-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Март 2020, 15:21

Балҡантау эйәһе (повесть)

Дауамы.Самабай тигән малай Малайҙар уянып киткәндә, өсөһө өс яҡта, әммә бер йәмле аҡланда яталар ине. Шундай ел-дауыл менән әллә ниндәй тау-урмандар, ҡаяларға бәрелә яҙып остолар, әммә бер ерҙәре лә һыҙырылмаған да хатта. Иң аҙаҡ Салауат уянды.

- Айбулат!!! - Ул ҡустыһының имен-аман булыуына ҡыуанып, йылмайып ебәрҙе. - Шунан, егеттәр, мажаралар башландымы? - тигән булды ул, әммә үҙенең һис кенә лә шаяртырға теләге лә, уйы ла юҡ ине. Бигерәк тә Хансураға ҡарағас, тамам көрһөнөп ҡуйҙы. Бына һиңә өләсәй ҡоймағы! Дуҫы башын күтәреп тә ҡараманы хатта. Күренеп тора, ул был сәфәргә сыҡҡанына үкенеп ултыра. "Хәҙер бошонһаң да, сәс йолҡоп илаһаң да, файҙа юҡ, хатта берәү ҙә ярҙамға килмәҫ! Иң мөһиме - хәҙер мәмерйә эсендә мажараға тарымаҫҡа!" Салауат ошолар хаҡында уйланды.
- Салауат ағай, беләһеңме мин әле нимә хаҡында уйлайым? - тигән булды Айбулат .
- Нимә хаҡында? Өләсәйҙең ҡоймағы хаҡындалыр, - тип шаяртырға уйланы Салауат, әммә берәүҙең дә көлкөһө килмәй.
- Эйе, өләсәй хаҡында. Тик ҡоймағы тураһында түгел, ә уймағы хаҡында. Иҫләйһеңме ул нимә тигәйне, күршеләрҙең баҡсаһына төшкәс? - Салауат хәтерләмәйем, тигәнде аңлатып, туғанына боролоп ҡараны.
- Инереңдән алда сығырыңды уйла! - тигәйне бит ул, - тине Айбулат.
- Эйе, хәҙер иҫкә төштө. Әй, һин, Хансура, ултырма бында балтаң һыуға төшкән һымаҡ. Әйтерһең, беҙҙең хәл яҡшыраҡ! Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер үк мажараға тарыныҡ! Хансура тим! Нишләп өндәшмәйһең? Әгәр артабан да шулай ултырһаң, туҡмалаһың, белдеңме! - Салауаттың ебеп төшкән дуҫына йәне көйҙө.
- Шулай инде, хәҙер туҡмарға ла була, ҡасыр урын юҡ... Мин һиңә иптәш булып юлға сыҡтым, ә һин бында әрләп тик йөрөтәһең... Ит изгелек, көт яуызлыҡ! Дуҫ тигән була бит әле, етмәһә. Әгәр үҙеңдең футбол командаһына алам тимәһәң, мин бөтөнләй ҡайтмаҫ инем һинең менән. Мин ауылға йылына бер ҙә ҡайтмайым... - Хансураның кәйефе тамам төшкәйне.
- Нимә? Һин шул бер футбол өсөн генә минең менән юлға сығырға риза булдың? Берәү, имеш, ҡала малайы... Күпме секция бар ҡалала, ә ниңә беҙҙән һәйбәтерәк уйнамайһың әле ул һин футболды? Ауылды яратмағас, улайһа ниңә тәбиғәткә сығаһың, ә? Ике йөҙлө икәнеңде белһәм, эйәртеп тә йөрөмәҫ инем... - Салауат ҡыҙа башланы...
