк әсәйҙәр, малайҙар уларҙы тоҡҡа тултырып, үгеҙ егелгән арба менән келәткә һалды.
Төшкө ашау ваҡытында Рәсимә тағын сәй ҡайнатты. Бригадирҙың рөхсәте буйынса, бар кешеләр өсөн табала бойҙай ҡыҙҙырҙы. Ырҙын табағында булған ун кеше шытырҙатып курмас сәйнәп сәй эсте. Был ырҙын табағындағы ашау рационы ине. Ашап алғас, әсәйҙәр баштарын тоҡтарға терәп егерме генә минут булһа ла, йоҡлап алырға тырышты, ә балалар бер нисәүһе йәшенмәк, ҡасыш, ҡыуышыу уйындарын уйнаны.Икенселәре йомаҡ өйөштө, уҡыған китаптарының йөкмәткеләрен бер-береһенә һөйләне. Уларға тәбиғәт тарафынан балалыҡ, йәшлек ләзәтен тойоп, күреп, һоҡланып, рәхәтләнеп йәшәү бер нисә йыл дауамында бирелһә лә, һуғыш, аслыҡ уларға тик көнөнә егерме-утыҙ минутҡа ғына ҡалдырҙы.
Уҡыу йылы башланды
1942-се йылдың көҙөндә ауылдың ете йыллыҡ мәктәбенә Рәсимә икенсе, Рәшиҙә алтынсы синыфҡа уҡырға барҙы. Беренсе дәрестәр бик күңелле башланһа ла, бер-ике дәрес уҙғас, асығыуҙан балаларҙың баштары әйләнде, ҡоҫтолар, хәлдәре бөттө, күҙ алдары ҡараңғыланды. Был бик хәүефле хәлде аңлап, ауыл советы балаларға өҫтәлмә икмәк порцияһы бирә башланы. Кеҫәләрендә алып килгән икмәкте, дәрес ваҡытында ла ашарға рөхсәт ителенде.Был сара балаларҙың хәлен яҡшыртып ебәрҙе. Шулайҙа магазиндә аяҡ кейемдәренең булмауы бар балалар ҙа ергә һалҡын төшкәнсе ялан аяҡ мәктәпкә килергә мәжбүр булды. Ә көндәр һалҡынайғас, ҙур булһа ла ҡалын йөн ойоҡбаш менән Рәшиҙә оләсәһенең галошын кейеп дәрескә йөрөнө. Рәсимәнең аяҡ кейеме булмағас, Шәрифә апай уны өйөндә уҡытты.
Ауылдың бар ҡарттары ла юғалып ҡалманы боронғоса аяҡ, баш кейеме, тегеүҙе терелтеп ебәрҙе.
Сабата
Ил өсөн аҙыҡ әҙерләү эше менән бергә, юкәнән сабата үреү, арҡан ишеү, септә һуғыу эштәре лә йөкмәтелде.
Шәрифә апайға ҡайныһы бер ҡосаҡ юкәнең эске ҡабығын килтерҙе лә бар ғаиләне сабата үрергә өйрәтергә тотондо. Барыһыла олатай янына йыйылды. Ул бер нәмә лә һөйләмәне лә, аңлатманы ла, тик материалды бик яйлап ҡына әҙерләне лә, бик яйлап ҡына сабата үрҙе лә үрҙе. Сабата үрелеп бөткәс, ҡыҙҙар икеһе бер юлы:
– Олатай аңланыҡ, бир, хәҙер үҙебеҙ үрәбеҙ, – тинеләр.
Әлбиттә Рәсимәгә был бик ауыр, ә Рәшиҙә үҫкәнерәк булғас, һыуҙа йомшартылған юкә таҫмаһы уның ҡулдарына тиҙ бойһондо. Шөшлә юкәне сатрашлап үререгә, кәрәкле аяҡ формаһына килтерергә бик уңайлы -ҡул ҡоралы икәнен шунда уҡ аңланы һәм ул Рәшиҙә ҡулында уйнап ҡына торҙо. Ике сәғәт сабатаның берәүһе әҙер булһа ла, ул әле бик шыйыҡ, сатраш аралары тығыҙ түгел ине. Ә йомшаҡ сабата, формаһын тиҙ юғалта, тиҙ туҙа. Дүрт көн Рәшиҙә сабатаны бер үрҙе, бер һүтте. Бишенсе сабатаны үргәс, кенә олатыһы хуплап ҡабул итте. Хәҙер инде Рәшиҙә, сабатаны кәрәкле размерҙа һеңлеһе Рәсимәгә лә, үҙенә лә үреп алды. Оләсәһе, йоҡа ғына итеп баҫылған кейеҙҙән ойоҡбаш тегеп бирҙе. Уның менән сабатаны кейеп, бауын аяҡа үреп-үреп бәйләнеләр һәм йылы, йомшаҡ аяҡ кейеме барлыҡа килде лә ҡуйҙы. Был эште үҙләштерә алғаны өсөн ололар ҙа, Рәшиҙә үҙе лә, мәктәп тә уҡытыусылар ҙа хуплап ҡаршы алды һәм иртәгеһенә үк мәктәп директоры Зарифа апай, хеҙмәт дәресендә бар балаларға сабата үреүҙе индерҙе. Ҡыш яҡынлашҡанда бар балалар ҙа өр яңы ап-аҡ сабата кейеп, мәктәпкә килде. Балалар бер береһенең сабаталарына баһа бирҙеләр, оҫталыҡтары менән һөйөндөләр.
Ҡыҙ балаларҙың ҡулы йомшаҡ булыу сәбәпле уларға арҡан ишеү эш йөкмәтелмәне һәм Шәрифә апай көндөҙгө эштән һуң тамаҡ туйҙырғас, һәр кис алты метрлы арҡан иште. РАЙПО уны ҡырыҡ тингә һатып алды. Был хеҙмәт, ғаиләнең хәлен тағын яҡшыртып ебәрҙе.
Быйма
Олатай менән оләсәй ҙә ейәнсәрҙәренең хужалыҡта кәрәк булған эштәрҙе бик тиҙ эләктереп алыуҙарына һоҡланып, уларҙы быйма баҫырға өйрәтеүҙе лә кәрәкле тип тапты.
Ейәнсәрҙәрен, киленен саҡырып алдылар ҙа йылы мунсала быйма баҫып, һөйләп, күрһәтеп бирҙеләр. Өсөнсө, дүртенсе быймаларҙы ҡыҙҙар әсәһе менән үҙ аллы баҫты, ә олатай ҡарап ҡына уларҙы, контрольдә тотто. Ҡалыпҡа ҡуйып кипкән быйма бик уңайлы, кәрәкле размерҙа кил де лә сыҡты. Был эшләнгән быйма Рәсимә өсөн баҫылһа, икенсеһен Рәшиҙәгә тәғәйенләнде.
– Эшкә өйрәнеү бары тик үҙең өсөн генә. Быйма өсөн һарыҡ йөнө кәрәк. Хәйер, балалар, ауыл ерендә тик мал-тыуарҙы күпләп тотһаң ғына хәлле йәшәп булыуҙы аңлайһығыҙ инде, – тине оләсәй.
Налог
Май айында ҡыуарған уҫаҡтарҙан әҙерләгән утын бер ҡышҡа етәрлек булды. Шуға ла был йәһәттән ҡыҙҙарға ауырлыҡ килмәне. Малдарҙы ҡышлатырға лә бесән әҙерләнде. Тик һәр ғаиләлә хәрби ваҡыттың налогы нигеҙендә аҙыҡ запасы бик тиҙ кәмей барҙы. Сөнки һәр ғаиләгә йылына илле килога яҡын ит, йомортҡа, йөн, май һәм башҡа аҙыҡ-түлек налогы һалынды.
Көҙ уртаһында налог йыйыусы Сәмиға апай Рәшиҙәләрҙең балын, картуфын бик күп кенә йомортҡаларын алып китте. Буп-бушҡа аҙыҡ алып китеүсе Сәмиға апайҙы ҡыҙҙар бандитҡа иҫәпләп дошман күрҙеләр.
– Әсәй, ниңә уға аҙығыбыҙҙы биреп ебәрҙең, беҙ нәмә ашайясаҡбыҙ–тип һораны ҡыҙҙар, тауыштары ҡалтырап.
– Балаҡайҙарым, илебеҙҙә һуғыш бара бит. Ә һалдаттарҙы, атайығыҙҙы, заводттарҙа һуғыш ҡоралдары эшләгән эшселәрҙе ашатырға кәрәк бит, – тине лә район газетаһын ҡулына алып ундағы Ленинград, Мәскәү, Свердловск һәм башҡа корал эшләү заводтарында хат та, төн йоҡламай балаларҙың да эшләүҙәре хаҡында яҙылған мәҡәләне уҡып сығарға ҡушты. Ҡыҙҙар мәҡәләне бик ихтибар менән уҡып сыҡҡас, налог йыйыусынан ғәфү үтенгәндәй тын ҡалдылар. Әсәй, һүҙен дауам итеп: –Беҙҙең ауылыбыҙҙа снарядтәр шартламаһа ла, пулялялар атылмаһа ла, беҙ ҙә аҙыҡ-түлек етештереүебеҙ менән илебеҙҙе һаҡлаусылар, дошмандарға ҡаршы көрәшеүселәр, – тине Шәрифә балаларын ҡосаҡлап.
– Әсәй, ысынлапта беҙҙән алынған аҙыҡты атайыбыҙ ҙа ашаймы, – тип өҫтәлмә һорау бирҙе Рәсимә.
– Әлбиттә.
Әсәһенең биргән яуабынан ҡыҙҙарҙың йөҙө яҡтырып китте, күңелдәре күтәрелде.
Йәйләүгә күсенеү
Кышҡы һарайҙа тороу һыйыр малдарын бик арытты. Уларға ла иркенлек кәрәк. Май урталары еттеме малҡайҙар, көнъяҡтан иҫкән йылы елде тойҙо, йәйләү яғына табан морондарын һоноп мөңөрәшә башлай. Йәйләүгә күсенеү улар теләгәнсә булмаһа, оло һыйырҙар быҙауҙарын эйәртеп йәйге төйәкә ҡасып китәләр ҙә баралар. Ә хужаһыҙ малға урманда ҡарағы, айыуы көтөп кенә тора. Бындай хәүефле хәл килеп сыҡмаһын өсөн, хужалыҡ фермаһында эшләүселәр тиҙ генә арбаларҙы, сбруйҙарҙы рәткә килтерҙе. Таң менән түшәктәрен, юрғандарын, барлығы ике-өскә генә ҡалған тауыҡтарын һәм башҡа йорт кәрәк-­яраҡтарын арбаға тейәне. Малдар көтөүен ҡыуарға Ғәлимйәнде, шулай уҡ унан бәләкәйерәк булған ике малайҙы тәғәйенләнеләр.
Йәйләү, туған ауылдары Байназарҙан бик алыҫта түгел, ә барлығы дүрт километр аралыҡта ятҡан Мораҙым ауылының Аҡташ урманында. Тик унда барырға ауырлыҡтың береһе булған Ағиҙел йылғаһы аша кисеүҙән сығарға кәрәк. Ярай, йылға ниндәй тәрәнлектә булһа ла, һыйырҙар, аттар йөҙөп сыға ла китә. Ә бына арбаға тейәлгән йөк менән сығыу бәләлерәк шул.Тәрән һыуҙа арба күтәрелмәһен өсөн атайҙар арбаның ауырлығын арттырып таш тейәйҙәр ҙә, бәлә-ҡазаға ҡалмай, йылға аша сығалар ҙа китәләр ине. Был юлы улар юҡ. Кисеүҙе аша сығар өсөн Ағаиҙел бик һайыҡҡас, ауыл ҡарттарыла был хаҡта йәштәргә киҫәтмәне.
Көндәр бик йылы тороп, йылға тиҙ һайығыуҙан Белорет урман хужалығы, ташҡын саҡта Ағиҙелдән бүрәнәләр ағыҙыу эшен тулыһынса башҡарып өлгөрә алманы һәм бүрәнәләр йылға буйҙарында ҡоро ерҙә ятты ла ҡалды. Бындай хәлдә йылға һыуын тулыландырыр өсөн быуаны асалар.
Һыу, ҡорһаҡтарына ла етмәгән кисеүҙе хат та, быҙауҙар, ҡолондар ҙа еңел генә кисеп сыҡты. Арбалар менән кисеүҙе сыҡҡанда, ҡаршы ярға егерме утыҙ метр ғына ҡалғас, һыу күҙгә күренеп ташты ла китте. Иң тәүҙә, һыу арбалар өҫтөнә сыҡты, бер ике минуттан ат ҡорһағын үтеп, муйынына уҡ етте. Рәсимә менән Рәшиҙә, әсәһе ултырған арба һыуға күтәрелеп аға башланы. Егелгән ҡарт ат, килеп тыуған бәләне еңәргә тырышып, бар көсө менән ярға ынтылды. Ләкин аяҡтары йылға төбөндәге ергә йә эләкте, йә юҡ. Көтмәгәндә бер береһенә уҡмашып йәбешкәндәй, көслө һыу ағымы менән унлап бүрәнә арбаға килеп бәрелде. Арба ауҙы ла, ташҡын ыңғайына аға башланы. Ҡаршы ярға сығып өлгөргән һыбайлы Ғәлимйән, аты менән һыуға ташланды ла, ағып барған арбаның тәртә башынан эләктерҙе һәм егелгән атты алға табан етәкләне. Бәләгә ҡалыуҙы аңлаптыр инде, ат бар көсөнә алға ынтылды. Ләкин алға хәрәкәтләнергә бүрәнәләр бик ҡаршылыҡ килтерҙе. Ғәлимйән атынан һикереп төштө лә, арбаға килеп төртөлгән бүрәнәләрҙе уңға, һулға этте, таратты.
– Апай, апай, Рәшиҙә, Рәсимә ат дилбәгеһнә тотоноғоҙ, – тип Ғәлимйән бер нисә тапҡыр ҡысҡырҙы. Арбалағылар уны аңлап дилбәгәгә йәбеште. Ләкин йыуан бүрәнә Рәсимәгә килеп бәрелде. Ҡыҙыҡай, бүрәнәгә ҡаршылыҡ күрһәтергә көсө лә етмәне, ҡулы ла дилбәгәнән ысҡынды.
– Әсәй, – тип ҡысҡырҙы Рәсимә, ярҙам һорап.
Бүрәнәләр араһында йөҙөп йөрөгән Ғәлимйән тирә-яғына ҡарап, Рәсимәне эҙләне. Ләкин ул күренмәне.
– Балаҡайым, – тип ҡысҡырҙы әсә.
– Апай, борсолмағыҙ, мин Рәсимәне ҡотҡарам. Ә һеҙ ярға сығығыҙ, – тип ҡысҡырҙы ла, Ғәлимйән бер үҙе генә ағып килгән бүрәнәгә тотондо. Шул саҡ ул бүрәнәләр араһында ағып барған үҙенән егерме метрҙай аралыҡтағы Рәсимәне күреп ҡалды ла:
– Рәсимә, Рәсимә, ҡурҡма һин дә һинең кеуек бүрәнәгә тотон, – тип ҡысҡырҙы һәм Рәсимәгә табан яҡыныраҡ киләргә ни тиклем тырышаһа ла, көслө ағым уға мөмкинселек бирмәне. Һалҡын һыуҙа аяҡ тарамаштары тартыша һәм кеше хәрәкәтләнә алмай батып үлә. Был юлы тәбиғәт барыһында йәлләгәндер нде, һыу йылы ине. Аяҡтар тартышыу ҡурҡынысы юҡ. Ташҡында ҡалған Рәсимә, иң тәүҙә бик ҡурҡһа ла. бүрәнәләргә тотонғас, ҡурҡыу, үҙеңде үҙең һаҡлау тойғолары өҫтөнгә сыҡты. Сөнки ауылда уҡ һыу ингәндә бүрәнәләргә тотоноп, йөҙөп барған саҡтары булды. Тик уның башында ҡайҙа, нисек нәмәгә тотоноп, эләгеп, ярға сығыу уйҙары ҡайнаны.
