- Өләсәй, сәләм! Һин өйҙәме? Әсәйем командировканан ҡайтҡансы беҙ һин дә булып торабыҙ, йәме. Беҙ өсәүләп ҡайтырбыҙ! Эйе, Айбулат туғаным һәм дуҫым Хансура.
Салауат оҙон-оҙаҡ һөйләп тормайынса, телефонын һалып та ҡуйҙы. Хәҙер өләсәһе лә теләһә нимә һораша башлар, тиҙерәк ҡайтып, уның ҡоймаҡтары менән сәй эсер кәрәк! Өләсәй янында рәхәт шул: ул әрләмәй, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай.
Гөлнур әбей ейәненең шылтыратыуынан бер ни тиклем баҙап ҡалды. "Командировканан һуңлап ҡайта тиме, ә нишләп бында килергә булдылар икән? Йә, ярай, бигерәк һәйбәт, һағынып та киткәйне үҙҙәрен. Иртәгә шәмбе көн дәрестәре бар-барлығын... Әллә уҡымайҙармы икән? Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан башҡорт гимназияһынан ейәндәрен барып алғаны ла бар әбейҙең, шуға күрә ҡайҙа, нисек уҡығандарын яҡшы белә. Ҡыҙы ла шылтыратып әйтмәне бит әле, исмаһам, балалар ҡайтыр тип, ҡуй инде. Кейәүе Чечняға ебәрелгәндән алып ҡыҙы ал-ял белмәй эшләй, ваҡыты ла булмағандыр инде хәбәрләшергә. Нишләп ултырам әле теләһә ни уйланып, улдарым ҡайтыуына берәй ризыҡ әҙерләйем", - тип, әбей алъяпҡысына үрелде.
Үҙәк баҙар эргәһенән автобустар Дәүләкәнгә сәғәт һайын китеп тора. Шуға ла малайҙарға туҡталышта оҙаҡ торорға тура килмәне. Бына ошо ҡустыһы Айбулат ҡына теләһә ниндәй һорауҙар биреп аптырата.
- Салауат ағай, ә иртәгә дәрескә бармайбыҙмы ни?
- Бармайбыҙ шул! Сөнки беҙ иртәгә был ваҡытта Гөлнур өләсәйемдә сәй эсеп ултырған булабыҙ, - тип яуапланы ағай кеше.
- Ә ниңә әсәйем унда ҡайтырға ҡушты? Ул бит йәкшәмбе Өфөгә ҡайтып төшә, ә уғаса Хансураларға барып торорбоҙ?.. - Айбулат өҙмәне лә ҡуйманы.
- Беләһеңме нимә, мыжыҡ, бар үҙең уның әсәһе янына, тороп ҡал, ә беҙ Хансура менән ауылға ҡайтып киттек! Шулай бит, Хансура? - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Салауат.
- Эйе, - тигән булды Хансура. - Ул был бер туғандарҙың үҙ-ара ыҙғышыуына өйрәнеп тә бөткән, хатта Салауат барыбер үҙенекен итәсәген, ә ҡустыһы ағаһы менән килешәсәген белә.
- Иртәгә шундай ҡыҙыҡ дәрестәр керә! Тарихты аҙна буйына көткәйнем. Мин Интернетта шундай мәғлүмәттәр таптым, Радик Наилевич аптырап китер ине, их... - Айбулат әллә ҡалырғамы икән тип, әле автобусҡа, әле туҡтаған трамвайға ҡарап торҙо.
- Эйе, һин тапҡан мәғлүмәтте Радик Наилевич бөтөнләй ишеткәне лә юҡ! Бына беләһеңме, ул Интернеттың ни икәнен дә белмәй һәм һинең әйткәндәреңде иҫе китеп тыңлап торор инде! Аптыратаһың һин мине, белем эйәһе! Әллә бөтөнләй иҫәрләнә башланыңмы?! Йә, ярай, ҡайтмаһаң, ҡал, әй ҙә, һине көтөп торғансы, бөтә автобустар китеп бөтә хәҙер! - Салауаттың ҡустыһына бик ныҡ итеп йәне көйҙө. Артына аҫҡан сумкаһынан тотоп, бер аҙ елтерәтеп тә алды.
- Йә, ярай, ағай, улайһа, мин әсәйҙе бында көтәм. Телефон бар бит, бәйләнештә булырбыҙ! - Айбулат автобус тәҙрәһенән ҡарап торған кешеләр алдында бер аҙ уңайһыҙланып та китте ахырыһы - һаубуллашып, килгән трамвайға өлгөрәйем тип, юл аша йүгерҙе.
Салауат аптырап ҡалды. Юҡ, ул туғанын алып ҡайтырға тейеш. Етмәһә, иртәгә мәктәпкә ҡустыһы барып, ул бармаһа, нимә тип яуап бирер? Аҙаҡ, әйҙә, аҡланып тор синыф етәксеһе алдында, бигерәк тә анау алгебра белгесе теңкәһенә тейер. Юҡ, Айбулатһыҙ ҡайтырға ярамай!
