Мәңгелек ағасы, тип уны юҡҡа атамағандар! Ул, моғайын, бында донъя яралғандан бирле торалыр! Шулай булмаһа, был тиклем ағасҡа үҫергә нисәмә йыл кәрәк булыр ине!!!???
- Был ағасты башҡорт телендә һөйләшкән тәүге ир-егет ултыртҡан, тиҙәр. Бына, күрәһегеҙме, телегеҙҙең ниндәй боронғо һәм сал икәнлеген? - тине Самабай. - Уның тамырҙары бик тәрәнгә барып тоташа. Шуға күрә лә башҡорт теле донъялағы иң боронғо телдәрҙең береһе һанала.
- Ә был ағасты урап сығырға нисә көн кәрәк? - тип һораны Салауат.
- Нисә көн кәрәк? - Самабай көлөп ебәрҙе. - Әллә урап сығырға уйлайһығыҙмы? Юҡ, бына быныһы булмаҫ, дуҫтарым, һеҙ ағасты урап сыҡҡансы, ҡарт бабайға әүерелеүегеҙ ихтимал. Хатта меңдән бер өлөш юлды үткән хәлдә лә, ҡарт бабай булырһығыҙ! Иң мөһиме - телегеҙҙең ағасы тере! Һеҙ уны үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ - был бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет!
- Ә ниңә ҡойолған япраҡтары ла күп кенә ул? - тип һораны Салауат.
- Моғайын, телдә онотолған һүҙҙәр барҙыр? - тине Айбулат.
- Эйе, тап шулай. Туған телегеҙҙең онотолған һүҙҙәре, ҡарағыҙ әле, бихисап бит! Уларҙы тергеҙергә кәрәк, ул һүҙҙәр был телдең Мәңгелек ағасын тағы ла йәшәртеп ебәрер!
- Ә нишләп ағас “тел ағасы” тип аталмай ул, Самабай? Ул бит "Башҡорт хәрефтәре баҡсаһы"нда? - тип ҡыҙыҡһынды Айбулат.
- Бик аҡыллы малайҙар икән һеҙ. Айбулат, дөрөҫ һорау бирәһең. Кешеләр башта һөйләшә лә белмәгән, әммә донъяның иң ғәжәп, һоҡландырғыс күренеше тел барлыҡҡа килгәс, аң, зиһен, рух, күңел үҫешенә иң ҙур тәьҫир итеүсе көс - ул тел һанала. Шуға күрә Кешелектең мәңгелек ғүмере лә тап телгә бәйле. Тел йәшәй икән, халыҡ та, милләт тә, кеше лә йәшәй. Тел - ул Мәңгелек ағасы.
- Ә туған телен бөтөнләй белмәһә лә бер ҙә сырхамаған кешеләр бар! Быны нисек аңлатаһың, Самабай? - тип һорап ҡуйҙы Айбулат.
- һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Мин бит шундуҡ сиргә һабышырға тейештәр, тимәнем. Бына, ҡарағыҙ әле, Мәңгелек ағасына! Уның тамырҙары бик төрәндә, шул уҡ ваҡытта осондағы япраҡтарын да беҙ күрә алмайбыҙ. Ана шуньң кеүек, телен онотҡан кеше үҙен рухи ағасының тамырҙарынан, йәки ата-бабалары рухынан көс алыуҙан мәхрүм итә. Иртәме-һуңмы был күренеш кире һөҙөтмә бирә, үкенескә ҡаршы. Тарихи китаптар уҡырға, олатай-өләсәйҙәр һөйләгәненә ҡолаҡ һалырға ғына кәрәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Бөгөн һис уйламағанда, һис көтмәгәндә бәндәләр төрлө яман сирҙәргә дусар була, төрлө һәләкәттәргә тарый, уларҙың күпселегенең сәбәбе - тамырҙарға тоғролоҡто һаҡламауҙан килә. Японияла, Ҡытайҙа сирлеләр аҙ икәнен беләһегеҙме?
- Эйе, был хаҡта Интернеттан уҡыған бар! - Салауат шулай тине.
- Интернетта мәғлүмәт бик күп һәм төрлө бит, уларҙың һәр береһенә ышанып бөтөп тә булмай, - тип ҡаршы төштө Айбулат.
- Әйткәндәй, һеҙ Тауҙың Интернет залында булманығыҙ бит әле ул, эйе бит?
- Юҡ!!! Уныһы нимә тағы? - Айбулат аптырап китте.
- Һин әле Асылыкүлдең төбөн һөйләйһең, әле Интернет залы хаҡында, ә үҙең дуҫыбыҙҙы ҡотҡарып, бынан тиҙерәк сығыу юлын күрһәтергә ашыҡмайһың?! - тине Салауат, Самабайға ризаһыҙлығын белдереп.
- Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тип әйттем бит, дуҫтарым! Көтөгөҙ, сабыр итегеҙ! Тимәк, һеҙҙең мажаралар башлана ғына әле!
- Нимә? Башлана ғына??? Нисек инде, беҙ бында мажара эҙләп килмәнек... - Салауат йәнә әреплешергә уйланы.
- Мажара эҙләп килмәнек, тип әйтәме берәү? Ай-һай, Салауат, һинең бит күҙҙәреңә яҙылған дәртле, дарманлы булыуың! Кем кем, әммә һин мажараларҙан баш тартмаҫ инең, тип уйлайым һиңә ҡарап! - Самабай көлөп ебәрҙе.
Бер уйлаһаң, ысынлап та, Салауат тап үҙе ошонда ынтылды, ылыҡты, туғанын, дуҫын әйҙәне бит.
- Самабай, ағайым ғына түгел сәбәпсе беҙҙең бында булыуҙың, мин дә уға тауға алып бар, тип бик ялындым! - Айбулат уңайһыҙланып ҡына башын эйҙе...
- Йә, ярай, ҡунаҡтар, һеҙ Мәңгелек ағасы менән аралаша тороғоҙ, ә дуҫығыҙ янына барырға мөмкин булғанлығын һеҙгә хәбәр итерҙәр, моғайын. Ә әлегә хушығыҙ! - Самабай, нисек хасил булһа, йәнә шулай уҡ юҡҡа сыҡты.
Малайҙар Мәңгелек ағасы тирәләй һөйләшә - серләшә уны өйрәнде.
- Ағай, беләһеңме, минең башҡа ниндәй уй килде?
- Ниндәй? Ошо ағастың орлоғон алып, үҙебеҙҙең баҡсала сәсергә, тип уйламағанһыңдыр ул?
- Уны ла эшләргә була инде. Әммә мин "Башҡорт хәрефтәре баҡса"һын күргәндән һуң, ошондай уҡ баҡсаны үҙебеҙҙең баш ҡалала булдырыу хаҡында хыяллана башланым әле!!! - Айбулаттың күҙҙәре янып китте быны әйткәндә.
- Шәп идея ла ул, туғаным!
- Һәр хәлдә Өфөлә ундай баҡса эшләп булмаһа ла, беҙҙең гимназияла музей эшләргә була инде, эйе бит?!
- Теләһәң, һәр башҡорт ҡалаһында, хәрефтәребеҙҙе данлап, һәйкәл ҡуйырға мөмкин! Тик, Айбулат, үлгәндәргә генә ҡуялар түгелме һуң һәйкәлдәрҙе?!
- Юҡ, үлгәндәргә генә түгел, һәйкәл бит ул мәңгеләштереү, данлау тигән һүҙ, шуға күрә, мәҫәлән, Өфөлә башҡорт хәрефтәренән торған ҙур бер баҡса булһа, унда уйын ҡаласығы ла урынлаштырырға була. Балаларҙы, йәғни беҙҙе ылыҡтырыр өсөн, - тине лә Айбулат, үҙе йылмайып ебәрҙе.
- Балаларҙы, беҙҙе, тиһең инде?! - Малайҙар Тау эсендә тәүге тапҡыр ихластан көлөп ебәрҙе. Уларҙың гөрләшеүен кемдеңдер тамаҡ ҡырыуы бүлде:
- Баянан бирле өндәшәм, илтифат итмәй тораһығыҙ! - Хансураны күргәс, малайҙар уға ташланды.
- Хансура!!! - Улар, әйтерһең, әллә нисәмә йыл күрешмәгән кешеләр һымаҡ, ҡосаҡлашып иҫәнләште.
- Көтмәгәйнегеҙме әллә? Оҙаҡ булдым шул мин "Башҡорт теле” мәктәбендә. Биш йыл уҡыттылар ҙа ҡуйҙылар бит! - Хансура үҙгәреп киткән кеүек тойолдо уларға.
- Биш йыл? Шаяраһыңмы әллә, Хансура?
- Юҡ, һис тә шаярмайым. Мин унда теүәл биш йыл уҡыным.
- Улай булғас, беҙ биш йыл буйы ашамай торҙоҡмо ни? - тип аптыраны Айбулат.
- Белмәйем, мине унда ашаттылар ул?!
- Хәйер, нимәһенә аптырарға инде, бында ваҡыт үлсәме башҡалыр ул, - Салауат ғәжәпләнһә лә, Тау ҡуйынындағы тормошҡа өйрәнә башлауын күрһәтте.
- Һин беҙгә өндәшкәндә әллә ниндәй һүҙ әйттең ул? Мин шуны аңламаным, - тип һораны Айбулат.
- Әллә тағы? Ә нимә тинем һуң әле ул мин? - Хансура иҫенә төшөрөргә тырышты. - Әәәәә, илтифат итмәй тораһығыҙ, тинем!