Шул ваҡыт ҡапыл үләндәр араһынан кемдер уға ҡарап торғанын һиҙеп ҡалды ул. Ҡарале һин уны: бот буйлыҡ ҡына бер кеше уларҙың бәхәсенә йылмайып торасы...
- Һин кем? - тине Салауат берсә ҡурҡыңҡырап, берсә ғәжәпләнеп.
- Мин Самабай!!! Бәхәсегеҙ самаһын юғалтты бит, ә был изге тауҙа шаулашырға ярамай! Шуға һеҙҙе иҫкәртәйем, тип килеп еттем... - Бәләкәс кешекәй малайҙарҙы телһеҙ ҡалдыра яҙҙы.
- Бәй, был нимә һуң ул? Беҙ ҡайҙа килеп эләктек һуң ул? - Хансура, ҡурҡыныс төш күреп, үҙен уятырға теләгәндәге кеүек башын төрлө яҡҡа борғолай башланы.
- Әкиәт! Бына һиңә әкиәт! Синыфташтарға һөйләһәм, берәү ҙә ышынмаясаҡ! Әкиәәәәт... - Айбулат, Самабайға, ҡарап донъяһын онотто.
- Ә һин беҙҙе нимә эшләтәһең инде хәҙер? - Бөтәһе өсөн дә Салауат һораны.
- Нимә эшләтәһең? Бер нәмә лә эшләтмәйем. Әллә шундай яуызға оҡшағанмынмы?
- Юҡ та ул, тик әкиәттәрҙә бит яҡшы күренгәндәр ҙә яман була ҡайһы саҡ?
- Уныһы бит әкиәттә, ә һеҙ әле Балҡантауҙа!
- Ә ниңә: Балҡантауҙа әкиәт була алмаймы ни?
- Була-була, әгәр бик теләһәң. Һеҙ бында нисек килеп ингәнһегеҙҙер, белмәйем, сөнки тау инде бына нисәмә быуат берәүгә лә ишеген асмай, әммә сығыуы ла анһат булмаясаҡ! - Үлән буйлыҡ Самабай малайҙарҙың күҙҙәрен асып ебәрҙе.
- Сығыуы еңел булмаясаҡ? Быныһы көн кеүек асыҡ ине инде ул: мажараға тарырға теләмәгән кеше доға уҡып, тау эргәһендә торамы ни инде? Тимәк, беҙгә бынан сығыу өсөн дә доға белеү кәрәк? - Хансура йәнләнеп китте. Ул, әйтерһең, ҡулына артабанғы хәрәкәттәр планы картаһын тотҡан кеше һымаҡ:
- Ә һин беҙгә юл күрһәт, Самабай! - тине.
- Юлды күрһәтә алмам шул, әммә мин һеҙ теләйһегеҙме-юҡмы, әгәр саманан тыш яҡшылыҡ килһә лә, саманан тыш яманлыҡ килһә лә, һеҙҙең янда буласаҡмын. Әгәр инде үҙегеҙ саҡырып килтерергә теләһәгеҙ, ҡулығыҙға ҡылған алып, миңә өндәшегеҙ, шундуҡ табырмын һеҙҙе! - тине үлән буйлыҡ яңы таныштары.
- Ә ниңә һин саманан тыш яҡшы булһа ла киләһең? Беҙгә ныҡ яҡшы булһа ярамаймы ни? - тип ҡыҙыҡһынды Айбулат.
- Донъяла бөтә нәмәнең самаһы булырға тейеш! Кешеләр ана шул алтын урталыҡты таба белһә генә бәхетен табыр! - тип аңлата башланы Самабай.
- Юҡ, бик оҡшап етмәнең әле ул һин миңә! Әгәр минең аҡсам күп була икән, һин уны тартып алырға киләһеңме? - тип һораны Салауат.
- Һеҙҙең аҡсағыҙ бармы ни?
- Булмаһа ни? Бәлки, беҙ бында байлыҡ табырбыҙ! - тине Салауат.
- Улайһа, уңыштар һеҙгә! Шулай ҙа онотмағыҙ: ярҙамым кәрәкһә, ҡулығыҙға ҡылған алығыҙ! - тине Самабай һәм юҡҡа сыҡты.
Читайте нас: