Нимә генә тимә, бәлки, ер аҫты донъяһынан сығыу урыны ошолор, тип өмөт иткәйне улар. Әммә серле аҡлан сағыу балҡыш менән уларҙы сихырлағандай итте. Салауат менән Айбулат унда ағып тигәндәй барып инде, әммә Хансураны ни эшләптер нимәлер туҡтатып тик тора. Күҙгә күренмәгән бер диуар хасил булған кеүек, малай тегеләй барһа ла уға бәрелә, былай барһа ла, туҡтала. Аптырғас, Салауат менән Айбулат уны ике яҡтан етәкләп алып инде. Ниндәйҙер бер сихри көстө еңгән кеүек, малайҙар ҡыуанышып үләнгә тәгәрәште.
Ә аҡландың уртаһында нурланып торған һәйкәлдәр балҡый. Салауат оҙаҡ уйлап торманы, шундуҡ береһенең башына менеп тә китте. Был ни ғәжәп!? Һәйкәл үҙе лә ниндәйҙер йылылыҡ бөркә!
Балалыҡ үҙенекен итә. Әле генә бәхәсләшеп килгәндәрен онотоп, Айбулат менән Хансура сағыу аҡланды айҡай-байҡай сабыша башланы. Һәйкәлдәргә үрмәләне.
Шул саҡ ҡапыл Айбулат ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ағай, һуң былар бит хәрефтәр!
- Эйе! Ана ҡара, һинең ултырғаның ул "Һ" хәрефе бит!
Салауат шунда ғына абайлап ҡалды. Ысынлап та, һәр һәйкәл хәреф һынында эшләнгән дәһә! Малайҙар нимә эшләргә белмәй торғанда, Хансура телгә килде:
- Самабайҙы саҡырырға кәрәк! Ул бит үҙе әйтте, әгәр берәй йомошоғоҙ бул һа, сал ҡылғанды усығыҙға алығыҙ һәм мин килеп етермен, тине.
- Эйе шул! - Салауат хәреф өҫтөнән төшә һалып, аҡланда ҡылған эҙләй башланы. Уға алыҫ китергә тура килмәне, малай шундуҡ ҡылғанды ҡулына алды һәм Самабайҙы саҡырҙы. Ә ул, әйтерһең, бына шуны ғына көтөп торған, йылмая-көлә хәрефтәр араһынан килеп тә сыҡты:
- Нимә? Аптырап ҡалдығыҙмы тағы ла? Бында һеҙ түгел, мин аптырарға тейеш. Танымайһығыҙмы әллә дуҫтарығыҙҙы?
- Таныуын таныйбыҙ ҙа ул, тик ниңә улар бында туғыҙ ғына?
- Ә мин уныһын да аңланым шикелле, - тине Айбулат. - Былар саф башҡорт хәрефтәре!
- Берәү таныған, имеш, танығас, ниңә башта уҡ әйтмәнең? - Салауат Айбулаттың белдекле булыуын оҡшатып етмәне йәнә лә.
- Шауламағыҙ! Хәҙер барын аңлатам. Һеҙ әле мөғжизәле баҡсала йөрөп ятаһығыҙ, малайҙар! Унда теләһә кем инә алмай! - Самабай һүҙен дауам итте.
- Ә кемдәр генә инә ала һуң? Мине улар тотҡарланы, әйткәндәй. - Хансура үҙенең инә алмай тороуын иҫенә төшөрөп, был һорауҙы бирмәй түҙмәне.
- Һеҙгә бында, моғайын, бик йылы, рәхәттер, шулаймы?
- Эйе!!! - тине малайҙар бер тауыштан.
- Бының сәбәбе, - тип дауам итте Самабай, - Һеҙ - туған телегеҙҙең йөрәгенә килеп индегеҙ! Туған телегеҙ шуға ла һеҙгә рәхмәтен әйтеп, яҡты нурҙарына ҡойондора. Киләсәктә ул һеҙгә шундай мөмкинлектәр асыр, һеҙ быны бөгөн хатта үҙегеҙҙең күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ!
- Мин күҙ алдыма килтерәм ул: әсәй әйтә, туған телен белмәгән кешеләрҙең Йыһан менән бәйләнеше өҙөлә һәм улар төрлө яман сирҙәргә дусар була тип! - Айбулат әсәһен маҡтап телгә алырға теләне, күрәһең.