Дилбәгәгә йәбешкән Рәшиҙә, әсәһе менән һыуҙан ҡотолғас, яр буйлап Рәсимә артынан бик күп йүгерҙеләр. Ләкин уларҙың юлына текә ҡаялы тау арҡыры төштө.
Бер береһен бер юғалтып, бер күреп аҡҡан Рәсимә менән Ғәлимйән бейек ҡаялы Олоғужан тауын үтеп, туған Байназар ауылына килеп етте. Уларҙың ҡысҡырғанын ишетеүселәр ярға сығып баҫһалар ҙа, бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтә алманы. Сөнки ауылда кәмә лә, йөҙөп киләр атайҙар ҙа юҡ. Байназар ауылы осондағы бәләкәй генә утрауҙан ташҡын һыу икегә бүленеп, үҙенең көслө ағышын ике яҡ ярға йүнәлтә. Рәсимә бүрәнә өҫтөнә ултырып ағып килешләй, йылғаның Ҡурғашлы ауылы яғындағы тал ағасының һыуға һәленеп төшкән ботаҡтарына бесәй шикелле йәбеште лә, ярға табан ынтылды. Бәләкәй генә, әммә көслө бармаҡтары уны ҡоро ярға уҡ алып килде. Бик ныҡ арыған бала, ергә ауҙы ла ирекһеҙҙән күккә ҡараны. Болоттарҙың бер форма күренеше кешегә оҡшап торған кеуек булып күренде лә, атаһын хәтерләтеп: “Молодец, ҡыҙым, гел шулай көслө бул, кешене көс йәшәтә” тигән кеуек булды уға. Шул саҡ:
– Рәсимә, Рәсимә, – тип ҡысҡырған Ғәлимйәндең тауышын ишетеп ҡалды ла, ҡыҙыҡай уға яуап бирҙе. Тауыштар бер береһенә яҡынлашҡандан яҡынлаштырҙы. Бына улар бер ни булмағандай Ҡурғашлы йылғаһы тамағындағы яланлыҡта кейемдәрен киптерҙе, рәхәтләнеп ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ менән тамаҡ туйҙырҙы. Байназар ауылының уң ярында урынлашҡан, истамкиндәр, ас иместәр араһы кешеләре уларҙы ашатып мунса индереп, йәйләүгә алып барҙы.
Шәрифә, ҡыҙының һыуға ағып китеүенән һис кенә лә аңына килмәне. Башы әйләнде. Ни тиклем асыҡһа ла, бер тешләм икмәк тә ҡаба алманы. Тик тормошҡа реаль ҡарай белгән Рәшиҙә генә артыҡ борсорлманы, ярһыулы эмоцияға бирелмәне.
– Борсолма, әсәй. Ғәлимйән уны әллә ҡасан ҡотҡарҙы инде. Өҫтәүенә Рәсимә лә бүрәнәгә ултырып әллә ҡасан йөҙәргә өйрәнде. Күрҙә тор, иртәгә улар бында буласаҡ, – тине.
Рәсимә менән Ғәлимйән йәйләүгә килгәндә ҡыуыштар ҡоролған, мал-тыуарҙар яҡында ғына көтөүҙә йәрөй. Урман ситенән сыҡҡас та, иң беренсе уларҙы күреп Аҡтырнаҡ, унан инде шатлыҡтары эсенән һыймаған йәйләү кешеләре ҡаршы алды. Йөрәк ярһыуҙан йөҙө ҡасҡан Шәрифә, Рәсимә менән Ғәлимйәнде ҡосаҡлап тында алмай оҙаҡ ҡына баҫып торҙо, шатлығынан туйғансы иланы.
Йәйләүҙә
Күптән түгел генә бала-саға булған йәш быуындар бик күпкә үҫте.Уларға тағында яуаплыраҡ, ауырыраҡ эштәр йөкмәтелә башланы. Ғәлимйәнгә һәм тағы унан кесе ике малайға хужалыҡтың малдарына көтөүсе итеп тәғәйенләнеләр. Тәмле йоҡоно еңеп, иртәнге дүртә көтөүгә барыуы үҫмерҙәр өсөн ауыр булһа ла, һис кенә лә әсәйҙәре алдында һиҙҙермәнеләр. Йоҡо килеүҙән аяҡтар атларға теләмәһә лә, нәҡ атайҙары кеуек эшлекле аҙымдар менән атларға, эште теүәл башҡарырға тырыштылар. Саңдауҙа малдар төшкө ялға туҡтап көйшәргә ятҡас, көтөүселәр сиратлап, сиратлап серем итә ала барҙы. Ҡулдарына мускулдар үҫеп, оло һәнәктәр менән бесән кәбәнләү кеуек ауыр эштәр, үҫмерҙәргә әсиргә төшкән кеуек кенә була барҙы.Ҡыйуландылар.
Халыҡты шатландырып быйылғы йәй бик уңайлы килде. Ямғыры ла ваҡытында яуҙы, үләндәр, игендәр үҫте. Һөт, май, ит етештереү бермә бер артты. Малдар үрсене. Һуғыш башланған йылды тыуған ҡолондар үҫеп, оло малдар рәтенә инде. Уларҙы тәртәгә, һыбай йөрөргә өйрәткәс, хужалыҡ эштәрен башҡарыу ҙа еңелләште. Тәбиғәт биргән уңайлы шарттар ҙа, беҙҙең еңеүебеҙгә көс бирҙе
Тәүге ваҡыттарҙа Рәшиҙәгә сипаратты бороп һөт айыртыуы ауырыраҡ ине, быйыл бөтөнләй еңелләште. Сөнки ҡулдары сыныҡты, көслөләнде. Ғәлимйән уны атта һыбай йөрөргә өйрәткәс, ун көн һайын ауылға ҡайтып иҫәп хисап эштәренә отчет бирҙе.
Рәшиҙә үҙ ҡулына өйрәнгән ҡара айғырҙы эйәрләп докуменеттарын алып юлға сығырға йыйынды.
– Өҙәнгегә сабатаңдың осо менән генә баҫып бар. Ул-был хәл килеп сығып, ат өрөкһә, йығылып китәрһең дә, аяғың өҙөнгенән ысҡына алмай башың ерҙә һәленеп ауыр хәлгә ҡалыуың бар. Теҙгенде ҡулыңдан ысҡындырма, теге ҡара урманды уҙғанда атҡа ныҡ ихтибар ит. Ул ҡолағын ҡайсылай башлаһа, бер нәмәгә лә ихтибар итмә, уны йән көсөнә саптыр, – тип ололарса инструкция бирҙе.
Айғыр бик шәп юрғалаһа, Рәшиҙә уны йәлләп туҡтатырға тырышты. Ләкин йәш мал хәрәккәтте ярата. Шуға ла айғыр үҙе теләгәнсә еңел генә аҙымдар менән юрғаланы ла, юрғаланы. Рәшиҙә үҙен эйәр өҫтөндә ышаныслы тотто.Ҡара урман эсенән уҙғанда, малҡайҙың ҡолағынан күҙен алманы. Бына бер саҡ айғыр юрғалауҙан туҡтаны ла ҡолаҡтарын ҡайсылай башланы, тыпырсына. Ике ҡолаҡ япрағы юлдың уң яғына боролдо ла ҡатып ҡалды. Малҡай пышҡырып ебәрҙе. Айғырҙың был холҡо урман эсендә айуҙар йәки, бүреләр булыуын аңлата ине. Рәшиҙәне ҡурҡыу тойғоһо яуланы ла, тәне өшөп, һалҡын тир бәреп сыҡты. Ләкин ул юғалып ҡалманы.
– Әйҙә, – тип ул айғырға ҡамсы менән йомшаҡ ҡына итеп һуғыуы булды, малҡай уҡ кеуек алға ташланды. Рәшиҙә бар кәүҙәһе менән алға табан эйелде лә, ике ҡулы менән эйәр башына тотондо. Бер аҙҙан башын бороп артҡа ҡараны, ни күҙҙәре күрһен, уларҙы алты айыу ҡыуып килә ине. Ләкин йыртҡыстар айғырға ҡырыҡ, илле метрҙан артыҡ яҡынлаша алманы. Айғыр бар көсөнә сапты ла сапты. Дүрт киломеитр тирәһе юл үтеп, асыҡ урынға сыҡҡас, Рәшиҙә тағын артына әйләнеп ҡараны. Айыуҙар юҡ ине. Ярһыған айғыр, һис кенә лә тынысланмай башын юғары күтәреп бер урында бер нисә тапҡыр әйләнде. Тирҙәр бәреп сығыуҙан аяҡ араларын аҡ күперек ҡаплап алды. Бер туҡтауһыҙ пышҡырҙы, йыш тын ала. Бындай саҡта малды туҡтатырға ярамай. Тәне ҡыҙыуҙан, йөрәгенең йыш тибеүенән үлеп ҡуйыуы бар. Шуға ла ҡыҙыҡай артабан айғырҙы үҙ яйына ҡуйып, теҙгенде бушатты. Айғыр бер аҙ тиҙлеген кәметеп, юрғалауын дауам итте
Хужалыҡ идараһы алдына килеп туҡтағас та, председатель апай уны ҡаршы алды. Ярһыған айғырҙы күреп, юлда ниндәй хәл булғанын шунда уҡ аңлап:
– Нәмә, балаҡайым, айыуҙар һөжүм иттеме, – тип хәүефле тон менән һораны. Рәшиҙә булған хәлде еңелләштереп:
– Юҡ та, үҙм шулай сабып килдем, – тине.
– Юҡ, балаҡай, алдашма, йөҙөң ағарған, айғыр ҙа юҡҡа ғына күперекә батмаған. Ярай, ауыр хәлдән ҡотолғанһың. Айғырҙы, ана, һарайға индер, ял итһен, үҙ яйы менән һыуынһын. Әлегә һыу эсермәй тор, үпкәһе янып ҡуяр. Унан, ана, кузнецҡа алып бар. Мәғрүфә апайың дағалап бирәр, – тине председатель.
Рәшиҙә документтарын тапшырғас, өйөнә ҡайтып тамағын туйҙырҙы. Өләсәһе уның хәл-әхәүлдәрен беләргә теләп:
– Нисек, ҡыҙым, ҡулдарың арымаймы, йоҡоң туямы, ас йөрөмәйһеңме, Ҡыҙым, фермаға йыртҡыстар һөжүм итмәйме…тип әллә күпме һорауҙар яуҙырҙы.
– Өләсәй, барыһы ла яҡшы бара, – тине Рәшиҙә.
Мәғрүфә апай айғырҙы дағалап бөткәс:
– Балаҡай, мал-тыуар ҡағиҙәһе буйынса айғырҙарҙы дағаларға ярамай. Улар тиҙ ярһыйҙар, өркөп барыусандар, үҙҙәрен һаҡларға артҡы аяҡтары менән тибеп тә осоралар. Ҡыҫҡаһы, ул-был хәлгә реакциялары бик хәтәр. Шуға күрә уға арт яғынан яҡын барма, ал яғынан яҡынлашһаң да, һаҡ бул. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың, ҡапыл әйләнеп тибеп тә ебәрәләр. Дағалы аяғы башыңа эләкһә, тере ҡалмаҫһың, – тине.
– Шулай булғас, ниңә дағалайһығыҙ, – тип һораны Рәшиҙә.
– Көтмәгәндә айыуҙар һөжүм итһә, айғыр дағалы аяғы менән бер типһә, йыртҡыстың башын емерә лә ҡуя. Шулай ҙа айғырҙар йөк аттарын һыйҙырмай, тибәләр, тешләйҙәр.
– Эйе, ундай холоҡтары бар. Шуға ла уны фермалағы көтөү аттарынан айырым кәртәгә ябабыҙ. Яланға иркен ебәрмәйбеҙ, оҙон арҡанға бәйләйбеҙ, – тине Рәшиҙә.
– Йәйләүҙә өс малайҙан башҡа ололар юҡ, айғырҙар холҡон кем өйрәтте, – тип ҡыҙыҡһынды Мәғрүфә апай.
– Ғәлимйән.
– Әәә, ул егеттең белмәгәне юҡ. Бар эшкә олатаһы өйрәтеп кенә тора инде, – тип һөйөндө Мәғрүфә апай. Ярай, ҡыҙым, мин әйткәндәрҙе онотма, айғырың дағаланды, һыпырт йәйләүәгә.
Йәйләүгә кире киткәндә Рәшиҙә айыуҙар һөжүм иткән юлдан түгел, ә Үтәнәк ауылы арҡы лы китте һәм бәлә-ҡазаға осорамай ғына киске һауынға килеп өлгөрҙө.
Миҙгел закондары
Һәр мизгелдең үҙ законы кешеләргә йә уңайлыҡ, йә ҡаршылыҡ күрһәтә, бәлә-ҡазаһын килтерә.
Ҡыш уртаһы еттеме бурандар баҡса, һарай, өйҙәр тирәһенә ҡарҙы өйә генә. Хат та, ҡарға күмелеп өйөнән сыға алмаған кешеләр ҙә була. Бындай саҡта күршеләр бер-береһенә ярҙамға килә.
Кешеләргә ҡурҡыныс тыуҙырып, ас бүреләр ауыл малдарына һунар итә. Серегән һалам башлы һарайҙарҙың түбәһен тишеп, бер нисә кешенең һыйырын ашаны ла инде..
Аҡтырнаҡ бик ҙур кәүҙәле эт. Ул Рәшиҙә, Рәсимә ҡайҙа барһа ла гел арттарынан эйәрҙе. Хужалары уны яратып гел ашарға биреп кенә торҙо, бер ваҡытта ла ас итмәне.
Киске сәғәт һигеҙҙәрҙә фермала иҫәп-хисап эштәрен тамамлағас, ҡыҙҙар өйөнә ҡайтырға юлға сыҡты. Юл иң тәүҙә йылға яры буйлап, унан һуң бәләкәй генә әрәмәлек араһынан уҙа. Нәҡ әрәмәлекә килеп еткәс, Аҡтырнаҡ ҡыҙҙар алдына сыҡты һәм тештәрен ыржайтып ырылдай башланы. Ни күҙҙәре менән күрһендәр, алдарында бүре баҫып тора. Уның да ыржайған асыҡ ауыҙынан ай яҡтыһында тештәре ап-асыҡ күренә. Ҡыҙҙарҙың ҡурҡыуынан тәндәре өшөнө, шаҡ ҡатып ҡалдылар. Аяҡтар алға ла, артҡа ла бармай. Тындар ҡыҫылды. Сәстәр үрә торҙо. Һиҙмәй ҙә ҡалдылар Аҡтырнаҡ бар көсө менән бүрегә ташланды. Улар араһында йән өсөн һуғыштың нисек барғанын ҡыҙҙарға тағын ҡурҡыныс тыуҙырҙы. Аҡтырнаҡ еңәрме, әллә бүреме? Һуғыш оҙаҡа барманы, көслө, тамағы туҡ, хужаларына тоғро хеҙмәт иткән Аҡтырнаҡ бүрене тиҙ еңде. Бүре сыйылдап ҡасырға маташты, ләкин эт уны бер аҙымда ситкә ебәрмәй муйынын быуҙы. Йыртҡыс, ғыжылдай-­ғыжылдай йән бирҙе һәм Аҡтырнаҡ уны тешенән ысҡындырмай һөрәп өйгә үк алып ҡайтты. Таң атып Шәрифә йорт алдына сыҡҡанда, бүренең тиреһе, һөйәктәре генә тороп ҡалған, ә Аҡтырнаҡ оҙон теле менән иренен ялап: “Шәп булды” тигән мәғәнә менән хужабикәһенә ҡараны. Иртәгеһенә бар ауыл халҡы бүре ҡарарға Рәшиҙәләр өйө янына йыйылды. Һәр кеше ҡыҙҙарға, Аҡтырнаҡа яратып баһа бирҙеләр, үҙ-ара һөйләштеләр.