- Айбулат! Айбулат! Туҡтале!!!
Юлдың теге яғына сығып еткән ҡустыһы, ағаһының тауышын ишетеп, боролоп ҡараны. Салауат уны ҡул болғап саҡыра ине. "Тағы нимә булды? Ҡайтмайым тигәс, барыбер ҡайтмайым бит инде!" Айбулат бер нәмәгә лә ҡарамай, ҡарарын үҙгәртмәҫкә булды, әммә ағаһы саҡырғас, кире яндарына бармайынса ла булдыра алманы. Малайҙар уңға, һулға машиналар елдергән киң юлдың уртаһында осрашты.
- Айбулат, мин һиңә әйтергә онотҡанмын. Иҫләйһеңме, Балҡантауҙағы мәмерйәне? Ҡарт өләсәйебеҙ һөйләгәйне уны. Беҙ Хансура менән шунда инәсәкбеҙ. Әйҙә, бергә ҡайтайыҡ! - Салауат ағаһынан бындай һүҙ ишетермен тип һис тә уйламаған Айбулат аптырап ҡалды.
- Мәмерйәгә?! Ә һеҙ унда нисек инәһегеҙ? Уның бит керә торған урынын үлән ҡаплаған, тиҙәр? - тине ул күҙҙәре осҡонланып китеп. Ҡустыһын ылыҡтырыр өсөн әле генә сәбәп эҙләп тапҡан Салауат аптырап ҡалманы:
- Һуң һин үҙең бит уҙған аҙнала ғына "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының бер вариантын уҡығанда, ҡалҡып торған өс таш булған ергә барып, серле һүҙҙәр әйткәндә, мәмерйә асылып киткән, тинең. Шулай булғас, табырбыҙ, тип уйлайым, - тине Салауат башына килгән мәғлүмәткә ҡыуанып.
- Эйе, унда шулай тип яҙылғайны. Мин Радик Наилевичҡа ла тап ошо эпос хаҡында яңы мәғлүмәт тапҡайным бит! - Айбулат аптырап ҡалды...
- Бына шул мәғлүмәттәреңде файҙаланыр ваҡыт етте, туғанҡайым, шулай булғас, йыйынғанһың, әйҙә, сәфәргә!
Айбулаттың йөҙөнә ғәйепле төҫ инде.
- Ағай, һин мине ғәфү ит инде, мин бөгөн мәктәпкә ноутбукты алып килгәйнем... Унда шундай ҡыҙыҡлы боронғо ҡаласыҡты таптым, шул хаҡта синыфташтарыма күрһәтергә теләгәйнем...
- Ә бына быныһы өсөн, аҡыллы баш, әсәй алдында яуап тотасаҡһың, белдеңме? Әле ноутбук ҡайҙа? - Салауат ярһып китте. Айбулат сумкаһын асып, ағаһының ҡулына ылыҡтырғыс "ҡара китап" ты тотторҙо.
- Йә, ярай, алыуың, бәлки, һәйбәт тә булғандыр. Кем белә, мәмерйә эсендә видеоға, фотоға төшөрөргә тура килер?.. Тик йөгөңдө үҙең күтәрәһең! Шунан - юлға сыҡтыҡмы?
- Әйҙә, ағай! - Малайҙар бер-береһенә ҡарап йылмайышты.
Йөгөңдө үҙең күтәрерһең, тиһә лә, Салауат ноутбукты ҡустыһынан алып, юл буйына төрлө уйындар уйнап, төрлө социаль селтәрҙәрҙә аралашып килде. Етенсе синыф уҡыусыһына бары шул ғына аңлашылмай ине: нимәгә кәрәк булды икән ул мәктәп тигәндәре? Бигерәк тә геометрия дәрестәре? Нимәлер иҫбатларға, дөрөҫләргә, аңлатырға? Беҙгә тиклем кемдер иҫбатлаған бит инде, аңлатҡан, уйлап тапҡан, ниңә уны яңынан ҡабатлайҙар икән, ә? Әсәһе үҙе уҡыған совет мәктәбен, дөйөм белем биреү нигеҙҙәрен маҡтаған була: улар бик һәйбәт булғас, ниңә Рәсәй компьютерҙар эшләү буйынса алда бармай? Ниңә әсәһе уларға ноутбукты кредитҡа алып бирә?
Мәктәпте ярата ул, яратмай түгел, унда уның синыфташтары, уға бик ҡыҙыҡлы күренгән биология, география дәрестәре бар. Физкультурала - Салауат һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек. Бына инде бер нисә йыл рәттән ул капитан булған футбол командаһы мәктәптә, районда ғына түгел, баш ҡалала беренсе урын яулай. Их, ниңә көн һайын бөтә дәрестәр урынына ла физкультура ғына инмәй икән?