- Ҡалай Һинең әсәйең дөрөҫ әйткән, Айбулат! Тимәк, ул бик шәп ғалимә! Бик күптәр үҙҙәренең ошо Йыһандағы бер өлөшсә, шул уҡ ваҡытта ата- бабалары тамырын дауам итеүсе икәнен аңлап та етмәй шул. Әгәр кеше үҙен тәбиғәттән айырым итеп хис итә башлай икән, уға Юғарынан көс килеүе туҡтай, кеше ҡояшһыҙ ҡалған гөл кеүек һулый. - Самабайҙы Салауат бүлдерҙе:
- Бөгөн ундайҙар күп тә инде?!.
Үкенескә ҡаршы, Ер өҫтөндә йәшәйеш икенсе төрлө шул. Кешеләр тәбиғәткә Ер-әсә тип ҡарамай, ә унан ситләшә. Һөҙөмтәлә, Ер йөҙөндә төрлө һәләкәттәр булып тора. Асылыкүлдең төбөндә булдығыҙмы әле?
- Минең булғым да килмәй! Бөтөнләй һыу яратмайым, әсәйем миңә һыу инергә лә ҡушмай, - тине Хансура.
- Эй, башты ҡатырҙы инде ошо! Ҡайҙан ғына эйәртеп алдым? - Салауат дуҫының даими рәүештә мыжып тороуына тағы ла баҫым яһаны...
- Сеү! Сеү! Малайҙар, һеҙ хәҙер бер атҡа - маҡсатҡа егелгән, шуға ла ҡарағыҙ уны: бары дуҫ булһағыҙ ғына тауҙың сере асылыр!
- Анауында, бейеккә ҡарағыҙ әле! Күрәһегеҙме кеше һындарын?! Улар туған телдәренә булған һөйөүҙәре менән ҙур эштәр атҡарған, олуғ маҡсаттарға ирешкәндәрҙең рухы.
- Улар барыһы ла үлгәнме ни? - тип һораны Айбулат.
- Юҡ, төрлөләре бар, әйтәйек, һеҙ ҙә шундай көслө шәхестәрҙең береһе була алаһығыҙ! Бында "Башҡорт хәрефтәре баҡсаһы” күгендә фанилыҡтан киткәндәрҙең рухы сағыла, тип аңлатты Самабай.
- Ә минең тел белгесе булғым килмәй! - Салауаттың яуабы ҡәтғи булды.
- Ә телде ололау өсөн мотлаҡ тел белгесе, уҡытыусы, ғалим булыу мөһим түгел!
- Бына бит һеҙ туған телегеҙҙә матур итеп һөйләшәһегеҙ, ул да телде ололауға, уны хөрмәт итеүгә тиң!
- Ә ниңә баҡса мине индермәй торҙо икән, Самабай? - Хансура үҙен борсоған һорауҙы тағы ҡабатланы.
- Әллә инде, - тип йылмайҙы Самабай. - Үҙең ни уйлайһың һуң?
- Белмәйемсе? Бәлки, минең атайым ҡала егете булғанға был хәрефтәр мине танымайҙыр? Ул бит йүнләп башҡортса һөйләшә лә белмәй, әсәйем Учалынан алып килгән бер иҫке китапта ата-әсәләренең ҡылыҡтары баланың йәшәйешенә йоғонто яһай, тип яҙылғайны. Атайым һөйләшә белмәгәс, улар мине лә танымағандыр, может? - Хансура яурындарын һелкетте.
- Ә һин ниңә гелән һөйләшкәндә рус һүҙҙәре ҡыҫтыраһың ул, ә? - Салауат ҡапыл тоҡанып киткәндәй итте.
- Һөйләшһә ни! Мин бит һине ниңә дәрестән ҡасаһың, тип ҡаңғыртмайым. - Хансура менән Салауат йәнә эләгешеп китте. Шул саҡ Айбулат уларҙың иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтте:
- Ағай, ҡара әле, Хансураның да, һинең дә башыңдан әллә ниндәй нурҙар күтәрелә ул! Минекендә бармы? - Малайҙар көрмәкләшеүҙән туҡтап, бер-береһенә ҡарашты. Ысынлап та, уларҙың башынан тулҡын-тулҡын булып нурҙар урғыла ине. Әлбиттә, был күренеште лә улар башта аңламайыраҡ торҙо, әммә Самабай ниҙер әйткәнсе, Айбулат һөйләп ҡалырға тырышты:
- Былар бит Самабай баяғы әйткән беҙҙе тоташтырып тороусы нурҙар!!!