– Уәт этегеҙ исмаһам–ысын эт.
– Ҡыҙҙар, бүренән ҡурҡтығыҙмы?
– Ҡурҡтыҡ.
– Бындай көслө, тоғро этегеҙ барҙа ҡурҡмағыҙ.
– Этегеҙҙе атайығыҙ ҡайҙан, кемдән алды икән?
– Ҡалаға барған ваҡыта баҙарҙан биш кило иткә алыштырып алған ине.
– Тоҡомоноң исеме нисек икән?
– Кафказ овчаркаһы.
– Әәәә, эйе волкодав, тип йөрөтәләр уларҙы.
– Мансур һунарға йөрөгә, белеп алған булғандыр инде.
– Беҙҙең сәүек эттәр- эт түгел инде.
– Улай тимә, ҡоҙағый, улар ҙа йорт тирәһенә сит кешеләр, бурҙар килһә тауыш ҡуптарып өрәләр бит. Ана, Мәстүрә әбей эте йөнөнән ойоҡбаш бәйләп ала ла, аяғының һыҙлауын дауалай. Нурмөхәмәт көтөүгә эте менән йөрөй бит. Эте малдарҙы һис кенә лә ситкә ебәрмәй.
– Шулай. Эттәрҙең төрлөһө була. Уларҙы ла ярата белер кәрәк. Яратһаң үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡаралар бит ул.
– Тәәәәк, был эт волкодав булғас, бүреләрҙең береһен ҡалдырмай ҡырып бөтөрәсәк тә бит, тик ҡыҙ балалар уның менән һунарға йөрөй алмай. Өйҙәрендә ир заты юҡ. Эт башҡа хужаны ҡабул итмәй. Ни эшләргә?
– Бүреләр ауылға әрәмә яғынан килә. Хәбирйәндең картуф баҡсаһы осона ағастан ситлек эшләп, бәрәсле кәзәне ҡуябыҙ. Ә бәрәсен өй янындағы һарайҙа ҡалдырырға кәрәк.
– Ниңә бәрәслене?
– Бәрәсле кәзә балаһын һағынып, төнө буйы баҡыра. Уның баҡырыуына бүреләр килә. Рәшиҙә, Хәбирйәндәрҙә эте менән буларға тейеш. Бүреләр кәзә янына килгәндә, Аҡтырнаҡты бәйҙән ысҡындырҙыңмы, ул бер нисә бүрене быуып та ташлаясаҡ.
– Ҡара, был бик яҡшы кәңәш, шулай итәбеҙ уны, – тине ауыл советы председателе.
.Уйламағанда, көтмәгәндә Рәшиҙә менән Рәсимәгә ауыл халҡы тарафынан яңы бурыс йөкмәтелде. Улар алмашлап Аҡтырнаҡ менән Хәбирйәндәрҙә йоҡланы. Эт ауылға килгән бүреләрҙең береһен ҡалдырмай ҡырып бөтөрҙө. Ә ауыл советы ҡыҙҙарға аҡсалата премия бирҙе.
Яңғыҙлыҡтан килгән яҙмыш
Туғандарың булыу ауырлыҡтарҙы енеп сығарға ҙур ярҙам итә. Рәшиҙә менән Рәсимәнең олатайы, оләсәйе тормоштарын еңеләйтте, оло терәк булды. . Сәләхитдин олатай, әбейе менән күберәк ваҡ малдар тотто. Рәшиҙәнең бесән сабырға, Рәсимәнең тырма менән йыйарға өйрәнеүе, ғаиләлерендә мал-тыуар тотоп, аслыҡтан ҡотолоу мөмкинлектәрен тыуҙырҙы. Олатаһы менән оләсәйе егерме-утыҙ кило итте мейес тә киптерҙе. арыш икмәгенән сухари эшләнеләр, сәй итеп эсәрлек, дауаланыу үләндәре йыйҙы, ҡорот әҙерләнеләр. Етештергән балдары ауыл халҡына һалҡын тейгән сирҙе дауалауға ҙур файҙа килтрҙе. Ләкин бал һорап килгәндәрҙең береһенәндә хаҡ һораманы.”Ярай, һуғыш бөтөп, донъялар тынысланғас, байығас, хәлегеҙҙән килгәнсә бирәрһегеҙ әле”, – тинеләр.
Әммә уҙған йылдарҙа Беренсе бөтөн донъя һуғышы, революция, граждандар һуғышы, аслыҡтар арҡаһында күптәр туғандарын юғалтты. Был һуғыш башланған йылды балаларына әле ярҙам итәрлек хәлдә булған өс бабай юҡ инде. Ауылдың ҡасандыр өс йөҙҙән артыҡ мал-тыуары бар ине, хәҙер улар кәмегәндән кәмеп, тол ҡалған апайҙар барлығы бер-ике кәзәгә ҡарап ҡалды. Күп ғаиләләрҙең яҙмышына кеше өсөн ауыр язаларҙың береһе булған -яңғыҙлыҡ килеп инде
Уҙған һуғыштарҙа уҡ ирен дә, өс улын юғалтып Сафыя инәй бик ҡартайҙы. Өҫтәүенә бәләкәй генә һыйырын да бүре ашаны. Үтә лә ярлылыҡа ҡалған инәй, һепертке һабы йыуанлыҡ ҡына уҫаҡ ағастарын урмандан үҙ елкәһендә ташыны. Ә мәктәп уҡыусылары уға бик бәләкәй генә өй эшләп бирҙе. Рәшиҙә менән Рәсимә уға көндә бер шешә һөт, икмәк килтерҙе. Инәй уларға әкиәттәр һөйләне.
Алты һыйыры, бер ат һабаны булған Мортаҙаны 1935 йылда кулак тиеп Себергә ебәрҙеләр, “Әгәрҙә ҡыҙың кейәүгә сыҡһа, уны Себергә ебәрмәйбеҙ”, – тине власть кешеләре.
Мортаҙа әле генә унбиш йәше генә тулған ҡыҙы Сәлимәне тиҙ генә кейәүгә бирҙе. Ләкин Мортаҙаның оло, матур өйөн конфискациялау сәбәпле ҡыҙы өйһөҙ тороп ҡалды. Ахыр сиктә ире менән ер ҡаҙып балаган эшләп алдылар. Балаган ейеүеш тә, һалҡын да, булыу сәбәпле тыуған балалары пнивмания менән үлә барҙы.
Хужалыҡтың фермаһында һауынсы булып эшләгән Маһия апайҙың сәңгелдәк йәшендәге улы аслыҡтан үлде. Сөнки әсәһенең һөтө етмәү сәбәпле асыҡҡан ул. Ә фермала һөт булһа ла, уны хат та бала өсөндә алырға закон ҡушмай.
Хәйерниса апай алты йәшлек кенә Рәхим исемле улын бер үҙен өйҙә ҡалдырмайынса үҙе менән бергә көндә көтөүгә алып китте.Урман эсендә ашай торған үләндәр эҙләп, ул көтөүҙән ситкә китә барыуын аңламайынса аҙаша. Уны бар халыҡ аҙна буйына эҙләне. Йәй уртаһында халыҡ бесәнгә төшкәс кенә, ауылдан ун километр алыҫлыҡта һөлдәһен таптылар.
Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ ирен һуғышта юғалтҡан Фәриға апайҙың да ашарға булмағас, ас ҡыҙы Алһыу ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ йыйырға урманға киткән. Әсәйһе уны көтә, ләкин ул ҡайтмай. Ауыл советына килеп хәбәр иткәс, бар халыҡ уны эҙләргә сыҡты. Уны ла аҙна буйына эҙләп тә табылманы. Һигеҙенсе көн тигәндә, ҡыҙҙы Мүкле ауылы кешеһе алып килде.
Үҙенең һөйләүе буйынса ул ысынлап та аҙашып ауылдан бик алыҫҡа киткән булған. Асыҡҡас, үләндәр ашаған, ә кис таш ҡыуышына инеп йоҡлаған. Ер һалҡын булғас, түшәк итеп үләндәр йолҡоп йәйгән. Һигеҙенсе көндө ул быҙауын эйәрткән һыйырҙы осората. Ул һыйыр артынан эйәрә, ә кис малҡай уны туған ауылынан унбиш километрҙағы күрше ауылға алып килә.
Утын
Балалар өсөн урманда ағас киҫеү хәүефле эш булһа ла, ололар етмәү сәбәпле мәктәп, уҡытыусылар өсөн өсөнсө синыфтан алып бар балаларҙы ла, көнөнө берәр кубометр норма ҡуйып, утын әҙерләү эшен йөкмәттеләр.
Сәләхитдин олатай ейәнсәре Рәшиҙәгә бик яҡшы итеп бысҡы, бәләкәйерәк еңел балта үткерләне. Арбаһына бейәһен екте лә, ейәнсәрҙәрен, киленен, әбейен ултыртып утынлыҡ өсөн бирелгән урманға киттеләр. Улар барыуға башҡалар ҙа килеп сыр-сыулашып ағас йығырға тотонғандар ине.
Олатай иң тәүҙә балаларға балтаны нисек тотарға, сабырға өйрәтте. Рәшиҙә тамам балта тотарға өйрәнгәс кенә уға ҡушылған эште башҡарырға рөхсәт бирҙе. Олатай менән оләсәй ағас ауҙарҙы, Рәшиҙә ботаҡтан таҙартты, Рәсимә еңелдәрен ситкәрәк ташып өйҙө. Таҙартылған олондо берәр метр оҙонлоғонда бысып сыҡтылар ҙа, унан инде түмәрҙәрҙе штабельгә һалып өйҙөләр. Сирләгән, йәки балта-­бысҡылары булмаған яңғыҙлыҡта балалар был эштә ҡатнаша алманы. Шуға күрә Рәшиҙәләр ғаиләһе уларҙың да нормалырын үтәп, бер аҙнала ете кубометр утын әҙерләнеләр.
Төшкө ашау ваҡыты еткәс, ғәҙәттәгесә Рәсимә сәй ҡайнатып барыһын да ашъулыҡ янына саҡырҙы. Оләсәй моҡсайҙан сығарып балаларға киптерелгән ит, сухари, май менән йомғаҡлан талҡан өләшеп бирҙе. Әлбиттә улар ҡаты, сәйнәп булмай. Олатай уларҙы ҡайнар һыуға һалып нисек ашарға өйрәтте. Ит-ит инде. Ауыр эштә һоло быламығы түгел. Ит ашағас, ҡыҙҙарҙың тамағы туйҙы. Кәйефтәре күтәрелде. Эшләгәндән эшләйһе килеп кенә тора, арыуҙарында тойманы.
Уларҙан күп булһа илле – алтмыш метр алыҫлыҡта Ғәлимйәндәр ашарға ултырғандар ине.
– Мин Ғәлимйәндәр янына барып киләйем әле. Арифмитиканан бер мәсъәләне сисә алмайым. Ә ул минән бер синыф алда уҡығас, был мәсъәләнең сиселешен белә,, – тип әсәһенән рөхсәт һораны.
– Алдай, алдай мин ниңә уларға барғанын беләм, – тип йылмайҙы Рәсимә
– Тссс, белгәсең серҙе үҙеңдә генә ҡалдыр, – тине оләсәй.
– Бар, ҡыҙым, бар, тик ҡунаҡа буш бармайҙар, мә, – тип киптерелгән ит киҫәктәре тотторҙо
Рәшиҙә, осҡан ҡоштай Ғәлимйәндәр участогына йүгерҙе һәм улар янына барып етеүе булды, Ғәлимйәндең әсәһе ҡыҙҙың ҡулынан эләктереп:
– Күршебеҙ ҡунаҡа килгән, әйҙә, ултыр, балаҡай, – тип ашъулыҡ янына саҡырҙы.
Рәшиҙәгә улар менән бергә ултырып сәй эсеүе – йөрәгенә май булып ятты.
– Бына һиңә ҡуян күстәнәсе, – тип ит киҫәген Ғәлимйәнгә тотторҙо.
Ә кире үҙ участогына ҡайтҡанда Ғалимйән, Рәшиҙәгә ҡалаҡ башы ҙурлыҡ шәкәр киҫәге бүләк итте.
Эштән һуң һәр көн бер кем дә буш ҡул менән түгел, берәүҙәр миндек, икенселәре; ҡаҡы, ҡымыҙһлыҡ һәм башҡа кеше сәйнәп, бешереп ашарлыҡ үләндәр йыйып алып ҡайтты.
Өсөнсө көнөндә Рәсимә:
– Беҙгә күстәнәс биреп ҡайтарырға ҡуяндар ҡайҙа, – тип һорамаһынмы.
– Бына ҡыҙым, ошо үләндәрҙе ҡуяндар һыу һибеп үҫтергәндәр ҙә, үҙҙәре беҙҙән ҡурҡып ситкә ҡасҡандар, – тине олатай.
Рәсимә олатаһының яуабынан риза булды һәм:
– Бер бәләкәй генә сухарине ҡуяндарға күстәнәс итеп ҡалдырайыммы, – тине.
Ололар уның һорауын ҡәнәғәтләндереп рөхсәт бирҙе. Ә Рәсимәнең түбәһе күккә тейеп шатланды.
Һуғыштың дүртенсе йылы
Атайҙарҙан төҙөк булып ҡалған берҙән-бер утын яғып эшләткән трактор, ремонт талап итте. Ләкин уны ремонтлай белеүсе бер кем дә юҡ хәҙер. Бындай хәлдең килеп сығыуын барыһы ла алдан белеп, көрттөң иң ҡалын, иң йомшаҡ сағында йәш үгеҙҙәрҙе санаға егеп өйрәтергә ауылдың үҫмерҙәре, үҙ хужалығындағы ике йәше тулған малҡайҙарын етәкләп ауыл осона йыйылды. Әлбиттә был эште элек егеттәр генә башҡарһа, хәҙер инде ҡыҙҙар ҙа ҡатнашырға мәжбүр.
Өйрәтелергә тейеш булған үгеҙҙе яҡшы ашаталар, хәүефһеҙлек өсөн мөгөҙөнөң осло осон бысып ташлайҙар, ҡулдан тоҙ ялатып эйәләштерәләр. Был эштәр эшләнгәс, үгеҙ хужаһына бойһона, артынан эйәреп кенә йөрөй. Ошо уңыштар килгәс кенә малҡайҙы санаға, арбаға егәр өсөн өйрәтергә ярай. Рәшиҙә, олатаһы ярҙамында үгеҙен ҡулға тәрбиәләү маҡсатына яҡшы кимәлгә еткәнсе тырышты. Хат та цирк “артисе” кеуек тәрбиәләргә хыялланып та ҡуя ине.
