-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Апрель 2020, 20:06

Балҡантау эйәһе (повесть)

(дауамы)Донъялағы иң шәп компьютерМалайҙарҙың ҡыуанысының сиге булманы. Ҡарале һин уны, тау аҫты донъяһы тигән булалар, ә компьютерҙар бында ла бар икән дә­һә!

Уттары әллә ҡайҙан балҡып күренгән заман машиналары һәр береһенең күңелендә ниндәй­ҙер өмөт тә уятты, шул уҡ ваҡытта мәктәптән һуң, йәки дәрестән ҡасып уйнарға яратҡан уйындары менән осрашыуҙан шатлыҡ тойғоһон да тергеҙҙе.
- Ағай, ҡарале, бында бит мониторҙар иҫ кит­кес ҡеүәтле! Бөтә нәмә лә ап-асыҡ күренә, әй­терһең, Интернет селтәре лә түгел, ә тәҙрә һымаҡ! - Айбулаттың ғәжәпләнеүенең сиге бул­маны.
- Эйе шул! Әйҙә, бер туйғансы уйнап алайыҡ әле, ялҡытып та китте юл эҙләп йөрөп. - Салауат иң беренсе компьютерға барып ултырҙы.
- Һеҙ артыҡ ныҡ мауығып китмәгеҙ инде. Салауат, һин бит анау футболды уйнай башла­һаң, донъяңды онотаһың! - Хансура дуҫтарының Интернетҡа битараф түгеллеген яҡшы белә, шуға күрә уларҙың артыҡ ҡыуаныуынан хатта хәүефләнеп тә китте.
Ысынлап, та Интернет залындағы машиналар бик үҙенсәлекле булып сыҡты, улар уйын ар­тынан уйын тәҡдим итте, яңынан яңы мәрәйҙәр, бүләктәр бирҙе. Хансура күҙ ҡыры менән генә Айбулаттың тәҙрәһенә күҙ һалды. Ҡараһа, кесе туған әллә ниндәй программалар йыйып, тау аҫтынан сығыу юлын эҙләй!
- Һин нимә эшләйһең ул, Айбулат?
- Мин хәҙер һеҙҙең икегеҙҙе лә таң ҡалдыра­саҡмын.
- Нисек итеп?
- Нисек? Нисек? Хәҙер бына ошо машина беҙҙе үҙе үк Гөлнур өләсәйемдең өйөнә илтеп ҡуясаҡ!
- Һин нимә, Айбулат? Был бит компьютер! Салауат, ҡарале, Айбулат унда әллә ниҙәр эш­ләй! - Хансура ниҙер һиҙенде.
- Нимә эшләһен ул ботаник?! Берәй формула уйлап тапҡандыр! Әллә әсәйҙең кредитын ҡап­ларлыҡ аҡса эшләүсе машина таптыңмы, бәлә­кәс? - тип һораны Салауат һәм туғанына әй­ләнеп ҡарап, уны таныманы.
Малайҙарҙың күҙ алдында Айбулат ҡарт бабайға, һаҡаллы кешегә әйләнде.
- Әй, һиңә нимә булды??? Һин нимә эшләнең, Айбулат? - Салауат ҡустыһын мониторҙан тартып алырға тырышып ҡараны, әммә ул унда тамыр йәйгән кеүек ҡатып ҡалғайны һәм бөтөн­ләй аңлайышһыҙ телдә ниҙер һөйләнде.
- Был ни хәл? Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? - Хансураны ҡурҡыу солғап алды.
- Әйҙә икәүләп тартып ҡарайыҡ! Әллә ҡайҙан килеп индек бит ошонда! - Салауат ҡустыһын төрлөсә тартҡылап та ҡараны, әммә ул бер нәмә лә өндәшмәне һәм улар яғына әйләнеп тә ҡараманы. Киреһенсә, арбалған әҙәм кеүек, экранға нығыраҡ ҡапланды, ниндәйҙер аңлайышһыҙ телдә һүҙҙәр ысҡындырғыланы, шашып көлдө.
Малайҙар ергә ултырҙы. Улар хәлдең бындай боролош алырын көтмәгәйне. Нимә эшләргә?
- Ул, әйтерһең, бер вирус эләктергән ком­пьютер һымаҡ, - тине Хансура.
- Ниндәй вирус, ти? Өйҙә лә шулай бит ул: өй эшенә берәй тема бирһәләр, шуны компьютер­ҙан ҡарай ҙа аҙаҡ сисеү юлдарын үҙе эҙләй башлай. Баш ҡатырғыс әҙәм! - Салауаттың яр­һыуының сиге булманы. Ул тәрән уйға батты, йоҙроғо менән ерҙе төйөп алды. Шул саҡ ҡапыл кемдеңдер:
- Ул тиклем ныҡ һуҡма, ауырта ла инде, - тигән тауышы ҡолағына салынды. Малайҙар бер-береһенә ҡарашты. Ҡолаҡҡа салынғандыр, күрәһең, тип, яңынан әңгәмәләшеп киттеләр.
