- Һин миңә өйрәтмә, йәме, бәләкәс! Беҙ барыбер үҙебеҙҙе, хатта шул иҫәптән әсәйебеҙҙе лә уйларға тейешбеҙ. Әгәр байлыҡ тапһаҡ, ҡалдырып китәйекме? Әллә бүлешәйекме уның менән? Бәлки, ул үҙе беҙҙе алдаштырып килеп сыҡҡандыр бында? - Салауат та ҡыҙып китте.
- Ә мин улай тип уйламайым. Уның күҙҙәре матур, ҡарашы яҡты ине. Өләсәйем әйтә бит, кешенең күҙендә уның барлыҡ асылы яҙылған була, - тине Айбулат.
- Ә миңә ул үҙе бер йәнһүрәт геройы һымаҡ булды. Анау хикмәтле нәмәләр генә килеп сыҡмаһын, ҡалғаны пүстәк ул! - тине Хансура.
- Ә нимә ул хикмәтле нәмәләр? Шуны һөйләйһең дә һөйләйһең, тик айышына төшөнә алмайым? - тип дуҫының яғына боролдо Салауат.
- Бына мин теләһә ниндәй халыҡтарҙың боронғо тарихы, һымаҡ нәмәләргә ышанмайым, атайым әйтә, тарихты һәр быуат үҙенсә үҙгәртеп яҙа, тип. Ә бына Зәйнулла Рәсүлев кеүек көслө рухиәт илселәренән ҡурҡам! Учалыла бер апай бар, ул кешеләрҙең уйын уҡый, дауалай, Зәйнулла ишан нәҫеленән икән, - Хансура тауышын кәметеп әйтте.
- Ә ниңә һин унан ҡурҡаһың?
- Әлләсе? Үҙең белмәгән, күҙеңә күренмәгән нәмәнән ҡурҡыта ла инде...
- Ағай, ҡарале, анауында бер магазин кеүек нәмә күренә, ашап алырға берәй нәмә юҡмы икән? - Айбулат әйткән яҡҡа боролоп ҡарап, малайҙар, ысынлап та, бер бәләкәй генә сауҙа үҙәген күреп ҡалды.
- Ә нишләп бая күренмәй ине һуң ул? - Салауат аптырауын йәшермәне.
Малайҙар шул яҡҡа табан йүгерҙе. Унда ысынлап та ризыҡтар һатыла икән, нимәләр генә юҡ! Тик малайҙарҙың аҡсаһы самалы. Шул саҡ улар Самабай хаҡында иҫкә төшөрҙө, әммә Салауат уны саҡырыуға ҡырҡа ҡаршы сыҡты.
- Ә нимә алабыҙ һуң? Бында бит икмәк тә бик ҡиммәт тора: берәүһе - мең һум!
Бындай хәлде көтмәгән малайҙар нисек итеп икмәк һатып алыу тураһында уйлай башланы.
- Бәлки, уларға берәй ярҙам кәрәктер? - тине Салауат.
Улар, йүгереп барып, магазинда тауар ташыусы егеттән эш булмаҫмы икән, тип һораны. Булыр, тигәнде аңлатып, ул малайҙарҙы артынан саҡырҙы.
- Бына ошо ҡумталарҙы анау келәткә ташып бөтһәгеҙ, һеҙгә ун һум түләнер! - тине ул.
- Ун һум??? Һин нимә алйотландыңмы әллә? Беҙгә икмәклек тә тәтемәйәсәк бит! - Салауаттың ярһыуының сиге булманы.
- Улайһа ярты икмәк тура килә! - тип йылмайҙы егет.
- Ярты икмәк? Былар беҙҙе тамам иҫәргә һанай, ахырыһы, ул... - Малайҙар аптырашып ҡалды.
- Аҡса - ул бит ҡеүәтле көс! Нишләп әле һеҙгә бында аҡса кәрәк булып китте? - Егет кеше оҙон-оҙаҡ нимәлер аңлатып торманы, йөктәрен күтәрҙе лә сығыу яғына атланы. Быныһы нимә булды инде, тигән кеүек, малайҙар бер-береһенә ҡарашты.
- Улайһа, ярты икмәклек булһа ла ташып алайыҡ, ас йөрөп булмай бит инде! - Салауаттың тәҡдиме булды был. Күмәкләшеп ташығас, ҡумталар тиҙ арала урынына барып та ятты. Эштәре өсөн малайҙарға ярты икмәк килтереп тотторҙолар.
- Был кемгә етә инде? Мин өйҙә бер үҙем бер икмәкте ашап бөтөрәм, - тине Хансура. Һүҙ көрәштереп торорға берәүҙең дә теләге булманы, улар яҡында ғына аҡҡан шишмә янына килеп, икмәкте бүлешеп ашарға тотондо. Тик ни хикмәт: бер ҡабым ғына ҡаптылар, әммә туйғандай булдылар. Үҙенең ғәжәпләнеүен белдермәҫкә тырышҡан Салауат икмәкте тағы ла ҡабам тип ынтылғайны, үҙенә хәл кереүен, бөтөнләй ас түгеллеген аңланы.
- Малайҙар, һеҙ ҙә туйҙығыҙмы ул? - тип һораны Салауат.
Улар был хәлде нимә менән дә аңлатырға белмәне...
- Их, ошо мәлдә теге Самабай килеп сыҡһа, беҙ, моғайын, серҙе сисер инек! - тип әйтеп тә өлгөрмәне Айбулат, бәләкәй буйлы малай пәйҙә булды ла.
- Был нимә ул, Самабай? Беҙҙе алдаштыралармы әллә? - Хансура уға икмәген һондо.
Самабай башта рәхәтләнеп көлдө:
- Их, һеҙ, минең ерҙәш дуҫтарым! Мине бөтөнләй тыңламайһығыҙ икән: әйттем бит һеҙгә, ерҙә һәр нәмәнең үҙ самаһы бар, тип. Бөтә нәмәнең дә һеҙ баһалағанса булмауы ихтимал. Был икмәк ҡояш нурҙарын төшкән иң саф шишмәләр һуғарған баҫыуҙа үҫә, уны яҡты күңелле кешеләр үҫтерә, иң изге күңелле кешеләр бешерә! Һеҙ Бәрәкәт илендә йөрөйһөгөҙ! Бында һәр нәмә бәрәкәтле, ҡотло!
- Ә беҙҙең Башҡортостанды ла бәрәкәтле ил, тиҙәр ул! - тип ҡаршы төштө Айбулат.
- Уныһы шулайҙыр, әйтә алмайым, - тине Самабай, үҙе серле генә йылмайып ҡуйҙы. - Әммә ер кешеләре тәбиғәттән ситләшкән һайын, уларҙан бәрәкәт ҡаса.
- Ә мин, башҡорттар тәбиғәткә бик яҡын халыҡ, тигәнде ишеткәнем бар!
- Шулай-шулай! Тик ҙур Ер шары техноген үҫеш юлын һайлағанда, башҡаларҙан айырылып, тәбиғи шарттарҙа йәшәүе ауыр. Әммә мөмкин! Уның өсөн тамырҙарыңды белеү мөһим. Балҡантау һеҙгә үҙ һорауҙарын бирмәнеме әле? Улайһа, көтөгөҙ! - тине Самабай һәм малайҙарға аҡса күрһәтте. - Бына был аҡсаға тотош ошо магазинды ла, ошо ерҙәрҙе лә һатып алып була!
- Булмаҫ! Был бит һуҡыр өс тин! - тине Хансура. Ундай аҡсалар хәҙер юҡ та?
- Бына күрәһегеҙме һеҙ аҡсаны нисек баһалайһығыҙ? Ә тәңкәләрҙең үҙ баһаһы бар. Борон хатта кешеләр аҡса урынына берәй эш башҡарһам буламы, тип һорағандар, сөнки аҡсалар ошо ерҙең алтынынан, көмөшөнән эшләнгән булған. Аҡса менән бергә ҡот, бәрәкәт китеүе ихтималлығы көслө. Шуға ҡулығыҙға килеп кергән аҡсаны һаҡлай ҙа белергә кәрәк.
- Тимәк, әгәр беҙҙең хеҙмәтебеҙгә улар ун һум түләгән булһа, ул ҙур аҡса иҫәпләнә? - тип һораны Айбулат.
- Эйе, ул ҙур аҡса. Ерҙәге кешеләрҙең ҡулындағы аҡсаның үҙҡиммәте юғалған, шуға ла улар аҡсалары ҡасан килеп кергәнен, ҡасан сығып киткәнен белмәй, - тип аңлатты Самабай.
- Ҡыҙыҡ! Минең бындағы тормошто тағы ла нығыраҡ өйрәнгем килеп китте ул! - Салауаттың күҙҙәрендә осҡон ҡабынғандай итте.
- Минең тиҙерәк ҡайтҡым килә! - Хансураға бындай уңайһыҙлыҡтар оҡшамай ине.