Йәш үгеҙҙәр агрессив булмай, әммә санаға егелеүҙе иң тәүҙә үтә лә яратмайҙар. Тәртәнән, елкәләренә һалынған ауыр хомуттан тәндәре ҡытыҡлана. Үгеҙ тыңлаусан, һәм бойһоноусан булһын өсөн моронон, йәғни ике танау каналын тоташтырып өҫкө ирененә яҡын ғына еренән тишеп, ике бөгөлгөн бармаҡа оҡшатып тимерҙән танаулыҡ кейеҙерәләр ҙә, теҙген тағалар. Ә инде теҙген менән үгеҙ бик ыңғай етәкләнеп хужаһы артынан эйәрә.
Шәрифә апай, ҡыҙҙары менән ҡайныһының бәләкәй санаһын һөрәп, үгеҙен етәкләп ауыл осона килде. Күп тә үтмәне, борондан килгән йола буынса йәштәрҙең үгеҙ өйрәтеү эшенә ҡарарға, үҙ оҫталыҡтары менән уртаҡлашырға, йәшлектәрен хәтерләргә һанаулы ғына ҡалған ауыл ҡарттары йыйылды. Улар малдарға ҡарап төрлөсә баһа бирҙе.
– Ғәфүр малайыының үгеҙе ябығыраҡ күренә түгелме?
– Шулайыраҡ.
– Хужаһы нисек-малы ла шулай.
– Ә теге ҡыҙыл үгеҙ кемдеке?
– Гөлйөҙөм улыныҡы.
– Үгеҙе лә улына оҡшап ныҡ кәүҙәле күренә.
– Ә был үгеҙ Мансур ҡыҙыныҡы.
– Дааа, яҡшы ашатҡандар. Яҙ ер һөрөргә көслө күренә.
Ололар мал-тыуар тураһында әңгәмәлеш бөтөүгә йәштәр йоланы башҡарыуға әҙерләнеп бөттө.
Бик ауыр булһа ла, сананан йығылғанда һаҡланыр өсөн барыһы ла, быуындан быуынға тапшырылып, күп йылдар элек тегелгән тире тун, ҡалын һарыҡ тиреһенән бүрек кейҙе. Бындай кейемдәр менән балалар ситтән ҡарағанда ҙур түңгәк кеуек булып күренә. Кисә үк Ғәйзулла бабай:
– Үгеҙ малы бик хәтәр. Ҡыҙ балаларҙы һанға һуҡмай, киреләнеп атламай ҙа ҡуя, – тип шаяртҡайны.
Уның шаяртыуын ысын хәл итеп аңлаған ҡыҙҙар, ир-егеттәргә оҡшарға тырышып, көрпәнән мыйыҡ һөртөп алды. Был күренеш ҡыҙыҡлы, көлкөлө булһа ла, көлөүсе лә лә, хат та йылмайып та ҡараманы. Сөнки барыһына ла үгеҙҙәрҙе өйрәтеп уңышҡа ирешеү,-әлеге ваҡытта хужалыҡ, тормош өсөн иң мөһим сара.
Рәшиҙә үгеҙҙең теҙгененән тотоп торҙо, ә Ғәлимйән уға, малҡайын санаға егәргә ярҙам итте. Үгеҙ егелеп бөтөүе булды, Ғәлимйән командыһы буйынса Рәшиҙә теҙгенде хайуанҡайҙың моронона эленгән еренән генә ысҡындырып алды ла, һикереп санаға ултырҙы. Үгеҙ, артынан эйәргән сананан ҡурҡып та, сбруйҙан тәне ҡытыҡланып та, күҙе аҡ-ҡараны күрмәй йән-фарман йомшаҡ көртө йырып алға саба ғына. Көрт тәрән булғас, сана һис кенә лә йығылмай, тигеҙ генә бара. Рәшиҙә үгеҙҙең сабыуынан да ҡурҡманы. Киреһенсә үгеҙ өйрәтеү романтик, күңелле хәл булып күренде. Малҡай, бер километр тирәһе сапҡас, арып, көсө бөтөп туҡтаны. Бахырҡайҙың ҡурҡыуынан аяҡтары ҡалтырай, йыш-йыш тын ала, һыу эсәһе килеп ҡар яланы. Рәшиҙә уның алдына барып арҡаһынан һөйҙө, маҡтаны, санаға һалып әҙерләнгән йәшел бесән бирҙе. Үгеҙ бер аҙ тын алып бесән ашағас, ҡурҡыуы бөттө һәм ауылға табан ҡайтҡанда яйлап ҡына атланы. Башҡа үҫмерҙәр ҙә, нәҡ ошондай юлды үтеп, малҡайҙары тынысланып ҡайтты. Бындай тренировканы ике-өс тапҡыр ҡабатлағас, үгеҙҙәрҙе уңышлы өйрәткәндәре өсөн, ололар комиссияһы балаларға бик тә ыңғай баһа бирҙе.
Һуғыштың тәүге ваҡытында действилеьлный хәрби хеҙмәттә булғандарҙың барыһы ла һәләк булып ҡалһа, ә өсөнсө йылында алынғандарҙан бер аяғын юғалтып Мөҙәрис һәм ҡулы бик ҡаты йәрәхәтләнгән Мөхәмәт ағайҙар ҡайтты. Икәү генә һәм инвалид булһалар ҙа ир кешенең булыуы коллектив хужалыҡтың эшенә күп уңышлыҡтар килтерә башланы. Улар ватылып ултырған “тимер атты” төҙәттеләр ҙә, ҡатындарын шулай уҡ Шәрифә апайҙы йөрөтөргә өйрәтеп, трактор менән баҫыуҙың бер яғынан үгеҙҙәр менән, икенсе яғынан ер һөрөү башланды. Баҫыуға йәйәү килеүе ауыр булғас, ҡарттар үгеҙ егелгән арба менән килде.Үгеҙ менән ер һөргәндә, һабанды тигеҙ тотоп барыуы көс тә, оҫталыҡ та талап иткән эш. Элек ҡулдары көсһөҙ булыуҙан күп малайҙар был эшкә тотона алманы. Ҡарттар иң тәүҙә биш-алты метр ғына булһа ла ер һөрөп, малайҙарға нисек һабан тотарға өйрәтте, хат та ҡарап, күҙәтеп экзамен алғас ҡына, уларға ер һөрәргә рөхсәт иттеләр. Һабанды бураҙна буйлап бер линиянан тигеҙ тотоп барыу. малайҙар өсөн беренсе көндө бик ауыр булһа, икенсе көндө ҡулдар сыныҡҡас, ҡорал һис кенә лә ситкә тайпылмай, ер ҡатламының аҫтын өҫкә табан әйләндереп кенә барҙы.
Ҡарттарҙың талабы буйынса ер һөрөүселәрҙе бик туҡлыҡлы, ауыр саҡтарҙа ғына ашатырға әҙерләнгән аҙыҡтар менән һыйланылар..
Рәшиҙә менән Рәсимәнең Муйыл ҡушаматлы үгеҙенә тырма таҡтылар Тырма эреләнеп ҡатҡан тупраҡты ватты, тигеҙләне. Был эштәр башҡарылып бөткәс, бер генә минут та һуңламай ер йылы, пары күтәрелеп торған саҡта ғына артына ултырған, аяғына баҫҡан һәр ауыл кешеһе орлоҡ һалынған еңел силәкте елкәләренә элеп, ҡул менән ергә бойҙай һипте. Ер өҫтөндә асыҡ ятҡан орлоҡтарға ас ҡоштар ташланмаһын өсөн, тиҙ генә эре ағас ботаҡтарын махсус тәртәгә тағып, үгеҙ менән баҫыу буйлап һөрәп йөрөттөләр. Орлоҡтар тупраҡ менән ҡапланды. Ә ҡарғаларға орлоҡ эләкмәгәс, баҫыу тултырып ҡарҡылдап осоп йөрөнөләр ҙә китеп барҙылар.
Хуш бул олатай
Сәләхитдин олатай бик ауырып йөрһө лә, бер кемгә лә әйтмәне лә, һиҙҙермәне лә, сөнки сирле олатайын күреп балаларҙың төшөнкөлөкә бирелеүенән һаҡланды. Һыҙланған саҡтарында ла, ейәнсәрҙәрен эш менән мауыҡтырҙы, дәртләндерҙе.
Ул тамам урындан тора алмаҫлыҡ хәлгә килгәс кенә, киленен саҡырып алды.
– Килен, Мансур бер ваҡытта ла кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Уның үле хәберен почталондан алып, һеҙҙе төшөнкөлөкә бирелдермәҫ өсөн бик төпкә йәшереп ҡуйҙым. Бына ул хәбәр. Әлегә балаларға ла әйтмә, үҫеп, йөрәктәре сыныҡҡас ҡына әйтерһең. Васыятым шул: Рәшиҙә эшкә өйрәнде инде, йорт алдындағы умарталар һеҙҙең ҡулға ҡала. Рәсимәне ҡорт ҡарарға өйрәт. Мал-тыуарҙарҙы мөмкин тиклем күберәк тотарға тырыш. Бер ваҡытта ла, иттән, майҙан, һөттән өҙөлмәгеҙ, аслыҡа ҡалмағыҙ. Гитлерҙе еңәсәкбеҙ, шулай ҙа һуғыш килтергән ярлылыҡ, фәҡирлек күп йылдар дауам итәсәк. Тормоштоң бар ауыр йөгөн күтәрергә әҙер булығыҙ, бер ваҡыта ла юғалып ҡалмағыҙ, – тип ауыр тын алып көс-хәл менән әйтә алды.
– Ҡайным, борсолма, хәҙер беҙ һине һауыҡтырабыҙ. Ҡәйнәм менән үләндәрҙән дарыуҙар эшләнек, – тине лә ҡайнатылған үләндәр төнәтмәһен килтерергә ашығып сығып китте. Бер нисә минуттан килеүҙәренә, олатай донъя менән хушлашҡан ине.
Иренең һәләк булыуы, ҡайныһының күҙ алдында үлеүе Шәрифәне бик ауыр уйҙарға, ҡайғыға ҡалдырҙы.Ҡыҙҙарға атайҙарының үлеүе хаҡында тураһын әйтергәме, әллә ҡайныһы кеуек әлегә йәшерергәме, тигән уйҙар ҙа башында ҡайнаны.
Рәсимә теш “дауаланы”
Беҙҙең Ҡыҙыл армия немецтәрҙҙе дөмпәҫләгәнәдән дөмпәҫләне. Еңеүҙәргә ирешә барҙы. Ләкин бөлгөнлөк, үҙ позицияһын бирмәй. Ауылдағы медицина пункты бары тик балаларға прививка эшләүҙе теүәл башҡарып килһә ла, гриппкә ҡаршы көрәшергә, был өлкәләге примитивлыҡ, наҙанлыҡ, халыҡ та, ул сирҙең йоғошло булыуын белмәне. ҡаты сирләп кемдер ҡапыл үлеүен әбейҙәр:
– Ыҙаланып оҙаҡ ятманы, бәхетле булды, – тип баһа бирҙеләр.
Бер саҡ көтмәгәндә Шәрифәләргә Мәфтүхә әбей килеп инде лә:
– Балаҡайым, әйҙә, һинең беҙгә ярҙамың бик кәрәк, – тип Рәсимәне алып ҡайтып китте. Уларға нәмәлер иҫәпләп бирергә кәрәктер, тип Рәсимә счетчиген дә алды. Юлда барышлай. –Ҡыҙым өйҙөң ишеген асҡанда ҡапыл ныҡ итеп ас, – тип ҡат-ҡат әйтте. Өй ишеге алдына баҫҡас әбей:
– Бер, ике, өс, ишекте тарт, – тип команда бирҙе. Рәсимә ишекте асыуы булды, бабайы оло үгеҙ кеуек өй эсендә аҡырып ебәрҙе. Өйгә ингәс, Рәсимә хәлде аңлай алмай ҡурҡыуынан аптырап ҡалды.
– Ҡыҙым, рәхмәт, ҡулдарың шифалы. Бына бабайымдың теше һыҙлай ине, нәҙек әммә ҡаты ептең бер осон тешенә, икенсе осон ишекә бәйләнек. Һин ишекте ҡапыл тартып уның тешен һурып сығарҙың. Аптырама, йолаһы шулай: ишекте бала кеше тартһа, башҡа тештәр һыҙламай, – тип аңлатты.
Дауалаусылар
Сирләп температураһы күтәрелгәндәр Һөмәйерә әбейгә килде. Ул көмөш ҡалаҡта ҡурғаш иретеп, ҡапыл бәләкәй посудалағы һыуға һала. Ҡурғаш ҡатып осораҡлы формаға килә һәм ниндәйҙер фигураны хәтерләтә. Һөмәйерә әбей ул фигураны тегеләй–былай әйләндереп ҡарай ҙа ололарға:
– Яман төш күргәнһең, балаларға, йә эттән, үгеҙҙән, тәкәнән, сысҡандан, тараҡандан ҡурҡан, шуға күрә хәле юҡ, – тип сиргә диогноз ҡуя, ҡурғаш һалынған һыуҙы эсерә.
Мулла Сәйфулла бабай ҙа бик уңышлы “даулай”. Хроник сирҙәр менән мөрәжәғәт итеүселәргә:
– Күптәнән хәйер бирмәгәнһең, шуға Алла һиңә сирен ебәргән, – тип аңлата. Һәм кешеләр уға, йә бер йомғаҡ май, йә берәй биҙерә картуф, берәй кило ит, хәлдәренән килгәнсе башҡа төрлө аҙыҡ-түлек бирҙе.
Рәсимә иртән уяныуға тәне ут кеуек янды. Әсәһе Һалҡын һыулы сепрәкте маңлайына ҡуйҙы ла ярҙам һорап тиҙ генә Һөмәйерә әбейгә йүгерҙе. Ул бик тиҙ килеп етте лә, ҡот ҡойҙо һәм ҡурғаштың түңәрәк формаһына килеүен бер ниндәй ҙә хайуанға оҡшата алмағас:
– Ҡыҙығыҙ бер нәмәнәндә ҡурҡмаған, әммә йөрәген дауаларға кәрәк, – тине лә, ишек тотҡаһы йыуылған һыуҙы Рәсимәгә эсерергә йыйынды.
Шул саҡ Рәшиҙә:
– Туҡта, ишек тотҡаһы басыраҡ, унда микроптар бар. Рәсимәне ағыулайһың бит, – тип әбейҙең ҡулындағы кружканы алды ла тышҡа сығарып бырғатты.
– Ул грипп менән сирләй. Башҡаса уға тотонаһы булмағыҙ. Мин медсестраға хәбәр итәм, – тине лә медпунктҡа йүгерҙе.
Медсестра Зәкирә килеп уға диогноз ҡуйҙы һәм аспирин бирҙе. уның тын алышын тыңланы ла:
– Ҡасан йүтәлләй башланы, – тип һораны.
– Бер аҙна була инде, – тине Шәрифә апай.
– Эх, һеҙ, йүтәлләй башлағас та, миңе саҡырырға кәрәк ине. Грипп кенә түгел пнивмания булыуы мөмкин. Бер минут та туҡтамай, район үҙәгенә алып барыр кәрәк, тип –Зәкирә ҡәтғи талап ҡуйҙы.