- Бала-саға! Бына хәҙер уның арҡаһында ҡайта алмай ултыр инде! Мин инде сығыр юлды табырбыҙ, тип уйлағайным! - Салауат йәнә ергә йоҙроҡлап бәреп алды. Баяғы тауыш йәнә ҡа­батланды.
- Кем һуң был? - Хансура ҡарашын ергә төбә­не. Унда үлән араһында бер малай ята, имеш!
- Һин кем? - тине үҫмерҙәр бер тауыштан.
- Мин? - Ергә һылашып тигәндәй ятҡан ере­нән тороп баҫты, - Мин Ербатыр булам.
- Ә һин бында нимә эшләйһең? - Салауат мыҡты кәүҙәле тиҫтерен күреп, уны баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.
- Мин үҙ еремдә, ә бына һеҙ нимә эшләп йө­рөйһөгөҙ бында? - Малайҙар ни әйтергә лә бел­мәне.
- Беҙ ни бында... Аҙашып килеп сыҡтыҡ! - тине Салауат.
- Аҙашып??? Юҡ, инде, егеттәр, һеҙ мине ал­дай алмаҫһығыҙ! Тау эсенә нисек аҙашып килеп инеп була ул? - Малай ҙа үҙен ҡыйыу тотто.
- Була. Беҙ башта бында инербеҙ тип уйла­мағайныҡ. Атлай торғас, тауға менге килеп кит­те... Шунан тау эсенә инге килде... Шунан... Бы­на беҙ бында... Аҙаштыҡ... - Хансура башын эйеп үк ебәрҙе.
- Нимә? Әллә беҙ һиңә оҡшамайбыҙмы? - Салауат сер бирмәҫкә тырышты.
- Оҡшамайбыҙмы әллә, тиһең. Бәлки, оҡша­майһығыҙҙыр! Ә ниңә әле миңә баштары әй­ләнгән кешеләр оҡшарға тейеш? - Ербатыр үҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ тотто.
- Һиңә оҡшамайбыҙ, тип кенә беҙ бынан сы­ғып китә алмайбыҙ шул! Етмәһә, хәҙер ҡустым да бында... - Салауат Айбулат яғына күҙ һалды. Ул хәҙер бөтөнләй йөҙ йәшлек ҡарт һымаҡ ине.
- Айбулат! Иҫһеҙ!!! Нимә эшләнең һин? - Малай ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Нимә эшләйһең, тиһеңме? Һуң, һеҙҙең кеүек Интернет арҡаһында хәтерен, аҡылын юйғандарҙың аңын, зиһенен бында көн дә килтереп түгәләр ул, - тине Ербатыр.
- Нимә? Аҡылын юйғандар? - Малайҙар был һүҙҙе ишетеп, аптырап китте.
- Эйе! Һеҙ ҙә шул Интернет менән мауығып, кешелек сифатын юғалтҡан малайҙар түгелме ни? Мин һеҙҙең ҡыланыштарығыҙға ҡарап, шундайҙарҙың бер төркөмө икән, тип уйлап торам.
- Туҡтале, дуҫҡай! Һин беҙгә әйт әле: беҙ ҡай­ҙа? - Салауат йәнә яҡ-яғына ҡаранды.
- Һеҙме? Һеҙ аң-зиһен сүплегендә! Ә миңә ошо Ҡаяның хужаһы, бәлки, уларҙан яңынан кеше яһап булыр, тип, ерҙә тәгәрәтеп уйнарға, ер эштәрен өйрәтергә ҡуша.
- Сүплектә? - Хансура Салауатттың еңенән тартып, Айбулат яғына ымланы. Ҡустыһы унда бөтөнләй сүгеп ҡалған бер бабайға әйләнгәйне, ә үҙе һаман Интернетта нимәлер соҡой, эҙләй.
- Тороп тор, һинең исемен кем? Мин Салауат булам. Был минең дуҫым - Хансура. Ана теге компьютерщик - минең ҡустым.
- Мин Ербатырмын, тип әйттем дә инде. Исемем шулай.
- Ә һин беҙгә ярҙам итә алаһыңмы? Ана, ҡустымды кире кеше ҡиәфәтенә ҡайтарайыҡ. - Салауат үтенесле ҡараш менән яңы танышына баҡты.
- Ой, ой! Уға ярҙам итеп булмаҫ ул! Бик ныҡ бирешкән бит. Ниңә ул шул тиклем компьютер менән мауыға һуң? - тип һораны Ербатыр.