Әлбиттә, һәр кемгә үҙенекен байҡау мөмкин дә түгел ине, әммә башҡаларҙың Йыһан менән бәйләнешен малайҙар ап-асыҡ күрҙе. Нурҙар, әйтерһең, әллә ҡайҙан Күк төпкөлөнән килеп, малайҙар аша үтеп, ер аҫтына юллана. Байтаҡ ваҡыт улар ҡыҙыҡһынып, бер-береһенең нурланып торған баштарын күҙәтте.
- Ғәжәп, берәйһе төшөмдә күрҙем, тип һөйләһә лә ышанмаҫ инем. Ана бит ул нисек икән Йыһан менән бәйләнеш!!! - Салауат был һүҙҙәрҙе әйткәндә үҙендә хатта ниндәйҙер, әлегә тиклем тойолмаған көс артыуын тойҙо. Шул саҡ малайҙарҙың икеһе Хансураның башына килеп етеп, әйтерһең, уға инә алмай ыҙаланған "ҡунаҡ" һымаҡ, нурҙарҙың кире ҡаҡлығыуын күреп ҡалды. Был юлы улар аптырашманы. Барыһы ла көн кеүек асыҡ ине: әгәр биологик зат булараҡ Кеше Күк, Ер менән бәйләнешен юғалтырға теләмәһә, һәр саҡ туған телендә таҙа итеп һөйләшергә тейеш. Самабайға яңы дуҫтарына бер ни ҙә аңлатырға кәрәкмәне.
Хансура, әйтерһең, электр сымына эләккән кеше һымаҡ, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа борғолана, үрһәләнә башланы, ул үҙе менән ни булғанын белмәне.
- Ярай әле дуҫығыҙ башҡорт телен белә, әгәр ул уны бөтөнләй белмәһә, ошо тау эсендә тороп ҡалыр ине!
Салауат менән Айбулаттың иҫе китте. Улар быны көтмәгәйне.
- Эйе, егеттәр, һеҙ ваҡытлыса Хансураны ошонда ҡалдырып торорға тейешһегеҙ! Һеҙ тау ҡуйынынан сығыу юлын тапҡансы, ул туған телендә таҙа итеп һөйләшергә өйрәнә торасаҡ!
Малайҙар дуҫтарын ҡотҡарырға ташланды, әммә ул күҙгә күренмәгән быяла ҡоршау менән уратылғайны инде. Салауат унда әллә күпме шаҡып та, тибеп тә ҡараны, әммә Хансура уларҙы ишетмәне. Айбулат ҡурҡышынан илап ебәрҙе.
- Хансура! Хансура! Ишетәһеңме беҙҙе?
- Нисек инде улай? Беҙ улай тип килешмәнек һинең менән, Самабай?! - Салауат бик ныҡ ҡыҙып китте. - Беҙ унһыҙ бер ҡайҙа ла, бер аҙым да атламайбыҙ! Йәнә лә ниңә әле беҙ һиңә һәр саҡ ышанырға тейеш?
- Ышанмағыҙ һуң! Әммә ошо килеш уны тауҙан алып сыҡҡан хәлдә лә, ул ауырыу булып ҡаласаҡ!
- Ауырыу? Ә ниңә? Ул бит сирле малай түгел! - Айбулат та бик ныҡ ҡыҙғанды Хансураны.
- Ул яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, һеҙҙең саҡырыу буйынсамы, белмәйем, әммә "Башҡорт хәрефтәре баҡсаһы"на килеп эләкте. Кем белә, был, бәлки, уның бәхетелер?! Әгәр ошонда ул башҡорт теленә башҡа тел һүҙҙәрен ҡушмай һөйләшергә өйрәнә икән, тау уға мәрхәмәтен күрһәтер! Ул бик ҙур табип булыр киләсәктә! - тине, Самабай.
- Һин күрәҙәселәме ни әле? Ҡарале уны, беҙ уға ышанып, бөтә эсебеҙҙе бушатабыҙ, ә ул беҙҙе тауға бикләп, беҙҙән теге кемде әле, Айбулат, онотам да ҡуям шуны? Һуң кемде тим мин һиңә? Ана шул табипты эшләргә уйлай, имеш, - Салауат тау ҡуйынында белем алған боронғо ғалимды иҫенә төшөрә алманы.
- Әбүғәлисинаны әйтәһеңме ни, ағай?
- Һин юҡҡа ярһыма, Салауат, ярһыу - егет кешегә килешкән эш түгел! Әлегә тиклем минең һеҙгә зыяным теймәне, әгәр сабырлыҡ менән тау ғәмәлдәрен атҡарһағыҙ, һеҙ бит ҙур моратҡа ирешәсәкһегеҙ! - Самабай малайҙарҙы тынысландырырға тырышты.
- Улайһа, беҙгә ни эшләргә һуң, Самабай?! - Айбулат үҙен ике уртала ҡалған кеүек хис итте.
- Ә һеҙ баҡсаның башҡа урындарын да ҡарай тороғоҙ! Унда Мәңгелек ағасы бар! - тип кәңәш итте үлән буйлыҡ йән эйәһе.
- Ҡара уны, әгәр беҙҙе дуҫтарын ташлап китәләр икән, тип уйлап бер-беребеҙҙән айырып, башыбыҙҙы ашарға теләйһегеҙ икән, мин нимә эшләргә белермен! Әлегә әйтмәй торам, - тине Салауат.
Малайҙар Хансураның ҡулына китап алып, нимәлер уҡый башлауына ғәжәпһенеп ҡарап торҙо ла, баҡсаның икенсе башында ултырған ҙур мөһабәт ағас янына юлланды, сөнки артабан бында ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ ине. Юлда улар тәрән упҡын ситенән үтте. Шул саҡ уларҙы бер тотам ҡалдырмаған Самабай былай тине:
- Ана, тегендә упҡын төбөндә ятҡан кешеләрҙе күрәһегеҙме?
- Эйе! - тинеләр бер тауыштан.
- Улар тап телде белмәүҙәре арҡаһында яман сиргә дусар булыусылар.
- Бына шулай, хөрмәтле Тау ҡунаҡтары! Телде кешеләр аралашыу ҡоралы ғына тип уйлай, улай түгел шул. Телдең иң төп бурысы - ул кешеләрҙең рухи сәләмәтлеген һаҡлау! Туған телендәге һүҙҙәрҙең, өндәрҙең моңо етмәү сәбәпле, кешеләргә кәрәкле Йыһан көсө, тамырҙары рухы, ҡото килеп етмәй. Шунан уларҙың әле теге, әле был ерҙәре сырхай башлай. Хатта туған телендәге бер генә өн дә әллә нисәмә сирҙән дауа була ала. Яҙмышты һынарға ярамай, ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған телде үҙегеҙҙе яратҡан, һаҡлаған кеүек яратырға, һаҡларға кәрәк!
- Бына нисек икән? Мин был хаҡта Интернеттан бер мәҡәлә уҡығайным ул. Әйткәндәй, тап туған телдәрҙе өйрәнеү - ул Киләсәктең рухи сәләмәтлеге, тигән Америка ғалимы, - тип өҫтәп ҡуйҙы Айбулат.
- Шул инде, иң шәп Рәсәй ғалимдары Америкала көс түгә, быны барыһы ла белә, - тине Салауат. - Тик миңә әле шуныһы аңлашылмай: ниңә уларҙың ауырыу йәндәре хәҙер бында ла ыҙа сигә?
- Улар әле таҙарыныу этабын үтә, шунан һуң "Башҡорт хәрефтәре баҡсаһы"на килеп, телде өйрәнәсәктәр! Телде белмәү был Тауҙа иң ҙур гонаһтарҙың береһе һанала.
- Хансура рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып ҡына һөйләй ул, шуға күрә, моғайын, уға телде өйрәнеү ауыр бирелмәҫ, эйе бит, ағай!? - Айбулат артына боролоп ҡараны. Унда йыраҡта быяла бина һымаҡ баҡсала Хансура, китаптарға ҡапланып, нимәлер уҡый ине. Тик янында бер кеше лә хасил булған.
- Уныһы кем тағы? Ағай, Хансура янына кемдер ингән?! - Айбулат ағаһына өндәште.
Салауат һорау ҡатыш аптыраған ҡараштарын Самабайға төбәне.
- Борсолмағыҙ, дуҫығыҙға мәшһүр ғалим Әбүғәлим дәрестәр бирә! Күрерһегеҙ, ул бик матур итеп туған телендә һөйләшергә өйрәнер!
Малайҙар яҙмыштарына күнгән ҡиәфәттә, тирә-яҡтарына ҡарана-ҡарана, әллә ҡайҙан күренеп торған ҙур ағасҡа табан атланы.