Ауылдағы аттарҙың да башҡарыр эштәре, тәғәйенләнеше төрлөсә. Берәүҙәре -йөк, икенселәре-юрға. Юрғаларҙы бик һаҡлап ҡына тотоноп һабантуйҙарында ярыштыралар, райондан килгән түрәләрҙе һәм председательдең үҙен генә йөрөтөргә тарантасҡа, биҙәкле кәшәүәй санаға ғына егәләр. Хужалыҡ председателе һис тә йәлләмәйенсә Рәсимәне район үҙәгенә алып барырға юрғаһын бирҙе. Ҡалын, киң табанлы, оҙон санаға егелгән юрға, Шәрифә апай йорто алдына килеп туҡтағас, урамда хужалығы тирәһендә ҡар көрәп йөрөгән Ғәлимйән Рәшиҙәләргә йүгереп килеп тә етте. Ул ниндәй хәл килеп тыуғанын шунда уҡ аңланы һәм үҙ ярҙамын күрһәтергә теләк белдерҙе.
Ғәлимйәнде олатаһы буш ҡул менән оло юлға сығарманы. Урындағы халыҡтың йәшәү образы талап иткәнсә, унлап патроны менән ҡуш көбәкле мылтығын да, һунар бысағын да тотторҙо. Рәсимәне толопҡа төрөп санаға һалғас, Рәшиҙә менән Ғәлимйән дә үҙ урындарын алды. Егет дилбәгәне һелкетеүе булды, юрға ҡанатлы ҡош кеуек кенә алға елдерҙе. Йорт алдында барған ваҡиғаны Аҡтырнаҡ бик ихтибар менән күҙәтте лә, минһеҙ оло юлға сығалармы ни инде, тигән кеуек түҙемһелек менән юрғаны ҡыуып етте лә, арттарынан эйәрҙе.
Район үҙәгенә юлдың киңлеге бары тик бер сана һыйырлыҡ ҡына булһа, унан бер кем дә уҙмаған да, йөрөмәгән дә. Юрға ҡарҙы йырып барыуҙан арығас, яйлап ҡына атлай башланы. Был тиҙлек менән барыу ике сәғәт тирәһе ваҡытты аласаҡ. Юлдан арҡыры ла, буйҙа ҡуян, төлкө, болан эҙҙәре ап-асыҡ булып күренә.
– Ҡара, ҡара, Ғәлимйән, бүре эҙҙәре ла бар бит, – тине Рәшиҙә, хәүефле тауыш менән.
Ғәлимйән эҙҙәргә ихтибар менән ҡарап йыртҡыстарҙың әле генә уҙып китеүҙәрен аңлап, мылтығын ҡулына алыуға, юрға ҡапыл туҡтаны ла, пышҡырып ебәрҙе, бик һиҫкәнеп төрлө яҡтан тауыштарҙы ишетергә, аңларға тырышып ҡолаҡтарын борғаланы. Аҡтырнаҡ ат алдына сығып ел менән килгән еҫте эләктерҙе лә, боевой позицияла артҡы аяҡтары менән ырылдап ҡарҙы сапсыны. Рәшиҙә бейек булмаған тау битләүенән уларға табан ете нөктәне күреп ҡалды. Нөктәләр бик тиҙ яҡынлашҡандан яҡынлашты. Хәҙер инде уларҙың аҡ ҡарҙа бүреләр көтөүе икәне ап-асыҡ күренә. Ат, бүреләрҙән ҡурҡып билдәһеҙ яҡа сабып китмәһен өсөн, Рәшиҙә тиҙ генә теҙгендән эләктерҙе, малҡайҙы тынысладырып башынан һыйпаны, иркәләне. Малҡай хужаларына ышанып ысынлыап та тыныслана төштө. Әлбиттә Рәшиҙәне лә, Ғәлимйәнде лә бер аҙ ҡурҡыу алып, тәндәре өшөп китһә лә, Аҡтырнаҡ, мылтыҡ булыуы уларҙы был көтөлмәгән ситуацияла юғалып ҡалмаҫҡа ышаныслы көс бирҙе. Һиҙмәй ҙә ҡалдылар, Аҡтырнаҡ уҡ кеуек бүреләргә табан атылды. Ул иң беренсе бик оло кәүҙәле өйөр башлығын эләктерҙе. Бүре ырылдап уға көслө ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, Аҡтырнаҡты еңә алманы.Эт “һә” тигәнсә уның бил умрауынан эләктереп алды ла, көслө муйынын уңлы-һуңлы һелтәп йыртҡысты атып бәрҙе. Бүре нисек атылып барып ятһа, башҡаса тора алманы. Сөнки Аҡтырнаҡтың көслө тештәре бүренең бил нерваларын сәйнәп өҙөргә өлгөргән ине. Эт, һунар азартына инеүҙән туҡтамай, һәр береһен ҡыуып ете лә, берәм-­берәм быуып ташланы. Тик бер бүре генә уның алдына ятты ла ҡойороғон бот араһына ҡыҫып, нәмәлер аңлатып борғаланды. Аҡтырнаҡ муйынын текәләндереп уға ҡараны, моронон яҡын уҡ килтереп еҫкәне, тик тештәрен ыржайтманы. Бар кит, йәшә тигән кеуек башын түбән эйҙе лә, бүрене ҡалдырып ат янына килде. Йыртҡыс та унан ҡурҡмай яйлап ҡына урман эсенән инеп һыпыртты.
Был күренештән бик ғәжәпләнеп Рәшиҙә:
– Ә ниңә был бүрене Аҡтырнаҡ быуып ташламаны икән, – тип һораны.
– Ул инә бүре, ә Аҡтырнаҡ ата эт. Ата эттәр инә бүрегә теймәйҙәр. Уларҙың инстинкт законы шулай.
Ғәлимйән үлгән бүреләрҙе сана янына килтерҙе. Аҡтырнаҡ берәүһен ашарға тырышты, ләкин тире йөндәре уның ауыҙына тулып сәсәне. Егет тиҙ генә бер бүренең тиреһен һыҙырып ташланы ла, итен Аҡтырнаҡа бирҙе. Инстинкты бары тик бүре ите талап иткән Аҡтырнаҡ уңышлы килеп сыҡҡан һунарҙан бик ҡәнәғәт булып, оҙон теле бик кинәнеп ҡан менән буялған ирендәрен яланы. Телен һәлендереп тәхетендәге хан кеуек артҡы аяҡтарына ултырҙы ла, үлек бүреләр янынан китмәй, артабан юлды дауам итеп хужаларына эйәреүҙән баш тартты.
– Әлбиттә, шундай һунар уңышынан ҡәнәғәтләнеп ял итәргә тейеш бит, – тине Ғәлимйән уның башынан һыйпап.
– Ярай, беҙ уны ҡалдырайыҡ, туйғансы ашаһын, ҡайтышлай эйәрер, – тине Рәшиҙә.
Улар юлдарын дауам итеп, бик уңышлы район үҙәгенә килеп етте. Больница янына килеп туҡтаған түрәләр юрғаһын күреп баш врач та, берәй юғарынан килгән началстволыр, тип улар янына ашыҡты. Ул Рәшиҙәне район газетаһында сыҡҡан фотонан танып:
– Бар районға дан тотҡан Рәшиҙә үҙе бит, – тип һоҡланды ла, уны ҡосаҡлап уҡ яратты.
Врач Рәсимәне ҡарағас:
– Әбей-һәбейҙәр дауаларға маташып берәй ундай-­бындай нәмә эсермәнеләрме, – тип һораны.
– Юҡ, апай, эсертмәнем, ишек тотҡаһы йыуынтһын атып бәрҙем, – тине Рәшиҙә бик ҡәтғи тон менән.
– Маладис, ҡыҙым, заманса тәрбиәләнгәнһең, һеңлеңде һаҡлай белгәнһең. Ә беҙ уны һауыҡтырырбыҙ. Эйе, халыҡ медицинаһының да төрлөһө була. Һеҙҙең ауылдағы Нәфисә әбей, кешеләрҙең ҡаймыҡҡан быуындарын урынына бик оҫта ултырта. Хатта аяҡ – ҡулын һындырғандарға юкә ҡабығынан калыпҡа бәйләп, мөмкин тиклем тиҙерәк район үҙәгенә ебәреү хәстәрлеген дә күрә. Даны күрше райондарға ла таралып, унан ярҙам һорап килеүселәр күп. Ләкин ул бер кемдән дә хаҡ та алмай. Бары тик арҡаларынан һөйөп:”Һаулығыңдың изгелеген күреп йәшә”, – тип кенә әйтә.
Аҡтырнаҡ бүре ите менән тамаҡ туйҙырғас, бер ҡайҙа ла китмәне, хужаларын тыныс ҡына көттө һәм ауылға батыр булып ҡайтты.
Был юлы Рәшиҙәне күрше ауыл советынан килеп:
– Былар беҙҙең колхоз һарыҡтарҙы ҡырған бүреләр. Рәхмәт һиңә, – тип Рәшиҙәгә премия итеп ике ком көршәген тултырып май бирҙе.
Ә район үҙәге һунарсылар берләшмәһе, ауыл хужалығы управление Рәшиҙәгә зарядттәре менән ҡуш көбәкле мылтыҡ бүләк итте.
Повестка
Фашистик Германияны еңәсәгебеҙ көн кеуек асыҡ бьулһа ла, көнсығыштан Япон самурайҙары беҙҙең илебеҙгә бына, бына һуғыш башларға әҙерләнде. Көнсығыш сиктәребеҙҙә күп ғәскәрҙәребеҙ тупланды, әммә һалдатҡа алыныр йәше еткән ир-егеттәр кәмегәндән кәмене. Шуға ла егеттәрҙе ун ете йәшенән, ҡайһы берәүҙәренең етер-етмәҫтән армияға алыу башланды.
Көтмәгәндә Ғәлимйәнгә район военкоматынан повестка килеп төштө. Һуғыштың тәүге йылдарында ир-егеттәргә повестка килеүҙе үтә лә ҡайғылы хәл итеп ҡабул итһәләр, хәҙер инде халыҡ ауырлыҡтарға сыныҡты, бары тик теш ҡыҫтылар, дошмандан үс алыу тойғолары ғына көсәйҙе. Хат та малайҙар тиҙерәк үҫеп, һуғышҡа барыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө.
Ауылдағы дүрт үҫмергә вонкомат медосмотр уҙғарып тағын өс ай хәрби хеҙмәттең устав, тактик, атыу, автоматты, гранатаны, минаны өйрәнеү әҙерлегенән һуң, һуғышҡа оҙатылыуға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалғас, әле күптән түгел генә бер береһен яратышып мөхәббәт тойғоларын асыҡтан-асыҡ белдереүҙән оялған егеттәр, ҡыҙҙар етәкләшеп урамдан уҙҙылар, ауалаҡ йорт кисәһенә йыйылып йырланылар, бейенеләр, серләштеләр. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өйләнешергә һүҙ ҡуйышһалар ҙа, тик ауыл советы ғына, уларҙың йәше әле ун һигеҙгә етмәүҙән риза булманы, Туғандары бар яуаплыҡты үҙ өҫтәренә алып, мулланан никах уҡытылар, бер береһенә ант бирҙереп өйләндерҙеләр.
Ирендәренән әсә һөтө лә кибеп бөтмәгән йәштәрҙе, һуғышҡа оҙатырға бар халыҡ клубҡа йыйылды.
– Балаҡайҙарыбыҙ, һуғыштың оҙаҡа һуҙылыуы бик ауыр хәл. Әммә илде һаҡлар кәрәк. Һеҙҙең фронтҡа китеүегеҙ беҙҙең йөрәктәребеҙҙе яндырһа ла, түҙәбеҙ һәм һуғыштан тере, имен-һау, батырлыҡтар күрһәтеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тине ауыл советы председателе.
Һүҙҙе Рәшиҙәнең оләсһенә бирҙеләр:
– Беҙҙең йәш сағыбыҙҙа, яратышып, ауалаҡтарҙа осораша алманыҡ, бүләктәр бирешмәнек. Хат та, кемгә кейәүгә сығарыбыҙҙы ла белмәнек. Ололар ҡуйған закон шулай ине. Хәҙер замана икенсе. Егеттәр, ҡыҙҙар, оялмағыҙ, әҙерләгән бүләктәрҙе бер берегеҙгә ошо сәхнәлә тапшырығыҙ, ә беҙ был хәлде шатланып ҡабул итәрбеҙ, – тине.
Әле генә ун йәше тулған Ғәни атаһынан ҡалған гармунда уйнап ебәрҙе. Бар халыҡ аяҡ өҫтө баҫты. Ҡыҙҙар егеттәргә мулина менән роза сәскәһе, үҙ исеме яҙылған һәм йөрәк һүрәте сигелгән ҡулъяулыҡ, егеттәр усҡа һыйарлыҡ көҙгө бүләк итте. Халыҡ гөрләтеп ҡул сапты.
Биш кило май
Район үҙәгендә чиновник, партия работниктәре үҙҙәренә бронь эшләп береһе лә һуғышҡа бармай, законлы рәүештә ҡасып ҡалды. Хат та йәше еткән улдарына төрлө хроник сирҙәр тағып, документлаштырып армияға ебәрмәй алып ҡала барһалар, Гитлер армияһы Мәскәүгә килеп еткән саҡта, беҙҙе еңә ҡалһа, тип уларға хеҙмәт итәргә йыйынып, мәктәп программаһында немец телен уҡыған балаларынан германса һүҙҙәр белергә, өйрәнергә тырыштылар. Колхоз төҙөүҙә, раскулачевание политикаһында юғары органдарҙы ғәйепләп улар өҫтөнән Гитлергә немец телендә жалоба ла әҙерләнеләр. Һуғыш арҡаһында урындағы чиновниктәргә контроль йомшарыу арҡаһында, улар үҙ файҙаларына шашынғандан шашынып бер кемдән дә ҡурҡмайынса, шикләнмәйенсә енәйәт ҡылдылар.
Шәрифә апай ҡыҙҙары менән, налог йыйыусы арҡылы фронтҡа оҙатҡан солоҡ балы йылда район түрәләре өҫтәленән ары китмәне.
Дөйөм хужалыҡ ойошмаһына ҡапыл ревезия килде. Бик тиҙ ваҡыт эсендә бар хужалыҡ етештергән тауарҙарға тикшереү уҙғарғандан һуң, һөт фермаһында иҫәп-хисапсы Шәрифәнең дүрт йылға биш кило майы етмәүе “асыҡланды”
– Майҙы бер һүҙҙән булып урлағанһығыҙ, һеҙҙең был енәйәтегеҙ өсөн һуғыш осоро законы нигеҙендә биш йыл төрмә көтә, – тине ревизор Нурғәли Шәрифәгә, башбухгальтерға һәм хужалыҡ председателенә.
– Мин үҙем дә, ҡыҙҙарым да бик теүәл иҫәпләп барҙыҡ, һис кенә лә яңылышманыҡ, яңынан тикшерәйек әле, – тип Шәрифә тәҡдим итһә лә ревизор һис кенә лә риза булмай:
– Вот, вот, бик яуаплы эште балаларыңа тапшырыу- тағын бер енәйәт. Мин әле протокол яҙмай торам, үҙ һыйырҙарығыҙҙы түләп төрмәнән ҡотолоу юлығыҙ бар, – тине Нурғәли
Үҙ ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр бер ниндәй ҙә тәжрибәһеҙ етәкселек эшен ҡулдарына алып, үҙҙәренән юғары етәкселәргә ышанып, урлыҡта, хәйләкәрлектә бер кемдән дә шикәләнә белмәгән ҡатындар “төрмә” һүҙен ишеткәс, ҡойолдо ла төштө. Тәндәренән тир бәреп сыҡты һәм бесәй тырнағына килеп эләкән сысҡан шикелле, ревизорға еңел ҡорбан булдылар.
– Кемгә түләргә, – тип һораны Шәрифә ҡалтыранған тауыш менән.
– Кемдең майын урлағанһығыҙ-шуға.
Кемдең төрмәгә ултыраһы килһен инде. Ревизорҙың “матур, кешелекле” тәҡдимен Шәрифә лә, председатель дә, баш бухгальтер ҙа: бәләнән еңел ҡотолабыҙ, тип аңланылар һәм уға ризалығын белдерҙеләр.Тик һыйыр ите дөйөм хужалыҡта ҡалманы, ә ит комбинатына тапшырылып, ябай кешеләр күҙенә күренмәгән махинация менән түрәләр ауыҙына инде.
Һуғыш ҡына түгел, ябай халыҡты нмаыҫһыҙ түрә-мүрәләр ҙә таланы, бөлгөнлөкә төшөрҙө.
Социаль хәлдәре бары тик үрмәкес ауына ғына эләгеп торған ғаиләләрҙә Һыйырҙары булмағас – һөт тә, ҡаймаҡ та… юҡ хәҙер. Эйе, бөлгөнлөктөң, аслыҡтың хөкөм һөрөүе – хужалығыңда мал-тыуар булмауҙан килә лә инде.
Уҡыу программаһын, бигерәк тә арифмитиканы яҡшы үҙләштергән Рәсимә, ревизор тикшереүенә һис кенә лә ышанманы, бик борсолдо, хат та аппетиты юғалды, төндәрен йоҡо алманы. Беренсе синыфтан алып дүртенсегә еткәнсе үҙ ҡулдары менән яҙған һөттөң, ҡаймаҡтың, майҙың иҫәп-хисап һандары һис кенә лә күҙ алдынан китмәй ҡағыҙ өҫтөндә йүгерештеләр. Ул башбухгальтерға отчет биреп йылдар буйы һаҡланған дәфтәрҙәрен алып, ҡабул ителенгән һөттөң, сипараттан сыҡҡан ҡаймаҡтың, иретелгән майҙарҙы ҡат-ҡат яңынан иҫәпләне. Ысынлап та ревизор дөрөҫ иҫәпләгән. Теп-теүәл биш кило иретелгән май етмәй. Рәсимә аптырау ҙа ҡалды. Шулай ҙа ревизорҙың иҫәпләүендә ниндәйҙер мәкерлек бар. Сөнки ул, биш кило ғына май өсөн, өс кешене төрмә менән ҡурҡытып, өс һыйырына “айыу майы” һөрттө бит. Тура килгәндә күберәк эләктереп ҡалырға уйланы ул. Рәсимә һандарға анализ яһауынан һис кенә лә туҡтаманы һәм ревизорҙың мәкерлеген эҙләп тапты бит. Һыйыр һөтөнөң майлылығы яҙ, йәйге айҙарҙа ҡуйыраҡ, ә ҡыш шыйығыраҡ була. Һәм ҡуйы һөттөң майлылыҡ процентын йыл әйләнәһендәге менән иҫәпләһәң ысынлапта биш кило май етмәй. Ә инде ҡыш айҙарындағы һөттөң ҡуйылыҡ процентын иҫәпкә алһаң, нәҡ реаль талап буйынса иретелгән май Рәшиҙә менән Рәсимә иҫәпләгәнсә теүәл сыға, бер нидәй ҙә яңылышыу юҡ. Был ябай арифмитиканы аңламаған кешеләрҙе төп башына ултыртыуы һис кенә лә ауыр эш түгел икәнлеген Рәсимә бик яҡшы аңланы һәм бар иҫәпләүҙәрен әсәһенә, оләсәһенә, олатайына һөйләп тә, яҙып та аңлатып бирҙе.
– Вот минең ҡыҙыбыҙ грамотный булып үҫә бит, – тип шатланды ололар.
Тик улар артабан ни эшләргә, был енәйәтте кемгә хәбәр итеп, кемдән ярҙам һорарға белмәй аптырап ҡалдылар.
– Юҡ, райондағыларҙың береһенә лә хәбәр итәргә ярамай, улар барыһы ла бер туҫтаҡтан ашай. Өфөгә яҙыр кәрәк, – тип хәл итте олатай.
Бар булған хәлде Рәсимә теҙеп яҙҙы ла, иң намыҫлы етәкселәрегә адреслап Өфө ҡалаһына ебәрҙе. Ләкин райондың почта үҙәге аша уҙасаҡ Өфөгә, Мәскәүгә адресланған хаттарҙы билдәле кешеләр ҡулынан уҙмайынса ебәрергә ярамай икәнлеген ябай кешеләр ҡайҙан белһен инде.
Һуғыштың бишенсе йылы
Егеттәр армияға киткәс, күп ваҡыт үтмәне, Рәшиҙә!не лә ике айлыҡ санинструкторҙар курсында уҡытып фротҡа алдылар. Шәрифә бары тик ун икенсе йәшкә генә киткән ҡыҙы Рәсимә менән тороп ҡалһа ла, һаулығы ныҡ булған оләсәй һәр саҡ уларға имән бағанаһындай терәк булыуын юғалтманы.
Рәшиҙә көнсығыш фронтҡа алынып медицина хеҙмәтенә тәғәйенләнде. Хәрби подразделениенең адресын командирҙан һорап белгәс, шатлығынан ғәжәпкә ҡалды. Ғәлимйәндең дә адресы нәҡ уныҡы кеуек.Тимәк, ул да ошо частә. Рәшиҙә, командирына Ғәлимйәндең адресын күрһәтте һәм уның менән осорашыу теләген белдерҙе.
– Ул һиңә кем була?
– Ирем.
– Һинең хәрби билетеңдә буйҙаҡ, тип яҙылған бит.
– Армияға алыныр саҡта ғына өйләнештек.
– Һин бит бала ғынаһың, йәшең дә тулмаған.
– Никах менән теркәнеләр.
– Ауыр замана тура килде һеҙгә, сибәркәйҙәр. Һөйөп, һөйөлөп кенә йәшәр ваҡытығыҙ бит. Ирең менән бер частә булыуың бик яҡшы. Бәхетлеһең. Эх минең дә ирем бында булһын ине.
– Ул ҡайҙа, иптәш өлкән лейтинант?
– Германияла. Ул кадровый офицер. Мин дә ирем тьиҙерәк осорашыуҙы көтәм. Балалар тыуҙырып, тәрбиәләп йәшәйһем килә. Мин һиңә нәмә әйтәм ҡыҙыҡай: Хәрби часть-ул ауыл түгел. Армия – ул дивизияларҙан, баталиондарҙан, авиация, танк… частәренән тәшкил итә. Ҡайһы частең ҡайҙа урынлашҡанын оло командирҙәрҙән башҡа бер кем дә белмәй. Бына беҙ ҡуйы, хат та ҡоштар ҙа шәйләмәҫлек урман, тауҙар араһындабыҙ. Барыһы ла хәрби сер. Иреңдең адресына ҡарағанда кавалерияла буларға тейеш. Әммә ул подразделениенең ҡайҙа урынлашҡанын мин дә белмәйем, – тип Рәшиҙәгә бик ентекле рәүештә аңлатты өлкән лейтинант Глазкова.
Хеҙмәткә килгәндән алып, һуғыш практикаһын уҙған командирҙәр йәштәрҙе заманса хәррби программа менән теоритик, практик уҡытыуҙар һис кенә лә туҡтаманы. Автоматтан, пистолеттан атыу, физик тренировкалар уҙғарыу, окоп ҡаҙыу кеуек тактик дәрестәр менән бер рәттән, политик лекцияларҙ ҙа регуляр уҙғарылды. Йәштәр хәҙер инде халыҡ-ара хәлдең һәм ни өсөн Алыҫ көнсығыш армияһында хеҙмәт итеүҙәрен бик яҡшы аңлап, көндән көн хәрби хеҙмәттең бер ауырлығын да тоймай башланылар.
1945 – се йылдың яҙы. Беҙҙең Ҡыҙҙыл армия фашистик Германияны еңеп бар донъяға даны таралды .9-сы -май еңеү көнө булһа ла, хәрби тынлыҡ, серлелек һаҡлап, частә парад уҙғарыу ҡаралманы, “урра” ҡысҡырыу, солют атыу рөхсәт ителенмәне, бары тик беренсе норма менән тәмле итеп ашаттылар. Еңеү шатлығынан Рәшиҙә әсәһенә хат яҙҙы:
“Әсәй, Рәсимә, ҡәйнәм, ҡайным, ауылдаштар барығыҙҙы ла фашистик Германияны еңеү менән ҡайнар ҡотлайым. Ғәлимйән менән бер частә хеҙмәт итәбеҙ, тик әлегә осораша алмайбыҙ, ваҡытыбыҙ юҡ. Ауылда ауыр эштәр эшләп өйрәнгәс, ҡулдарым көслө. Тренировкаларҙа окопты бик тиҙ ҡаҙам, “яралыны” по-плостунски шыуып ерҙән еңел һөрәйем. Винтовканан сәпкә бик төҙ атам. Снайперҙар взводына алырға булғайнылар, медицина ротаһы командиры мине бирмәне. Тиҙҙән Япондарҙы ла еңәсәкбеҙ.Уларҙың көсө беҙгә билгеле инде. Япондарҙың Оцудзо Ямоды тигән генералы Гвантун тигән армияһы менән командалыҡ итә. Уларҙың 700 мең һалдаты, 6260 орудиялары, 1150 танкаһы, 1500 самолеты бар, беҙҙеке кеуек автоматтары юҡ.”, – тип үҙенең боевой-­политик мәғлүмәтле булыуын да яҙҙы.
Рәшиҙә разведчик
Кис көтөү ҡаршылағанда, Рәсимә апайының хатын, ололарға ҡысҡырып уҡыны. Элеке һалдат бабайҙар үҙҙәре аңлағанса хат арҡылы илдең политик торошона, Рәшиҙәгә анализ яһанылар:
– Япондарҙың шул тиклем серен белеп яҙғас–тимәк Рәшиҙә разведка ротаһында хеҙмәт итә.
– Шулайға оҡшай. Япон генералының исем–фамилияһына хәтле белеп яҙған бит.
– Ҡыҙ бала нисек разведчик булһын инде.
– Беҙ һалдат саҡта был тиклемдә дошмандың көсөн, генералдарын белмәнек.
– Белмәнегеҙ шул. Батша армияһына наҙан һалдат кәрәк ине. Сөнки Беренсе бөтә донъя һуғышында 38 ил ҡатнашып баҙар өсөн һуғышты. Ә баҙар, байҙарға кәрәк. Уйлап ҡарағыҙ әле, ул һуғышта ун миллион һалдат үлгән, ә ун миллион бай үлгәнме???. Шулай, туғандар, һуғыштар, һалдаттар араһында айырмалар бик ҙур.
– Политруктар, командирҙар кем өсөн, ни өсөн һуғышҡандарын һалдаттарға аңлаталар, уларҙа туған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйҙәр.
– Германдар менән һуғышҡан ауылдаштарыбыҙҙан күп хат килде. Әммә улар немецтәрҙең бер ниндәй ҙә хәрби серҙәрен яҙманы.
– Тәүге йылдарҙа гел еңелгәс, дошмандың көсөн ҡайҙан белһендәр инде.
– Дошмандың көсөн белеү-ярты еңеү ул.
– Бына йәштәрҙе ауылда эшкә өйрәтеү ниндәй һөҙөмтә бирә.
– Эйе, Рәшиҙә ҡыҙ бала булыуына ҡарамаҫтан окоп та ҡаҙа, винтовканан да төҙ ата, ауылыбыҙҙы хурға ҡалдырмай, рәхмәт уға.
– Армиянан ҡайтҡас, үҙ ауылыбыҙҙа врач итеп эшләтербеҙ.
– Юҡ, төҙ атҡас һунарсы итәрбеҙ, эте лә бар. Ауылыбыҙҙы айыу, бүреләр баҫты бит.
– Ғәлимйәне менән бергә хеҙмәт иткәс, ауырға ҡалып ҡайтһа ярар ине, – тине Ғәлимйәндең оләсәһе.
– Улай уҡ булмаҫ. Һуғышта мөхәббәт тойғоһо, ана, әллә ҡайҙа кәртә артында тороп ҡала. Окопта ятҡанда ғына хыялланыуҙан уҙмайһың.
Ололар ҡыҙып, ҡыҙып фекер алышҡанда ауылдың барлыҡ унлаған һыйыры кәзә-һарығы көтөүҙән ҡайтып, урамдан уҙғанын да күрмәй ҡалдылар.
– Рәшиҙәгә беҙҙән күп итеп сәләм әйт, Рәсимә. Япондарҙы еңеп Токионы алғас та, тағын хат яҙһын. Беҙ уны көтәбеҙ. Армияға тиклем уҙғара алмаған туйҙарын уҙғарырбыҙ, тип яҙ, – тине ҡарттар һәм күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты. Тик уларҙың артынан эйәргән, йәки етәкләнгән ейән, ейәнсәрҙәре генә юҡ ине. Тыныслыҡ булып тыуарға тейештәренең яҡты донъя юлына һуғыш арҡылы төшһә, унан алда тыуғандары олатай, оләсәй артынан эйәреү йәшенән үҙҙылар шул.
Япон һуғышы
Дивизия командиренең приказы менән 8-се сентябрҙә ҡарауыл службаһынан башҡаларҙы иртән уятманылар, кис тағын иртә йоҡлатырға һалдылар. Ә туғыҙынсы числоның төнгө сәғәт өсөндә, Көнбайыштың бар фронты Япондарға һуғыш иғлан итеп, бар частәр билдәле маршрут буынса алға хәрәҡәт алып, Рәшиҙәләрҙең 1-се Алыҫ көнсығыш уҡсылар дивизияһы Ҡытайҙың Манчжурия терреторияһына барып инде. Полевой хәрби медицина службаһы, фронтан бик үк алыҫ булмаған ергә урынлашып бөткәс, яралыларҙы, һәләк булғандарҙы килтерә башланылар. Рәшиҙә улар араһынан Ғәлимйәнде эҙләне һәм уның булмауына шатланды. Улар бары тик ике генә тапҡыр хат алышып өлгөрҙө, артабан бер береһен юғалтты. Сөнки бик ҡаты һәм ҡыҙыу барған һуғыш бер береңде эҙләү хәстәрлегенән өҫтөнлөк алған ине.
Дивизияның хәрби советы алдында юғары командованиенән алынған приказды уҡығас, генерал:
– Приказ барыбыҙға ла аңлашылды, япондарҙың бик көслө дивизияһы ҡамауҙа ҡалды һәм беҙгә уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юҡ итәргә тейешбеҙ–тине. Был приказ иң түбәнге подразделениегә килеп етикәс тә, Рәшиҙәне, Надяне алғы һыҙыҡа ебәрҙеләр. Япондарҙың оборона ҡоролмаларының, танктары, пушкалары емерелеп кенә ята. Был бик шатлыҡлы хәл. Һуғыш тактикаһы буйынса беҙҙең Ҡыҙыл армия иң тәүҙә япондарҙың оборонаһын авиация, артеллерия менән емерҙе, өсөнсө сиратта- танктар, дүртенсе пехота менән һөжүм итте. Бөтөнләй, хат та яртылаш та операцияларҙың, атакаларҙың уңышһыҙ килеп сыҡҡаны булманы. Һәр операция сәғәте, минуты менән теүәл башҡарылды. Шулай ҙа һуғыш үлемһеҙ, яралыһыҙ булмай. Яралыларҙы алғы һыҙыҡтан алып сыҡҡанда япондарҙың бары тик бер самолеты килеп сыҡты ла, беҙҙең позицияға ике бомба ташланы. Самолет геүелдәүе туҡтағас, Рәшиҙә окоптан башын күтәреп ҡарағанда, тирә-яҡ күҙ күрмәҫлек ҡараңғы төн кеуек туҙанға сумған ине. Ел булмау сәбәпле, туҙан бик оҙаҡ таралды. Рәшиҙә Надяны эҙлә!п тапҡас, уның үлек кәүҙәһе генә ята ине.