- Ул мауыҡмай. Айбулат бик башлы малай! - тине Хансура.
- Эйе, эйе! Ҡустым бик уҡымышлы ул, тик бына ошо нәмә аша әллә ниндәй программа эҙ­ләйем тине лә, эсенә инде лә китте. - Салауат­тың тауышында үҙен ғәйепле тойоу тойғоһо ла бар ине.
- Миңә һеҙгә ярҙам итер өсөн уны, монитор­ҙан тартып алыр кәрәк! - тине Ербатыр.
- Тартып ала алһаҡ, һинән ярҙам һорап та тормаҫ инек. - Салауат тамам төшөнкөлөккә бирелде.
- Әйҙәгеҙ әле тағы ла тартып ҡарағыҙ, бәлки, берәй нәмә килеп сығыр? Салауат тегене-быны уйлағансы, Хансура барҙы ла Айбулатты мони­торҙан тартып һөйрәй башланы. Әллә ниндәй шатырлаған тауыштар ишетелгәндәй итте.
- Салауат, нимә тик тораһың?! Әйҙә, компью­теры менән ҡуша ҡутарып алайыҡ! - тип тәҡдим итте Хансура.
- Әйҙә, һин дә ярҙам ит! - тип йәнә саҡырҙы Салауат Ербатырҙы.
- Мин бит унда инә алмайым! Компьютерҙан айырылып, бында сығып йөрөй башлаһа ғына уға ярҙам итә башлайым. Ә ҡустың йәбешкән!!!
Салауат Айбулатты тағы йән көсөнә тартты! Ҡапыл ҡая таштары аҡтарылып, Айбулат менән компьютеры бергә ергә барып төштө һәм йөҙ-ҡиәфәте күҙ алдында үҙгәрҙе. Ул элекке хәленә ҡайтты. Әммә ҡулдары компьютерҙан ысҡын­мағайны әле.
- Ой, нимә булды ул? Мин ҡайҙа булдым, ағай?
- Ҡайҙа? Ҡайҙа, имеш? Айҙа!!! Ҡабат ком­пьютерға яҡын килерһеңме икән? - Салауат берсә туғанының элекке ҡиәфәтенә ҡайтыуына шат ине, икенсенән, уға бер-икене ҡундырып та алғыһы килде. Әммә тыйылды. Ситтәр янында бер-берегеҙҙе ҡыйырһытмағыҙ, тип өйрәтәләр бит уларҙы өйҙә.
- Малайҙар,ҡарағыҙ әле! Был нимә ул? - Хансура ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
- Кешенең баш һөйәге? Мейеһе? - Салауат та туғанының ҡулын­дағы сәйер нәмәгә ҡарап, шаҡ ҡатты.
- Ой!!! Был нимә ул? - Айбулат тыпырсына башланы һәм ҡулы йәбешкән нәмәнән бармаҡтарын ысҡындырырға маташты.
- Берәй доға уҡы! Баяғы белә инең дәһә тау эсенә ингәндә! - тип өйрәтте Хансура.
- Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!
Кеше булһын затығыҙ!
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Яманға юл ҡуймағыҙ! - Айбулат тиҙ-тиҙ генә ошо юлдарҙы ҡабат­ланы.
- Һин нимә? Был бит доға түгел! - Салауат берсә туғаны уҡыған шиғыр юлдарын танып ғәжәпләнһә, икенсенән, Айбулаттың ҡулы­нан баяғы баш һөйәгенең ҡабыҡ кеүек әрселеп төшөүен күреп, шаҡ ҡатты.
- Доға, ағай, доға! Беҙгә башҡорт теле уҡытыусыһы "Урал батыр” эпосы халҡыбыҙҙың Исламға тиклемге тормошонда Ҡөрьән кеүек урын биләгән һәм әлеге ваҡытта ла үҙенең фәлсәфәүи йөкмәткеһе йәһәтенән донъяла тиңе булмаған борон-борондан һаҡланып килгән ҡобайыры, уның һәр юлы доға кеүек тигәйне. Күрәһең бит - ул хаҡлы! - Айбулат, гүйә, таҙарынып, еңеләйеп киткәндәй хис итте үҙен.
- Эйе, был - мәктәп менән ятлаған эпостан өҙөк. Ҡарале һин уны, нисек тәьҫир итә икән, ә?! Ә мин доға уҡы, тип ҡурҡыштан ғы­на әйткәйнем, - тип көлөп ебәрҙе Хансура.
Малайҙар ҡосаҡлашты. Шунан ерҙә ятҡан баш һөйәгенә ҡараны. Улар, әйтерһең, был мәлдә бөтәһе лә бер үк уй уйлай ине.
Дауамы бар.
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: