- Әйҙә, бөгөн ауылға ҡайтайыҡ! Иртәгә килербеҙ Балҡантауға! - тип әйтеп ҡараны Салауат ҡустыһын һынамаҡҡа. Эйе, Айбулат шулай эшләйек тиһә, автобустан төшөп ҡалмаҫҡа ул мең тапҡыр риза. Әммә ҡустыһының йөҙө шундуҡ боҙолдо:
- Һуң һин бит ҡайтышлай уҡ ҡарайбыҙ тинең. Иртәгә шәмбе тип йоҡлаясаҡбыҙ, шунан йәкшәмбе Өфөгә сығырға кәрәк буласаҡ... Белдем инде мин һине: гелән шулай итәһең... - Айбулаттың ауыҙы тамам йәмшәйҙе.
- Йә, ярай, мыжыма, төшөрбөҙ, тигәс, төшөрбөҙ!.. Асыҡтырып киткәйне шул, - тигән булды Салауат.
- Ә минең ике ваҡ бәлешем бар, мәктәп буфетынан алғаным. Әйҙә, ашап алайыҡ, ағай! - Айбулат ағаһын ҡыуандыра алыуына шатланды. Салауат ике ваҡ бәлеште өсөһөнә тигеҙләп бүлде. Малайҙар ауылға йөрөүсе автобустан төшөп ҡалып, Балҡантауға табан атланы. Әлбиттә, үҫеп килеүсе үҫмерҙәргә был ризыҡ "сәп" итергә лә етмәне.
Балҡантауға яҡынлашҡан һайын уларҙы әллә ниндәй серле тойғолар биләп алды. Әле генә шау-шыу килеп торған юл буйы тауыштары тынып, тылсымлы урман тынлығы сорнап алды. Әйтерһең, үҙенә төбәп килгән үҫмерҙәрҙең саф күңеле, изге ниәте, эскерһеҙ ынтылышы тауҙың үҙен генә түгел, бөтә тирә-йүнде һиҫкәндереп ебәрҙе. Яҡында ғына әллә нисәмә төр ҡоштар тауышы ишетелде, ҡайҙалыр аттар бышҡырған төҫлө булды, бүреләр олоуы ла ҡолаҡтарына салынғандай итте. Малайҙар хатта бер-береһенә ҡарарға баҙнат итмәй, тын да алырға ҡурҡҡандай, серле урындың арбағыс көсөнә буйһоноп, тау үренә атланы.
Ә бына риүәйәттәге өс ташлы мөғжизәле урын. Малайҙарҙың йөрәктәре дарҫ-дорҫ тибә башланы. Үҙ-ара тынлыҡты Салауат боҙҙо:
- Айбулат, ә һин ниндәй тылсымлы һүҙ әйтергә кәрәклеген иҫләйһеңме һуң?
- Иҫләүен иҫләйем дә ул... Тик...
- Нимә тик? - Өндәшмәҫ Хансура телгә килде. - Мин ишеткәнем бар ундай урындар тураһында, хатта доға уҡыһаң, кешеләр күренмәй торғанға әйләнә. Тик ана шул теләһә ниндәй һүҙ түгел шул, тәғәйен доғаны белер кәрәк!
- Эйе, нимә тик тораһың? Айбулат, әгәр иҫләйһең икән ул һүҙҙәрҙе, әйт! Ниңә ваҡыт һуҙырға? - Салауат ҡустыһына бойороҡ биргән кеүек өндәште.
- Ә таштар күсмәһә, тау асылмаһа, һеҙ миңә асыуланмаҫһығыҙмы һуң?
- Асылмаһа, асылмай инде, ҡайтып китербеҙ йырлай-йырлай өләсәй янына. - Салауат кире борола ла башланы. Әммә үҫмерҙәрҙең баш осонан геүелдәгән тауыш сығарып, ғүмерҙә лә күргәндәре булмаған ҡош осоп үтте. Хансура ныҡ тертләне, Айбулат уға тотондо.
- Йә, әйҙә, әгәр дөрөҫ булмаһа, булмаҫ, әйт тә доғаңды! Бында ҡош-ҡорт йыйыла башланы түгелме? - Хансура ла талапсан өндәште.
Айбулат риүәйәттәге доғаны әйтеп тә бөтөрмәне, өс таш өс яҡҡа - төньяҡҡа, көньяҡҡа, көнбайышҡа табан шылып - көнсығышта малайҙар алдында тау ишеге асылып китте. Хансура баяғынан да нығыраҡ ҡалтыранды:
- Юҡ, мин бармайым һеҙҙең менән! Бындай урындарға теләһә нисек аяҡ баҫырға ярамай бит. Зәйнулла ишан тураһында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресендә һөйләмәнеләрме ни һеҙгә? Ул бит хикмәтле урындарҙың тылсымлы көсө бар тигән...
- Хикмәтле? Ул бит насар тигәнде аңлатмай! Минең унда ингем килә ул! Бәлки унда ер аҫты байлыҡтары барҙыр? Беҙ хазина тапһаҡ, әсәйебеҙгә ярҙам итә алыр инек, эйе бит, Айбулат? - Салауатҡа был мажара оҡшай башланы.
- Һөйләмә. һөйләмә матди байлыҡ тураһында! Уй, Аллам, ниңә генә һеҙҙең менән барырға сыҡтым икән? Берәй бәләгә тарырбыҙ инде, моғайын, - Хансура илай башланы.
- Ағай, ҡарале, унда нимә осоп килә ул?
Асылған тау ауыҙынан осоп килгән утлы шар кеүек нәмә тирә-яҡта дауыл сығарҙы. Малайҙар уны-быны һөйләшеп тә өлгөрмәне, ел уларҙы тау ҡуйынына алып инеп тә китте.
- Ҡотҡарығыҙ, зинһар, ҡотҡарығыҙ!
- Ағай, тот мине, нығыраҡ тот!
- Айбулат, туғаным, һин ҡайҙа?