– Сестра, сестра, – тине кемдер ыңғырашҡан тауыш менән.
Рәшиҙә тауыш яғына табан шыуып китте. Барып еткәс, унда мыйыҡлы капитан Варламов ята ине.
– Минометчиктәр ҙә, связист үлде. Күрше роталар менән бәйләнеш юҡ. Мин бик яралымын атлай алмайым. Минең яраны бәйлә лә, тиҙ генә обстановканы асыҡла. Япондар беҙҙең ауыр хәлгә ҡалғанды белмәҫкә тейеш. Иң тәүҙә яралыларҙың яраһын бәйләп сыҡ та, минометтар янына снарядттәрҙе мөмкин тиклем килтер ҙә килтер, ә мин атырмын, снарядтәр килтергәс, ана, пулеметчикә ярҙам ит, ул да яралы –тине капитан.
Рәшиҙә командирҙың приказын үтәп, йөҙҙән артыҡ боеприпастар килтерҙе. Ә ул бер туҡтауһыҙ япондар позицияһына атты ла атты.
Рәшиҙә пулеметчик янына килде. Яраһы ҡатмарлы түгел, һөйәге һынмаған, сатнамаған шулай ҙа уң ҡулы хәрәкәтләнә алмай, снаряд ярсығы нерваларын өҙгән. Пулеметчик ярҙамды түҙемһелек менән көткәнгә Рәшиҙәне шатланып ҡаршы алды.
– Ата беләһеңме?
– Һуғыш та “белмәйем”, тигән һүҙ булмай.
– Вот шәп һүҙ әйттең. Хәҙер япондарҙың смертниктәре “Банзай” ҡысҡырып атакага ташланасаҡ. Күҙең уларҙы күрҙеме, курока баҫ. Ҡалғанын пулемет үҙе белә. Чапаев киноһындағы кеуек пулеметчик Анна булаһың, – тине лә–егет Рәшиҙәгә пулеметын тапшырҙы.
Миномет атыуҙан туҡтағас, япон смертиниктәр ысынлап та атакаға ташланды.
– Огонь, – тине егет һәм пулеметҡа лентаны көйләне.
Рәшиҙә курока баҫты ла, смертиниктәргә атты ла, атты.
– Молодец, сестра, молодец.
Смертниктәр беҙҙең позицияға табан килеүҙән туҡтап, ергә ятты.
– Туҡтап тор, сибәркәй, күрҙеңме япондарҙың ыштан төптәре йеүешләнде. Пулемет та ял итһен, улайһа стволы артыҡ ҡыҙҙа ла, төҙ ата алмай, – тине егет.
Ярты сәғәт тирәһе уҙғас, япондар тағын атакаға күтәрелеүе булды:
– Огонь, – тип команда бирҙе һалдат
Рәшиҙә тағын ут асты. Дошмандар был юлы ергә яттылар ҙа, утыҙлаған үлеген ҡалдырып артҡа табан шыуышып үҙ окоптарына сумып юғалды.
– Беҙ еңдек, – тине пулеметчик.
Улар янына капитан шыуып килде лә:
– Рәхмәт, сестра, һинең ярҙамың күктән төшкән бәхет кеуек булды. Беҙҙең танау төбөндә снарядттәр запасы етәрлек. Ә хәҙер, ҡыҙыҡай, йүгер штабҡа. бер секундта туҡтама. Беҙҙең хәлде һөйлә бир, – тине.
Рәшиҙә штабҡа уҡ барып етә алманы, ярҙам алғы һыҙыҡа килеп етәргә аҙ ғына юл ҡалғанда улар менән осорашты.
– Хәлде беләбеҙ, сестра, ултыр кузовҡа, – тине майор.
Кискә табан япондарҙың был позицияла оборона нығытмалары туҙҙырылып, беҙҙекеләр тағын ике километрға алға барҙы.
Рәшиҙәнең алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ярҙам иткәне өсөн командование тарафынан миҙалға тәҡдим ителенде.
Ҡараңғы төн
Шәрифә бик арып ферманан ҡайтыуға Рәсимә көндәгесә дәрестәрен әҙерләне, шиғырҙар уҡыны, кәзә – һарыҡтарға бесән биреп, һарайға япты. унан һуң бик тәмле итеп бутҡа бешереп ҡуйҙы.
– Рәхмәт, балаҡайым, бутҡаң бик тәмле. Ҡорттарҙы ҡараныңмы
– Оләсәйем менән икәүләшеп ҡараныҡ. Туҡланырлыҡ балдары етәрлек. Һөйөнсө, әсәй апайымдан хат килде.
Әсә хатты, ҡат-ҡат уҡып ҡыҙының имен-һау булыуына шатлығынан илап та алды.
– Илама, әсәй, ул да, атайым да имен-һау әйләнеп ҡайтырҙар ҙа, күңелле тормошобоҙҙы дауам итәрбеҙ, тип Рәсимә әсәһен йыуатты.
Ошо минутта әсә башын: “Атаһының һәләк булыуын әйттәймме икән, ғүмер буйы алдап йәшәү килешмәҫ бит”.тигән уйҙар солғаны ла, күҙҙәре бер нөктәгә ҡарап катып ҡалды
– Әсәй, ниңә уйландың, – тип һораны Рәсимә.
Көтмәгәндә йоҡонан уянған кешеләй Шәрифә ҡапыл һиҫкәнеп:
– Юҡ, уйланманым, бер аҙ арыным, әйҙә, йоҡлайыҡ.
Көҙгө ҡараңғы төн. Аҡтырнаҡ еңелсә генә өрҙө лә, башҡаса тауышы сыҡманы. Сөнки уның алдына һауанан төшкән кеуек ҙур киҫәкле ит килеп ятҡан ине. Шәрифә Аҡтырнаҡтың өрөүен ишеткәс, ғәүефләнеп ҡуйҙы, әммә башҡаса тауышы сыҡмағас, тынысланды. Башын күтәреп урам яғына күҙ һалды. Күренер-­күренмәҫ кемдер баҡсаға һөйәлеп торған кеуек. Ул арала кемдер ишек шаҡыны, Әсә ишек янына уҡ килеп:
– Кем унда, – тип һораны.
– Шәрифә, ирең ҡайтты, пленда булған, ана, баҡсаға һөйләп тора, хәле юҡ. ҡаршы ал, – тине тыштағы тауыш.
Шәрифә, шәлен генә ябынды ла, ишек төбөндәге кешенең кем булыуына ла ихтибар итмәй, уҡ кеуек иренә атылып, уның ҡосағына ташланды һәм тыны ҡыҫылып ҡапыл йөрәге тибеүҙән туҡтап ергә ауҙы. Сөнки уның йөрәгенә бысаҡ ҡаҙанылар. Ике ир үлек кәүҙәне эйәрле атҡа арҡыры һалдылар ҙа ҡаялар араһына алып барып ташланы. Шул уҡ көндө ас ҡоҙғондар, бөркөттәр, ҡарғалар ауыҙынан үлектең тик һөлдәһе генә тороп ҡалды.
Элек электән ауыл кешеләренең оҙон юлдан һәр саҡ бик һуңлап төндә ҡайтыуҙары, Аҡтырнаҡтың абалап өрмәүе, сит тауыштың үҙ кешеләре араһынан кемдер булыуына, һуғыш бөткәс хәбәрһеҙ юғалғандарҙан районда өс кеше ҡайтыуы Шәрифәгә, “Ирең ҡайтты, –” тигән һүҙгә бер ниндәйҙә шикләнеүһеҙ ышанырға мәжбүр итте лә инде.
Район милиция бүлеге бик тырышһалар ҙа, Шәрифәне табыу хәленә етмәне. Ауылдаштары ла уның юғалыуының сәбәбен ни тиклем төрлө версиялар, юраусылар менән эҙләне, ләкин һис кенә лә осона сығарлыҡ уй-фекерҙәре булманы. Сөнки, ябай халыҡтың бары тик түрәләргә ышанып йәшәүҙәре башҡа төрлө фекерҙәр, уйҙар йөрөтөргә бик көслө кәртә булып тора ине.
Осорашыу
Рәшиҙәне өлкән лейтинант Глазкова кабинетына саҡырып алды ла:
– Йә, балаҡай, көткән минуттарың килеп етте бит. Беҙҙең дивизия бер аҙнаға ялға туҡтай. Ирең хеҙмәт иткән кавалеристәр әле генә алғы һыҙыҡтан килде. Бар, йүгер, иреңде ҡаршы ал, – тине әсәйҙәрсә Рәшиҙәнең арҡаһынан һөйөп.
Госпиталь алдындағы майҙанға яралыларҙы, һәләк булғандарҙы, машина кузовына, арбаларға тейәп кавалеристәр килеп туҡтаны. Рәшиҙәнең йөрәге тулҡынланыуҙан ярһып-­ярһып тибә.
– Исхаҡов Ғәлимйән ҡайҙа икән, – тип һораны иң алда килгән офицерҙан.
Офицер башын артҡа бороп:
– Ана, арбала. яралы, – тине.
Рәшиҙә яралылар араһынан ни тиклем тырышып эҙләһә лә, Ғәлимйәнде таба алмай ыҙаланды. Барыһының да биттәре туҙанға батҡан. Күптәренең баштары бинт менән уратылып бәйләнгән. Бары тик танауҙары ғына күренә. Рәшиҙә ҡапыл яралылар араһынан аҡ ҡулъулыҡ тотҡан ҡулды күреп ҡалды. Бармаҡтар ҡулъяулыҡты ныҡ ҡыҫып тотҡан, тартып алырлыҡ түгел. Рәшиҙә бик ауырлыҡ менән ҡыҫылған бармаҡтарҙан ҡулъяулыҡты тартып алды һәм үҙенең бүләге булыуын таныны. Был Ғәлимйән. Тик уның тере булыуына һис тә ышаныс юҡ ине. Шулай ҙа Рәшиҙә был ауыр хәлгә ышанмай Ғәлимйәндең тырнағына ныҡ итеп баҫты. Тырнаҡ аҫтында ал төҫтәге ҡан йүгерҙе.Тере.
Дүрт көн тигәндә Ғәлимйән аңына килеп, йәнәш койкаларҙа ятҡан яралыларҙың ыңғырашҡандарын ишетте, һәм үҙенең госпитальдә ятыуын аңламайынса теге донъяла үлгәндәрҙең, тауышын ишетәм тип ҡурҡыуынан ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе. Рәшиҙә уның янына йүгереп килеп етте лә:
– Ғәлимйән, был мин, Рәшиҙә. Һин яралы ғына, үлмәгәнһең, гопитальдә ятаһың, һине дауалайбыҙ, – тип хәлде аңлатып бирҙе.
Ғәлимйән уның тауышын танып теге донъяла булмауы шатлығынан йылмайырға тырышты, ләкин шешенгән бит мускулдары һис кенә лә мөмкинселек бирмәне. Шулай ҙа күҙҙәр бер аҙ ғына асылып яҡтылыҡты күрҙе. Рәшиҙәне ҡосаҡларға теләһә лә, ҡулдың береһе күтәрелмәй, беләге, ҡалаҡ һөйәге ут кеуек яна. Рәшиҙә уға бутҡа ашатты, сәй эсерҙе, ауыл хәлдәрен һөйләне.
Ғәлимйәндең һул ҡулын снаряд ярсығы бик ныҡ яралаһа ла, дошман штыгы ҡалаҡ һөйәген бик ватһа ла йәш организм тиҙ уңала барҙы.
– Нисек яраландың, – тип һораны Рәшиҙә.
– Аткаға ташландыҡ. Атыма рәхмәт, һуғыш шарттарына өйрәнгәс, бомба шартлауҙарынан ҡурҡмай алға саба. Тиҙерәк дошман позицияһын яуларға кәрәк. Ҡулымдан ҡан аҡҡанын күрҙем, уң ҡулым имен булғас туҡтаманым, сабыуымды дауам иттем. Ләкин дошман окобын һикереп сыҡҡанда атыма ла снаряд тейеп йығылды һәм мин битем менән осло таштар араһына һөрөндөм. Тирә-яҡта бер нәмәлә күрмәйем. Шул саҡ арҡама нәмәлер ҡаҙалды.
Эйе, күҙе күрмәгән Ғәлимйән үҙе менән нәмә булғанын белмәй ине. Ул ауыртыуҙан ыңғырашып саҡ ҡына торорға маташты, әммә бик ҡаты йығылыуҙан Ғәлимйәндең ҡулбашы тәзеһе лә һынғанғайны. һәм япон смертнигенең штыгы йөрәгенә тура килмәй ҡалаҡ һөйәген ярҙы. Ә инде дошман, штыгын тағын бер тапҡыр ҡаҙарға винтовкаһын күтәргәндә арттан килгән кавалерист уның башын ҡылыс менән сабып өҙҙө. Атака тамамланып санитарҙар килеп еткәнсе Ғәлимйәндең күп ҡаны аҡты, тәне һарғайҙы, һыуына башланы.
Өлкән лейтинант Глазкова Рәшиҙәне тағын саҡырып алды ла:
– Йә, ирең дә дауаланып бөттө. Һуғыш та тамамланды. Туған яҡтарыбыға ҡайтыу көндәре хәҙер инде тау артында түгел. Шулаай ҙа тағын бер ай тирәһе хәрби хеҙмәтебеҙҙе дауам итәрбеҙ. Госпитальдең хозблогы бар. Унда бары тик матрастар, простынялар һаҡлана. Ирең менән шунда йәшәрһең. Кем белә, бәлки тағын бәхетлерәк буларһығыҙ, – тине.
Демоблизацияланыр алдынан Рәшимә, шулай уҡ яраланып дауаланғандар медосмотр уҙғас:
– Мин теләгәнсә килеп сыҡты, ҡотлайым, Рәшиҙә, ауырлыһың. Һуғыш тамамланһа ла ауырлыҡтар, ҡайғы-­хәсрәттәр күп булар, әммә һис кенә лә борсолма, илама, үҙеңде тыныс тот, ас йөрөмә, теләгәнеде аша, ваҡытында йоҡла, хәрәкәтлән, машинаға, арбаға ултырма, Улар һелкенеп насар хәлгә ҡалыуың бар. Ауырлы ҡатындар өсөн был ҡәтғи медицина законы–тип аңлатты өлкән лейтинант Глазкова.
Уйҙар, уйҙар…
Рәсимә бөтөнләй етем ҡалманы. Оләсәһе үҙ ҡосағына алып бергә тормоштарын дауам итте.