- Ә ул нимә тигән һүҙ тағы? Ишеткәнем бар, әммә мәғәнәһен төшөнөп бөтмәйем!
- Иғтибар итмәй тораһығыҙ, тигән мәғәнәлә ул. Илтифат - ул ихтирам, иғтибар күрһәтеү, тигән һүҙ. Мине һәр башҡорт һүҙенең мәғәнәһен аңларға өйрәттеләр. Ә һүҙҙәрҙең күплеге!!! Оооо! Беҙҙең телгә әллә күпмеләре йоҡмай йәшәй икән, улай тип әйтеп булһа әле. Файҙаланылмағас, ул бит үлгән, тигән һүҙ, шуға күрә мөмкин тиклем телебеҙҙәге һүҙҙәрҙең файҙаланылышын киңәйтергә кәрәк! - Хансура, ярһып- ярһып, күргән-белгәндәрен дуҫтарына еткерергә ашыҡты. - Ә беләһегеҙме, мине хатта һеҙҙән һорау алмайынса тороп, унан сығармайбыҙ, тигәйнеләр әле.
- Ниндәй һорау алыу тағы? Аптыратаһың һин беҙҙе, - Салауат Хансураға ҡыҙыҡһынып баҡты.
- Башҡорт теле хәрефтәренә башланған етешәр һүҙ әйтергә кәрәк, тиҙәр, ә мин был эште һеҙҙең тиҙ атҡарып сыға аласағығыҙҙы беләм бит инде, шуға тоттом да үҙем әйтеп ҡарайым тинем. Мәҫәлән: "Ә" хәрефе! Әсәй, әтәс, әрем, әрәмә, әлморон, әрһеҙ, әрәм. Етәү булды шикелле, эйе бит!
- Ҡалай һине бик еңел уҡытҡандар ул, ә! Ундай мәктәптә мин дә биш йылды тиҙ уҡып сығыр инем ул, экстернат менән генә! - Салауат көлөп ебәрҙе.
- Ә "Ҫ" хәрефенә ете һүҙҙе ҡайҙан таптың? - тип һораны Айбулат.
- Вәт һорауҙы бирҙең, исмаһам! Ни арала уйлап таптың уны? - Хансура аптырап ҡалды.
- Ә мин был хаҡта гелән уйланғаным бар. Шунан "Ҫ" хәрефенә берәй һүҙ ишеткең килһә, Дәүләкәнгә ҡайт, тип көлдөрә Гөлнур өләсәйем.
- Эйе, уныһы шулай. Баҡтиһәң, "Ҫ" хәрефе бик боронғо телдәрҙә генә һаҡланған икән. Шуға ла ул һүҙ башында булған һүҙҙәр һаҡланмаған, әммә бар. Беҙгә уларҙы табырға кәрәк!
- Нимәһен эҙләйһең инде уның, хәҙер өләсәйем янына ҡайтып етһәк, бөтә һүҙҙәр ҙә "Ҫ" хәрефенән башланасаҡ! Ишеткәнең юҡмы ни ошо таҡмаҡты: ҫыу буйына ҫуған сәстем, ҫеңлем сығып, ҫыуҙар ҫип! - Салауат түҙмәне, үҙе лә көлөп ебәрҙе.
- Улай икән дә, әйтәм миңә ул һүҙҙәрҙе телдең диалектынан эҙләргә ҡуштылар ул! Ә шулай ҙа, малайҙар, беләһегеҙме, "Ҫ" һәм "Ң" хәрефтәре бик ҙур көскә эйә икән, уларҙы әйткәндә, кешенең бөтә эске органдары таҙара, тип аңлатты миңә уҡытыусым.
- Ә мин "Ө" хәрефенә ете һүҙ әйтеп ҡарағым килә! - тине Айбулат һәм башланы ла: - Өрөк, өмөт, өс, өҫ, өрлөк, өлгө, өрәк!
- Һуңғыһын әйтмәһәң дә була ине! - Салауат яҡ-яғына ҡаранып алды. - Улайһа мин дә "Ҡ" хәрефенә һүҙҙәр барлайым әле:
- Ҡурсаҡ, ҡурҡаҡ, ҡабаҡ, ҡаҙаҡ, ҡараҡ, ҡырпаҡ, ҡара..."Ҡ"-ға һүҙҙәр бик күп икән дә, бик еңел табылды.
- Малайҙар, алға ҡарағыҙ әле, унда бит компьютерҙар бар түгелме? - Хансура, атлап барышлай бейек тауҙарға беркетелгән мониторҙарҙы күреп ҡалып, дуҫтарына ымланы.
- Бына һиңә мә!!! Беҙҙең ноутбук та шунда түгелме икән, ағай?!
- Бәлки... Кем белә, бәлки, был тауҙар аша әсәй, атай, өләсәйем менән бәйләнешкә сығып булыр?
Малайҙар асыҡ торған ҙур мониторҙарға ҡапланды...