Шәрифәнең Өфө ҡалаһына ғәҙеллек талабы менән яҙылған жалобаһына бер ниндәй ҙә яуап килмәүе һәм хаттың, унда исемләнгән кешеләр ҡулына эләгеүе, оләсәйҙә бер ниндәй ҙә икеләнеү тыуҙырманы. Эҙмә эҙ фекерләүҙәр, анализләү һөҙөмтәһендә киленен кемдәр һәм ни өсөн үлтереүҙәрен белһә лә, ауылдан тороп ҡайҙалыр, кемгәлер хәбәр итеүҙең файҙаһы булмауын төплө аңлай ине. Тик енәйәтселәр алдында көсһөҙ, аңһыҙ мал хәлендә ҡалып оләсәйҙә үс алыу уйҙары көсәйгәндән көсәйә барып, баҙға төштө лә, бабайының граждандар һуғышында уҡ йәшереп ҡуйған наганды тартып сығарҙы, ҡулында тотҡан килеш, нисек аталар һуң тигән уйҙан сығып, уңлы-һуңлы әйләндерҙе. Һунар мылтығын йәш сағында ире атырға өйрәткән ине, ә бына наганда – юҡ. Атыу ҡоралы, кимәле буйынса төрлөсә булһа ла, механизме, шартлауы берүктер инде, тип тауыҡ суҡышы кеуек нәмәһен артҡа тартты ла, курогына баҫты, “дорх” итеп наган атылды ла китте. Әбей ҡурҡыуынан ултыра төштө, әммә юғалып ҡалманы “Әһә, шулай аталар икән”, – тип шатланды ғына.
Енәйәтселәрҙең өйҙәренә барып берәмләп атып бөтөрәм дә, йәшәремде йәшәгәнмен, һуңынан үҙем атылам, тигән уйҙар оләсәйҙең башынан көндәр буйы китмәне. Ләкин уйҙар сикһеҙ бит ул. Уның иҫәре лә, аҡыллыһы ла була. Күп булһа береһен атып үлтерермен, ҡалғандарына өлгөрмәм. Шунан мин енәйәтсе булып ҡалам, хөкөм итәсәктәр. Киләсәк быуыныбыҙҙың нәҫел йөҙөн бысыратам. Юҡ, аҡыллы юлдар була ул, уйларға кәрәк. Тик серҙе асып бер кемдән дә кәңәш һорарға ярамай. Ауыл кешеһенең ҡатмарлы конфликттарҙан, хәлдәрҙән сығыу тәжрибәләре юҡ. Бабайым әйткәнсә, белем кимәлебеҙ түбән. Мөмкинселек бар бит, Рәсимәне башҡалаға ебәреп, белемле итеп тәрбиәләргә кәрәк һәм оләсәй ошо уйҙарының иң аҡыллыһы булыуында туҡтап ҡабул итте
– Ҡыҙым, балаҡайым, миңә бик ауыр булһа ла, һине Өфөләге етемдәр интернатына бирәм. Уҡы, белемле бул. Юридик инситутҡа уҡырға ин, енәйәтселәрҙе белемеһеҙ еңеп булмай, – тине.
Интернатта
Рәсимә интернат шарттарын яратып тиҙ күнекте. Бигерәктә балаларҙың, төрлө түңәрәктәрҙең, библиотекала китаптарҙың күп булыуы, кисәләрҙә ғалимдәр, яҙыусылар, артистәр менән осорашыуҙар, театрҙарға, концерттарға йөрөүҙәр, үҙ-ара яңы мәғлүмәттәр менән әңгәмәләшеҙүҙәр, серләшеүҙәр, белгәндәрҙән өйрәнеү уның эске талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе.Үҙ теле менән әйтә белмәһә лә, ителлектуаль, эститик тәрбиә алыуҙың бала кеше өсөн ниндәй мөһим булыуын интуиция менән аңлай ине. Үҙен һауала осҡан ҡош, йә һыуҙа йөҙгән балыҡ кеуек иркен тойҙо. Ә инде ул Аҡтырнағы, бүреләр, айыуҙар, бал ҡорттары тураһында һөйләһә, балалар ләззәт менән тыңланы, тағын ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе. Бер ваҡыт хайуандар тураһында һөйләй-­һөйләй күргән, белгән ваҡиғалары бөттө лә ҡуйҙы һәм балалар бик ныҡышып һорауҙар биргәс, үҙе фантазиялап импровизация формаһында һөйләй башланы. Һәм уның логик рәүштә мауыҡтырғыс компазиция төҙөргә, фәһемле итеп ваҡиғаларға һығымта яһарға әҙәби һәләте, таланты асылғандан асыла барҙы.
Сәнғәткә, әҙәбиәткә һәләтле булған балаларҙың концертында Рәсимә лә ҡатнашты. Беренсе сығышында Урал эпосының ике йөҙҙән артыҡ куплетын яттан һөйләне. Ә икенсеһендә: йырланы. Уның сығышын яратып балалар туҡтамай оҙаҡ ҡул сапты, сәскә бүләк иттеләр. Рәсимәнең бик эшлекле, белемгә ынтылышлы, аралашыусан булыуы, уҡыу программаһын һыу эскән кеуек үҙләштереүе менән уҡытыусылар күңелен яуланы. Тик уның тиҙерәк юридик белем алыу хыялы, тынғы бирмәй, ҡайнағандан ҡайнаны.
Иртәгеһенә:
– Рәсимә, эпостың нәмә икәнен белеп, аңлап һөйләйһеңме, – тип һораны синыф етәксеһе.
– Эйе, эпос-ул ауыҙ – тел ижады нигеҙендә милләтте берләштереүсе, формалаштырыусы, илеңде, ереңде яратырға, кешене әхләки нормаларҙа тәрбиәләүсе -әҙәби әҫәр.
– Бындай билдәләүҙе кем өйрәтте?
– Ауылда әҙәбиәт уҡытыусыбыҙ. Ә олатайым, менән өләсәйем хәтерҙәрендә бик борондан һаҡланып килгән куплеттарҙы һөйләне, ә мин уларҙан яҙып алдым.
– Рәсимә, һинең әҙәбиәткә, сәнғәткә һәләтең бик юғары кимәлдә. Яҙыусы йәки артист буларға хыялланаһыңмы?
– Юҡ. Нәфисә Батыровна, закондар китабы буламы, – тип һораны ул.
Әңгәмәне Рәсимә бөтөнләй уйламаған темаға бороп, көтөлмәгән һорау биреүе уҡытыусыны бик ғәжәпкә ҡалдырҙы
– Була.
– Ә ниңә улар библиотекала юҡ?
– Беҙҙең библиотека балалар өсөн генә бит. Ә ни өсөн һиңә закондар китабы кәрәк?
– Минең эҙәрмән, прокурор, милиционер, судъя булһым килә.
– Ундай хыялдарың булыуы бик яҡшы. Юридик белемде мәктәп программаһы менән генә алып булмай, институтта уҡыр кәрәк. Әлегә һин бәләкәйһең. Рәсимә, ни өсөн тиҙ генә юридик белемгә ынтылаһың, ғаиләңдә кемдәр булды, нисек етем ҡалдың, оялмайынса, тартынмайынса һөйлә әле, – тине синыф етәксеһе Нәфисә Батыровна.
Рәсимә барыһында һөйләгәндә. уҡытыусының күҙҙәрен йәш бөрсөктәре бер туҡтауыһыҙ тамды.
– Нәфисә Батыровна, әсәйемде үлтергәндәрҙе табып хөкөм итәһем килә, – тине лә, нәфрәтле уйға ҡалып, киләсәк йылдарҙың тиҙерәк килеп етеүен көткән кеуек, тәҙерәнән төшкән көн яҡтылығына төбәлде.
– Бына ҡағыҙ, ошо һөйләгәндәреңдең барыһында теҙеп яҙ.
– Инша һымаҡ яҙайыммы?
– Юҡ, биттең иң башына өлкә прокуратураһына, исем-фамилияңды, адресеңде, хат та нисә йәштә булыуыңды ла, майҙың ни өсөн “етмәүен”, һыйырығыҙҙы алыуҙарын, әсәйеңдең үлтерелеүе хаҡында яҙ.
– Нәфисә Батыровна, мин бит русса әлегә яҙа белмәйем.
– Башҡортса яҙ, унан һуң мин руссаға тәржемә итәрмен дә, яңынан күсереп яҙырһың.
Иртәгеһенә уҡытыусы Рәсимә менән өлкә прокуратураһына килеп хатты тапшырҙылар.
Һаумы ауыл
Госпиталь начальнигенең рапорты буйынса Рәшиҙәнең ауырлы, Ғәлимйәндең яраһы сәбәпле артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙһыҙлығын һәм уларҙың ирле-ҡатынлы булыуҙарын иҫәпкә алып, дивизия командованиеһе икеһен бергә демоблизацияланы.
Дүрт көн поезд менән килгәндән һуң, Магнит ҡалаһынан туған ауылына Урал тауҙары тәбиғәтенән ләзәтләнеп, һис тә ашыҡмай, йөҙ километрҙан артыҡ юлды йәйәүләп килделәр. Ауылдарҙа туҡтанылар, йоҡланылар, кешеләр уларҙы һөт, картуф, икмәк менән һыйланы, ҙурланылар, һоҡландылар.
Ауылға яҡынлашҡан һайын йөрәктәр түҙемһеҙләнгәндән түҙемһеҙләнде. “Тиҙерәк, тиҙерәк, атлағыҙ”, – тип әйтәләр кеуек.
Рәшиҙә юлға, һуҡмаҡтарға, яландарға ихтибар итмәй ҡалманы. Мал-тыуар эҙҙәре бик әҙ, тирә-яҡта иген сәсеп урғандар, ара – тирә һалам кәбәндәре күренә. Был күренештәр ауылдың һүнмәүен, йәшәү кимәлен күрһәтә ине.
Еңеүселәр ауылдың осона килеп ингәс тә, иң беренсе күреп ҡалған Мөхәррәм ҡарт әбейе менән уларҙы өйөнә саҡырып ҡунаҡ итә башланы. Ул арала күстәнәтәр тотоп күрше-­тирәләрҙә йыйылды Барыһы ла аталарын, ирҙәрен, туғандарын һораша, бер-береһен еңеү менән ҡотлайҙар.
– Беҙҙең ҡайтыуыбыҙ хәбәре өйөбөҙгә барып еткәндер инде, ниңә килмәйҙәр икән, – тип һорауға Ғәлимйәндең туғандары, Рәшиҙәнең оләсәһе, Аҡтырнаҡ килеп тә еттеләр. Рәшиҙә улар араһында әсәһен күрмәгәс:
– Әсәйем ҡайҙа, – тип һораны.
Барыһы ла тынып ҡалды. Хат та себен осҡан тауыш та ишетелмәй.
Оләсәй, Рәшиҙә янына килде лә, бик ауырлыҡ менән:
– Балам, зинһар үҙеңде тыныс тот, күрәбеҙ һин ауырлыһың. Әммә һорауыңа яуап бирәргә мәжбүрмен. Әсәйең донъя ҡуйҙы, үлтерҙеләр, – тине лә күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә, йөҙөн ситкә борҙо.
Рәшиҙә, өлкән лейтинант Глазкованың әйткән һүҙҙәренең бик мөһим булыуын һис кенә лә онотманы һәм үҙен тыныс тотоп:
– Йәне йәннәттә булһын, ярай, ауыр хәлдәрҙе әлегә онотайыҡ, тормошта төрлө хәлдәр була бит–тине йомшаҡ ҡына тауыш менән.
Ҡайғы-хәсратле минуттарҙы аңлағандай Аҡтырнаҡ Рәшиҙә янына килде лә, уны башы менән аяғын иркәләп һыйпаны.
Ауыл традецияһы буйынса һалдаттарҙы өйҙән өйгә кунаҡ иткәнсе алты көн уҙып, үҙ өйҙәренә саҡ ҡайтып еттеләр.
Улар туған өйҙәре янына килде. Өй ҡыйшайған, һарай серегән, баҡса бағаналары, кәртәләре юҡ. Тирә-яҡты сүп үләндәре баҫып ҡырағайға әйләнгән. Эйе, һуғыш фронта ғына түгел, тылда ла хужалыҡтарҙы емерә, ваҡытһыҙ кешеләрҙең ғүмерен өҙә, бик оҙаҡ йылдарға тамыр йәйгән ярлылыҡ тыуҙыра.
– Әйҙә, киленкәй, балаҡай, рәхим ит, – тип Рәшиҙәне Ғәлимйәндең туғандары аяғы аҫтына мендәр һалып өйгә саҡырҙы.
Хөкөм иттеләр
Өлкә прокуратураһы Рәсимәнең хатына бик ҙур ихтибар менән уголовный эш ҡуҙғалтып, йылдан артыҡ эҙәрләүҙәрҙән һуң Шәрифәне үлтергәндәрҙе лә, шулай уҡ өс райондың, ит комбинатының экономик енәйәтселәрен ҡулға алды. Хөкөм уларҙың өсәүһен атыуға, ҡалғандарын бик күп йылдарға иркенән мәхрүм итте. Төрмә менән ҡурҡытып һыйыйырҙарын алғандарҙың, аҡсаһын түләтергә лә хөкөм ҡарары сығырҙылар. Бик яңғырауыҡлы был енәйәт хаҡында газеталар күп статъялар яҙып халыҡ араһына таралды.
Йәйге каникулда Рәсимә туған ауылына ҡайтҡанда уны һөймәгән, тәмле ҡаймаҡ, йылы икмәк менән һыйламаған бер генә кеше лә ҡалманы.
Ғәфү үтенеү
Һуғыш яралары бик яйлап ҡына онотола барһа ла, ҡыҙҙар атайҙарын көтөүҙән туҡтаманы, ҡайтыуына өмөттәрен өҙмәне. Уларҙың юҡһыныуҙарын күргән оләсәйҙең дә йәне ҡыйылды, үҙенә урын тапманы. Рәшиҙә инде әсәй булғас:
– Бала ғына булһағыҙ ҙа, берегеҙ һуғышта ҡатнашты, икенсегеҙ енәйәтселәрҙе фаш итте, ауыр тормош юлдарын уҙып үҫтегеҙ, сыныҡтығыҙ. Шуға ла мине ғәфү итеүегеҙгә ышанам: уҙған йылдарҙа бәләкәй булғасығыҙ, йөрәктәрегеҙҙе яраларға теләмәнек һәм атайығыҙ хаҡында дөрөҫөн әйтмәнек. Ул һуғышта һәләк булып ҡалды. Бына ҡара хәбәре. – тине оләсәй.
Оләсәй ҙә туҡһанға етеп килә бит. Балаларын юғалтып уның да йөрәге унар – унар тапҡыр телгеләнгән. Шуға ла ҡыҙҙар яра өҫтөнә яра өҫтәмәҫ өсөн, ауыр кисерештәрен оләсәйгә һиҙҙермәҫкә тырышты.
– Оләсәкәй, әлбиттә ғәфү итәбеҙ. Балаларҙы ҡайһы саҡта алдайҙар инде. Атайыбыҙҙың өйҙән алып киткән “ҡуян күстәнесе” нә ышанып, эй, ашап ултыра инек бит, – тип ҡыҙҙар оләсәйҙе йыуатты, ауыр минутты еңеләйтеп, бала саҡтарын хәтерләп, көлөп тә алдылар.
Шул уҡ көндө ҡыҙҙар атаһының фотоһын ҡәҙерләп айырым рамға һалып, стенаға элеп ҡуйҙы. Күп, күп йылдар уҙғас Рәшиҙәнең, Рәсимәнең балалары, балаларының балалары олатаһының фотоһын юғары күтәреп “Үлемһеҙ полк”парадында һәр йылда ҡатнаша барҙы.
Читайте нас: